Кластан тыш сараларға сценарий

Баш һүҙХөрмәтле китап уҡыусылар! Башҡортостан борон-борондан ил данын һаҡлаусы ал бирмәҫ батырҙар, ил рухын яҡлаусы йырсы сәсәндәр, аҡһаҡалдар, ил инәләре менән дан тотҡан. Үткәндәр менән ғорурланып, күкрәк ҡағып ҡына йәшәү етмәй, ә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты тарҡатмай, быуындар ағышында үҫтереү зарур. Тарихҡа һөйөү уятыу, рухи яҡтан бай шәхес тәрбиәләү өсөн был төп шарт. Ә инде яңы тамырҙарҙы үҫтереү мәктәп тормошонан башлана. Шуға күрә лә, мәктәп сәхнәһе өсөн эшләнгән был йола йыйы...
Раздел Завучу
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

М.АҠМУЛЛА ИС. БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

БАШҠОРТ ФИЛОЛОГИЯҺЫ ФАКУЛЬТЕТЫ









Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар









Өфө 2010

Төҙөнө - һатлыҡова Әлфиә







Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар







Өфө 2010

Баш һүҙ

Хөрмәтле китап уҡыусылар! Башҡортостан борон-борондан ил данын һаҡлаусы ал бирмәҫ батырҙар, ил рухын яҡлаусы йырсы сәсәндәр, аҡһаҡалдар, ил инәләре менән дан тотҡан. Үткәндәр менән ғорурланып, күкрәк ҡағып ҡына йәшәү етмәй, ә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты тарҡатмай, быуындар ағышында үҫтереү зарур. Тарихҡа һөйөү уятыу, рухи яҡтан бай шәхес тәрбиәләү өсөн был төп шарт. Ә инде яңы тамырҙарҙы үҫтереү мәктәп тормошонан башлана. Шуға күрә лә, мәктәп сәхнәһе өсөн эшләнгән был йола йыйынтығында халҡыбыҙ тарихында һаҡланып ҡалған, бәлки, онотола барған матур йолалар, көйлө һамаҡтар, төрлө фольклор үрнәктәре урын алды. Мәктәп сәхнәләре йыш ҡына сценарийҙарға, йола байрамдарына ҡытлыҡ кисергәнен үҙ тәжрибәмдән белә күрә, мәктәп уҡыусыларына һәм уҡытыусыларға тәҡдим ителгән китапсыҡ, байрамдарға әҙерләнгәндә, ҙур ярҙамсы булыр тип ышанам. Халыҡ ижадын үҫтереү, яратыу һәр кемдә булырға тейеш.

Килен төшөрөү йолаһынан күренеш

Тирмә алды. Халыҡ күп. Бала-саға ағас ат менеп сабышып йөрөй, ҡыҙ-ҡырҡын бер ергә төйнәлеп нимәлер серләшә, килендәр алъяпҡыс быуып тирмә алдында бөтөрөнөп йөрөй, ир-ат сабыр ғына гәп һата, ололар үҙ дәрәжәһен һаҡлап уртала баҫҡан. Килен килгәнен күреп шаулашалар, бала-саға тирмә алдынараҡ алға сығып баҫа, ҡул төртөп "Ана!!!" тип күрһәтәләр. Киленде оҙата килеүселәр арбанан төшәләр, ә килен төшмәй. Шул саҡ, "киленгә таянсыҡ кәрәк!" тиҙәр. Аяҡ аҫтына аҡ кейеҙ менән мендәр һалалар. Килен төшә. Уның төшкән сағында һамаҡлап әйтәләр:

Ҡырын төштө - ҡырын килер,

Тура төштө - тура килен.

Етеҙ төштө - етеҙ килен,

Текә төштө - текә килен.

Уңған аяҡ - уң аяҡ,

Уң аяҡтан төш килен,

Тояҡтарың еңел булһын,

Таштай, ҡомдай бат килен!

Ҡәйнә кеше килене менән күрешә, кәсә менән аҡ бирә. Һамаҡлап әйтә:

Әйҙә матур киленсәк,

Булма улай оялсаҡ.

Әсәңдә һин ҡолонсаҡ,

Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ.

Бер ҡулың балда булһын,

Бер ҡулың майҙа булһын,

Көлдөксәң тулы көл булһын,

Ҡаҙаның тулы аш булһын.

Килендең яуабы:

Һүҙем балдай татлы,

Йөҙөм айҙай яҡты булыр, әсәкәй!..

Һыуҙағы т аштай батырмын,

Аҡыллы ул һәм ҡыҙҙар табырмын.

Халыҡ:

- Һай, афарин, телсән бала!

- Эйе, телсән дә, эшсән дә булғанға оҡшай!..

- Әйҙә, әйҙә матур киленсәк, һыр бирмә, ҡәйнәңдең дә һүҙен бүлмә!.. - тигән теләктәр яуа.

Килендең яурынына аҡ шәл һалалар, төрлө теләктәр әйтәләр.

Ҡәйнә ҡунаҡтарға ҡарап көйләп әйтә:

  • Ҡунаҡтар ҡайҙан килгәндәр?

Ҡара итек кейгәндәр.

Уйнар өсөн килгәндәр,

Һынар өсөн килгәндәр.

Әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ,

Киленебеҙҙе күрегеҙ.

Бары менән ҡунаҡ булып,

Риза булып китегеҙ!.. - тип тирмәгә саҡыра.



Башҡорттарҙа бала ҡаршылау

"Алтындан баһалы,

ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле

булған нәмә - тәрбиәле балалар".

(Ризаитдин бин Фәхретдин).

Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Тирмә ауыҙы сәхнәгә күренеп тора. Йорт алдында 7 - 9 йәштәр тирәһендәге ике малай уйнап йөрөй. Шула саҡ тирмә ишегенән кендек инәй күренә:

  • Йә, бәрәкәтулла! Донъяға сабый тыуҙы! Бөгөн ырыу йән бер батырға артты!...- ти ул ҡулдарын күккә һоноп. Шул саҡ уның янына малайҙар йүгереп килә:

1-се малай: - Ни тиһең, әбекәй?

2-се малай: - Кем, кем?..

  • Барығыҙ, атағыҙға һөйөнсөләгеҙ. Атай, тағы ла бер улың бар тип әйтегеҙ! Һуҙылмағыҙ! Атағыҙ ҙа бында килһен! - ти ҙә кендек инәй тирмә эсенә инеп юғала. Ике малай йән-фарман сабышып, таяҡ аттарын менеп, сәхнәнең бер яҡ ситендә һалабаш үреп ултырған ир янына киләләр. 1-се малай:

  • Атай, атай, һөйөнсө! Һөйөнсөгә ни бирерһең?

Атай:

  • Һөйөнсөһөнә икегеҙгә лә өр-яңынан күлдәк! - ти.

1-се малай:

  • Атай, атай, беҙҙең ҡустыбыҙ бар!

2-се малай:

  • Атай, әсәй малай алып ҡайтты!

Атай:

  • Һай, уландарым, яҡшы хәбәрегеҙ өсөн рәхмәт! Кендек инәй сыҡтымы? Ни тине, мине саҡыртманымы?

1-се малай:

  • Эйе, ул һине лә саҡырҙы!

2-се малай:

  • Ярай, атай, беҙ уйнарға киттек! - ти ҙә ағас атында сабып сығып китә. Икенсе малай ҙа китергә ашыға. Атай кеше улдарының артынан:

  • Сафа олатағыҙҙы, Бибиәсмә өләсәгеҙҙе, ике күршене, Нур мулланы саҡырығыҙ, балалар! Бәпәй сәйенә килһендәр! - тип ҡысҡырып ҡала.

Шул саҡ тирмә ишегенән ҡулына йүргәккә уралған сабыйҙы тотҡан кендек инәй сыға. Тирмә алдында йыйылып өлгөргән халыҡ алдында ул былай тип һамаҡлай:

  • Балаһы бар - маҙаһы бар,

Бер уҫлаптай улы бар.

Йылтыр-йылтыр күҙе бар,

Әҙәм төҫлө һыны бар.

Тфү, тфү, тфү, буш икән,

Маҡтар ере юҡ икән!

Толомдары ялтырап,

Ирендәре ҡалтырап,

Утыҙ икән балаһы,

Бала түгел, бәләһе…

Атай кеше:

  • Балам балам, бал ғынам,

Балдан татлы ул ғынам! - тип үрелеп ҡарай.

Кендек инәй:

  • Йә, Арыҫлан улым, үҙеңдәй батыр, ҡалҡандай ҡалҡыр улың бар. Һөйөнсөгә ни бирерһең?

Атай кеше:

  • Бындай батыр улан өсөн һиңә бер ни йәл түгел! Көтөүемдән үҙеңә оҡшаған бер һарыҡты бәрәсе менән алып ҡайтырһың! - ти.

Кендек инәй:

  • Рәхмәт, Арыҫлан улым! Ризалаттың! Уландарың изгелеген күрергә насип итһен!

Сабыйҙы атаһына бирә. Ҡурай моңо көсәйә. Халыҡ тына. Атай балаһына ҡарап әҫәрләнеп һөйләй:

  • Илдә бер батыр булһын,

Дошман дер ҡурҡыр булһын,

Ярышта ал бирмәҫ бул,

Яуҙа тоғро юлдаш бул!

Аҡһаҡал:

  • Тәүфиҡлы бала булһын,

Иманлы бала булһын.

Илдең данын һаҡлаһын,

Илдең ҡанын яҡлаһын!

Мулла:

  • Ата-инәңә шәфҡәтле бул,

Олоға кесе бул,

Кесегә оло бул.

Иман әйтеп, намаҙ ҡыл,

Яҙыҡ эштән ҡырын бул!

Кендек инәй:

  • Бәхетле, тәүфиҡлы бул,

Татлы телле бул.

Таштай ныҡ бул,

Бүрәнәләй бүкән бул!

Оло һүҙен тыңлар бул,

Атаң, әсәң, мине бел,

Хөрмәтлә һин илеңде,

Хөрмәтлә һин телеңде,

Хөрмәтләрҙәр үҙеңде! - тип сабыйға май менән бал ҡаптыра.

  • Хәҙер, әйҙәгеҙ, бәпәй тыуыу ҡыуанысынан байрам табынына рәхим итегеҙ! Өлгөр хужалар ҡымыҙын да бешкән, ҡаҙан аҫып итен бешергән! Түрҙән уҙығыҙ! - тип халыҡты тирмә янына саҡыра.

Исем туйы

Сәхнә башҡорт йорто һымаҡ матур итеп биҙәлгән. Һәндерәлә бер төркөм кескәй ҡыҙҙар һәм кендек инәһе ултыра. Талғын ғына ҡурай көйө ағыла. Кендек инәй:

  • Бына, балалар, бәпәйҙең ҡырҡы ла тиҙҙән сыға, алла бирһә, мулла саҡыртып, аҙан әйттереп, исем дә ҡуштырырбыҙ. Шулай булғас, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ әле, исем һайлайыҡ бәпесебеҙгә.

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, Зәйнәп тип ҡушайыҡ. Зәйнәп - ғәрәп исеме, таҙа тигәнде аңлата.

"Зәйнәп" йырын йырлайҙар:

Зәйнәп килгән өйөмә,

Зәйнәп килгән өйөмә.

Зыңҡылдатып бейергә,

Зыңҡылдатып бейергә.

2-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, Мөғлифә тип атайыҡ. Был исем фарсы теленән алынған, ризыҡ биреүсене аңлата.

Сылтырап аҡҡан шишмәләрҙән,

Мөғлифәкәй һыу ала.

Ударница, комсомолка,

Һәр эштә алда бара.

3-сө ҡыҙ. Хәтирә исеме лә бигеркә матур бит, ҡыҙҙар! Хәтирә - ғәрәпсә иҫтәлек тигәнде аңлата.

Ҡыҙҙар. Эйе шул, беҙҙең "Хәтирә" исемле яратҡан йырыбыҙ ҙа бар бит!

Ҡапҡа төбөндә тораһың,

Ҡапҡа төбөндә тораһың,

Кем өсөн өҙөләһең, Хәтирәм,

Кем өсөн өҙөләһең, Хәтирәм!

4-се ҡыҙ. Мәҙинә исеме лә бигерәк матур. Ул изге ҡала исеме. Минең ҡыҙым булһа, шул исемде ҡушасаҡмын!

"Мәҙинә" йырын йырлайҙар:

Ҡулъяулығым икәү ине,

Береһе аҡты һыуҙарға.

Мәҙинәм, гөлкәйем,

Береһе аҡты һыуҙарға, бәғеркәйем.

5-се ҡыҙ. Юҡ, юҡ, әхирәттәр! Заһира исеме ифрат матур бит! Ул ғәрәпсә нур сәсеүсе, бик матур тигәнде аңлата.

"Заһира" йыры башҡарыла.

Зәңгәр күлдәктәр килешә,

Һаҙҙа бесән сапҡанда.

Һеҙ, дуҫтарым, иҫемә төшә,

Һыҙылып таңдар атҡанда.

Ал-зар, Заһира,

Гөл-зар, Заһира.

Дошман бит ул ҡара йөрәк,

Һөйгәнеңдән айыра.

6-сы ҡыҙ. Дуҫтар, мин бик матур исем беләм! Ул - Шәһүрә! Был исем ғәрәп телендә ҡәҙерҙе белгән, танылған тигәнде аңлата.

"Шәһүрә" йыры башҡарыла.

Аҡлы ғына күҙле күк күгәрсен,

Шәһүрә - аҫыл ҡыҙ бала.

Күләгәгә төшкән, көн теймәй,

Бәйләнмәгән аҫау ҡолон кеүек,

Шәһүрә - аҫыл ҡыҙ бала.

Ҡайҙа ғына үҫтең күҙ теймәй.

Шул саҡ шаршау артынан сабый илаған тауыш ишетелә. Кендек инәһе бәпәйҙе ҡулына ала.

Кендек инәй. Әлли-бәлли бәпкәһе,

Ҡайҙа киткән әнкәһе?

Тау буйына еләккә,

Бәпесемә бүләккә!

Әлли-бәлли итәр ул,

Өфөләргә китәр ул.

Өфөләрҙән ҡайтҡансы,

Табиб булып етәр ул!

  • Бына бөгөн һиңә, бәпес, исем ҡушабыҙ! Аллаға шөкөр, ҡырҡ көн имен-аман үтеп тә китте. Хәҙер ҡунаҡтар килеп етер.

Бер нисә әбей, мулла килеп инәләр.

Кендек инәй. Әйҙүк, әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ! Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ! Аш-һыу әҙер, көтәбеҙ үҙегеҙҙе!

Ҡыҙҙар ҡунаҡтарҙың ҡулдарын сайҙыра, таҫтамал тоттора.

Әбейҙәрҙең һәр береһе күрешеп сығалар. Ултыралар. Өләсәй кеше уларға кендек ебе бирә. Ул, аяҡланып, осо төйөлгән була. Еп әбейҙәрҙең уң яҡ тубығына һалына.

1-се әбей. Оҙон ғүмерле булһын!

2-се әбей. Тиҙерәк атлап китһен!

3-сө әбей. Ата-әсәһенә изгелекле, илгә - игелекле булһын!

4-се әбей. Тәүфиҡлы, бәхетле булһын!

Әбейҙәр доға ҡылалар.

Мулла. Ата-инәңә шәфҡәтле бул,

Олоға кесе бул,

Кесегә оло бул,

Уң ҡолағыңа - аҙан,

Һул ҡолағыңа исем.

Гөлназ атлы булырһың!

Баланың әсәһе (бәпесен ҡулына ала, һөйә).

Һәтес, һәтес, һәтес тә,

Бигерәк матур бәпес тә.

Кем ҡарамай, кем һоҡланмай,

Бындай матур бәпескә!

Күмәкләшеп сәй эсәләр.

Башҡорттарҙа бала һатып алыу йолаһы

Сәхнә ауыл урамына оҡшатып биҙәлгән. Бала тыуған йорт тәҙрәһе күренеп тора. Кендек инәһе ҡулына ҡырҡ ямауға уралған бәпесте тотҡан, һамаҡлап өйҙән-өйгә атлай:

  • Ергә һалдым - ер алмай,

Күккә сөйҙөм - ҡош алмай.

Эткәһалдым - эт алмай,

Бала һатам, кем ала,

Бала һатам, кем ала?

Алдан әҙерләп ҡуйылған асылмалы тәҙрә асыла, унан атай булып кейенгән малай ҡарай:

  • Мин алам. Күпме тора? Бер баш ҡолонло бейә бирәм, һатырһыңмы?

Кендек инәй:

  • Һатам.

Бала һатам, кем ала?

Ергә һалдым - ер алмай,

Күккә сөйҙөм - ҡош алмай.

Эткәһалдым - эт алмай,

Бала һатам, кем ала,

Бала һатам, кем ала?

Атай кеше:

  • Бала һатһаң, мин алам.

Нимәһе менән һатаң?

Кендек инәй:

  • Ғүмере менән һатам,

Бәхете менән һатам.

Атай кеше:

  • Нимәһе менән һатаң?

Кендек инәй:

  • Ғүмере менән һатам,

Бәхете менән һатам.

Атай кеше:

  • Нимәһе менән һатаң?

Кендек инәй:

  • Ғүмере менән һатам,

Тәүфиғы менән һатам.

Атай кеше:

  • Бала һатһаң, миңә һат,

Ғүмере менән бергә һат,

Бәхете менән бергә һат,

Һибәһенә тун бирәм,

Уға ҡушып мал бирәм.

Атай кеше тәҙрәнән баланы ала. Сәхнәгә бар ҡатнашыусылар сығып балаға теләктәр әйтәләр:

  • Оҙон ғүмерле булһын!

  • Тиҙерәк атлап китһен!

  • Бәхетле булһын! Ата-инәһенә шәфҡәтле, илгә мәрхәмәтле булһын!

  • Амин!

Башҡорттарҙа ҡунаҡ ҡаршылау йолаһы

Уртала тирмә, эсе боронғоса биҙәлгән. Тирмә янында халыҡ ҡайнаша. Улар ҡунаҡ ҡаршы алыу ығы-зығыһы менән мәшғүл Бер яҡ ситтәрәк ҡурайсылар ҡурайҙа уйнай. Ҡунаҡтар килгәне күренә. Тирмә алдында Аҡһаҡал тора. Ҡулында һырлы таяҡ. Уның ике яғына һөңгөләрен тотоп, яу кейемендә ике егет - һаҡсылар баҫҡан. Ҡунаҡтар килеп етеү менән Аҡһаҡал, ололап, һүҙ башлай, ҡурай моңо уның һүҙҙәрен оҙатып бара:

Түңгәүерҙәр, түңәрәп

Бер ҡор булып килегеҙ!

Тимер Ҡотло бейебеҙ,

Ҡанбабабыҙ, тийегеҙ!

Илебеҙ, ни, белегеҙ,

Ҡотло ил ул, тийегеҙ!

Ундай илдәр һирәктер,

Ил, тип, ир-ат, беләк төр!

Ир-ат илгә кәрәктер -

Ир-ат - илгә терәктер!

Илгә инһәң, белеп кер,

Шуны затыңа еткер:

Ҡошобоҙ булыр һайыҫҡан,

Ораныбыҙ бит - "Табан!"

Шуны әйтәм артабан:

Ярымтыҡ булып тамғаң,

Тамғабыҙ беҙгә таман!

"Табан!", "Табан!", "Табан!" (бөтәһе күмәкләп көр тауыш менән оранын әйтә)

Килең, барың, биртабан!

Килде берләшер дәүер!

Оран һала Түңгәүер.

Оран һалһа Түңгәүер,

Йөрәктән яҙа ғәүер!

Һай, хөрмәтле ҡунаҡтар, әйҙүк, әйҙүк, беҙҙең ҡорға рәхим итегеҙ! - тип һүҙен бөтөрә Аҡһаҡал. Аранан милли кейемдәге йәш егет алға сыға:

  • Беҙҙең йоланан да ситтә ҡалмағыҙ! Һәр һабантуй йәме - ҡолғаларға яулыҡ бәйләү. Әйҙәгеҙ, һабан туйына изге теләктәрҙе йәлләмәйек!

Тирмә алдында алдан әҙерләп ҡуйылған ике ҡолғаға яулыҡ бәйләү. Шул саҡ һәр бәйләп бөткән ҡунаҡтар янына милли кейемдәге ике ҡыҙ килеп, береһе сәк-сәк, икенсеһе ҡымыҙ ауыҙ иттерә:

- Бына ҡымыҙынан ауыҙ итегеҙ! Күпереп бешкән сәк-сәге!..

- Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен? Әйҙә, башла йырыңды, мах бирмәйек!- тип берәү аранан йырсыны күтәрмәләй.

-Булдырабыҙ уны! - ти йырсы һәм "Дүңгәүер" йыры башҡарыла:

Бәләкәй генә турысай юл башлай,

Эйәрҙәге егет йыр башлай.

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй,

Беҙҙең генә гәзиз был башҡай. (йырсыны ҡурай моңо оҙатып бара)

Халыҡ йырсыны данлай:

-Һай, тынының оҙонлоғо, күкрәктәренең киңлеге!..Афарин!

Ҡымыҙынан ауыҙ иткән кешеләр:

-Һай, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..

Аҡһаҡал барыһын да тирмәгә саҡыра:

-Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, тирмәгә рәхим итегеҙ! Төклө аяғығыҙ менән! табын әҙер!

Ике һаҡсы һөңгөләре менән ситкә китеп юлды аса. Ҡунаҡтар тирмәгә уҙа.

Мәңге йәшәр еребеҙ!..

Тирмә алды. Халыҡ йыйылған. Моңһоу ҡурай моңо талғын ғына уйнай. Уртала Урал батыр ята. Уны уландары уратып алған. Аҡһаҡал батырға мөгөҙ һона(эсендә эсемлек):

  • Батыр, бына, таптыҡ, һиңә тип алып килдек, тереһыу был! Ауыҙ итсе, мәңгелек үлмәҫ, тере йән булып беҙҙең менән йәшәсе!

Урал батыр мөгөҙҙө ҡулына ала, урынынан тороп ултыра, яйлап тороп баҫа, ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, алыҫтарға төбәлгәндәй итә, халыҡҡа ҡарап:

  • Ниндәй матур был донъя!!! Күпме халыҡ йыйылған… Һәр береһе үҙенсә шатлана, мәңгелекте йәшәтә!.. Мин - бер кеше, ә һеҙ - тотош халыҡ! Әйҙә ошо матурлыҡ йәшәһен, үлемһеҙ булһын, халҡым мәңгелек булһын!..

Тау буйҙары йәшәрһен,

Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,

Ҡошо һайрап маҡтаған,

Халҡы йырлап хуплаған,

Ерҙән ҡасҡан дошмандар,

Бар күреп һоҡланған,

Ил һөйөргә ил булып,

Ер һөйөргә бағ булып,

Дошман күҙен ҡыҙҙырып

Балҡып торған ер булһын!

- тип йәншишмәне йән-яғына һибә. Шул ваҡытта Үлем батырҙың боғаҙынан ала. Ул әкрен генә ергә ауа. Шул саҡ шомло, хафалы көй уйнай, халыҡ араһында шаулашып алалар:

- Был ни ғәләмәт!?...

- Батыр, ни эшләүең был?

- Аһ, аһ, беҙҙең өсөн һинең тере булыуың кәрәк!!!

- Атай!..

Артабан диктор сәхнә артында шиғыр юлдарын уҡый:

Урал батыр үлгән һуң,

Халыҡ ултырып барыһы

Башын түбән эйгән, ти,

Күктән йондоҙ атылып, һомайға оран биргән, ти…

Ошо ваҡыт халыҡ араһынан аҡ кейемдә Һомай атылып сыға, ерҙә ятҡан Урал батырға килеп ҡаплана, бит осонан үбеп ала, көйләп, әрнеп һүҙен әйтә:

  • Ай, Уралым, Уралым,

Йәнеңә килеп етмәнем,

Аҙаҡ һүҙең ишетеп,

Күңелемде баҫманым.

Инде хәҙер ни эшләйем?

Ни әйтергә белмәйем.

Ҡыҙ булып кемгә ҡарайым?

Һомай исемем ҡалһа ла,

Кешеләр ҡош тиһә лә,

Ҡош тунымды һалмайым,

Ситтәр күҙен алырлыҡ

Ҡабат һылыу бумайым…

Һиндәй батыр таба алмам,

Батырға әсә була алмам.

Илең, батырым, йәшәр,

Ерең, батырым, йәшәр.

Өс улыңдан таралып,

Ерең-һыуың йәшәрер…

Һомай Уралға ҡарап онотолоп ҡарай, алғы планға - аталарының аяҡ осона - Уралдың өс улы - Яйыҡ, Иҙел,Нөгөш сығып баҫа. Теҙелешеп торалар, ҡында ҡылыс, башта ҡамсат бүрек, ҡараштар ғорур, халыҡҡа төбәлгән. Башта оло улы Яйыҡ башлай (ошо ваҡытта һыйырҙар мөңрәгән, аттар сабышҡан, кешнәгән тауыштар ишетелә):

Яйыҡ: Батырҙан тыуған ир батыр,

Аптырауҙы ҡалырмы?

Илен, халҡын уйламайса,

Бот күтәреп ятырмы?

Иҙел: Атам үҙе үлһә лә,

Ҡылысы ҡалды ҡулында.

Буҙаты ҡалды янында.

Даны, эше ҡалды

Халҡым аңында!..

Нөгөш: Урал - хазина иле,

Урал - ризыҡтар иле.

Унда йәшәй батырҙар

Һәм дә гүзәл матурҙар.

Һомай алғараҡ сығып (көйләп) әйтә:

Урал батыр васыятын

Әйтәмен һеҙгә, халҡым!

Яҡшылыҡ буһын атығыҙ,

Кеше буһын затығыҙ,

Бөтәһе бергә әйтә:

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Ҡунаҡ килә…

Сәхнәлә тирмә. Эргәләге ҡайын ағасында сәңгелдәк аҫылған, батман, көбөләр ҡуйылған, ситәндән ҡойма. Ҡурай моңо яңғырай, өләсәй тирмә янында самауыр менән булаша. Ике ҡыҙыҡай сәңгелдәк йырын йырлап, уны бәүетәләр. Өс малай балыҡ ҡаптыра.

Ат тояҡтары тауышы ишетелә, кешеләр шау-гөр киләләр. Пар аттарҙа милли кейемдә башҡорт батырҙары килеп төшә. Өләсәй уларҙы:

-Ҡайһы яҡтарҙан килдегеҙ, балалар? Ҡайһы йылға һыуын һыулайһығыҙ? - тип ҡаршылай.

1-се ҡунаҡ: Мин Бөрйән ырыуынан килдем. Беҙҙең тамғабыҙ - яғалбай, ҡошобоҙ - көсөгән, ағасыбыҙ - имән, ораныбыҙ - аҡ туған.

2-се ҡунаҡ: Мин - ҡатай башҡорто. Беҙҙең тамғабыҙ - айбалта, ҡошобоҙ - ҡауҙы, ағасыбыҙ - артыш, ораныбыҙ - талаҡ.

3-сө ҡунаҡ: Ә мин - ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто. Беҙҙең тамғабыҙ - даға, ҡошобоҙ - бөркөт, ағасыбыҙ - ҡарама, ораныбыҙ - туҡсаба.

4-се ҡунаҡ: Ә мин - мең ырыуы вәкиле. Беҙҙең тамға - ҡош ҡабырғаһы, ҡошобоҙ - ҡарсыға, ағасыбыҙ - ҡайын, ораныбыҙ - алас.

5-се ҡунаҡ: Табын башҡорто булам. Тамғабыҙ - һепертке, ҡошобоҙ - ҡарағош, ағТамғабыҙ - һепертке, ҡошобоҙ - ҡарағош, ағасыбыҙ - ҡарағас, ораныбыҙ - салауат.

6-сы ҡунаҡ: Ә мин - тамъян ырыуы башҡорто. Ырғаҡ - беҙҙең тамға, ҡошобоҙ - ҡарға, ағасыбыҙ - тирәк, ораныбыҙ - тутыя.

7-се ҡунаҡ: Мин үҫәргән ырыуынан. Тамғам - ҡойошҡан, ҡошом - торна, ағасым - миләш, ораным - мөйтән.

Өләсәй:

  • Һай, алыҫтарҙан килгәнһегеҙ икән! Сарсағанһығыҙҙыр, талсыҡҡанһығыҙҙыр! Ял итеп алығыҙ. Тирмәбеҙҙә урын етәрлек! Ә мин ҡаҙанымды ҡуя торайым. Һеҙ, ана, йәш-елкенсәк менән күңел аса тороғоҙ, - тип тирмә янына йүнәлә.

Егеттәр:

  • Булдырабыҙ уны! - янында торған ҡурайсы егеткә ҡарап - Йә, әле, дуҫ, һыҙҙырт ҡурайыңда, күңелдәр елкенһен!

Ҡунаҡтар ҡурайҙа дәртле көйҙәр уйнап ишеттерә.

Уларға ҡаршы баҫып торған йәштәр үҙ-ара шаулашып ала:

  • Беҙ ҙә мах бирмәбеҙ! Әйҙә, шафиҡ, башла яратҡан йырҙы!

Күмәкләшеп йырлап ебәрәләр (ҡунаҡтар ҙа ҡушыла):

Һеҙ ҙә килгәнһеҙ икән дә,

Беҙ ҙә килгәнбеҙ икән,

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу

Иң матур йола икән!

Һай илдәре, илдәре,

Илдәрендә күлдәре.

Шул илдәрҙә йырлай йәштәр,

Һандуғастай телдәре! Һай!..

Өләсәй:

  • Һаа-ай, йәш күңел тигәне шул инде ул! Бигерәк телсән, үткер балаларһығыҙ! Әйҙәгеҙ, табын әҙер, аш һыуына! - тип әйҙүкләп тирмәгә саҡыра.



© 2010-2022