Внеклассное мероприятие по башкирскому языку и литературе День родного языка»

Раздел Воспитательная работа
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Внеклассное мероприятие «Праздник "День родного языка"»,

ТУҒАН ТЕЛДӘР
БАЙРАМЫ

Төҙөнө һәм үткәрҙе:Гельмуллина Г.И.


Матур итеп биҙәлгән сәхнәлә уҡыусылар теҙелгән. Таҡтала тел тураһында эпиграф яҙылған : "Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде тотҡан телем, илем бар". Стена газетлары эленгән.

Башҡорт ҡыҙы: Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, илем бар.
1-се бала: Матурлығың һинең, бар сафлығың
Йөрәгемә инеп үрелгән.
Улар миңә әсә һөтө менән бирелгән.
Алып барыусы: Хәҙерге башҡорт теле - башҡорт халҡының милли теле. Ул төрлө ырыу-ҡабилә телдәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Алып барыусы: Грамматик төҙөлөшө, һүҙ байлығы буйынса ул татар, ҡумыҡ, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай, үзбәк телдәренә яҡын ҡәрҙәш һанала.
2-се бала: Сит телгә балам маһир тип,
Шатлығынан берәү һикерә.
3-сө бала: Тик ни мәғәнә үҙ әсәңден теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?
4-се бала: Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр...
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?
Бөтәһе бергә: Туған теленән яҙған - мең йәтим!
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Алып барыусы: Башҡорт әҙәби теле үҙ тарихында өс яҙма алыштырҙы. Борон-борондан ғәрәп ҡулланылып килгән. 1928-1929 йылдарҙа латин яҙыуы ҡабул ителә. Ә 1940 йылда урыҫ графикаһына нигеҙләнәгән алфавит төҙөлә.

1-се бала: Был телдә беҙ ҙә уҡыйбыҙ.
2-се бала: Моң шишмәләй һандуғастай моңло ла һин,
3-сө бала: Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
4-се бала: Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин
Барыһы бергә: Эй һөйкөмлө, эй хөрмәтле башҡорт теле.
Башҡорт ҡыҙы: Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем-
Тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем-
Гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем-
Бөйөкһең һин.
Барыһы бергә: Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле.
Атам теле,әсәм теле, минең телем!
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар, клгән ҡунаҡтар. Һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ.
Алып барыусы: Туған телдәр байрамына арналған сарабыҙҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ.
Алып барыусы: "Зирәктәр" һәм "Тапҡырҙар" командаларын ҡаршы алығыҙ. Улар бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә алған белемдәрен һеҙгә күрһәтәсәк.

Алып барыусы: Командаларҙың үҙҙәре менән таныштырып китеүе һорала.
• Беренсе тур.
Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа башватҡыс. Был һүрәттә өс мәҡәл йәшеренгән. Һеҙ ошо мәҡәлдәрҙе дөрөҫ итеп табырға тейешһеҙ. Ҡайһы команда беренсерәк.
Мәҡәлдәр:
1. Һүҙҙе әйтмә, әйтһәң, ҡайтма.
2. Баҡырҙы күпме ағартһаң да, көмөш булмаҫ.
3. Кәрәк саҡта алтындан балсыҡ артыҡ.
• Икенсе тур.
Уҡыусылар, Тыртыр өләсәһенә хат яҙған, әммә унда хаталар бар. Әйҙәгеҙ беҙ уға булышайыҡ.
Һаумы өләсәй!
Мин Өфөгә һәйбәт килеп етем. Рәшиҙә апайым ҡаршы алды. Уфа миңә бик оҡшаны. Матур ҡала икән. Урамдарҙы ҡарҙан көндә таҙарталар. Өфө байрамса кейенгән. Совет майҙанына зур матур шыршы куйғандар, тирә йағына боҙҙан төрлө уйынсыҡтар, тау эшләгәндәр. Ҙурайғас, уҡырға өфөгә киләм. Минең күршеләргә, дуҫтарға сәләм. Һау бул өләсәй, сәләм менән Тыртыр.
• Өсөнсө тур.
Япраҡтар аҫтарына мәҡлдәр йәшеренгән. Һәр команда берешәр япрағын алып, ундағы мәҡәлдәрҙе ымлап икенсе командаға аңлатырға тейеш. Икенсе команда яуабын дөрөҫ әйтһә, уларға бер мәрәй өҫтәлә.
1. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ.
2. Ике уйла, бер һөйлә.
3. Тел ҡылыстан үткер.
4. Уҡығандың теле икәү.
Ә беҙ амашасылар менән реустар шишеп алабыҙ.
Музыкаль пауза. Һеҙҙең алда Хайбрахманова Регина сығыш яһай.
• Дүртенсе тур.
Моңло ла ул, нәфис тә улбашҡорт теле. Шул уҡ ваҡытта серле лә ул. Таҡтала һүҙ яҙылған:
БАШҠОРТОСТАН
Ошо һүҙҙән һеҙ башҡа һүҙҙәр табығыҙ. Кем күберәк таба. Был турҙа, командаларҙан тыш, тамашасылар ҙа ҡатнаша ала.

• Бишенсе тур. Викторина.
1. Ата-әсәһе уның скрипкала уйнарға, сатраш уйнарға өйрәнеүен хупламай. Ниндәй әкәттән? ("Әминбәк")
2. Әкиәттәрҙең дүрт төрөн атағыҙ (тылсымлы, хайуандар тураһында, батырҙар тураһында, тормош-көнкүреш)
3. Әлфиә менән беҙ ниндәй әкиәттә таныштыҡ? ("Сыйырсыҡ балаһы")
4. Матур һүҙенә синоним әйтегеҙ. (һылыу, күркәм)
5. Хикәйә ни өсөн "Хәмит күпере" тип атала?
6. Тау батыр, Урман батыр. Өсөнсө батырҙың исесе нисек? (Аҡъял батыр)

Алып барыусы: Ә хәҙер һүҙҙе жюриға бирәбеҙ. (Жюри еңеүсене билдәләй)

Алып барыусы: Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең - тауҙары, икенселәре - далалары, өсөнсөләре - һыуҙары, дүртенсеһе - урмандары менән мәшһүр.

Алып барыусы: Урал... был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан-ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар килеп баҫа.

Алып барыусы: Ләкин бөтә матурлыҡтарҙан да өҫтөн, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле - беҙҙең халҡыбыҙ, үҙебеҙҙең башҡот телебеҙ.
Башҡорт ҡыҙы: Телең барҙа - илең бар,
Илең барҙа - иркең бар,
Иркең барҙа-күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар.
Алып барыусы: Байрам менән һеҙҙе. Ҙур рәхмәт!



© 2010-2022