Доклад. Роль отца в воспитании детей

Раздел Воспитательная работа
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Доклад. Роль отца в воспитании детейБала тәрбиәләүҙә атайҙың роле

Доклад

Шәхескә нигеҙ ғаиләлә һалына. Әммә ғаилә тәрбиәһе ябай ғына эш түгел. Бала тыуыуының беренсе көндәрендә атайҙың роле уның бергә булыуына, ҡатнашлығына һәм ярҙамына ғына ҡайтып ҡалырға мөмкин. Әммә был - бәхетле ғаилә тормошо һәм бала шәхесенең аяҡҡа баҫыуы өсөн хәл иткес нигеҙ шарт. Бала, атаһының эшенә бәйле өйҙә була алыуына йәки оҙайлы командировкаларҙа йөрөүенә ҡарамаҫтан, уның ярҙамын, теләктәшлеген тоя. Һәм әгәр инде әсә балаға атаһы хаҡында йыш һөйләп торһа, был яҡынлыҡ тойғоһо тағы ла көсәйә.

Шатлыҡлы шарттарҙа бөтә ғаилә өҫтәл артына йыйылғанда ниндәй күңелле: атай менән әсәй бер-береһенә көн ваҡиғалары тураһында һөйләй, алда торған эштәр ҡарала. Бындай аралашыу баланы шатландыра. Әгәр инде әсәй кеше аш өҫтәленә һәр ваҡыт һуңлап килеүсе, ғаилә тормошо менән бик үк ҡыҙыҡһынмаусы ирен һытылған сырай менән көтөп ултырһа, балаға бик тә күңелһеҙ.

Уҡырға инеү менән элек атаһы тураһында күберәк әсәһе һөйләүе аша белгән бала уны шәхси, үҙе аса, белә башлай, атаһы уны элек таныш булмаған күп нәмәләр менән таныштыра, яңылыҡтар тураһында һөйләй. Хәҙер инде бала өсөн, айырыуса үҫмергә, әсәйҙең атай тураһында әйткәне хәл иткес фекер түгел, ә атайҙың әсәй тураһында фекере мөһим.

Йыш ҡына йәшәүҙәренең тәүге алты-һигеҙ йылында ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр көндәлек ғәҙәти тормошҡа әйләнә, һәм хатта ыҙғыштар ҙа уларҙы оялтмай. Йәнәһе, ундай хәлдәр дуҫ ғаиләләрҙә лә булғылай. Әммә бындай нейтраль, вайымһыҙ атмосферала балалар ата-әсәһен элек берләштергән шатлыҡлы тойғоно кисермәй.

Мәктәп йәшендәге балалар торған һайын үҙаллыраҡ була баралар һәм, ихтимал, үҙ идеалын уҡытыусыла йәки иптәшендә күрергә теләйҙәр, һәм артабан ғаилә тормошо улар өсөн элекке кеүек ҙур әһәмиәт тотмай. Әгәр балалар атайҙарының әсә хәстәрлектәре менән торған һайын күберәк ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһәләр, был ғаилә мөхитенә ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, ә баланың үҫеше өсөн социаль яҡтан бик мөһим.

Ә инде атай кеше әсәй эшләгәндең барыһына ла шулай булырға тейеш, тип ҡараһа, уға рәхмәт тойғоһо белдермәһә, балалар ғаиләлә ситләшеү атмосфераһы тойоп ҡына ҡалмаҫ, иң элек уларҙа әсәләренең кире образы кәүҙәләнер: ул бер ниндәй роль уйнамаған, көндәлек эштәргә сумған, фәҡәт башҡарыусы ғына булып күренер.

Әсә үҙ ваҡытында туҡланыу, йоҡлау, көн режимы, өй эштәрен башҡарыу тураһында хәстәрлек күрә, балаларҙы теге йәки был эшкә ҡуша, әйләнгән һайын нимәнелер тыйырға мәжбүр була. Уның был хәстәрлектәренә лә күнегәләр, уны тәбиғи һанайҙар. Әгәр атайҙары берәй инициатива күрһәтһә, ғаилә тормошо яңы импульс алыр, ул әсәйҙәренең хәстәрлеген нисек юғары баһалауын күрһәтә алыр ине. Мәҫәлән, ул: "Балалар, аҙнаға бер тапҡыр барыбыҙ бергә йорт эштәре башҡарайыҡ, әсәйегеҙ үҙе өсөн нимәлер эшләй алһын", - ти. Йәки балалар атайҙарының йыш ҡына әсәләренә ярҙам итеүен, өй эштәрен башҡарыуын күрәләр.

Нәҡ атай кеше, үҙенең профессияһы менән үҫмергә тирә-яҡ донъя менән бәйләнеште кәүҙәләндереп, торған һайын үҙәк фигураға әйләнә. Уның һүҙҙәре тосораҡ, һәм уның әсәй кешегә мөнәсәбәте балаларҙың бөтә ғүмеренә иҫендә ҡала.

Ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте үҫмерҙең артабанғы социаль тәртибе әсән, уның киләсәктә йәшәү рәүеше әсән хәл иткес әһәмиәт тота. Нәҡ ошо йәшендә, балалар үҙенең ҡайһы енескә ҡарауын аңлағанда, ата-әсәнең улар өсөн ниндәй өлгө булыуы айырыуса мөһим.

Әгәр атай кеше үҙенең эшенә бәйле йыш ҡына өйҙә була алмаһа, әсә уға балаларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итергә тейеш. Ул атайҙарының оҙаҡ ситтә булыуына зарланмай, ә уның, һирәк булһа ла, балалары менән бергә булыуына, берлектә эш башҡарыуына шатлығын, рәхмәтен бел-дерә, ә инде был ҙур әһәмиәт тота, сөнки рәхмәт тойғоһондай ғаилә мөхитенә ыңғай йоғонто яһаған башҡа бер генә тойғо ла юҡтыр. Һәм әгәр әсә бының өсөн сәбәптәрҙе йышыраҡ тапһа, ул балаларға йәшәүе еңел, күңелле булған шарттар тыуҙырыр.

Балалар ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең дөйөм көйөн һиҙгер ҡабул итә. Даими рәүештә бер-береһенә яҡшылыҡ теләү атмосфераһында йәшәү уның нормаль үҫеүе әсән ыңғай шарт булып тора. Ә ғаиләләге конфликттар бала психикаһына кире йоғонто яһай, етди ауырыуҙарға алып килергә мөмкин. Хатта бәләкәй балалар ҙа ата-әсәнең үҙ-ара насар мөнәсәбәте сәбәпле килеп тыуған эмоциональ дискомфортты тоя. Шуға күрә бала ата-әсәһен ыҙғышҡан хәлдә күрергә тейеш түгел. Ниндәйҙер сәбәп менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан икән, ара боҙолоуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки был хәлде балалар .бик ауыр кисерә. Әгәр ғауға ҡупҡан икән, уға һис тә баланы ылыҡтырырға, унан шаһит та, судья ла яһарға ярамай. Ҡыҙған килеш балала бер-берең тураһында насар фекер тыуҙырырға тырышмағыҙ, ваҡытында туҡтала, үҙегеҙҙе ҡулға ала белегеҙ. Һеҙ, асыуығыҙ баҫылып, татыулашҡас та, баланың уны оҙаҡ ауыр кисерәсәген онотмағыҙ.

Әгәр балалар ата-әсәһенең бер-береһенә булған тупаҫ мөнәсәбәтте күрһәләр, улар уҫаллыҡ һәм ҡатылыҡ дәрестәре алалар. Был сифаттың тәьҫире уларҙың туғандары, уҡытыусылар, дуҫтары менән мөнәсәбәттәрендә күренәсәк. "Ҡағиҙә булараҡ, бындай ата-әсәләр мәктәп менән бәйләнеш тотмай. Был позицияның зыяны асыҡ күренеп тора.

Беҙҙә шулай уҡ тәрбиә мәсьәләһенә ҡушылмай торған аталар ҙа осрай. Уларҙың балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыты юҡ, ә бына дуҫы менән «иҫтәлекле» ваҡиғаны билдәләү өсөн ваҡыт табыла. Улар үҙҙәренең эшлекһеҙлеген аҡлау өсөн әллә ниндәй теория уйлап сығаралар, бала тәрбиәләү, йәнәһе, әсәнең хәстәрлеге булып тора, тиҙәр. Әгәр ғаиләлә ғәҙәттән тыш берәй ваҡиға булһа, ир ҡатынын ғәйепләйәсәк, ҡыҙҙың йәки улдың насар юлға баҫыуында уның ғына ғәйебен күрәсәк.

Бер нимәгә лә ҡыҫылмауҙың бер ниндәй ҙә зарары юҡмы һуң? Ундай ғаиләлә балалар үҙҙәрен артыҡ кеше күреп үҫәләр. Уларҙың йөрәгендә атаһына ҡарата үпкәһе һәм асыуы арта бара. Киләсәктә ата балаларынан иғтибар һәм ярҙам көтә алмай.

"Ҡайһы бер аталар балаларын тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тейешлеген аңлаһалар ҙа, быны ваҡыты менән уларҙың көндәлектәрен тикшереүгә генә ҡайтарып ҡалдыралар, балаларының насар тәртибе өсөн ныҡ ҡына әрләп алалар. Ата-әсәләр йыйылышында тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша, ирҙәр бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына.

Буш ваҡытты кем менән үткәреү, кем менән фекер уртаҡлашыу, уҡыуҙа кемдең ярҙам итеүе тураһындағы һорауҙарға уҡыусыларҙың күбеһе был эштә аталарҙың бик аҙ ҡатнашыуы тураһында яуап бирәләр.

Ләкин бөтә балалар ҙа аталарының яҡшы булыуын теләй. Ғаиләгә һәм башҡа кешеләргә яҡшылыҡ күрһәтеү, балаларҙы тәрбиәләүҙә әсәгә ярҙам итеү, улар менән ихлас фекер уртаҡлашыу уҡыусылар күрергә теләгән яҡшы атаның сифаттары булып тора. Яҡшы ата ни тиклем үҙ эше менән мауыҡҡан булһа ла, балаларының һорауҙарына яуап бирергә ваҡыт таба, уларҙың теләктәрен үтәргә тырыша, бер үк ваҡытта файҙалы кәңәштәр бирә, талапсанлыҡ күрһәтә белә.

Тимәк, ғаиләлә атаның иң аҡыллы позицияһы - хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныу позицийһы. Әгәр атаның үҙ балалары менән тәүҙән үк дуҫтарса мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килһә, бала уның тормошонда бөтәһенең дә атаһы өсөн ҡыҙыҡлы булыуын белһә, аталар һәм балалар проблемаһы тыумай.

Ғаиләлә түбәндәге шарттарҙы үтәү балалар тәрбиәләүгә уңышлы йоғонто яһай:

а) ата-әсәләрҙең йәмғиәт һәм дәүләт алдында бала тәрбиәләү әсән яуаплылығын тәрән аңлауы;

б) ғаиләлә хеҙмәт һәм үҙ-ара ярҙам;

в) балалар тормошоноң көндәлек режимы;

г) ғаиләлә өлкәңдәрҙең ыңғай тәьҫире, үҙ-ара ихтирам итеү;

ғ) балаларҙы һөйөү һәм аҡыллы талапсанлыҡ күрһәтеү, дәртләндереү һәм яза биреү формаларын, тәрбиә эшенең башҡа методтарын һәм ысулдарын файҙаланыу;

е) балаларҙың ялын ойоштороуҙа өлкәндәрҙең ҡатнашыуы;

ж) бала уҡыған класс коллективы, уҡытыусылар менән бәйләнеш тотоу һәм хеҙмәттәшлек;

з) ата-әсәләрҙең аң-белем даирәһен, педагогик белемен киңәйтергә тырышыуы.

Һәр кемде кеше итеп тәрбиәләү - ғаиләнең, мәктәптең, йәмәғәтселектең мөһим бурысы. Балалар, йәштәр - беҙҙең киләсәгебеҙ, ә киләсәкһеҙ йәмғиәт бөтөүгә дусар була. Шуға күрә бөтә хәстәрлектәребеҙ, уй-фекерҙәребеҙ йәш быуынды тәрбиәләүгә, уға әхлаҡ тәрбиәһе биреүгә йүнәлтелергә тейеш.



Ата әсәләр йыйылышында һөйләнелгән

Доклад





6


© 2010-2022