Классный час Моя малая Родина

Раздел Воспитательная работа
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Минең кескәй Ватаным. (асыҡ класс сәғәте. 7-8кл.өсөн)

Маҡсат. Тыуған ил тураһында алған белемде системаға һалыу һәм нығытыу, Ватан төшөнсәһен аңлы күҙ алдына килтереү, уның менән ғорурланыу һәм ысын күңелдән һөйә белеү тойғоһо уятыу, тыуған ауылдың хөрмәтле кешеләренә иғтибарҙарын арттырыу, ихтирамлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаз. Техник саралар, "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр", "Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер" күргәҙмәләре , тыуған ер тураһында яҙыуҙар.

Дәрес барышы. Уҡыусылар сиратлап шиғыр һөйләй.

1-се уҡыусы. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,

Бына беҙ торған урын.

Был ерҙә ғүмер кисергән

Атай-бабайҙар борон.

2-се уҡыусы. Йырсылар торған был ерҙә,

Сәсәндәр булған элек.

Ватандың нимә икәнен

Әйткәндәр былай тиеп:

3-сө уҡыусы. Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,

Тыуған ил ул-тыуған ер,

Атай кейәү булған ер,

Әсәй килен булған ер.

4-се уҡыусы. Тыуған ил ул-

Эленгән бишек.

Тәү тапҡыр асып

Беҙ сыҡҡан ишек.

5-се уҡыусы. Тыуған ил ул-

Уҡыған мәктәп

Тир түгеп,

Үҫтергән икмәк.

1-се уҡытыусы. Эйе, һәр кемдең, ҙурмы ул, бәләкәйме, тыуған өйө була.Ниндәй генә булһа ла һәр кешегә ул яҡын. Иң беренсе өндө лә, тәүге ата-әсә иркәләүен дә беҙ ошо йортта тоябыҙ. Кешегә иң ғәзизе-туған әсә, иң ҡәҙерлеһе-тыуған тупраҡ, иң татлыһы-тәү эскән һыуың, иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме-тыуған өйөң, иң йәмлеһе-тыуған тәбиғәтең. Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше генә яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер, уны яратыр.

2-се уҡытыусы. Балалар, әйҙәгеҙ фекер алышып алайыҡ.Сабый тәүҙә өйө , ишек алды менән таныша. Ҡапҡанан сығыу менән артабан нимә менән таныша икән? Эйе, урамды, ауылды күрә.

Тимәк, Тыуған ер ҡайҙан башлана икән? Беҙ бөгөнгө дәрестә ошо һорауға яуап эҙләйәсәкбеҙ.

1-се уҡытыусы. Офоҡтар киңәйгән һайын, тыуған ил дә ҙурая бара. Беҙ йәшәгән район, республика, Бөйөк Рәсәй…Беҙ хозур тәбиғәтле Учалы районында йәшәйбеҙ. Беҙҙең район үҙенең талантлы йырсылары, яҙыусылары,хеҙмәт алдынғылары менән билдәле.

(Дежнюк Алина "Учалым" йырын башҡара.)

2-се уҡытыусы. Беҙҙең төбәктә лә, ауылыбыҙҙа үҙ ауылын ихлас яратҡан, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, тәртипле, тәрбиәле балалар үҫтергән, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған хөрмәтле кешеләр йәшәй. Бына шуларҙың береһен , Кирәйев Рәжәп бабайҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Әйҙәгеҙ уға һүҙ бирәйек. Тыуған ер, тыуған ауыл төшөнсәһен һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Беҙҙең уҡыусыларға ауыл тарихын, үҙегеҙҙең бала сағығыҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китһәгеҙ ине.

(Рәжәп бабайға һүҙ бирелә, бер нисә уҡыусы һорау бирә).

1-се уҡытыусы. (Йомғаҡлап.) Беҙҙең илебеҙ, уҡыусылар, бик ҙур.Бөгөнгө һөйләшкәндәр буйынса, Тыуған ил нимә булды инде?

(Уҡыусыларҙың яуабы).

Эйе, дөрөҫ.Тыуған ил ул-тыуған йорт, атай-әсәй, тыуған ауыл, эскән һыу, һулаған һауа, тыуған район, республика, Бөйөк Рәсәй.

2-се уҡытыусы. Уҡыусылар, китап күргәҙмәһенә иғтибар итәйек. Ни өсөн был китаптар һайланған тип уйлайһығыҙ? Сөнки был китаптарҙың авторы тыуған илен, ерен, районын яратҡан, уның тарихын өйрәнеп, киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдырырға тырышҡан шәхес. Һеҙ был китаптарҙы уҡығыҙ, өйрәнегеҙ.

1-се уҡытыусы. Тыуған илде һөйөү-һәр кемдең мөҡәддәс тойғоһо. Балалар, киләсәктә ер шарын, тыуған еребеҙҙе, ауылыбыҙҙы, йортобоҙҙо, тәбиғәтебеҙҙе, һулар һауабыҙҙы һаҡлайыҡ, бысратмайыҡ, тип өндәшке килә.

2-се уҡытыусы. Бөгөнгө дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Һау булығыҙ!


© 2010-2022