Конспект мероприятия Кто хочет получить пятерку по башкирскому языку?

Данный конспект внеклассного мероприятия предназначен для 7 -8 классов по предмету "Башкирский язык и литература". Мероприятие посвящено 95 - летию народного поэта Республики Башкортсотан Мустаю Кариму. Мустай Карим является поэтом, писателем, драматургом. Он писал как для взрослых, так и для детей. Мусай Карим является лауреатом имени Салавата Юлаева, Г. Х. Андерсена и других многочисленных наград. Так же Мустай карим является участником Великой Отечественной войны. Он сам испытал на себе все т...
Раздел Технология
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Мостай Кәримдең тормош юлына, ижадына бағышланған кисә (уйын).

Маҡсаттар:

- уҡыусыларҙың Мостай Кәримдең тормошо, ижады тураһында алынған белемдәрен тикшереү, нығытыу;

- уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, аң кимәлен, һөйләм телмәрен үҫтереү;

- Мостай Кәримдең ижадына һөйөү, уның шәхесенә ихтирам тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: Мостай Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, презентация, компьютер, графпроектор, интерактив таҡта.

Кисәнең (уйындың) барышы:

Күңелле көй яңғырай. Сәхнәгә (синыф уртаһына) Белмәҫйән менән Буратино йүгереп сығалар. Ҡулдарында башҡорт телендә яҙылған әҙәби китаптар, дәреслектәр. Геройҙар үҙ- ара нимәлер һөйләшәләр, көлөшәләр, китаптарҙы ҡарайҙар.

Буратино: Беләһеңме, Белмәҫйән ,башҡортса китаптар бик күп икән. Уларҙы уҡый башлаһаң.....

Белмәҫйән. Әйе, беҙгә каникулдар ваҡытында уҡытыусы апай Мостай Кәрим ижады тураһында башҡортса китаптар уҡырға кушҡан ине, уҡыныңмы?

Буратино: Ә ниңә уҡырға, мин былай ҙа күп нимә беләм...

Белмәҫйән: Ә нимә беләһең һуң? Әйҙә әле, һине һынап ҡарайыҡ.

Белмәҫйән: Ә нисек? Мин бер кем дә күрмәгәндә шпаргалкалар яҙам да, шунан күсерәм.... (Көлә)

Буратино: Белмәҫйән, оноттоң мени, уҡытыусы апай каникулдарҙан һуң Мостай Кәрим ижады буйынса ярыш була тиигән ине, бында нисек шпаргалка күсереп була һүң ул?

Белмәҫйән: Миңә берәйһе ярҙам итер әле. Мин бит бөтәһе менән дә дуҫ. Мин һәр ваҡыт класташтарымды кәнфит менән һыйлайым. Мине дуҫтарым ихтирам итәләр, кәрәк булһа, ярҙам итәләр.

Буратино: Ярай, хәҙер ҡарарбыҙ әле, нисек һинең кәнфиттәрең ярҙам итерҙәр икән. Әйҙә, мин һине бе мәктәптә бөгөн буласаҡ ярышҡа саҡырам. Бында «Кем «бишле» алырға теләй?" ярышы буласаҡ. Был ярышта белемле, аҡыллы, тапҡыр, зирәк уҡыусылар көс һынашасаҡ. Беҙҙе лә был ярышҡа алырлармы икән?

(Күңелле көй яңғырай. Геройҙар сығып китәләр).

(Башҡорт теле һәм әҙәбиәте конкурсы. Уҡыусылар кабинетты биҙәгән. Таҡтаға һуңғы атрибуттарҙы эләләр. Кисә башланырға һаналған секундтар ғына ҡалған. Класка Буратино менән Белмәҫйән ашыға - ашыға килеп инәләр)

Икеһе бер юлы: Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ! Бында Мостай Кәримгә бағышланған ярыш буламы? Беҙгә лә ҡатанашырға яраймы?

Алып барусы (уҡытыусы):

  • Һаумыһығыҙ, ҡаҙерле ҡунаҡтар. Рәхим итегеҙ. Һеҙ кем булаһығыҙ , ҡайҙан килдегеҙ?

Буратино, Белмәҫйән:

  • Беҙ Буратино һәм Белмәҫйән булабыҙ. ... мәктәптән килдек. Бөгөнгө ярышта ҡатнашырға теләйбеҙ.

Алып барыусы:

  • Яҡшы. Беҙ килгән ҡунаҡтарға бик шатбыҙ. Рәхим итегеҙ. Һеҙгә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Әйҙәгеҙ, бөгөнгө ярышты башлап ебәрәйек. Беҙҙең ярыш «Кем бишле алырға теләй» тип атала. Башта һайлап алыу туры үткҺаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Бөгөнгө көндө файҙалы, күңелле үткәрербеҙ тип ышанам. Һеҙҙе бөгөн мин --- "Кем «бишле» алырға теләй? " уйынына саҡырам.

Шулай итеп уйын шарты.

(Уҡыусылар карточкалар ярҙамында тауыш бирәләр, ғөмүмән, уйын буйына бар төркөмдө шул карточкалар ярҙамында уйнатырға) мөмкин).

Синыфҡа һайлап алыу һорауҙары тәҡдим ителә.Уҡыусылар карточкалар ярҙамында тауыш бирәләр. Тиҙ һәм дөрөҫ яуап биргән уҡыусы уйынсы креслоһына саҡырыла.

Уйын өс турҙан тура тора. Һәр тур үҙ эсенә биш һорауҙы алған:

I тур "3"билдәһенә , II "4"билдәһенә ,

III "5"билдәһенә

Уйынсы һәр этапта ла уйындан сығыу мөмкинселегенә эйә. Шулай уҡ өс ярҙам алыу хоҡуғы ла бар.

(Уҡыусыларҙың иғтибары экранға йүнәлтелә).

  1. Һайлап алыу туры.

Мостай Кәрим уҡыған белем усаҡтарының хронологик тәртибен тергеҙегеҙ.

(таҡтала өс яуап бирелә, шуларҙы дөрөҫ тәртиптә күрһәтергә кәрәк) (4- се слайд)

(Уҡыусылар карточкаларын күтәрәләр. Дөрөҫ яуап биргән уҡыусылар билдәләнә. Карточкаһын беренсе күтәргән уҡыусы 1 - се турҙа ҡатнаша)

Алып барыусы:

  • Беренсе турға ..... сыға. Уйынсы урынына рәхим итегеҙ.

  • Үҙегеҙ менән танышытырып китегеҙ. Һеҙ буш ваҡыттарығыҙҙа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

(Уҡыусының яуабы тыңлана)

- 1 се тур («3» лө билдәһенә) һорау:

Мостай Кәримдең тыуған ауылы? ( 8 - се слайд)

(Уҡыусы яуап бирә. Әгәр ҙә дөрөҫ яуап бирһә, киләһе турға уҙа).



  1. М.Кәрим ҡасан тыуған? (9-сы слайд);

  2. Шағирҙың тыуған районын атағыҙ (10 - сы слайд);

  3. Шағир ниндәй факультет студенты? (11 -се слайд)

  4. Мостай Кәримдең автобиографик әҫәре? (12 - се слайд)

  • Рәхмәт. Яуаптарығыҙ өсөн. Киләһе турға рәхим итегеҙ.

Ә хәзер ял итеү минуты иғлан итәбеҙ. Реклама.

(Уҡыусылар М .Кәримдең әҫәрҙәрен сәхнәләштерәләр).

  • Рәхмәт, уҡыусылар. Ә Беҙ ярышыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

"4" ле билдәһе өсөн һорауҙар:

  1. Мостай Кәрим Еңеү көнөн - 1945 йылдың 9 Майын - ул ҡайҙа ҡаршылай? (13 - сө һорау).

  2. Мостай Кәримдең тәүге китабы нисек атала? (14 се слайд)

  3. Мостай Кәрим йылдарҙа яҙа башлай ? (15 - се слайд)

  • Ә хәҙер музыкаль паузаға рәхим итегеҙ. Һеҙҙең өсөн ҡыҙҙар башҡарыуында Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Уҡытыусыма» йыры яңғырай.

  • Алып барыусы:

  • Ә хәҙер икенсе турҙы башлайбыҙ. Был турҙа "5 " ле билдәһен алыр өсөн һорауҙар бирелгән.

  • М. Кәрим нисәнсе йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы? (17 - се слайд)

  • Был юлдар ниндәй шиғырҙан:
    Комсомоллыҡ билетымды
    Ҡулыма алған һайын,
    Хәтерләйем фронтташтың
    Билетҡа тамған ҡанын

(18 - се слайд)

- Әҙиптең әҫәрҙәрен рус теленә кем тәржемә иткән?

(19- сы слайд)

  • Нисәнсе йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

(19- сы слайд)

  • Ә хәҙер, ҡәҙерле уҡыусылар һеҙгә әҙәби күстәнәс бүләк итәбеҙ (шағирҙың шиғырҙары яңғырай).

  • Афарин , уҡыусылар. Беҙҙең бөгөнгө ярышыбыҙ тамам. Һеҙгә нимәләр оҡшаны? Тағы ла нимәләр күрергә, белергә теләр инегеҙ? Килгән ҡунаҡтарыбыҙ нимәләр әйтергә теләй?

(Белмәҫйән менән Буратино тәисораттары менән алышалар).

Алып барыусы:

  • Уҡыусылар ,һеҙҙең алдығыҙҙа төрлө смайликтар ята. Улар төрлө кәйефте белдерәләр. Ошо смайликтарҙы таҡтаға элеп ҡуяйыҡ (таҡтаға смайликтар элеү, тәисораттар менән алышыу).

Ә килгән ҡунаҡтарға киләсәктә уңыштар, яҡшы белемдәр алыуҙы теләйбеҙ. Һау булығыҙ.

















Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы

Нефтекама ҡалаһы 16 - сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе







Кем «5» ле алырға теләй?

(Мостай Кәрим ижадына бағышланған уйын - ярыш)





Конспект мероприятия Кто хочет получить пятерку по башкирскому языку?





Төҙөүсе : Халикова Лариса Финат ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы







Нефтекама - 2014







© 2010-2022