Тест. Рауил Бикбаев-Халыҡ шағиры

Раздел Социальному педагогу
Класс 8 класс
Тип Тесты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев

  1. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаев ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?

  2. Ул ниндәй уҡыу йортон тамамлаған?

  3. Шағирҙың тәүге әҫәре нисәнсе йылда баҫылып сыҡҡан?

  4. Уның беренсе поэмаһы ниндәй журналда донъя күрә?

  5. Р. Бикбаевтың «Вокзал» поэмаһы ниндәй темаға арналған?

  6. Яҙыусының беренсе китабы ҡасан һәм ниндәй исем аҫтында баҫылған?

  7. 1967,1969, 1971, 1976, 1979 йылдарҙа нәшер ителгән поэтик әҫәрҙәр йыйынтығы нисек аталған?

  8. «Автобиография» китабы әсән нимә менән бүләкләнгән?

  9. Ниндәй шиғырҙар йыйынтығы юғары баһалана'?

  10. Шағир әҫәрҙәрендә ниндәй проблемалар күтәрә?

  11. Р. Бикбаевтың ниндәй поэмаһы монолог формаһында яҙылған?

  12. Башҡорт халҡының тарихы шағирҙың ҡайһы әҫәрендә һүрәтләнә?

  13. Р. Бикбаев 70-се йылдарҙа ниндәй поэмалар яҙа?

  14. Авторҙың ниндәй әҫәрендә халыҡ ихтилалы етәкселәренең аяныслы яҙмышы һүрәтләнә?

  15. Бикбаевтың лирик шиғырҙары ниндәй формала яҙылған?

  16. Шағирҙың «һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» һәм «Халҡыма хат» поэмаларын нимә берләштерә?

  17. Р. Бикбаевтың ҡайһы әҫәре халыҡтың ауыр йәшәйешенә арналған?

  18. Әҙиптең ниндәй әҫәрҙәрендә илдәге үҙгәртеп ҡороу осоро сағыла?

  19. Р. Бикбаевтың фәнни хеҙмәттәре нисек атала?

  20. Шағирға Республиканың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ҡасан бирелә?

  21. 1993 йылда Рауил Бикбаев ниндәй юғары исемгә лайыҡ була?

  22. 1999 йылда шағир тормошона бәйле ниндәй мөһим ваҡиға булып утә?

ЯУАПТАР

1.1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур елкәһе, Покров районы, Үрге "Кунаҡбай ауылында тыуған.

  1. Аҡбулаҡ педучилищеһы, Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты.

  2. 1957 йылда.

  3. « Вокзал» поэмаһы «Ағиҙел» журналында баҫыла.

  4. һуғыш темаһына арналған.

  5. «Дала офоктары», 1964.

  6. «"Кош юлы» (1967), «Автобиография» (1969), «Лирика» (1971), «Ғүмер уртаһы» (1976), «һәйөнсе» (1979).

  7. Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр премияһы.

  8. «Ай күргәндәй - ҡояш алғандай»,

  9. Тыуған халҡының тарихи үткәне һәм бөгөнгө бәхетле көнө.

  10. «Ностальгия».

  11. «Каруан һарай».

13 «Бураҙналар», «Сал ҡылған», «Йыр», «Күк әрем».

  1. «Ер һәм диңгеҙ»,

  2. Монолог формаһында.

  3. Замандың иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре проблемаһы.

  4. «Баҙар балтаһы».

  5. «һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!», «Халкыма хат», «Баҙар балтаһы».

  6. «Хәҙерге башҡорт поэзияһының философик лирикаһы», «Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады», «Замандың шиғри йылъяҙмаһы», рус телендә - «Бремя. Поэт. Народ.», «Эволюция современной башкирской поэзии», «Шайхзада Бабич. Жизнь и творчество».

  7. 1989 йылда.

  8. Халыҡ шағиры исеменә лайыҡ була.

  9. Баш ҡаланың Почетлы гражданины исеме бирелё



© 2010-2022