Ғәлимов Сәләмдең Бала поэмаһына дәрес планы

Раздел Социальному педагогу
Класс 9 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Маҡсат: Ғ.Сәләмдең бөгөнгө көндә лә актуаль булған әҫәре нигеҙендә намыҫ, рух, йәшәү фәлсәфәһе төшөнсәһе тураһында уйланыу; фекер алышыу һәм үҙ фекереңде аныҡ итеп әйтергә һәм яҡларға өйрәнеү;әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

Йыһазландырыу: шағирҙың тормошона, ижадына арналған презентация, электрон дәреслек, мультимедиа проекторы, дәреслек.

Дәрес барышы

I. Инеш.

а) Уҡытыусының инеш һүҙе.

-Уҡыусылар, бөгөн беҙ Ғ.Сәләмдең "Бала" поэмаһына таянып намыҫ, ғаилә, мөхәббәт, бала үҫтереү, тәрбиәләү тураһында һөйләшербеҙ. Шағирҙың был поэмаһы 1937-1939 йылдарҙа уҡ яҙылһа ла, бөгөнгө көндә лә актуаль булып ҡала.

б) Дәресте башлар алдынан өйгә эште тикшереп китәйек. Интернет селтәре аша Ғ.Сәләм тураһында ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәт таба алдығыҙ?

( Уҡыусыларҙың сығыштары)

Шулай итеп, Ғ.Сәләм тураһында һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тапҡанһығыҙ. Ысынлап та Башҡортостанда Ғ.Сәләм исемендәге премия булдырыла, уға 30- ға яҡын йәш шағирҙар, артистар лайыҡ була. Бик яҡшы.

в) -Һеҙҙең иптәшегеҙ шағир тураһында презентация эшләгән.Әйҙәгеҙ был эш менән дә танышып китәйек.

(Презентацияны ҡарау, баһалау)

II. Яңы тема буйынса эш

а)Әҫәрҙең сюжеты буйынса эш:

- Ғ.Сәләм илебеҙҙең иң ауыр, шулай ҙа яҡшы яҡҡа, индустрияға, үҫешкә ынтылыу, донъяға яңы ҡараш барлыҡҡа килеү осоронда ижад итә. Шуға күрә лә уның әҫәрҙәрендә яңы шәхес, яңы фәлсәфә, яңы ҡараш сағыла.

-Уҡыусылар әйтеп китегеҙ әле 1920-1939 йылдарҙа илебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр була?

Шуға күрә лә авторҙың геройҙары хеҙмәт кешеләре, ул уларға дан йырлай, күтәрә, мещанлыҡ күренештәрен тәнҡитләй.

Әйҙәгеҙ әҫәр йөкмәткеһе, сюжеты буйынса һөйләшеп алайыҡ.

1) Һеҙ нисек улайһығыҙ, ни өсөн шағир бала темаһын алған?

2) Ул ошо поэма аша ни әйтергә теләгән?

3) Поэмала күтәрелгән проблемалар бөгөнгө көндә әһәмиәтлеме?

4) Поэманың төп геройҙары кемдәр?

5) Уларҙы ыңғай һәм кире геройҙарға бүлеп буламы? Кемдәр ыңғай герой, кемдәр кире герой? Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ?

6) Һеҙ Әршиттең ҡараштары менән ризаһығыҙмы? Уның ҡарашы яҙылған юлдарҙы уҡып ишеттерегеҙ әле. Риза булмаһағыҙ, ни өсөн риза түгел икәнегеҙҙе дәлилләп китегеҙ.

Әҫәрҙең сюжет элементтарын билдәләп сығыу: экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселеш. Һәр элементҡа миҫалдар килтереү, дәлилләү.

б) Шиғри минут

-Уҡыусылар әҫәрҙең йөкмәткеһен иғтибар менән уҡып сыҡҡанһығыҙ, мин бик шатмын. Ә хәҙер әйҙәгеҙ электрон дәреслектән поэманан өҙөк тыңлап китәйек. Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, һеҙгә лә артистар кеүек тасуири уҡыу бурысы йөкләтелә.

( Электрон дәреслек буйынса эш)

Бик һәйбәт уҡыусылар, шулай итеп автор ниндәй проблемалар күтәреп сыҡҡан инде был әҫәрҙә?

III. Нығытыу күнегеүҙәре

1-се төркөмгә эш: (локаль селтәр буйынса)

Башҡорт халҡы элек- электән бала үҫтереү, тәрбиәләүгә бик талапсан булған. Был халыҡ ижадында ла сағыу күренә.

- Беҙ уҡыған поэмала бала тураһында ниндәй мәҡәл осраны?

Һеҙгә локаль сеть буйынса мин эш ебәрҙем, мәҡәлдәрҙе уҡып, дауамын дөрөҫ итеп яҙығыҙ. Ошо мәҡәлдәр араһында бөгөнгө дәрескә ҡайһыныһы нығыраҡ яҡын икәнен дә әйтеп китерһегеҙ.

Уҡыусылар компьютерҙа эште үтәй һәм локаль сеть аша уҡытыусы компьютерына ебәрәләр. Эш экранда тикшерелә.

Локаль селтәр буйынса ебәрелгән эш:

Бала-

Бала-

Балалы кеше-

Балаһыҙ ғүмер-

Балалы өй-

Бала бар йортта

Белешмә өсөн һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр: бәғер ите; балдан татлы; сер ятмай; иң бай кеше; баҙар; һүнгән күмер.

2-се төркөмгә эш:

Сәйҙелгә характеристика биреү, дәлилләү.

3-сө төркөмгә эш:

Әршиткә характеристика

IV. Йомғаҡлау.

Йәшлек хаталары арҡаһында Сәйҙел менән Зәйнәп бәхетһеҙ булып ҡала яҙалар. Уларҙың тырышлығы, мөхәббәте генә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Улар балалы булыу, бала үҫтереү, уның өсөн көрәшеү, эшләү бәхетенә ирешәләр. Дәрескә йомғаҡты синквейн алымы менән тамалап ҡуяйыҡ:

Беҙ нимә, кем тураһында һөйләштек?

Бала

Бала ниндәй сифаттарға эйә? Ул ошо сифаттарға эйә булһын өсөн беҙгә нимә эшләр кәрәк?

Матур, шат.

Бәхетле, шат бала нимә эшләй ала?

Уйнай, йәшәй, шатлана.

Бала ошо сифаттарға эйә булһын өсөн, йәшәһен, шатланһын өсөн беҙгә, һеҙгә, буласаҡ ата- әсәләргә ниндәй булырға кәрәк?

Дәрестең йомғағы итеп бала тураһында поэманан, дәрестән ниндәй фекер әйтә алаһығыҙ.

Бала Ватандың киләсәге.

Рәхмәт уҡыусылар. Беҙ шулай итеп дәрескә йомғаҡ яһаныҡ, бала бер ваҡытта ла Әршит һүҙе менән әйткәндә нагрузка булмай. Ул донъя биҙәге, эшкә, батырлыҡҡа өндәүсе генә.

V. Өйгә эш: Һеҙгә өйгә эште төркөмдәргә бүлеп бирәм:

1- се төркөм: "Бәхетле бала саҡ"- презентация төҙөргә

2- се төркөм: Ошо уҡ темаға кескәй генә инша яҙып килергә

3- се төркөм: балаларға арналған сәңгелдәк йыры яҙып килергә













Дәрес- уйланыу

Тема: Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы

Башҡарҙы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Арсланова Анна Виктор ҡыҙы

Баҡалы районы Ҡаҙансы төп дөйөм белем биреү мәктәбе



© 2010-2022