Башҡорт теле Юғалған ҡойроҡ (әкиәт)

Борон-борон заманда йәшәгән,ти,бер тиктормаҫ ҡуян.Уның бер урында ғына торғанын һис бер кем күргәне лә юҡ,ти:ул йә еләккә сығып китә, йә дуҫтары менән уйнай, йә булмаһа ҡырҙар гиҙеп саба икән.уның исеме лә Тиктормаҫ Ҡуянбай булған.   Бер көн Ҡуянбай еләк йыйырға киткән,ти.Кәрзинен тултырып,йырлай-йырлай ,өйөнә ҡайтып инә.Еләге менән тәмләп сәй эсергә ултырам тиһә...ҡапыл ҡойроғоноң юҡлығын күреп ҡалған,ти.Уның шундай йомшаҡ,ап-аҡ,оҙо-о-он ҡойроғо ҡайҙа булған? Ҡуянбай ҡурҡышынан юғалған ҡойроғон...
Раздел Русский язык и Русская литература
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Кушнаренко 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе



Әкиәт.

Юғалған ҡойроҡ.



Эшләне:

Кушнаренко 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

7-се класс уҡыусыһы Минниғәлиев Айнур

Тикшерҙе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы

Сәйеғәлиева Индира Зәүил ҡыҙы.

2013

Борон-борон заманда йәшәгән,ти,бер тиктормаҫ ҡуян.Уның бер урында ғына торғанын һис бер кем күргәне лә юҡ,ти:ул йә еләккә сығып китә, йә дуҫтары менән уйнай, йә булмаһа ҡырҙар гиҙеп саба икән.уның исеме лә Тиктормаҫ Ҡуянбай булған.

Бер көн Ҡуянбай еләк йыйырға киткән,ти.Кәрзинен тултырып,йырлай-йырлай ,өйөнә ҡайтып инә.Еләге менән тәмләп сәй эсергә ултырам тиһә...ҡапыл ҡойроғоноң юҡлығын күреп ҡалған,ти.Уның шундай йомшаҡ,ап-аҡ,оҙо-о-он ҡойроғо ҡайҙа булған? Ҡуянбай ҡурҡышынан юғалған ҡойроғон эҙләргә сығып йүгергән,ти.Унда саба,бында саба-бер ерҙә лә баяғы ҡойроҡ юҡ ,ти.Илай-илай өйгә ҡайтырға сыға.Юлда уға Терпе осрай.

-Тиктормаҫ Ҡуянбай, ни эшләп һин илайһың?-тип һораған Терпе.

-Һаумы,Терпе.Еләккә барған саҡта ҡойроғомдо төшөрөп ҡалдырғанмын.Эҙләнем-эҙләнем ,таба алманым.Ә һин ,Терпе дуҫ,күрмәнеңме?-тигән Ҡуянбай.

-Юҡ шул,-тигән Терпе ,-осратһам, әйтермен һиңә,-тип үҙ юлы менән китеп барған икән.

Ҡарағайлыҡ араһынан китеп бара,ти.Башына тубырсыҡ килеп төшкән.Өҫкә ҡараһа, Тейен тубырсыҡ сиртеп ултыра икән.Тейен:

-Тиктормаҫ Ҡуянбай, ни эшләп һин илайһың?-тип һораған.

-Һаумы,Тейен.Еләккә барған саҡта ҡойроғомдо төшөрөп ҡалдырғайным.Эҙләнем-эҙләнем ,таба алманым.Ә һин ,Тейен дуҫ, күрмәнеңме?-тигән Ҡуянбай.

-Юҡ шул,-тигән Тейен ,-юғарыла һикергеләгәндә ҡараштырып йөрөрмөн.

Көнө буйы ыҙалап эй эҙләгән,эй эҙләгән,ти.Аптырағас,өйгә ҡайтырға булған.Шул саҡ күләүектә ике тәлмәрйендең нимәнелер тартҡылай-тартҡылай уйнап ултырғандарын күреп ҡала.Ҡараһа...ҡойроҡ,ти.Тик ул шундай бысраҡ,йолҡҡоланған,төҫө лә күренмәй икән. Тиктормаҫ Ҡуянбай йәһәт кенә тегеләрҙән тартып алған да өйгә сапҡан.Ҡат-ҡат һыу һалып йыуа торғас,ҡойроғо таҙарған,ти.Шунан ҡуян ,уны епкә киптерергә элеп, йыйған еләге менән рәхәтләнеп сәй эсергә ултырған,ти.Хәл йыйып, кипкән ҡойроғон алырға сыҡҡан.Ни күрһен... үҙе элгән оҙон ҡойроҡ урынында бәләкәс кенә ап-аҡ йомғалаҡ тора ,ти.Әллә нисә тапҡыр йыуғас,ҡояшта кипкәс,ҡойроғо ултырған да ҡуйған,ти."Ни хәл итәһең, ҡойроҡһоҙ йөрөгәнгә ҡарағанда бәләкәс кенә ҡойроғоң булһа ла ярай инде"-тигәндә Тиктормаҫ Ҡуянбай,артыҡ ҡайғырып тормаған,ә ныҡлап тегеп ҡуйған,ти.Шунан алып башҡа ҡуяндар ҙа ,Тиктормаҫ Ҡуянбайҙан күреп,ҡыҫҡа ҡойроҡ йөрөтә башлағандар икән.Ниңә тиһәң,ҡыҫҡа ҡойроҡ бер ергә лә эләгеп тә тормай,төлкө менән бүре лә ҡойроҡтан тотоп ҡалмай икән.
















© 2010-2022