Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)

Раздел Русский язык и Русская литература
Класс 7 класс
Тип Презентации
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

«Әҙәби мираҫ" тип исемләнгән бәйге сценарийы

1-се слайд " 2015 йыл -әҙәбиәт йылы" эмблемаһы

Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)

(Музыка. Уның фонында алып барыусылар сәхнә артынан шиғыр һүҙҙәре уҡый)

Илнара.

Әсәм башҡорт, атам - башҡорт,

Мин ошо ерҙә тыуған.

Ғәрләнмәйем, ғорурланам,-

Мин башҡорт улы булам.

Руслан.

Бик боронғо минең телем -

Башҡа телдәргә асҡыс.

Телем булһа, илем бөтмәҫ,

Тел - киләсәккә баҫҡыс,-

тип һеҙҙең алдығыҙҙа «Башҡортостан -илгенәм" йыры менән сығыш яһарға ашыға Риналь Мотиғуллин. Алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ дуҫтар!

Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)

2-се слайд " Анимация из песка" (Әҙәбиәт йылына арналған анимация)

Илнара.

Шиғриәт донъяһы ниндәй? Белмәй бер кем,

Ул үҙенә йыйған бөтә йәшәү күркен.

Руслан.

Инеп батһаң ошо даръя ағышына,

Үлгәндә лә үкенмәҫһең яҙмышыңа.

Илнара.

Һәр нәмәлә шиғыр ята,

Әгәр күрә, тоя белһәң,

Руслан.

Тойғаныңды йөрәгеңдә

Шиғыр итеп ҡоя белһәң.

Илнара.

Хәйерле көн, ҡәҙерле тамашасылар!

Руслан.

Һаумыһығыҙ, һүҙ ҡәҙерен белеүселәр, хәйерле көн һеҙгә, һүҙҙең бәҫен арттырыусылар!

Илнара.

Бөгөн беҙҙә күркәм кисә. Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙға арналған «Әҙәби нағыштар" тип исемләнгән бәйгегә йыйылдыҡ.

Руслан.

-Ҡәҙерле ҡунаҡтар, белеүегеҙсә, 2015 йыл Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында «Әҙәбиәт йылы" тип иғлан ителде.

Илнара.

Һәр берегеҙгә әҙәбиәт тигән тылсымлы донъяның яңынан-яңы кисерештәрен, яратҡан геройҙар менән йылы осрашыу хистәрен теләйбеҙ.

Руслан.

Ошо залда ултырыусыларҙың күбеһе бәләкәйҙән китап уҡып, китап геройҙары өҫтөнлөгөндә тәрбиәләнеп, әҙип һүҙен тормош маяғы итеп алып үҫкән кешеләрбеҙ.

Илнара.

Башҡорт әҙәбиәте -ҙур рухи донья. Шул доньяны кемдәр генә биҙәргә, йәмләргә, балҡытырға тырышмаған!

Руслан.

Әҙәбиәттең киң сәхрәһен кешеләрҙең фәһемле һәм ғибрәтле яҙмыштары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, күңел, хис -тойғолары, мөхәббәт һәм нәфрәт кисерештәре, йәшәү рәүештәре күркәмләйҙер.

Илнара.

Ҡабул ителгән ҡарарҙың төп маҡсаты ла - йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү.

Руслан.

Кешелек доньһының иң ҙур хазинаһы, ҡаҙанышы - китап. Ябай ғына ҡулланма һаналһа ла, быуындар бәйләнешен ялғаусы ла, белем-ғилем нурҙарын таратыусы ла китап булып ҡала.

Илнара.

Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға 4-се синыф уҡыусылары башҡарыуында йыр «Китабым- кәңәшсем"

Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)

3- cө cлайд (экранда йыр Һүҙҙәре)

4 -се слайд (Китап турында мәҡәл -әйтемдәр)

Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)

Руслан.

Китап - әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя,

Уның хаҡын белмәгәндәр уға суммай.

Илнара.

Сумдың икән ул донъяға - мәңге туймай

Йәшәрһең, ти, хистәрҙән һис айырылмай,-

тип яҙа билдәле шағирыбыҙ Ҡәҙим Аралбай. Кешелектең йәшәү дәүерендә кешеләрҙең күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй.

Руслан.

Шиғриәт, ижад тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора.

Ана шул юғарылыҡта ҡалыу, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш беҙҙе бөгөнгө байрам кисәһенә йыйҙы ла инде.

Илнара.

Кем башҡорт телен ярата,

Кем теләй күп белергә.

Шулар бөгөн беҙгә килһен, рәхим итһен бәйгегә!

Руслан.

Бәйге булғас, бәйгеләрҙе баһалаусы ла була инде. Хөрмәтле жюри ағзалары менән танышып үтәйек: (слайдта күрһәтелә)

Илнара.

-Жюри ағзаларына еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ".

Руслан.

Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ -әҙәби ижадҡа маһир, сәсән телле кешеләргә ифрат бай төбәк. Районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек башҡорт әҙәбиәтен, башҡорт китабын үҫтерергә булышлыҡ иткән әҙиптәр доньяға килгән.

Илнара.

Бөгөнгө әҙәбиәт байрамында һеҙ үҙегеҙ ҙә быға шаһит булырһығыҙ.

Һүҙ командаларға бирелә. Беренсе булып бәйгене 2 -се мәктәп уҡыусыһы башлай.

Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)

Руслан.

1)Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта", - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры М.Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара тип М.Кәрим ижады тураһында сығыш яһай Илгиз Ҡорбанов. Рәхим ит, Илгиз!

Илнара.

2)Башҡорт әҙәбиәтенең һәр бите, һәр юлы халҡыбыҙҙың күҙ нуры, үткер телле сәсәндәрҙең зирәк зиһене, ярһыу һәм уйсан шағирҙарыбыҙҙың йөрәк ҡаны менән яҙылған. Киләһе бәйгесебеҙ Юлиә Ғәлиева 4-се мәктәптән. Ул беҙҙе бөйөк шағирыбыҙ Назар Нәжми ижады менән таныштырасаҡ. Рәхим ит, Юлиә.

Руслан.

3)Әҙәбиәттең бөтә көсө ҡөҙрәтле һүҙендә. Һүҙ ул кешене сафландыра ла, ул күктәргә лә күтәрә. Башҡорт әҙәбиәтен ҡөҙрәтле һүҙе менән күктәргә күтәреүсе яҙыусы һәм шағирыбыҙ мостай Кәрим тураһында сығыш яһай 3 -сө мәктәптән Илназ Маннанов. Уңыштар һиңә, Илназ.

Илнара.

4) Кешелек тарихында милләттең аҡыл тәрәнлеген, рухи бейеклеген билдәләгән күпме сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар, һүҙ оҫталары тыуған. Улар араһында башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары булған, барҙар һәм буласаҡ. Алтынсы мәктәп уҡыусыһы Илира Ҡотлобаева Кәтибә кинйәбулатова тураһында һөйләйәсәк.

Руслан.

5)Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәрҙән кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Шулай күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләй улар. Әйҙәгеҙ ҙур кинәнес менән һүҙҙе 7-се мәктәп уҡыусыһы Эльвира Вәхитоваға бирәбеҙ. Эльвира үҙенең сығышында бөйөк яҙыусыбыҙ Мәжит Ғафури ижадына туҡталасаҡ. Рәхим итегеҙ.

Илнара.

6)Эй һин, шиғыр! Сихри көсөң менән

Һин ҡол иттең мине ғүмергә.

Шуғамы икән һаман аллам итеп

Мин ҡарайым ысын шағирға

тип Гөлфиә Юнысова ижады менән таныштырыға ашыға 9-сы мәктәп уҡыусыһы Рәмил Зикрин. Рәхим ит, Рәмил.

Руслан.

7) Шағир - бер тамсыһы икән үҙ халҡының,

Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.

Шағир - шаңдағы ул заманының,

Һәм көсө лә уның халҡында.

Илнара.

- Р.Ғариповтың был һүҙҙәре бөгөнгө осрашыуҙа ҡатнашҡан яҙыусыларыбыҙҙың һәр береһенә лә тап киләлер. Сөнки улар туған халҡынан көс алып, киләсәгебеҙ тураһында ҡайғыртып йәшәгән оло шәхестәр. Хәҙер һүҙҙе тағы ла бер бәйгесебеҙгә 10 мәктәп уҡыусыһы Ғабдрахимова Иринаға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

Руслан.

8) Киләһе бәйгесебеҙ, 11-се мәктәп уҡыусыһы Ғәрифйәнов Артур тамашасыға :

Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)

Көн дә башҡорт китабына

Бүл һин бер сәғәт-

Бай телле, алтын аҡыллы

Итер шул ғәҙәт! Тип өндәшә.

Артур үҙенең сығышын Мәжит Ғафури ижадына бағышлаған. Рәхим ит сәхнәгә.

Илнара.

9) Шиғриәт тигән серле доньяға үҙ моңо, үҙ тауышы менән килеп ингән Хәҙиә Дәүләтшина турында һөйләргә ашыға 12 -се мәктәп уҡыусыһы Батырова Камилла.

Шиғыр булған ерҙә йыр ҙа була. Һеҙгә, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусыларыбыҙҙан тағы бер бүләк Земфира Зикрина башҡарыуында йыр «Ашҡына ғүмер». Был матур йырҙы ла ҡабул итеп алығыҙ.

Руслан.

10) Киләһе бәйгесебеҙ Әхмәтов Денис 13 -сө мәктәптән. Ул үҙенең сығышын Мостай Кәрим ижадына арнаған. Рәхим ит, Денис.

Илнара.

11) 14 -се мәктәп уҡыусыһы Насыров Данил

Һәр ғалимдың, һәр шағирҙың һүҙе

Етһен ине һәрбер күңелгә,

Елдәр, һыуҙар тауышы шикелле үк,

Үҙҙәренең асыл теленә

тип Рәми Ғарипов тураһында сығыш яһарға ашыға. Ҡаршы алайыҡ, дуҫтар.

Руслан.

12) Киләһе бәйгесебеҙ 15 -се мәктәптән Арсланова Элина. Ул бәйгелә Кәүсәриә Шафикова тураһында сығыш яһаясаҡ. Рәхим ит Элина.

Илнара.

13) 16-сы мәктәп уҡыусыһы Хафизова Гүзәл сығышын әҙәбиәткә үҙ тауышы менән килеп ингән ҡатын - ҡыҙ шағирәбеҙ Кәүсәриә Шафикова ижадына арнаған . Рәхим ит, Гүзәл.

Руслан.

14) Киләһе бәйгесебеҙ 1-се гимназия уҡыусыһы Алиә Азнағолова . Алиә башҡорт халҡын аң - белемгә әйҙәүсе мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулла тураһында сығыш яһаясаҡ. Түрҙән рәхим ит, Алиә.

Илнара.

15) Эй һин, шиғыр! Сихри көсөң менән

Һин ҡол иттең мине ғүмергә.

Шуғамы икән һаман аллам итеп

Мин ҡарайым ысын шағирға,-

тип сығышын Шәйехзада Бабич ижадына бәйләүсе конкурсантыбыҙ, башҡорт гимназяһынан, Мирзаханова Элина. Уңыштар һиңә, Элина.

Руслан.

16) Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,

Мин барыбер тыуған илемдә.

Тыуған телгә булған һөйөүемде

Әйтермен тик туған телемдә, - тип килгән һуңғы бәйгесебеҙ беҙгә Ташҡын мәктәбенән. Камилә Фархуллина, алҡыштар менән сәхнә түренә саҡырабыҙ һеҙҙе.

Илнара.

Бына күркәм сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙгә барығыҙға ла шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ ошондай матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп хушлашабыҙ. Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын. Сценарий конкурса к году литературы (7 класс)



.

12


© 2010-2022