Әсә теле-зиһен асҡысы

                             Әсә теле - зиһен асҡысы          Ике ҡойроҡто бер юлы тотоп буламы? Булмай, булғанда ла, ни тиклем тиҫкәреләнеп, икеһен дә ысҡындырмай ныҡышһаҡ, шул тиклем зыян күрәбеҙ. Үҙ-үҙеңде һаҡлау, ҡотҡарыу теләге, иртәме-һуңмы, береһен ысҡындырырға мәжбүр итә. Ә бына берҙе тотоп бәйләгәс, икенсеһен дә ҡулға төшөрөү мөмкин. Был осраҡта өҙгөләнергә, йолҡҡоланырға тура килмәйәсәк, ти мәҡәлдәге ябай ҡағиҙә. Тәбиғәттә шулай. Уйлап ҡараһаң, кеше лә шул тәбиғәт балаһы бит...
Раздел Русский язык и Русская литература
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Әсә теле - зиһен асҡысы

Ике ҡойроҡто бер юлы тотоп буламы? Булмай, булғанда ла, ни тиклем тиҫкәреләнеп, икеһен дә ысҡындырмай ныҡышһаҡ, шул тиклем зыян күрәбеҙ. Үҙ-үҙеңде һаҡлау, ҡотҡарыу теләге, иртәме-һуңмы, береһен ысҡындырырға мәжбүр итә. Ә бына берҙе тотоп бәйләгәс, икенсеһен дә ҡулға төшөрөү мөмкин. Был осраҡта өҙгөләнергә, йолҡҡоланырға тура килмәйәсәк, ти мәҡәлдәге ябай ҡағиҙә. Тәбиғәттә шулай. Уйлап ҡараһаң, кеше лә шул тәбиғәт балаһы бит...

Әсә телен үҙе өсөн асып, уны үҙләштереп өлгөрмәгән бала эргә-тирәлә күбеһе урыҫ телендә аралашҡас, уның кәрәк икәнен аңғарып, сабый аҡылы менән аралашыу өсөн шул телде һайлай һәм туған телдә һөйләшергә бик ынтылмай. Сөнки бергә уйнаған дуҫтары, тәрбиәсеһе уға урыҫса өндәшә, телевизор, радио һәм хатта китаптар аша ла мәғлүмәтте ғәмәлдә шул телдә ҡабул итергә тура килә. Әгәр ят мөхиткә эләккәнгә тиклем бала туған телен камил үҙләштереп өлгөрһә, бер ниндәй ерлек тә, ул ни тиклем генә өҫтөнлөклө булмаһын, телде оноттора, уға булған һөйөү һәм ҡәҙер тойғоһон кәметә алмай. Әсәй, атай һымаҡ, ул да берҙән-бер һәм минеке тигән төшөнсәгә индерелеп, мәңгелек мисәт һуғылып өлгөргән булһа. Ә баланың телмәр үҫеше, телде тулайым тойоу һәләте 5-6 йәштәрҙә үҫешеп етә, ти белгестәр. Шулай итеп, телебеҙ, тимәк, милләт яҙмышы әсәләр ҡулында, тигән һүҙ буш түгел. Инә һөтө менән инмәгәнде тана һөтө менән инмәҫ, ти был хаҡта халҡым.

Бөгөн ер шарында донъяға килгән бәләкәстәрҙең етмеш проценты ике теллелек шарттарында үҫергә мәжбүр. Был - заман талабы. Бәлки, аҙабылыр ҙа.

Халыҡтың быуаттар буйы туплап килгән зиһен көсө, рухи ҡиммәттәре һәм аҡылы хәтергә һалынып(генетик код) нәҫелдән-нәҫелгә күсә һәм уны туған тел аша ғына асып була. Туған телен белмәгән кеше ошо хазиналар асманына ишек табып инеүҙән мәхрүм.

1930 йылдарҙа уҡ атаҡлы урыҫ ғалимы Л.Выготский, төрлө тәжрибәләр үткәреп, алда яҙылған фекерҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүен "Балалыҡ осоронда күп теллелек мәсьәләһе" тигән хеҙмәтендә иҫбатлаған. Швейцария ғалимы Эпштейндың тикшеренеүҙәренә яраҡлы, бала, әлбиттә, бер нисә телде бер юлы үҙләштерә ала, ләкин тәүҙә бер телде ныҡлап өйрәнеп, уның төҙөлөшөн төшөнөп өлгөрмәгән сабыйҙың төрлө төҙөлөшлө, образдар системаһы айырмалы ике телдә бер ыңғай уйларға мәжбүр булыуы зиһенендә тотҡарланыу барлыҡҡа килтерә һәм телмәр ярлыланыуы күҙәтелә. Ләкин туған телен аңлап, уның нескәлектәренә төшөнөп өлгөргән кеше өсөн, хатта ул бәләкәй булһа ла, башҡа телдәрҙе өйрәнеү файҙаға ғына.

Ә ғаиләлә атай бер милләттән, әсәй икенсе ҡәүемдән булған осраҡта, ике телде лә өйрәтергә теләгәндәр «бер кеше - бер тел» тигән талаптан сығып эш итергә тейеш, ти француз ғалимы Ронжа. Ул төрлө ғаиләләрҙе күҙәтеп, әгәр ҙә бала менән атай - үҙ телендә, әсәй гел үҙенсә генә аралашһа, тел асылған мәлдә телмәр буталмай, тип иҫбат иткән. Был осраҡта зиһен шаҡарылыуы булмай тиерлек.

Үҙ телен һаңға һуҡмаған кеше үҙенең тамырын үҙе ҡоротҡан кеше була ул ! Тамырһыҙ үҫемлек йәшәй алмаған кеүек, милләт тә тамырһыҙ ҡорой. Тамыры тәрәнгә китмәгән үҫемлек ер һутын ала алмай, тиҙ ҡорой, йәки ҡамғаҡ һымаҡ ел өргән яҡҡа тәгәрәп китә, юғала. Һәр быуын кәмендә ете быуын тамырынан һут алырға тейеш. Күҙгә күренмәгән был бәйләнеш - беҙҙең өсөн рухи көс тә, илһам сығанағы ла, арҡа һөйәге лә, таяныс та. Халыҡ тигән төшөнсә шул була ла инде. Халыҡ - ул бөгөнгө көндә тереклек иткән милләттәштәр генә түгел, халыҡ - ул үткән быуындан ҡалған, бөгөнгө көндө йәшәгән, киләсәккә нигеҙ булған рух та. Ошо рухты тел йәшәтә ! Ә телдең киләсәге кеше ҡулында ! Һинең менән минең ҡулымда !





























Әсә теле- зиһен асҡысы

© 2010-2022