Урок по башкирскому языку для 5 класса «Ҡыш. Ҡылым. »

1 ) Ҡыш миҙгеле тураһында төшөнсә биреү . Ҡышҡы матурлыҡты тоя һәм тасуирлай белергә өйрәнеү .  2 ) Тел байлығын үҫтереү .  3 ) Тәбиғәткә һөйөү , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ,ҡоштарға ярҙам итеү теләге уятыуЙыһазландырыу . Ҡышҡы күренеште һүрәтләгән картина , карточка һәм открыткалар , компьютер, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре , „ Ҡышҡы урман ” , „Ҡоштар” һүрәттәре . Һүҙлек эше . Ҡор , тағараҡ , ҡырпаҡ ҡар , бәҫ .Балалар менән ҡыш тураһында һөйләшеү, Ҡыш айҙарына иғтибар итеү, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең ҡышҡы тормоштарын менән танышыу.
Раздел Основы безопасности жизнедеятельности (ОБЖ)
Класс 5 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Ҡыш. Ҡылым .

Маҡсат . 1 ) Ҡыш миҙгеле тураһында төшөнсә биреү . Ҡышҡы матурлыҡты тоя һәм тасуирлай белергә өйрәнеү .

2 ) Тел байлығын үҫтереү .

3 ) Тәбиғәткә һөйөү , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ,ҡоштарға ярҙам итеү теләге уятыу .

Йыһазландырыу . Ҡышҡы күренеште һүрәтләгән картина , карточка һәм открыткалар , компьютер , дипроектор , ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре , " Ҡышҡы урман " , "Ҡоштар" һүрәттәре .

Һүҙлек эше . Ҡор , тағараҡ , ҡырпаҡ ҡар , бәҫ .

Дәрес барышы .

Ойоштороу мәле .

Һаумыһығыҙ , хәйерле көн , ултырығыҙ . ( Кем дежурный ? Кем юҡ ? )

Инеш әңгәмә .

Бөгөн һеҙҙең менән ҡыш тураһында һөйләшәбеҙ . Ҡыш айҙарыа иғтибар итербеҙ . Тел байлығын үҫтерербеҙ . Ҡоштарҙың , йәнлектәрҙең ҡышҡы тормоштары тураһында һөйләшербеҙ . Тәбиғәтте яратырға өйрәнербеҙ .

Артикуляцион күнегеү . Йо - йө , йы-йә ижектәренә миҫалдар , йә . . . ( Йомшаҡ , йөрәк , йоҙаҡ , йәйғор , йәшел , йыл , быйыл , йылға .)

Ә хәҙер өйгә эште тикшереп китәйек әле . Өйгә һеҙгә ҡыш темаһына һүрәт төшөрөп , рәсем буйынса һөйләм төҙөп килергә ине . ( 2 - 3 баланан һорап сығыла . ) Дөрөҫ эшләгәнһегеҙ , бик яҡшы .

Хәҙер , балалар , бөгөнгө числоны яҙып ҡуйығыҙ ( число яҙыла ) . Эш - хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр . Йәгеҙ әле , барығыҙ ҙа экранға күҙ һалығыҙ . Унда шиғыр - йомаҡ яҙылып эленгән . Шуны күҙҙәрегеҙ менән генә уҡып сығығыҙ , бышылдап уҡығыҙ . Өсөнсө тапҡыр бергәләп хор менән ҡысҡырып уҡыйыҡ .

Һәр ер ҡарланған ,

Һыуҙар боҙланған ,

Уйнай ел , буран , -

Был ҡай саҡ , туған ?

( Ғ . Туҡай .)

Балалар , Ғ . Туҡайҙың был шиғыр юлдары йылдың ҡайһы ваҡыты тураһында ?

- Был шиғыр ҡыш тураһында .

- Дөрөҫ , Ғ . Туҡайҙың был шиғыры ҡыш тураһында . Шиғырҙа ҡыш ваҡытын күрһәткән ниндәй һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр бар ?

- Шиғырҙа ҡыш ваҡытының эш - хәрәкәттәрен белдергән киләһе һүҙҙәр күрһәтелә : ер ҡарланған , һыуҙар боҙланған , ел уйнай , буран уйнай .

Был тәбиғәт күренештәре ҡыш көнөнә хас .

Балалар , ҡыш тип әйткәс , һеҙҙең күҙ алдына нимәләр килеп баҫа ?

1 ) Ҡыш тип әйткәс беҙгә халҡын көндәр иҫкә төшә .

2 ) Яланғас торған ағстарҙы иҫкә төшөрәбеҙ .

3 ) Күп ҡар өйөмдәре күҙ алдына килә .

4 ) Ҡыш көнө әсе бурандар була .

-Дөрөҫ , балалар . Ә ҡыш айҙары тип беҙ ниндәй айҙарға әйтәбеҙ ? Ҡыш айҙары тип беҙ декабрь , ғинуар , февраль айҙарына әйтәбеҙ .

- Балалар , ә ҡыш ниндәй була ?

- Ҡыш һалҡын , буранлы , оҙон була .

- Ҡыш көнө көн ниндәй була ?

- Көн ҡыҫҡа , һалҡын , буранлы була .

- Ә төндәр ниндәй була ?

- Төн оҙон , ҡараңғы була .

- Ер өҫтө ниндәй була ?

- Ер туң , ҡар менән ҡапланған була .

- Ағастар ҡыш көнө ниндәй булалар ?

- Ағастарҙың япраҡтары ҡойолоп , яланғасланып ҡалала .

Слайдта ҡыш һүрәттәрен күрһәтеп , үткәндәрҙе нығытыу .

  • Балалар , ҡоштар ҡыш көнө нимә эшләйҙәр ?

  • Ҡоштар йылы яҡҡа осоп китәләр .

  • Беҙҙең яҡта ниндәй ҡоштар ҡала икән ?

Әйҙәгеҙ әле һанап китәйек ( Слайд , һүрәт ҡулланырға мөмкин )

1 ) Һайыҫҡан - сорока ,

2 ) Ала ҡарға - ворона ,

3 ) Турғай - воробей ,

4 ) Тумыртҡа - дятель ,

5 ) Ҡарабаш турғай - синица ,

6 ) Ҡыҙылтүштәр - снигири ,

7 ) Күгәрсендәр - голуби .

  • Балалар , ҡоштарға ҡыш көнө бигерәк тә ҡыйын . Улар аҙыҡ таба алмайҙар , уларға һыуыҡ . Шуның өсөн уларға тағараҡтар эшләп ҡуйырға тейешбеҙ ( Компьютерҙан мультимедия һүрәт " Ҡоштарҙы ашатабыҙ " .)

  • Беҙҙең урмандарыбыҙ йәнлектәргә лә бай .

  • Ниндәй йәнлектәр ҡышын урманда йәшәй , ниндәйҙәре йоҡоға тала ?

  • Ҡыш көнө беҙҙең урмандарҙа бүре , төлкө , ҡуян , тейен йәшәй , ә айыу ҡышын йоҡоға тала .

  • Дөрөҫ , беҙ әйткән бөтә күренештәр ҙә ҡыш көндәренә хас .

Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ . Матур итеп итеп баҫайыҡ . Ҡыш тураһында физминут эшләп алайыҡ .

Тышта ҡар яуа 2 тапҡыр ( ҡулдарҙы өҫкә күтәреп һелкетәбеҙ . )

Ниндәй саф һауа 2 тапҡыр ( тәрән итеп һауа һулайбыҙ )

Әйҙә сығайыҡ 2 тапҡыр ( ҡул менән саҡырабыҙ )

Саңғы шыуайыҡ 2 тапҡыр ( ҡул менән хәрәкәт күрһәтәбеҙ )

Матур итеп ултырайыҡ һәм таҡтаға күҙ һалайыҡ . Унда бик матур картина ( һүрәт ) эленеп тора . Ҡарағыҙ әле , әйҙәгеҙ " Ҡышҡы урман " темаһына һөйләмдәр төҙөп китәйек .

Һүрәттә йәшел шыршылар үҫеп ултыра . Унда ҡыҙылтүштәр ултыралар . Тумыртҡа ағастан ем эҙләй . Урман тып - тын . Унда йәнлектәрҙең эҙҙәре күп . Ҡуян ҡыуаҡ төбөндә ултыра . Төлкө сысҡан эҙләй . Урман әкиәттәге кеүек матур . Беҙ ҙә үҙебеҙҙе шул урманда икән тип хис итәйек . Урман тынлығын тыңлайыҡ . Тәрән итеп саф һауаны һулайыҡ ( Тын алыу күнекмәһе - психологик күнекмә )

Бик матур хикәйә төҙөнөгөҙ . Яҡшы . Киләһе эш " Ватыҡ текст " тип атала . Боҙолған тексты дөрөҫләп яҙырға һәм эш - хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға кәрәк . ( 79 - сы бит , 2 - се күнегеү . )

1 ) Малайҙар өйҙә хоккей уйнайҙар .

2 ) Ришат урамда телевизор ҡарай .

3 ) Малайҙар бассейнда - шахмат уйнайҙар .

4 ) Ҡыҙҙар мәктәптә дәрес әҙерләйҙәр .

Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ . Мин һеҙгә йомаҡтар уҡыйым , һеҙ яуабын әйтегеҙ :

1 ) Тәңкә ҡарҙар һипкән ,

Ерҙе ап - аҡ иткән .

Шыршы , ҡайын , имән

Ҡарҙан сәкмән кейгән . ( Ҡыш .)

2 ) Утта янмай , һыуҙа батмай . ( Боҙ . )

3 ) Ҡулһыҙ , күҙһеҙ , буяуһыҙ ,

Яһай ул төрлө биҙәк . ( Һыуыҡ . )

4 ) Үҙе һыу , үҙе ҡаты . ( Боҙ . )

5 ) Килделәр ағайҙар балтаһыҙ ,

Һалдылар күпер таҡтаһыҙ . ( Боҙ күпере . )

Йомаҡтарҙы дөрөҫ систегеҙ , бик яҡшы .

  • Ә хәҙер китаптарҙы астыҡ , 127- се биттә " Ике ҡуян балаһыҠоштарға ярҙам " тигән текст бар , уҡып сығайыҡ әле һәм урыҫ теленә тәржемә итәйек .

  • ( китап менән эш бара ) һүҙлек :икмәк валсыҡтары, тағараҡ, элеү, яһау .

  • Өйгә эш : тексты уҡып , йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеп килергә .

  • Балалар , беҙ бөгөн бик күп ҡыш темаһына һөйләштек . Ә һеҙ ҡыш көнөн яратаһығыҙмы ? яратмайһығыҙмы ? Ни өсөн ? Ҡыш көнөн бик һыуыҡ була бит ?

1 ) Ҡыш көнө Яңы Йыл байрамы була .

2 ) Беҙ ҡыш көнө санала шыуабыҙ ( саңғыла , һ . б . )

3 ) Ҡыш көнө бейек тау , ҡыш бабай яһайбыҙ .

4 ) Ҡышын каникулдар була .

5 ) Мин ҡыш көнөн яратам , сөнки тәбиғәт ап - аҡ юрғанға төрөнә .

  • Дөрөҫ , ҡыш көнөн мин дә яратам . Ул һыуыҡ булһа ла , үҙенең матурлығы бар . Юҡҡа ғына бик күп яҙыусылар матур шиғырҙар ижад итмәгәндер .

Мәҫәлән : Ғ . Туҡайҙың " Ер йоҡоһо " тигән шиғырын тыңлағыҙ әле . ( Уҡытыусы уҡый . )

"Ҡырға аҡ ҡарҙан

Юрған ябылған .

Ер яҙға саҡлы

Йоҡоға талған .

Ер йоҡлай тыныс

Күреп тәмле төш .

Уяныр әле ,

Туҡта үтһен ҡыш . " ( экранда )

  • Балалар , ә һеҙ ҡыш тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ ?

Балалар , һеҙ бик матур шиғырҙар беләһегеҙ икән .Бына ҡыш темаһына арналған дәресебеҙ аҙағына ла килеп етте . Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр белдек ?

1 ) Ҡыш темаһына һөйләштек .

2 ) Йомаҡтар систек .

3 ) Ватыҡ тексты төҙөнөк .

4 ) Матур шиғырҙар һөйләнек .

5 ) Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөнөк .

6 ) Физминут эшләнек .

Бик күп эштәр эшләп өлгөргәнбеҙ икән . Молодцы, Афарин ! Ә хәҙер дәрестә эшләгәнегеҙ өсөн билдәләр ҡуйып китәйек : оценка ҡуйыла .

Өйгә эш . " Ҡоштарға ярҙам " хикәйәһенең йөкмәткеһен һөйләргә . Ошоноң менән бөгөнгө дәрес тамам . Һау булығыҙ !!!







Һайыҫҡан - сорока ,

Ала ҡарға - ворона ,

Турғай - воробей ,

Тумыртҡа - дятел,

Ҡарабаш турғай - синица ,

Ҡыҙылтүштәр - снигири ,

Күгәрсендәр - голуби .





© 2010-2022