Рабочая программа по Культуре Башкортостана (2 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Йөкмәткеһе


  1. Аңлатма яҙыу.............................................................................................................................................................................................3

  2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.............................................................................................................................................4.

  3. Предметының уҡыу планындағы урыны............................................................................................................................................... 4.

  4. Уҡыу предметының төп ҡиммәттәрен һүрәтләү.....................................................................................................................................5

  5. Уҡыу предметының йөкмәткеһе...............................................................................................................................................................6

  6. Предметты өйрәнеү һөҙөмтәләре.............................................................................................................................................................6

  7. Календарь-тематик планлаштырыу.......................................................................................................................................................... 9

  8. Материаль-техник ҡулланмалар…………………………………………………………………………………………………….….. 16





















Аңлатма яҙыу.


Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн Тормош һабаҡтары дәресенән эш программаһы.


Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)


Дәреслек: Тормош Һабаҡтары 2-се класс өсөн дәреслек : / И.Д.Бураҡаев, М.С.Бураҡаева, М.Б. Юлмөхәмәтов- Өфө:Китап, 2013.


Программа кимәле : базис.


Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт мәҙәниәтенән программа» Төҙөүселәре Д.Бураҡаев. - Өфө: Китап, 2010


Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhы Красноусол башорт гимназия-интернатының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптарына ярашлы төҙөлгән:


«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,


Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,


«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,


Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика


Нимә ул тәрбиә, нимә ул тәрбиә мәктәбе? Был тормошта, кешеләр араһында, дуҫтарың менән үҙеңде нисек тоторға, нисек һөйләшергә, ҡайһылайыраҡ бәхәс-әңгәмә алып барырға, ҡайһылай кейенһәң, матур була, иң ҙур матурлыҡ булған һаулыҡты нисек һаҡларға? Башҡорт улы-ҡыҙы булараҡ, үҙ милләтеңә хас нәмәләрҙе белергә тейешһең. Ул мәғлүмәттәргә ниндәй юлдар менән эйә булырға? Был донъялағы башҡа бик күп халыҡтарҙың йәшәйеше менән танышырға?

Ошо һорауҙарҙың бөтәһенә лә «Тормош һабаҡтары» тигән дәрестән яуап алырға була.

Тормош һабаҡтарын башланғыс класс өсөн өләсәй һабаҡтары тип атарға була, сөнки тормош, йәшәйеш ҡанундарын һәр быуын үҙе уйлап сығармай. Ул беҙгә быуындан быуынға, быуаттан быуатҡа күсеп килә. Кемдәр аша күсә 8у4 ул? Хәҙер, әлбиттә, китаптар, дәреслектәр аша. ( борон-борондан ул беҙҙең өлкән быуын аша күсә килгән. Тағы ла шуныһы бар: тормошта булған бөтә хәл-ваҡиғаларҙы ла китапҡа һыйҙырып булмай. ( өләсәйҙәр һәр саҡ ейәндәре менән бергә була: өйрәтә, әүрәтә, хаталарын төҙәтә, һәр ваҡыт бергә йөрөй. Шуның өсөн дә өләсәй һабаҡтары тип атарға була.

Уларҙың тормош һабаҡтары бик тә үҙенсәлекле. ҡобайыр, әкиәт, мәҡәлдәр аша ла, шаян йырҙар, төртмә таҡмаҡтар әйтеп тә, йомаҡ ҡойоп та, мәғәнәле әйтештәр менән дә, төрлө уйындар йәки сәмле ярыштар үткәреп тә һабаҡ биргәндәр. Тәрбиәләү һабаҡының иң үтемлеһе - мәҡәлдәр. өләсәйҙәребеҙ яҡшы эшкә лә, яңылыш эшкә лә йәһәт кенә үҙ мәҡәлдәрен әйтеп ебәрә. ә мәҡәлдәр бик фәһемле. Шуға ла халҡыбыҙ бик тапҡыр итеп:

Аҡылың булһа, аҡылыға эйәр,

Аҡылың булмаһа, мәҡәлгә эйәр, - тигән.

(әлбиттә, тормош һабаҡтары дәрестәрендә ғаилә темаһы, туғанлыҡ атамалары, өй, баҡса, тирмә, башҡорттарҙың хужалығы, милли аштар, ауыл, ҡала тормошо, дуҫлыҡ- туғанлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, беҙҙең заттың хөрмәтле кешеләре, башҡа яҡтарҙа йәшәүсе туғандар, ҡунаҡҡа йөрөшөү, класташтар, ҡыҙҙар, малайҙар һәм башҡа шундай матур-матур темалар бирелә. һабаҡ алырлыҡ дәрестәр күп .

Предметтың уҡыу планындағы урыны Икенсе класс өсөн "Тормош һабаҡтары"предметынан эш программаһы И.Д.Бураҡаев, М.С.Бураҡаева, М.Б. Юлмөхәмәтов дәреслегенә таянып төҙөлдө. Базис уҡыу уҡытыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә "Тормош һабаҡтары" предметын өйрәнеүгә 2-се кластарҙа йылына 35 -әр сәғәт (аҙнаға 1 сәғәт) бүленә. Уҡыу планында башланғыс мәктәптә Тормош һабаҡтары предметын уҡытыуға 2, 3 кластарҙа барлығы 70 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт, һәр класта 35 уҡыу аҙнаһы).





Уҡыу предметының төп ҡиммәттәрен һүрәтләү.

Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу - программаның төп талаптарының береһе.

Шәхес ул:

туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;

  • белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;

  • мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған;

  • алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;

  • хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;

  • үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;

  • социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе;

  • тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше.

  • хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

  • башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

  • матурлыҡ тойғоһо - тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

  • нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  • ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

  • текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

  • үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

  • мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.













Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Тематик план





Бүлектәр

Сәғәт һаны

1

Туғандарым- күңел нурҙарым.

1

2

Туғандар һәм дуҫтар.

10

3

Минең дуҫ-иштерәм.

4

4

Ысын дуҫлыҡ.

2

5

Уйын һәм уның әһәмиәте.

2

6

Ярҙам

2

7

Матурлыҡ.

1

8

Малайҙар.

1

9

Беҙҙең ҡыҙҙар.

1

10

Әсәй.

5

11

Ғаилә бәйләнештәре

3


«Тормрош һабаҡтары" фәнен өйрәнеү һөҙөмтәләре

Башланғыс мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың «Тормрош һабаҡтары" фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

  • Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

  • төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан

сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

  • Шәхестең рухи-әхлак сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың традицияларына, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

  • Танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ.б.).

  • Башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау..

  • Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу.

  • Үтелгән темаларҙың тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу, китапсыҡтар эшләү.

  • хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

  • башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

  • матурлыҡ тойғоһо - тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

  • нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  • ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

  • текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

  • үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

  • мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

  • Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

  • «Тормош һабаҡтары» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

  • Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;

  • уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

  • ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

  • уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

  • Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

  • Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

  • уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

  • телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

  • мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

  • һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

  • анализлай һәм синтезлай белеү;

  • сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

  • фекерләй белеү;


  • Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

  • Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

  • телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

  • үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

  • башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

  • дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

  • һорауҙар бирә белеү.



Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр.

«Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте» курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

1. Шәхси сифаттар:

1) Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу.

2) Этник һәм милли сағылышын таныу:

- Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау.

- Мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау.

- Һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға.

- Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә ихтибарлы һәм ихтирамлы булырға.

3) Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу.

5) Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау.

6) Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу.

7) Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу.

8) Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү.

9) Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.

2. Предмет һәләттәре:

1) Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау.

2) Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау.

3) Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү.

4) Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу.

5) Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу.

Тормош Һабаҡтары курсында ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау тикшереү эштәре үткәрелә. Ағымдағы тикшереү эштәре программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы тикшереү эштәре өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү , сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Тикшереү эштәрен сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт мәҙәниәтенән һәр класта тикшереү эштәре, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.























Календарь- тематик планлаштырыу

Тормош һабаҡтары. 2-се класс (аҙнаһына 1 сәғәт, бөтәһе 35 сәғәт)

Дәрестең темаһы

План буйынса үткәреү

датаһы

Факт буйынса үткәреү датаһы

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Үҙгәрештәр

Предмет өлкәһендә

метапредмет шәхси үҫеш

1.

Йәйҙе иҫкә алыу.

4.09

Туғанлыҡ атамаларын.өйрәнеү Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү. Хеҙмәттәшлек итергә өйрәнеү.

Дәреслектәге шартлы тамғалар һәм шрифт нимә һөйләүен төшөнөү. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Темаға ҡарата фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.

Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау.

2.

Туғандарым- күңел нурҙарым.

11.09

Туғанлыҡ атамаларын.өйрәнеү.

Эш проекты ҡорорға, уны планлаштырырға, эш күләмен билдәләп, бүле1шеп алырға өйрәнеү. Парлап, төркөмләшеп эшләргә күнегеү. Эш буйынса партнерыңды тыңларға һәм эшмәкәрлегеңде уның менән килешеп көйләргә тырышыу.

Уҡыу - ул хеҙмәт итеү, тырышып эшләү икәненә нығыраҡ инана барыу. Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

3.

Туғандар һәм дуҫтар. Шатмораттың туғандары.

18.09

Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү.Туғанлыҡ атамаларын.өйрәнеү. Кәрәкле информацияны эҙләй таба белеү

Вариантлап үҙ-аллы эшләргә, бер-береңдең эшен тикшерергә, баһаларға өйрәнеү.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Маҡсатҡа ирешеү өсөн тырыш, ныҡышмал булырға кәрәклеген төшөнөү; тирә-яҡҡа, ер-һыуға ҡарата йылы хистәр тәрбиәләү

4.

Туғандарҙың дуҫ булыуы.

25.09

Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү.Туғанлыҡ атамаларын.өйрәнеү. Шартлы тамғалар ҡулланып теләгән информацияны ҡағыҙға теркәргә өйрәнеү Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Фактик материалға нигеҙләнеп һығымта яһау..

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

5.

Беҙҙең заттың хөрмәтле кешеләре.

2.10

Туғанлыҡ атамаларын.өйрәнеү. Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү.Кәрәкле информацияны эҙләй таба белеү

Моделдәр, схемалар менән эшләргә күнегеү. Эш буйынса партнерыңды тыңларға һәм эшмәкәрлегеңде уның менән килешеп көйләргә тырышыу.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

6.

Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ.

9.10

Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү.

Кәрәкле информацияны эҙләй таба белеү.

Парлап, төркөмләшеп эшләргә күнегеү. Эш буйынса партнерыңды тыңларға һәм эшмәкәрлегеңде уның менән килешеп көйләргә тырышыу.

Тема буйынса һығымта яһай белеү

Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү,

7.

Халыҡ улы.

16.10

Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү.Проблемалы ситуацияны табып унан сығыу юлдарын өйрәнеү Кәрәкле информацияны эҙләй таба белеү. Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү.

Эшләгән эште анализлау, тикшереү, хаталарын табыу, төҙәтеү.

Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү,.

8.

Атай.

23.10

Атай кеше бурыстарын белергә.Кәрәкле информацияны эҙләй таба белеү Шартлы тамғалар ҡулланып теләгән информацияны ҡағыҙға теркәргә өйрәнеү

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау

.

9.

Атай һабағы.

30.10

Атай кеше бурыстарын белергә.Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү

Парлашып йәки төркөмдә бер-бере4 мен9н килешеп хе2м9тт9шлек итерг9.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

10.

Башҡа яҡтарҙа й йәшәүсе туғандар.

6.11

Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү. Туғанлыҡ атамаларын.өйрәнеү. Кәрәкле информацияны эҙләй таба белеү Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм а4лайышлы итеп еткере7, уны яҡлай беле7.

Уҡыу - ул хеҙмәт итеү, тырышып эшләү икәненә нығыраҡ инана барыу. Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

11.

Ҡунаҡҡа йөрөшөү.

13.11

Халыҡ традицияларын өйрәнеү. Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү. Бирелгән критерийҙар буйынса сағыштырырға, классификацияларға өйрәнеү

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау

Фекереңде асыҡ һәм аныҡ әйтергә өйрәнеү, кәрәк икән һорауҙар бирә белеү.

12.

Әсәй яғынан туғандар

20.11

Халыҡ традицияларын өйрәнеү Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү. Килеп тыуған поблеманы хәл итеү өсөн мәғлүмәттәрҙе табырға өйрәнеү.

Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү,

Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау

Эшләгән эшеңде тикшерергә, үҙләштереү кимәлен баһалау.

Эшләнгән эштең һөҙөмтәләрен барларға һәм артабан эште ойоштороу планын күҙалларға өйрәнеү.

Телмәр, хәтер, ижади һәләт үҫтереү өҫтөндә эшләү.

13.

Минең дуҫ-иштерәм. Шатморат ни өсөн кәйефһеҙ?

27.11

Дуҫтар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү.Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү, яҙыу. Әңгәмәсең менән яҡшы мөғәлләмә итергә өйрәнеү, диалогта ҡатнашыу, уны тыңлай белеү, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү, кәрәк икән, ярҙам итеү, бәхәс ҡороу, ләкин бушҡа үпкәләмәү. Йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау. Маҡсатҡа ирешеү өсөн тырыш, ныҡышмал булырға кәрәклеген төшөнөү; тирә-яҡҡа, ер-һыуға ҡарата йылы хистәр тәрбиәләү

14.

Йылан.

4.12

Халыҡ традицияларын өйрәнеү Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү

Эште уның шартына ярашлы эҙмә-эҙлекле итеп үтәү,үҙ фекереңде иҫбат итеп; уның дөрөҫлөгөн тикшерергә, баһаларға күнегеү. Кәрәк икән, үҙ проектыңды тәҡдим итеү.

Үҙ аллылыҡҡа һәм үҙеңдең эшеңә яуаплы ҡарашлы булырға өйрәнеү.

15.

Һабаҡташтарым.

11.12

Дуҫтар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү.Дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Килеп тыуған поблеманы хәл итеү өсөн мәғлүмәттәрҙе табырға өйрәнеү

Дәрес процесында күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм һығымта яһарға өйрәнеү;
мәғлүмәтте ҡабул итеү, эшкәртә белеү, маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу;

Башҡаларға ҡарата иғтибарлылыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләү.

16.

Шатморат менән Айнур.

18.11

Дуҫтар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү..Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү Әңгәмәсең менән яҡшы мөғәлләмә итергә өйрәнеү, диалогта ҡатнашыу, уны тыңлай белеү, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү, кәрәк икән, ярҙам итеү, бәхәс ҡороу, ләкин бушҡа үпкәләмәү. Йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

17.

Ысын дуҫлыҡ. Атай-әсәйҙәр йыйылышы.

25.12

Дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен төҙөү өйрәнеү. Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү, яҙыу. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға өйрәнеү.

Төркөмдә эшләгәндә бер-береңә хөрмәт менән ҡарау, кәрәк икән, ярҙам итеү.

18.

Дуҫлыҡ.

15.01

Дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен төҙөү өйрәнеү. Дуҫтар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү.Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

19.

Уйын һәм уның әһәмиәте.

22.01

Халыҡ традицияларын өйрәнеү. Шартлы тамғаларҙыбелеү.

.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.


20.

Минең яратҡан уйындарым.

29.01

Халыҡ традицияларын өйрәнеү

Халыҡ уйындары менән танышыу. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү.

Маҡсатҡа ирешеү өсөн тырыш, ныҡышмал булырға кәрәклеген төшөнөү; тирә-яҡҡа, ер-һыуға ҡарата йылы хистәр тәрбиәләү.

21.

Ярҙам. Бәхәс.

5.02

Дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Дуҫтар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү.Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү, яҙыу. Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Иғтибарлы булырға өйрәнеү, үҙеңдә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү.

22.

Нимә ул ярҙам итеү?

12.02

Дуҫтар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү. Шартлы тамғаларҙы белеү.

Килеп тыуған проблеманы күреп, дәрескә маҡсат ҡуйырға өйрәнеү.

Иғтибарлы булырға өйрәнеү, үҙеңдә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү.

23.

Матурлыҡ.

19.02

Сағыштырыу, эҙләнеү, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү ярҙамында проблеманан сығыу юлдарын эҙләү. Һығымта яһарға өйрәнеү.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу;үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

24.

Малайҙар. Ярамһаҡланыу нимә ул?

26.02

Малайҙар ниндәй булырға тейеш темаһына төркөмдәрҙә әңгәмә ҡороу. Һығымта яһау. Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү, яҙыу. Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Күмәк эшләгәндә эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

25.

Беҙҙең ҡыҙҙар.

4.03

Ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш темаһына төркөмдәрҙә әңгәмә ҡороу. Һығымта яһау. Сағыштырыу, эҙләнеү, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү ярҙамында проблеманан сығыу юлдарын эҙләү. Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү, яҙыу.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

26.

Әсәй.

11.03

Әсәй кеше бурыстарын белергә.Сағыштырыу, эҙләнеү, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү ярҙамында проблеманан сығыу юлдарын эҙләү. Һығымта яһарға өйрәнеү. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Парталаш ду6ы4а 3арата и1тибарлы булыу.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү.

27.

Минең әсәйем - иң матуры.

18.03

Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү Тема буйынса фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

28.

Әсәйҙәр менән бергә.

1.04

Килеп тыуған поблеманы хәл итеү өсөн мәғлүмәттәрҙе табырға өйрәнеү Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Класташтарыңа иғтибарлы булыу, уларҙың фекерен тыңлай, хуплай белеү, иптәшең менән килешмәгән осраҡта бәхәскә кереп, үҙ фекереңде әйтә белеү.

29.

Өлкәндәр һабағы.

8.04

Үҙ фекереңде дөрөҫ төҙөп әйтеү, яҙыу.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу;үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

30.

Бороңғо биҙәнеү ысулдары.

15.04

Сағыштырыу, эҙләнеү, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү ярҙамында проблеманан сығыу юлдарын эҙләү. Эш шартының асылын аңлау, уны планлаштырыу, һығымта яһарға, эштең һөҙөмтәһен баһаларға күнегеү.


Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

31.

Ғаилә бәйләнештәре.

22.04

Бирелгән критерийҙар буйынса сағыштырырға, классификацияларға өйрәнеү.Үҙ эшеңде дөрөҫ баһалай белергә өйрәнеү Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.


Класташтарыңа иғтибарлы булыу, уларҙың фекерен тыңлай, хуплай белеү, иптәшең менән килешмәгән осраҡта бәхәскә кереп, үҙ фекереңде әйтә белеү.

32.

Кешеләр, күршеләр менән аралашыу.

29.04

Логик бәйләнешле телмәр төҙөй белеү. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Эшләнгән эштең һөҙөмтәләрен барларға һәм артабан эште ойоштороу планын күҙалларға.

Телмәр, хәтер, ижади һәләт үҫтереү өҫтөндә эшләү.

33.

Ғаилә ағасы.

6.05

Кәрәкле информацияны эҙләй таба белеү. Үҙ затыңдың тарихын өйрәнеү. Тема буйынса фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү

Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға. Эшләгән эшеңде тикшерергә, үҙләштереү кимәлен баһаларға.

34.

Резерв дәрес.

13.05

Килеп тыуған проблеманы күреп, дәрескә маҡсат ҡуйырға өйрәнеү. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Эш шартының асылын аңлау, уны планлаштырыу, һығымта яһарға, эштең һөҙөмтәһен баһаларға күнегеү.

35.

Йомғаҡлау дәресе.

20.05

Тыуған республиканың билдәле урындарын белеү; Һығымта яһарға өйрәнеү. Эш шартын асыҡлау, уны дөрөҫ планлаштырыу, һығымта яһарға һәм эштең һөҙөмтәһен билдәләргә күнегеү. Класташтарыңа иғтибарлы булыу, уларҙың фекерен тыңлай, хуплай белеү, иптәшең менән килешмәгән осраҡта бәхәскә кереп, үҙ фекереңде әйтә белеү.




Материаль-техник ҡулланмалар


магнитофон;

компьютер;

электрон таҡта;

DVD-проигрыватель,

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән программа. Төҙөүселәре: Д.Бураҡаев. - Өфө: Китап, 2010

2.Электрон дәреслек. Башҡорт мәҙәниәте - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2010.

3. Тормош Һабаҡтары 2-се класс өсөн дәреслек : / И.Д.Бураҡаев, М.С.Бураҡаева, М.Б. Юлмөхәмәтов- Өфө:Китап, 2013.

4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

5. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.

6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008






© 2010-2022