Рабочая программа по башкирскому языку для 2-4 классов

Раздел Начальные классы
Класс 4 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Эш программаһы төҙөү

  1. Эш программаһы үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:
  • Аңлатма яҙыу;
  • Уҡыу предметына төп характеристика;
  • Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны;
  • Уҡыу предметының йөкмәткеһе;
  • Тематик планлаштырыу;
  • Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү;
  • Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар.
  1. Эш программаһы уҡытыу учреждениеһындағы уҡыу процесы һәм уҡыусыларҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡыу дисциплинаһын өйрәнеү тәртибен, күләмен, йөкмәткеһен аныҡ итеп билдәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
  2. Башҡорт теле буйынса Стандарттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй шарттар мотлаҡ?
Бөтә белем биреү процесы хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән эшмәкәрлеккә ҡоролған булырға тейеш. Уҡыусы был процестың әүҙем ҡатнашыусыһы булғанда ғына ул эшмәкәрлеккә йәлеп ителеп, юғары сифатлы төплө белемгә эйә була. Яңы стандарттарға ярашлы дәрестә уҡыусының тирә-яҡты танып белеүгә мотивацияһын булдырыу зарур, уға мәктәптә алған белемдең тормоштан айырмалы рәүештә алынған булмауын, ә киреһенсә, шәхес булараҡ тормошҡа әҙерләнергә, уны танып белергә, тейешле мәғлүмәтте эҙләп табырға булышлыҡ итеүен күрһәтеү мөһим. Тапҡан белемдәрҙе һәм күнекмәләрҙе реаль тормошта ҡулланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү ҙә талап ителә.




Аңлатма яҙыу.


Эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡи документтар нигеҙендә төҙөлдө:

  1. Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы(№273-ФЗ 29.12.2012 й.).
  2. Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы(№696-з., 1.07.2013й.).
  3. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы.
  4. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы.
  5. Башҡортостан Республикаһының "Уҡытыу һәм тәрбиә биреү" концепцияһы.
  6. "Дәүләт тарафынан аккредитация үткән белем биреү программаһы башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем биреү өсөн тәҡдим ителгән" Фән һәм мәғариф министрлығы тарафынан 31.03.2014 №235 алып раҫланған дәреслектәрҙең федераль исемлеге.
  7. «__-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «2015-2015 уҡыу йылында белем биреү барышында ҡулланыласаҡ дәреслектәр исемлеген раҫлау» тураһындағы бойороғо(18.05.2015 й., №129).
  8. «__-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының директоры бойороғо менән раҫланған "Уҡыу предметы буйынса эш программаһы тураһында ҡағиҙә". (приказ № 195, 17 август 2015 й ).
  9. «__-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы».
  10. «__-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының йыллыҡ календарь уҡыу графигы.

Уҡыу планында предметтың урыны. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округы «__-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Эш программаһы: 2 класта йылына 34 сәғәт(аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән), 3 класта 34 сәғәт(йылына 1 сәғәт иҫәбенән), 4 класта 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) планлаштырылған. Дөйөм сәғәттәр һаны: 102 сәғәт.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
  2. Ғәбитова З.М. Эш программаһын эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр.Башҡорт теле. - Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2014 - 24 бит.
  3. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. - Өфө : Китап, 2015.

  4. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ. б. - Өфө : Китап, 2015.

  5. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. - Өфө : Китап, 2011.

  6. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х. - Өфө: Китап, 1997.
  7. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма- Өфө : Китап, 2006 .

Башланғыс кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә. Элементар коммуникатив компетенция - уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:
  • башланғыс класс уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
  • уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
  • башланғыс класс уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
  • башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.
«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә. Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше). Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре. Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
  • башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте. А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә) Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы: һөйләү телмәрендә:

  • аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
  • элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
тыңлап аңлауҙа:
  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;
уҡыуҙа:
  • өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
  • яҙыу техникаһына эйә булыу;
  • үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):

  • башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

  • төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция:

  • географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б. Танып белеү сфераһы:
  • айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
  • башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
  • ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
  • үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала:
  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
  • балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д. Хеҙмәт сфераһында:
  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Төп йөкмәтке линиялары. Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
  • социомәҙәни компетенция;
  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.
Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе



2-се класс

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе


Тыуған Башҡортостан

1 Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Башҡорт алфавиты

1 Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

Ғаилә

2 Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

Мәктәп

2 Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты,билдәне, эште белдереүе. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Төҫтәр

1

Төрлө предметтарҙың төҫтәре. Төҫтәрҙең предметтарҙың билдәһен белдереүе.

Һандар

2 Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

Аҙна көндәре

2 Аҙна көндәренең исемдәре. Уларҙың телмәрҙә ҡулланылышы.

Мәктәп баҡсәһы

3 Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү. Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.

Аҙыҡ - түлек

4 Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.

Мин бәхетле

3 Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.

Кейем-һалым

2 Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

Уйындар, уйынсыҡтар

2 Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Һөнәрҙәр

2 Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.

Тән өлөштәре

2 Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

Еләк-емеш, йәшелсә

2 Еләк-емеш, йәшелсә исемдәре биреү, уларҙың кеше организмына файҙаһы тураһында мәғлүмәт. Һүҙҙәрҙең диалогта урыны.

Таҙалыҡ. Көн тәртибе

3

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.


3 класс


Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе


Танышыу

2

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы?

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.

Мәктәптә.

3

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

Һөнәрҙәр.

3

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Йыл миҙгелдәре

8

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.

Кейемдәр.

3

Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.

Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

Ғаилә.

6

Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Тыуған көн .

4

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тәбиғәт .

2

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

Башҡортостан.

3

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.

Сәйәхәт.

Ҡабатлау.

1

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.


4 класс

Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе


1-се сентябрь - Белем байрамы

1 Бөтә балалар өсөн ҙур байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау) . Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.

Мәктәптә

4 Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).

Ғаилә. Хеҙмәт

3 Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.

Буш ваҡыт. Хобби

4 Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам итеү, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.

Транспорт. Юл. Сәйәхәт

6 Юлһыҙ тормош юҡ. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһим. Юлға сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.

Табипта. Поликлиникала

3 Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы , сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.

Почтала

2 Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә - был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).

Башҡортостан тәбиғәте

3 Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.

Башҡортостанда иҫтәлекле урындар

2 Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.

Башҡортостандың күренекле шәхестәре

2 Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.

Ауыл тормошо

3 Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Башҡорт халыҡ ижады

2 Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Балалар фольклорыы

1 Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элементтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.


Коммуникатив оҫталыҡтар. Һөйләү телмәре

  1. Диалогик форма:
  • типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;
  • һорау-яуап рәүешендәге диалог.
  1. Монологик форма:
  • телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

  • өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.
Уҡыу
  • башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
  • өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).
Яҙыу
  • текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;
  • яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

  • Графика, каллиграфия, орфография.

  • Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
  1. Телмәрҙең фонетик яғы.
  • Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.
  1. Телмәрҙең лексик яғы.
  • Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.
  1. Телмәрҙең грамматик яғы.
  • Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү. Һорау алмаштары. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Раҫлау һәм инҡар итеү һөйләмдәре. Хәбәре ҡылым, исем һәм ҡушма ҡушма ҡылым менән белдерелгән ябай һөйләм. Раҫлау йәки инҡар итеү мәғәнәһен белдергән өндәү һөйләмдәр. Эйәһеҙ һөйләм. Хәҙерге заман формаһы. Ябай тарҡау һөйләм. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Һәм, ләкин теркәүестәре менән бирелгән теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Сөнки бәйләүесе менән бирелгән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Инфинитив (уртаҡ ҡылым). Мөмкин, тейеш, кәрәк модаль һүҙҙәре. Исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреше.
  • Сифат дәрәжәләре.
  • Алмаш һәм уның төрҙәре (зат, һорау, эйәлек, күрһәтеү).
  • Ваҡыт рәүештәре (кисә, бөгөн, иртәгә, йыш һ.б).
  • 100-гә тиклем төп һандар, 30-ға тиклем рәт һандары.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1.Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

· текстың планын төҙөү;

· текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

· текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү - тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

· тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

· 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

· тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

· әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

· текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

  1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.
  • Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
  • Ҡысҡырып уҡыу.
  • Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
  • Эстән уҡыу.
  • Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
Класс Һүҙ Билдә Эстән уҡыу 1 20 - 25 80 - 90 25 - 30 2 30 - 40 100 - 120 35 - 40 3 40 - 50 120 - 150 45 - 65 4 55 - 65 150 - 200 75 - 85

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары. Яҙма эштәрҙең төрҙәре: 1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү; 2) һүҙлек диктанты; 3) ғәҙәти диктанттар; 4) һорауҙарға яуаптар яҙыу; 5) изложениелар; 6) иншалар; 7) тестарға яуаптар яҙыу. Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
Эш төрҙәре

Кластар 1 2 3 4 Күсереп яҙыу 2 1 1 1 Һорауҙарға яуаптар яҙыу
1 2 1 Диктант 1 2 2 2 Изложение



Инша
1 1 1



Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:


Эш төрҙәре

Кластар

1

2

3

4

Һүҙлек диктанты

5 - 6

6 - 8

8 - 10

10 - 12

Диктант

10 - 15

15 - 20

25 - 30

35 - 40

Күсереп яҙыу

15 - 20

25 - 30

35 - 40

45 - 50

Инша




35 - 45

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы:

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө. Һылтанма: эш программаһы ҠМБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №4 , 13 ғинуар 2010 йыл.)

Белем биреү барышында ҡулланыласаҡ уҡыу-уҡытыу методик тәьминәт исемлеге:

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Дәүләтшина М. С.. Башҡорт теле. Рус мәктәптәренең 1-4 - се кластары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслектәр. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2013?(дискта йылы яҙылмаған).
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.
  6. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әбүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.
  7. Һүҙлектәр.

Материаль-техник ҡулланмалар:

  • телевизор;
  • видеомагнитофон;
  • DVD;
  • компьютер;
  • мультимедиапроектор.

Төп әҙәбиәт:

  1. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. - Өфө : Китап, 2008.

  2. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ. б. - Өфө : Китап, 2010.

  3. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. - Өфө : Китап, 2011.

  4. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х. - Өфө: Китап, 1997.
  5. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма- Өфө : Китап, 2006 .


Өҫтәлмә әҙәбиәт:


  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  3. Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  5. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; "Йәншишмә", "Нарыштау" гәзиттәре.
  6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  7. Нәфиҡова З.Ғ., Вәлиева Ф.Ф. Күргәҙмә-дидактик ҡулланма "Афарин", - Өфө: "Эдвис" уҡытыу-методик үҙәге, 2008 й.

ҠУШЫМТА 1

Календарь-тематик план

IV класс, йылына - 34 сәғәт.

(аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенә).


Да­та



Уҡытыу материалы йөкмәткеһе

Бүлектәр, темалар



Сәғәт

тәр һаны



Уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

(УУЭ)




ЭББР

план

факт

1-се сирек - 9 сәғәт

Беренсе сентябрь . Белем көнө. 1 сәғәт.


07.09.

1 сентябрь - Белем көнө. Китап.

1 Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү,

Коммуникатив оҫталыҡтар. һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү.

Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле. ЭД

1-се тема

Мәктәптә. 4 сәғәт.

14.09.

Хәйерле сәғәттә. Башҡортостан.

1 Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау. Каллиграфия нормаларын иҫтә тотоп һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп күсерә алыу.

Грамматик белешмә материал.

2-се тема

ЭД

21.09.

Күсереп яҙыу. Исемдәр.

1

28.09.

Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ! Боҙоҡ

телефон. Нимә ул тел?

1

05.10.

Хаталар өҫтөндә эш. Уҡырға кем бара?

телефон. Нимә ул тел?

1

Ғаилә. Хеҙмәт. 3 сәғәт.

12.10.

Исемдәр. Минең ғаиләм.

1

Үҙ исеме, ғаиләһе тураһында ижади эш башҡарыу. Һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айырыу, уларҙы дөрөҫ яҙыу.Тексты йүгерек, аңлы уҡыу. Тема буйынса алған белем-күнекмәләрҙе нығытыу, практик ҡулланыу.

3-сө тема ЭД


19.10.

Икмәк көсө. Һөнәрҙәр.

1

26.10.

Һорауҙарға яуаптар.Футбол тубы.

1

2-се сирек - 8 сәғәт

Буш ваҡыт. Хобби. 4 сәғәт.














09.11.

Кеше ғүмере. Хобби.

1

1-100-гә тиклем һанау. Телмәрҙә һандар ҡулланыу. Ҡылымды заман һәм һанда үҙгәртеү. Һөйләмдә ҡулланыу.

Әҫәрҙәрҙе өйрәнеү һәм баһалау; намыҫ, дуҫлыҡ, хаҡлыҡ тураһында фекер алышыу, образдарҙы ҡылыҡһырлау. Кеше ғүмере, белем алыу темаһына үҙ фекереңде белдереү. Яҡын кешеңә матур теләктәреңде открыткаға грамоталы яҙыу.

4-се тема ЭД


16.11.

Яңы аш.

1

23.11.


Ҡылымдың заман менән үҙгәреше.

1

30.11.


«Ниңә»ләр. Г.Юнысова. ҡотлау открыткаһы.

1

Транспорт. Юл. Сәйәхәт. 6 сәғәт.

07.12.


Юл. Троллейбуста.

1

Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһын ҡулланып һөйләмдәр төҙөү. Үҙләштергән белемдәрҙе нығытыу, тикшереү. Диктантты грамоталы, таҙа яҙыу.

Текстарҙы аңлы уҡыу, фекер алышыу. Юл ҡағиҙәләре тураһында белгәндәрҙе ҡулланып бәйләнешле текст төҙөү.

143-сө бит, йыйынтыҡ

5-се тема ЭД


14.12.


Диктант. Беҙ Өфөлә.

1

21.12.


Хаталар өҫтөндә эш. Светофор. Г.Юнысова.

1

28.12.

Сәйәхәт. Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы.

1

3-сө сирек. 10 сәғәт.

Табипта. Поликлиникала. 3 сәғәт.

18.01

Беренсе ярҙам. Башҡорт телендә бойороу мәғәнәһе.

1

Башҡорт телендә бойороу мәғәнәһе менән танышыу, практик нығытыу. Сифат темаһын үҙләштереү. Көн торошо темаһына ҡараған һүҙбәйләнештәр ярҙамында нығытыу.

Ижади уҡыу, образдарҙы ҡылыҡһырлау, проблемаһын, темаһын асыҡлау һәм анализлау. Текст эстәлеге буйынса фекер алышыу.

6-сы тема ЭД

Грамматик материал

25.01.

"Кем көслө?" Сифат.

1

01.02.

Ғ.Шәмсетдинова "Конькиҙар".

1

Почтала. 2 сәғәт.

08.02.

Почта. С.Агиш "Бүләк".

1

Диалогта һорау мәғәнәһе бирелешен үҙләштереү. Кешегә хас яҡшы сифаттарҙы белдергән һүҙҙәр ятлау, уларҙы ҡулланып үҙең тураһында һөйләү.

Ижади уҡыу, хикәйәләү, әҫәр буйынса һөйләшеү ҡороу, ролләп уҡыу, һорау-яуап алымы. Үҙеңдә ыңғай сифаттар тәрбиәләү.

7-се тема ЭД

Кәңәштәр "Компьютер: файҙалымы, әллә зыянлымы?"

15.02.

Һөнәрбаш. Кешегә хас сифаттар.

1

Башҡортостан тәбиғәте. 3 сәғәт.


22.02.

Башҡорт ере.Сифат.

1

Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығы тураһында әңгәмәләшеү. Тыуған ил, яҡ матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡларға кәрәклеген аңлау.

Һөйләмдә һаналып килеүсе һүҙ төркөмдәрен билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау. Белемде ҡулланып диктант яҙыу. Грамоталылыҡты үҫтереү, эште бөхтә башҡарыу.

Йыйынтыҡ 130-сы бит

8-се тема ЭД

29.02.

Март. Ташҡын.

1

07.03.

Диктант. Яҙ.

1

Башҡортостанда иҫтәлекле урындар. 2 сәғәт.

14.03.

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостанда иҫтәлекле урындар.

1

Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен, ҡылым, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын ҡабатлау.

Тыуған илдең матурлығын, байлығын һаҡлап ҡалыу кәрәклеге тураһында текстар уҡыу, фекер алышыу.

Презентационный фильм санатория _Янган-Тау_

21.03.

Шүлгәнташ мәмерйәһе. Янғантау.

1

4-се сирек. 8 сәғәт.

Башҡортостандың күренекле шәхестәре. 2 сәғәт.


04.04.

Күренекле шәхестәр.

1

Һандарҙың мәғәнәләрен аңлау, һүҙбәйләнештәр төҙөү, текста һандарҙың ҡулланылышын күҙәтеү.

Күренекле кешеләр тураһында мәғлүмәт алыу, урындағы билдәле кешеләр тураһында ижади эш башҡарыу,видеоматериал ҡарау.

Презентация

Күренекле шәхестәр

11.04.

Күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре. Һандар.

1

Ауыл тормошо. 3 сәғәт.

18.04.

Ҡалаламы, ауылдамы? Башҡорт аты.

1

4-се класта алған грамматик белемде ҡабатлау, нығытыу. Тема һәм план буйынса, һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ ҡуйып, инша яҙыу. Үҙ аллы эште бөхтә итеп башҡарыу.

Художестволы уҡыу, дуҫлыҡ тураһында фекер алышыу, әңгәмәләшеү, ролдәргә бүлеп уҡыу.

Презентация Хеҙмәт кешеләре

25.04

ТҮ.Әтәс менән бойҙай бөртөгө. Ауылдағы хеҙмәт.

1

02.05.

ТҮ. «Ауылдағы хеҙмәт кешеләре» темаһына инша яҙыу.

1

Башҡорт халыҡ ижады. 2 сәғәт.

16.05.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡурай тарихы.

1

Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсәне үҙләштереү. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге ролен ҡабатлау.

incubator.wikimedia.org/wiki/Wq/ba/ -


23.05.

Әбйәлил.

1

Балалар фольклоры. 1 сәғәт.

30.05.

Алдаусы әкиәттәр. Көләмәстәр.

1 Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элементтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр уҡыу. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен ҡабатлау.

Мультфильм












ҠУШЫМТА 2

Файҙалы һылтанмалар:

№ п/п

Һылтанмалар

Атамаһы

Йөкмәткеһе

Класс tel.bashqort.com/e-textbook-1-4

Электрон дәреслек

Башҡортса өйрәнәйек

1-4

    tel.bashqort.com/e-textbook-1-4

    Электрон дәреслек

    Толомбаев Х.А. һ.б.

    Башҡортса өйрәнәйек

    1-4

      lang.fotocrimea.com/?page=bashkirskiy-yazyk

      Башҡорт теле

      Учебники, самоучители, словари, переводчики, разговорники

      1-11

        bashklip.ru/bashkirskiy_yazik

        Электрон дәреслек

        Әлифба

        1

          bashklip.ru/forum/20-74-1

          Башкирские книги

          1-11



          Мультфильмдар

          №п/п

          Класс

          Название

          1-5

          Рогатый хан

          1-5

          Большой петух

          1-5

          Ҡош аяғы

          1-5

          Бал ҡорттары

          1-5

          Күңелле айыуҙар

          1-5

          Бүре менән Алдар

          1-5

          Толкование снов







          Презентациялар

          №п/п

          Класс

          К уроку

          Кол-во экз.

          1-4

          Артикуляцион күнегеүҙәр

          1

            1-4

            Дәүләт символдары.

            1

              4

              Башҡортостаным - тыуған илем.

              1

                4

                Ә.Сөләймәнов. Яңы аш.

                1

                  4

                  Р.Ниғмәти. Ватан.

                  1

                    4

                    Йомаҡтар.

                    1

                      4

                      Фонетика иленә сәйәхәт.

                      1

                        4

                        Гөрләп үтә ҡала урамын. С.И.Зорин һәйкәле.

                        1

                          4

                          Ф.Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар.

                          1

                            4

                            Ф.Рәхимғолова. Ҡыш.

                            1





                            © 2010-2022