Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? (2класс)

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Класс:

2Б(г)

Дата:


Дәрес темаһы:

Минең класым. Класс ниндәй?

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү.

Үҫтереүсе: тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: класс бүлмәһенә, мәктәп йыһаҙдарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: мәктәп, класс - темаһына яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙәре уҡыған мәктәпкә ҡарата ыңғай ҡарашлы, иптәштәрен уҡытыусыларҙы, мәктәптең традицияларын ихтирам итеүсе, класс эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:

"Башҡорт теле" дәреслеге, "Беҙҙең мәктәп, класс" темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, электрон дәреслек.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

1. - һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

- һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙмы.

2. Артикуляцион күнегеү. (электрон дәреслектән): 1) ә, ө, ү, ҡ, ғ, ҙ,һ,ң,ҫ - өндәрен ҡабатлау. 2) 1-ҙән 10-ға тиклем һанау.



Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

Хор менән ҡабатлайҙар.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

Өйгә эштәрҙе тикшереү.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

- Уҡыусылар, беҙгә почтальон хат ҡалдырған. Хатты 3-сө гимназия уҡыусылары яҙған. Тик был хатты укып булмай, сөнки ҡайһы бер һүҙҙәр урынына һүрәттәр ҡуйылған (хатты экранда күрһәтеү).

- Был мәсьәләне нисек хәл итергә?

- Шулай итеп бөгөн дәрестә ниндәй һүҙҙәрҙе өйрәнергә кәрәк буласаҡ.?

- Дөрөҫ, уҡыу әсбаптарына ингән һүҙҙәр. Класс, класс йыһаҙдары тураһында һөйләшербеҙ, тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнербеҙ.

Уҡыусылар мәсьәләне хәл итеү юлдарын әйтә.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу (дәреслектең 42-се бите, 1-се күнегеү).

2.Һүҙбәйләнештәр төҙөү.

3. почтальон ебәргән хатты уҡыу (уҡытыусы һүҙҙәр урынына һүрәттәр ҡуйып, слайдта күрһәтә).

Һаумыһығыҙ,2-се класс уҡыусылары! Был беҙҙең (класс һүрәте). Ул ҙур, матур. Класта 2 шкаф бар. (китап һүрәте)тар шкафта тора. Беҙҙең класта 1 (таҡта һүрәте) 15 (парта һүрәте), 1 уҡытыусы өҫтәле бар. Ә һеҙҙең кабинетта нимәләр бар?

4. дәреслек менән эш. 42-се биттәге 2-се күнегеү. Диалогты уҡыу, дауам итеү.

Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.

һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр.

Хаттағы һүрәттәрҙе һүҙ менән уҡыйҙар.

Диалогты уҡыйҙар, өлгө буйынса, парлап диалог төҙөйҙәр.

К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

V. Ял минуты.

"портфель"туйыны. Портфелгә төрлө уҡыу әсбаптары һалынған. Уларҙы алыу, атамаһын әйтеү.

Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

  1. Элетрон дәреслек менән эш. Тыңлап аңлау өсөн текстар, 2-се блок, 5-се күнегеү

- Ттексты ҡулланып, үҙегеҙҙең класығыҙ тураһында һөйләгеҙ.

  1. Эш дәфтәренең 33-сө битендәге 1,2-се күнегеүҙе башҡаралар. Үҙҙәренең эштәрен баһалау.


Тексты тыңлайҙар, унда нимә тураһында һүҙ барыуын әйтәләр.

Үҙҙәренең мәктәбе, класы тураһында һөйләмдәр төҙөйҙәр. Эш дәфтәрендә күнегеү эшләйҙәр.

Шиғырҙы тасуири уҡыйҙар, һорауҙарға яуап бирәләр.

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.


VII. Өйгә эш.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.

2. "Беҙҙең класс" темаһына һүрәт төшөрөргә.

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

  • Нимәгә өйрәндегеҙ?

  • Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ.

Дәрестә мин ... белдем.

Мин ... өйрәндем.

Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы).

Уҡытыусы баһаһы.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

  • Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.



© 2010-2022