Конспект урока по башкирскому чтению Гг өн-хәрефе ( 1 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 1 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: (г) өнө Гг хәрефе.

Маҡсат: - (г) өнөнөң әйтелешен иғтибарлы тыңларға,

  • өндөң тамғаһы менән танышыу,

  • гөл- сәскәләргә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш, әсәйҙәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләргә.

1. Психологик комфорт булдырыу.

- Һаумыһығыҙ , балалар!

- Һаумы, дуҫым! ( бер-береһе менән иҫәнләшеү).

- Һаумы.

- Хәлдәрең нисек?

- Бик яҡшы( бер-береһенә ҡарап йылмайыу).

2. Уңыш ситуацияһын ойоштороу. ( слайд 1)

.Ҡарағыҙ беҙгә ҡояш та йылмая.

Сәскәләр беҙҙе сәләмләй. Беҙ үҙебеҙҙе болонлоҡта тип хис итәйек. (Тын юлына күнегеүҙәр.) Сәскә

3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. (Слайд)

Сәскәләрҙе төркөмдәргә бүләйек.

Сәскәләрҙең таждарында хәрефтәр яҙылған. Был беҙ хәрефтәрҙе төркөмдәргә бүлегеҙ.

А,и, н, у. л, о ,р ,ң ,ә ,ү ,е ,г.

  • а и у о (ҡалын һуҙынҡылар)

  • и ә ү е (нәҙек һуҙынҡылар)

  • н л м р ң (тартынҡылар).

Сәскәләрҙе йыйып алһаҡ, беҙ уны нисек атаясаҡбыҙ.

  • Гөлләмә.

Сәскәләр араһында ниндәй хәреф артыҡ килеп сыҡты.

- Гг өн- хәрефе.

4. Яңы темаға алып инеү. (слайд)

Төрлө эмоциялар һәм төрлө темпта һөйләмде әйтеү.

Гөлиә гөлгә һыу һибә.

  • Ниндәй гөлдәр үҫтерәһегеҙ?

  • Һыу ҡояһығыҙмы?

Йыр « Әсәй менән гөл ултырттыҡ». (балалар башҡарауында).

  • Ниндәй һүҙ йыш ҡабатланды.

  • ГӨЛ

Һүҙҙе ижеккә бүлеү, моделен төҙөү.

Тимәк , бөгөн дәрестә ниндәй хәреф менән танышабыҙ?

5. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. (Слайд)

1. Г г өнө - хәрефенә характеристика биреү.

-тартынҡы - һуҙынҡы. ( тартынҡы).

- яңғырау - һаңғырау.

( Ҡолаҡтарҙы ҡулдар менән ҡаплап әйтеп тикшереп ҡарайыҡ. Ул шау ярҙамында яһаламы, әллә тауыш ярҙамында яһаламы?

Тимәк ,( г өнө - яңғырау тартынҡы).

2. Дәреслек буйынса эш.

а) Һүрәттәр ярҙамында күнегеү.

Г хәрефе булған һүҙҙәрҙе табыу.

б) бағаналағы һүҙҙәрҙе төрлө эмоция менән уҡығыҙ.

Хор менән уҡыу.

Группалап уҡыу.

- аптырап

- шатланып

- үсегеп , иламһырап

- һорап.

Өсөнсө бағаналағы һүҙҙәр ни өсөн ҙур хәреф менән яҙылған.

6. Рефлексив анализ. Баһалау.

-Бөгөн дәрестә ниндәй хәреф менән таныштыҡ?

- Дәрес оҡшанымы?

-Конспект урока по башкирскому чтению Гг өн-хәрефе ( 1 класс)Конспект урока по башкирскому чтению Гг өн-хәрефе ( 1 класс)Конспект урока по башкирскому чтению Гг өн-хәрефе ( 1 класс) Смайликтар ярҙамында үҙегеҙҙе баһалағыҙ.


© 2010-2022