Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему Моя родословная на башкирском языке

Раздел Начальные классы
Класс 3 класс
Тип Презентации
Автор
Дата
Формат zip
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

"Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе"

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

муниципаль район Йылайыр районы


Эҙләнеү-тикшеренеү эше:

"Минең шәжәрәм"


Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему Моя родословная на башкирском языке

Башҡарҙы:

Йылайыр районы,Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

3-сө класс уҡыусыһы Аҡҡужин Айтуған Азамат улы

Етәксеһе:

Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар

уҡытыусыһы Аҡҡужина Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы

Боронғоларҙың һәр береһе үҙенең ете быуынын яҡшы белгән. Берәүҙәр ата-бабаларының исемдәрен хәтерендә генә йөрөткән.Икенселәр ырыу ағасын -шәжәрәһеняҙа барған.

Ете быуынды белеү ҙур әһәмиәткә эйә,сөнки тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы үҫә,нығый.Тамырһыҙ ағас ҡорой.Шуның кеүек нәҫелеңде,ырыуыңды белмәһәң милләт юғала.

Шулай итеп,башҡорттарҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм һаҡлау йолаһы йәшәгән.

Мин дә ата-бабаларымдың кем,ниндәй кеше булыуҙарын ,уларҙың исемдәрен,кәсептәрен,тарихын белергә теләп ошо тикшеренеү эшемде башланым.

1.Тикшеренеү эшемдең актуаллеге.

Хәҙерге ваҡытта үҙ тамырын белергә теләүселәр күбәйгәндән күбәйә бара,ләкин шәжәрәләрҙе күбеһенсә һаҡламау эҙләнеүселәр өсөн ауырлыҡ тыуҙыра.

Шәжәрә- ғәрәпсә ырыу ағасы тигәнде аңлата.Ул тарихты өйрәнеүгә ярҙам итә. Шәжәрәһен белмәгән кеше-хәтерһеҙ кеше тигән һүҙ.

2.Тикшеренеү эшемдең маҡсаты:

-Шәжәрә тураһында мәҡәләләр уҡыу

-Туғандарымды белеү,таныу

-Ырыуыбыҙ ағасын төҙөү

-Иптәштәремдә шәжәрәне белеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу

3. Тикшеренеү сығанағы:

Темаға ярашлы әҙәбиәт, өлкән инәйҙәр,олатайҙар менән һөйләшеү,аралашыу

4. Тикшеренеүҙең практик әһәмиәте.

Тикшеренеү эшем менән ғаиләм,ҡартатайым,ҡәртәсәйем,туғандарым тураһында күп яңылыҡтар белеү.Был эшем мәктәп музейында,класс тормошонда файҙаланыла ала һәм ғаиләбеҙ тарихын тулыландырасаҡ.

5.Тикшеренеү эшемдең төҙөлөшө- инеш, төп өлөш,йомғаҡлау,ҡулланылған сығанаҡтар исемлегенән тора.

Ырыу ағасым һин,эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкте терәп ерҙә һин торғанда

Йәшәргә лә әле йәшәргә!(Ҡ.Аралбай)

Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему Моя родословная на башкирском языке

Мин-Айтуған,апайҙарым-

Фаягөл һәм Айгизә,

Йәлил булыр ағайым,

Бәләкәй һеңлем Мәликә

Азаматтың балалары-

Ҡартатайым Сабирйәндең

Нәҫеленең дауамы.

Ҡартатайҙың атаһы-

Ғәйнулла атлы булған,

Улы булған Сәхәүитдин

Атаһы-Хисамитдин

Иҫәнгилденең атаһы

Булған Аҡҡужа батыр

Ҡартатайым хөрмәтенә

Таралған Аҡҡужиндар

Беҙ барыбыҙ бер заттан

Ҡыпсаҡтар ырыуынан.

Ырыуыбыҙ-Ҡыпсаҡ

Ағасыбыҙ-ҡарама

Ҡошобоҙ-бөркөт

Тамғабыҙ-ҡусҡар.

Минең ғаиләм

Атайым Азамат Сабирйәнулы 1964 йылдың

17 июлендә ҙур ғаиләлә 10-сы бала булып донъяға килгән.Ул мәктәптә яҡшы уҡыған.Күп йылдар инде шофер булып эшләй.Әлеге ваҡытта мәктәп автобусын йөрөтә. Минең атайым бик аҡыллы,эшсән.

Әсәйем Алһыу Ишкилде ҡыҙы.Ул 1974 йылдың 24 октябрендәтыуған,һатыусы һөнәрен һайлаған. Хәҙер өйҙә өс айлыҡ ҡына Мәликә һеңлемде ҡарай.Әсәйем һөйкөмлө,беҙҙе тәмле аштары менән һыйлай.

Ҙур апайым ФаягөлӨфөлә уҡый.Ул башҡорт теле уҡытыусыһы буласаҡ.Айгизәапайым Мәскәү дәүләт урман университетында белем ала.Йәлилағайым Баймаҡ ауыл хужалығы колледжында уҡый.

Бына шулай беҙҙең ғаилә ҙур ҙа,татыу ҙа,бер-беребеҙҙе һағынып көтөп алабыҙ.

Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему Моя родословная на башкирском языке

Минең ҡартатайым.

ҠартатайымАҡҡужин Сабирйән Ғәйнулла улы 1913 йылда Йомағужа ауылында тыуған. Ул бәләкәй генә саҡта етем ҡала.,олатаһы алып тәрбиәләй.Тракторсылар курсын тамалағас ауылға иң беренсе булып трактор алып ҡайта. Һуңынан тракторсылар бригадиры булыпэшләй.1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына.Ул Украинала фронтында,күп кенә ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша.

1946 йылда бер аяҡһыҙ ауылға әйләнеп ҡайта.Колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. 60 йәшендә һуғыш яраларынан ғүмере өҙөлә.Уның күп кенә миҙалдары һаҡлана.

Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему Моя родословная на башкирском языке

Минең ҡәртәсәйем

ҠәртәсәйемАҡҡужина Фатима Сәләх ҡыҙы.Ул 1916 йылда Үрге Ғәле ауылында тыуа.1928 йылда Йомағужа менән Спутник ауылы араһындағы бер яланға күсеп иң беренсе өй һалып сығалар.Бер йыл йәшәгәс был урынға Ҡайраҡлы һәм Аҡсура ауылдарынан кешеләр күсеп сыға башлай һәм ауыл барлыҡҡа килә. Ауылға беренсе булып күсеп сыҡҡан Сәләх Мортаев исеменә Сәләх тип исем бирәләр.

1936 йылда ҡартатайым менән ғаилә ҡоралар. Уларҙың ун балалары була.1967 йылда ҡәртәсәйемә Герой-әсә исеме бирелә.

Ҡәртәсәйем 93 йәшендә вафат булып ҡала.

.

Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему Моя родословная на башкирском языке

Әлеге ваҡытта ҡәртәсәйемдең бер туған һеңлеһе Сәғиҙә инәйем бар.Уға 95 йәш.Ул кесе ҡыҙында Өфөлә йәшәй.

Хәҙерге ваҡытта ҡартатайым менән ҡәртәсәйемдең 43 ейән-ейәнсәре, 56 бүләсәре,6 тыуасары бар.

Ҡартатайым менән ҡәртәсәйем ауылыбыҙҙың иң ихтирамлы ғаиләләренең береһе була.Ауылыбыҙға нур сәсеп,балҡып тороусы мәсет кә лә минең ҡәртәсәйемдең исемен биргәндәр. Ул "Фатима" исемен йөрөтә. Мин улар менән ғорурланам

Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему Моя родословная на башкирском языке

Йомағужа ауылында Аҡҡужиндар нәҫеле артҡандан-арта бара,ишәйә,йәшәй.Тимәк, минең тамырым ҡоромай!

Ә тамырҙарыңды белеү кешегә ерҙең хужаһы булып йәшәүгә көс бирә.

Ырыу ағасы быуындан- быуынға күсеп барһын,тулыланһын.Киләсәктәбеҙҙең өсөн дә ғорурланырлыҡ булһын.

Мин ошо тикшеренеү эше менән күп яңылыҡтар белдем.Минең ата-бабаларымдың эш һөйөүсән,ихтирамлы кешеләр булыуына ышандым.Мин улар менән ғорурланам.Ырыу ағасы төҙөргә өйрәндем.

Шулай ҙа әле миңә күп нәмәләр тураһында белергә,эҙләнергә кәрәклеген аңланым.Тикшеренеү эшен киләсәктә лә дауам итермен.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.И.Д.Бураҡаев,М.С,Бураҡаева,М.Б.Юлмөхәмәтова.Тормош һабаҡтары.Өфө, «Китап»2000.

2."Аҡбуҙат"журналдары

3.Интернет мәғлүмәттәре

4.Йомағужа урта мәктәбендәге музей материалдары

5. Атайым,инәй-олатайҙарым иҫтәлектәре,ғаилә фотоальбомы.



© 2010-2022