Разработка урока по теме В магазине одежды

Раздел Начальные классы
Класс 3 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Кейем магазины. Синонимдар.

Маҡсат: 1. Синонимдар, уларҙың телмәрҙә ҡулланылышы тураһында һөйләү ; Ф. Туғыҙбаеваның ижады менән таныштырыу ; һүҙлектәр менән эш итергә өйрәтеү.

2. Үткән дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе ҡабатлау; кейем-һалым темаһы буйынса бәйләнешле телмәр үҫтереү; телде өйрәнеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу, теләк уятыу.

3. Уҡыусыларҙа өҫ кейемдәренә ҡарата таҙалыҡ, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ, һаҡсыл ҡараш кеүек сифаттар тәрбиәләү ; боронғо ата-бабаларыбыҙҙың кейемдәренә, милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғолары булдырыу.

Йыһазлау: интерактив таҡта, синонимдар һүҙлеге, магазин һүрәте, карточкалар, милли кейемдәр, Ф. Туғыҙбаеваның китаптары, "Аҡбуҙат" журналдары, мәҡәлдәр.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

Маҡсат әйтеү.

  • Уҡыусылар, үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән ниндәй магазинда булдыҡ?

  • Ә бөгөн беҙ дәрестә һеҙҙең менән кейем-һалым магазинына юлланырбыҙ һәм синонимдар тураһында һөйләшербеҙ.

2.Үтелгәнде ҡабатлау.

Аҙыҡ-түлектәрҙе нисек иҫтә ҡалдырҙығыҙ икән, тикшереп ҡарайыҡ әле.

(интерактив таҡтала бирелгән һүҙҙәрҙән аҙыҡ-түлек исемдәрен һайлап башҡортсаға тәржемә итегеҙ).

Хлеб, валенки, мясо, банан, пальто, платье, соль, сахар, шляпа, платок, сыр, сметана, молоко, шапка, чулки, изюм, лук, перчатки, огурец, масло, фартук, морковь, капуста, брюки.

3. Төп өлөш.

Дәфтәргә число, теманы яҙыу.

  • Ниндәй һүҙҙәргә синонимдар тип әйтәбеҙ?

(интерактив таҡталағы схемаға ҡарап ҡағиҙә сығарабыҙ).

Һүҙ - мәғәнә - һүҙ

Дәфтәрҙәргә яҙабыҙ.

Бер үк йәки яҡын мәғәнәне белдереүсе һүҙҙәр синоним тип атала.

- Ни өсөн телмәрҙә синонимдар кәрәк?

- Ә хәҙер интерактив таҡталағы синонимдарға иғтибар итәйек һәм иҫтә ҡалдырайыҡ.

батыр шатланыу

смелый радоваться

ҡыйыу ҡыуаныу

аҙыҡ ҙур

продукты большой

ризыҡ оло

имтихан бәләкәй

экзамен маленький

һынау кескәй

матур киң

красивый широкий

һылыу иркен

гүзәл

- Шул һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйбөҙ.(телдән)

- Һөйләмдәрҙә юғалып ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙабыҙ.

Балалар донъяһы - … магазин. Автобуста … кешегә урын бирергә кәрәк.

Сәп- сәп -сәпәкәй, минең ҡустым … . Бесәй, бесәй, бесәй шул, бесәй әле … шул.

353-сө күнегеү (һүҙлектәр менән эш).

Интерактив таҡтала З. Ғ. Ураҡсин тураһында белешмә.


  • Кейем-һалым магазинына барып киләйек (магазин һүрәте)

  • Ниндәй өҫ кейемдәре беләһегеҙ?

  • Кейемдәрҙе нимәгә ҡарап кейәбеҙ?(һауа торошона, йыл миҙгеленә)

  • Әйҙәгеҙ магазиндағы әйберҙәрҙе йыл миҙгеленә ҡарап айырабыҙ.

(карточкалар менән эш)

Яңы кейемдәр һатып алдыҡ, шатланышып ял итеп алайыҡ.

Ял минуты.

Йырлап алайыҡ әле лә,

Бейеп алайыҡ әле.

Матур-матур кейемдәрҙе

Һайлап алайыҡ әле.

Һай, ҡалай матур икән

Һайлап алған кейемем,

Һай, ҡалай килешә икән

Өҫтөмдәге кейемем.

Алғыш әйтеү: күлдәгең бигерәк килешә, ҡотло булһын!

Йылы тәнеңдә туҙһын, иҫән-һау кей һ.б.

Милли кейемдәр тураһында әңгәмә.

(интерактив таҡтала һүрәттәре, исемдәре сыға, уҡыусылар дәфтәрҙәргә яҙалар)

ҡатын-ҡыҙ кейемдәре: ир-егет кейемдәре:

Ф. Туғыҙбаеваның "Яңы күлдәк" тексы өҫтөндә эш.

1. Автор тураһында белешмә (экранда)

2."Аҡбуҙат" журналдарына күҙәтеү.

3. Һүҙлек эше (экранда)

4. Күргәҙмә уҡыу.

5. Ролләп уҡыу.

6. Һорауҙарға яуап биреү.

Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.

Кешене кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар.

Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк.

(тәрбиәүи әңгәмә)

4. Йомғаҡлау.

Өйгә эш: " Минең кейем шкафы" темаһына һүрәттәр төшөрөргә, синонимдар ҡулланып хикәйә төҙөргә.

© 2010-2022