Рабочая программа по башкирскому языку (2 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Красноусол башҡорт гимназия - интернаты

Муниципаль район Ғафури районы Башҡортостан Республикаһы


Кафедра ултырышында ҡаралды

Протокол №___

«___»________2015 й.

Кафедра етәксеһе

_______ Вәлиева Г.А.

«Килешелде»

Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

________Ҡунафина Э.С.

«___»_________2015 й.

«Раҫлайым»

Директор:

_____ Йәнешева Ф.А.

Приказ №

«___»___________2015 й.

«Башҡорт теле »

дәреслегенә эш программаһы



Уҡытыусы: Салауатова Ю.З.

Класс: 2

Сәғәттәр һаны: 105 с. (аҙнаһына 3 с.)

Региональ компонент

Планлаштырыу белем биреү минимумы

талаптары буйынса эшләнде.

Авторҙар: Сынбулатова Ф.Ш., Вәлиева Г.А.



Красноусол ауылы - 2015 йыл Эш программаһының йөкмәткеһе

1. Аңлатмалы яҙыу

2. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы 3. Предметтың уҡыу планында тотҡан урыны 4. Предметтың уҡытыу ҡиммәттәре

5. Предметты өйрәнеү һөҙөмтәләре 6 Предметтың йөкмәткеһе

  1. Календарь-тематик планлаштырыу


  1. Материал-техник ҡулланмалар

















1. Аңлатмалы яҙыу

4 класс өсөн "Башҡорт теле" буйынса программа "Мәғариф тураһында"ғы законға, "Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге" документына, "Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына", "Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы"на, Д.Б.Эльконин - В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына,"Башҡортостан халыҡтары телдәре" законына, "Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы"на, 2011/2012 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһынының 2015-2016 йылғы уҡыу планына таянып эшләнде. Актуаллек Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде. Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш. Башланғыс мәктәптә тәү башлап грамотаға өйрәтеү осоронда уҡ уҡыусыны үрҙә әйтелгән йүнәлештәрҙә үҫтереү өсөн мөмкинселектәр асыла, шарттар тыуҙырыла. Тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан, туған тел, халҡыбыҙ,башҡа милләт халҡы менән татыулыҡ, дуҫлыҡ, тирә-яҡ мөхит, уларҙы һаҡлау, яҡлау башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм башҡорт теле программаларының көнүҙәк темалары булып тора. Был программала башланғыс кластарҙа фән буйынса уҡытыу тематикаһы, уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы тәҡдим ителә. Башланғыс мәктәптә грамотаға өйрәтеү осоронда мәктәп йәшендәге балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора. Был эшмәкәрлек баланы грамотаға өйрәтеүҙән башлап, артабан аңлап тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләре формалаштырыу, йәғни интеллектуаль-эшмәкәр, аралашыусан шәхес тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Балаға рухи йөкмәтке һалыу, әхлаҡи тәрбиә биреү, эстетик зауыҡ, эмоциональ тотороҡло торош-булмыш формалаштырыу туған тел аша бойомға ашырыла. Был йәһәттән телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған компетентлыҡ булдырыу талап ителә. Лингвистик компетентлыҡ өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе үҙ эсенә ала. Аралашыу компетентлыҡ - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу. Этнокультура өлкәһен ҡараған компетентлыҡ - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләү, йола, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, ихтирам итеүе. Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары: - туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү; - уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү; - башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; - дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу; - уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү. Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдында ҡуйған төп маҡсат - баланы шәхес итеп тәрбиәләү. Рәсәй Федерацияһының мәғарифты үҫтереү программаһында ла «Дөйөм белем биреү мәктәбен модернизациялау, нигеҙҙә, уҡыусыларға билдәле күләмдә белем биреүҙе генә күҙ уңында тотмай, ә уны шәхес булараҡ үҫтереү, танып белеү һәм эшмәкәрлек һәләттәрен үҫтереү" ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың үҙәк мәсьәләләре билдәләнде:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу;

  • тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • башҡорт теле предметы аша тирә-яҡты танып белергә, мәғлүмәтле булырға өйрәтеү;

  • башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси һәләттәрен, мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен, эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу;

  • тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү, уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү;

  • милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

Башҡорт теленә өйрәтеү-өйрәнеү программаһының төп принциптары:
  1. Фәнни-теоретик белем биреү.

  2. Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

  3. Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

  4. Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

  5. Башҡорт телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәр мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

  6. Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.



2. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.



Башҡорт теленән эш программаһы " Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаһына, Ф.Ш. Сынбулатованың "Башҡорт теле " дәреслектәренә таянып төҙөлдө. Башҡорт теле дәрестәренең маҡсаты һәм бурыстары: - башҡорт теленең үҙенсәлектәрен , дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү; - телдең теге йәки был күренештәрен өйрәнеү, - телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу. Ижади эштәр күләмлерәк һәм йөкмәткелерәк йүнәлеш ала. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя: -фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, киңәйтеү; -өҙлөкһөҙ, матур һәм тиҙ яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;

-грамоталы яҙыу, уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог ,текстар төҙөү һәм һөйләү, шиғыр, әкиәт, хикәйә ижад итеү;

-туған тел дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу: сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙыу; теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды , фекереңде белдереү күнекмәләрен сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү. Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына түбәнге талаптарҙы һәм бурыстарҙы ҡуя: 1.Уҡыусының уҡыу эшенә, белем алыу эшмәкәрлегенә үҙен өйрәтеү, фекерләү, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү; үҙен уратып алған һәр нәмәгә, күренешкә, хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы, баһаһы булған шәхес итеп үҫтереү. 2. Башҡорт балаларының күпселеге мәктәпкә үҙ телендә һөйләшеп килә. Рус теленә өйрәтеү балаларҙың башҡорт телендә алынған белемдәренә нигеҙләнеп өйрәтелә. 3.Телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү. 4.Башланғыс мәктәптә туған тел уҡытыуҙы, уҡытыу- тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу шарт. 5.Башланғыс мәктәптә уҡытылған бүтән фәндәрҙе - рус теле һәм әҙәбиәте, тәбиғәтте өйрәнеү, математика, һынлы сәнғәт, музыка өлкәһендәге белемдәрен башҡорт теле предметы менән тығыҙ бәйләнештә уҡытыу мөһим.



3. Предметтың уҡыу планында тотҡан урыны

4-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы " Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаһына, Ф.Ш. Сынбулатованың "Башҡорт теле " дәреслектәренә таянып төҙөлдө.

Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 105 сәғәт бирелә (35 аҙна x 3 сәғәт).

4.Предметтың уҡытыу ҡиммәттәре

Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу - программаның төп талаптарының береһе.

Шәхес ул:

  • башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;

  • белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;

  • мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;

  • хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;

  • үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;

  • социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше;

  • хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

  • башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

  • матурлыҡ тойғоһо - тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

  • нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  • ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

  • текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

  • үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

  • мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

5. "Башҡорт теле" предметтарын өйрәнеү һөҙөмтәләре

"Башҡорт теле" программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:

1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

-үҙ аллы эш итергә , белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә , уҡыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

- мәктәп йыһаздарына, уҡыу-әсбаптарына һаҡсыл булырға;

- Тыуған илде яратырға, ерҙе, телде һаҡларға;

- һаулыҡты нығытырға;

- ҡунаҡта, кинола йәки экскурсияла һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

- кеше менән аралышыу этикетын үҙләштерергә.

2. Предмет буйынса белем алырға:

- һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;

- һүҙҙең өлөштәрен (тамыр һәм ялғау , яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға.

- тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға, уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;

- тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр,парлы-парһыҙ, яңғырау-һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;

-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;

-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә тейеш;

-һүҙ төркөмдәрен (предмет атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе ) таба белергә ;

-һөйләмдең баш киҫәктәрен айыра белергә;

-сюжетлы һүрәт , һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

- үҙ аллы белем алырға , мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә: дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белергә һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләгән эштәрен дөрөҫ баһаларға һәм кәрәк икән төҙәтмәләр индерергә.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү;- толерантлыҡ;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо - тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;

- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: - һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү; -телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу; - телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү; -үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу; -башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү; -дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү; -һорауҙар бирә белеү.



6. "Башҡорт теле" дәрестәре темаларының йөкмәткеһе

4-се класс



Дүртенсе класс программаһы укыусының өс йыл буйы үҙләштергән тел ғилеме өлкәһендәге белемдәрен тулыландырыу һәм бөтөн бер системаға килтереү, телмәр эшмәкәрлеген тулыһынса формалаштырыу, универсаль уҡыу оҫталығын сифатлы кимәлгә күтәреү маҡсатын ҡуя. Башланғыс мәктәпте тамамлаусы уҡыусы алдына түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла.

  1. Фонетика һәм орфоэпия.
Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен системаға һалыу. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше (орфоэпия), һүҙгә тулы фонетик анализ.
  1. Һүҙ составы (морфемика).
Һүҙ составы (тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау (һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.
  1. Орфография һәм пунктуация.
Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәй алырға бурыслы.
  1. Синтаксис.
Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәргә айырыу, һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре, һөйләмгә синтаксик анализ.
  1. Морфология.
Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр. Исем. Исемдең предметты атау функцияһы. Исемдең һорауҙары, Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек заты менән үҙгәреше. Исемдең килеш менән үҙгәреше. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Исемгә морфологик анализ. Алмаш. Уның төркөмсәләре. Зат алмаштары. Килеш менән үҙгәреше. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмашҡа морфологик анализ. Сифат. Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Сифат дәрәжәләре. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифатҡа морфологик анализ. Рәүеш. Рәүештең төркөмсәләре. Рәүеш һәм сифат. Рәүешкә морфологик анализ. Ҡылым. Ҡылымдарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡ- юҡлыҡ). Үткән заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ, шаһитлы-шаһитһыҙ формалары. Хәҙерге заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының төрҙәре (эш-хәрәкәттең үтәлеүенә икеләнеү, мотлаҡ ышандырыу). Кылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Ҡылымға морфологик анализ. Һан. Ябай һәм ҡушма һандар, һан төркөмсәләре, һандарҙың дөрөҫ яҙылышы, һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы, һанға морфологик анализ. 6. Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар. Синонимдар. Антонимдар. 7. Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Өыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. Текст йөкмәткеһенең планын төҙөү. Тексты һөйләү. Инша, изложение.





















7. "Башҡорт теле" дәрестәренә тематик план (2-се класс)


……………….. Аҙнаға 3 сәғәт, йылына 105 сәғәт

План буйынса

Фактик

дата

Дәрестең темаһы

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

1

3.09


Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк?

предмет

метапредмет шәхси үҫеш



Байрам менән ҡотлау тексы төҙөү. Текст ижад итеү. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Үҙ-ара аралашып, йылы мөғәмәлә итергәһәм уртаҡ эште планға ярашлы теүәл үтәргәөйрәтеү; төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙыңһәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү. Мәктәптең, класс бүлмәһенең матур, таҙа булыуын күреп, шуны булдырыусы мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтеңде белдерергә; класташтарыңды, уҡытыусыңды яратыуыңды, һағыныуыңды белдереп, хис-тойғоларыңды еткерергә баҙнат итеү. Уларҙың һинең өсөн ҡәҙерле булыуын төшөнөү.

2-4

5.09

8.09

10.09


Ҙур хәреф. Һөйләм. Һүҙбәйләнеш.

Һөйләм башын ҙур хәрефтән яҙыу, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйыу. Тейешле интонация менән уҡыу. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәү.


Эш проекты ҡорорға, уны планлаштырырға, эш күләмен билдәләп, бүлешеп алырға өйрәнеү. Парлап, төркөмләшеп эшләргә күнегеү. Эш буйынса партнерыңды тыңларға һәм эшмәкәрлегеңде уның менән килешеп көйләргә тырышыу.

Уҡыу - ул хеҙмәт итеү, тырышып эшләү икәненә нығыраҡ инана барыу. Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

5-6

12.09

15.09


Баш хәреф. Кеше исемдәре.

Кеше исемдәрен аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡарау, сағыштырыу, һығымта яһау, баш хәреф менән яҙылышына төшөнөү. Уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегеү.

Вариантлап үҙ-аллы эшләргә, бер-береңдең эшен тикшерергә, баһаларға өйрәнеү.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Үҙеңдең эшеңдән ҡәнәғәтләнеү ала белеү, бергә эшләгәндә эште тигеҙ бүлешеп үтәргәөйрәнеү, бәхәсле ситуациянан бер-береңдең баһаһын төшөрмәйенсә сыға белеү.






7-9

17.09

19.09

22.09


Баш хәреф. Кеше фамилиялары.

Кеше фамилияларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡарау, сағыштырыу, һығымта яһау, баш хәреф менән яҙылышына төшөнөү. Уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегеү. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Фактик материалға нигеҙләнеп һығымта яһау.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

10-11

24.09

29.09


Баш хәреф. Ер-һыу атамалары.

Ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡарау, сағыштырыу, һығымта яһау, баш хәреф менән яҙылышына төшөнөү. Уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегеү.

Моделдәр, схемалар менән эшләргә күнегеү. Уҡыу диалогында ҡатнашыу; нимәнелер аңламаған осраҡта баҙнатһылығыңды еңеп, һорау бирергә күнегеү; өйрәнгән уҡыу материалы буйынса һығымта яһарға һәм уны дөрөҫ формалаштырып класҡа әйтергә баҙнат итеү.Эш буйынса партнерыңды тыңларға һәм эшмәкәрлегеңде уның менән килешеп көйләргә тырышыу.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

12-14

1.10

3.10

6.10


Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

Хайуан ҡушаматтарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡарау, сағыштырыу, һығымта яһау, баш хәреф менән яҙылышына төшөнөү. Уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегеү.

*Парлап, төркөмләшеп эшләргә күнегеү. Эш буйынса партнерыңды тыңларға һәм эшмәкәрлегеңде уның менән килешеп көйләргә тырышыу.

Тема буйынса һығымта яһай белеү.

Кешеләргә ҡарата алсаҡ, изге күңелле булыуҙың һау-сәләмәт булыуға килтереүен аңлау. "Ҡөрьән"китабын белеү

15



8.10



Тикшереү эше.

Кеше исемдәрен, фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе дөрөҫяҙыу

Үҙ-ара аралашып, йылы мөғәмәлә итергәһәм уртаҡ эште планға ярашлы теүәл үтәргәөйрәтеү; төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙыңһәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

Үҙ аллылыҡҡа һәм үҙеңдең эшеңә яуаплы ҡарашлы булырға өйрәнеү.Тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булыу, уның хозурлығын , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.



16

13.10


Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог.

Һөйләмдә әйтелгән хәбәрҙең йөкмәткеһенә, уның әйтелеү маҡсатына һәм ундағы әйтелгәндең ниндәй хис-тойғолар менән хәбәр ителеүенә ҡарап, уны дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм уның аҙағына тейешле тыныш билдәһе ҡуйыу.

Һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә урынлаштырыу.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Үҙ аллылыҡҡа һәм үҙеңдең эшеңә яуаплы ҡарашлы булырға өйрәнеү.Тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булыу, уның хозурлығын , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Диктант яҙғанда иғтибарлы булырға.


17-18

15.10

17.10


Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог.

Һөйләмдә әйтелгән хәбәрҙең йөкмәткеһенә, уның әйтелеү маҡсатына һәм ундағы әйтелгәндең ниндәй хис-тойғолар менән хәбәр ителеүенә ҡарап, уны дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм уның аҙағына тейешле тыныш билдәһе ҡуйыу.

Һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә урынлаштырыу.

Парлашып эшләү процесында парталаш ду6ыңа ярҙам итеү, уның эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдеңүтәгән эшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеүһәм төшөнөү.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

19-20

20.10

22.10


Йәмғиәт урындарында осрашыу. Диалог.

Һөйләмдә әйтелгән хәбәрҙең йөкмәткеһенә, уның әйтелеү маҡсатына һәм ундағы әйтелгәндең ниндәй хис-тойғолар менән хәбәр ителеүенә ҡарап, уны дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм уның аҙағына тейешле тыныш билдәһе ҡуйыу.

Һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә урынлаштырыу.


Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.




Уҡыу - ул хеҙмәт итеү, тырышып эшләү икәненә нығыраҡ инана барыу. Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

21-22

24.10

26.10


Яҡын кешеләрҙе ҡотлау.

Һөйләмдәрҙе тейешле интонация менән уҡыу.

тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырыу.

уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау

Фекереңде асыҡ һәм аныҡ әйтергә өйрәнеү, кәрәк икән 8орау2ар бир9 беле7.


23-25

28.10

30.10

5.11


Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты.

Һөйләмдә әйтелгән хәбәрҙең йөкмәткеһенә, уның әйтелеү маҡсатына һәм ундағы әйтелгәндең ниндәй хис-тойғолар менән хәбәр ителеүенә ҡарап, уны дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм уның аҙағына тейешле тыныш билдәһе ҡуйыу.

Һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә урынлаштырыу.

Һөйләмдә һаналып килгән һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйыу.

Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү,

Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау

Эшләгән эшеңде тикшерергә, үҙләштереү кимәлен баһалау.

Эшләнгән эштең һөҙөмтәләрен барларға һәм артабан эште ойоштороу планын күҙалларға өйрәнеү.

Телмәр, хәтер, ижади һәләт үҫтереү өҫтөндә эшләү.


26-28

7.11

10.11

12.11


Мәғлүмәт, белешмә эҙләу.

Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булған осраҡта, фекереңде аңлайышлы , ҡыҫҡа итеп аңлата белеү. Телефон аша яғымлы итеп, фекереңде асыҡ әйтеп һөйләшергә өйрәнеү

Картина буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға, тема буйынса парталаш дуҫың менән кәңәшләшергә йәки бәхәс ҡорорға.

Эште уның шартына ярашлы эҙмә-эҙлекле итеп үтәү, үҙ фекереңде иҫбат итеп; уның дөрөҫлөгөн тикшерергә, баһаларға күнегеү.

Картиналағы тәбиғәт күренешен оҡшатыуыңды белдереп, хис-тойғоларыңды еткерергә баҙнат итеү.

29-31

14.11

17.11

19.11


Диалог ҡороу. Әйтеш. Һынамыш. Мәҡәл-әйтемдәр.

Актуаль темаларға ике кеше араһында һөйләшеү ижад итергә. Уны тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып дәфтәргә яҙырға.

Эште уның шартына ярашлы эҙмә-эҙлекле итеп үтәү, үҙ фекереңде иҫбат итеп; уның дөрөҫлөгөн тикшерергә, баһаларға күнегеү.

Үҙ аллылыҡҡа һәм үҙеңдең эшеңә яуаплы ҡарашлы булырға өйрәнеү.

32-33

21.11

24.11


Иғлан. Белдереү.

Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булған осраҡта, фекереңде аңлайышлы , ҡыҫҡа итеп аңлата белеү.

Дәрес процесында күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм һығымта яһарға өйрәнеү;
мәғлүмәтте ҡабул итеү, эшкәртә белеү, маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу;

Башҡаларға ҡарата иғтибарлылыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләү. Һығымта яһарға өйрәнеү; эшләнгән эште анализлау, тикшереү, хаталарын табыу, төҙәтеү.


34-35

26.11

28.11


Тикшереү эше. Эшкә анализ.

Актуаль темаларға ике кеше араһында һөйләшеү ижад итергә. Уны тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып дәфтәргә яҙырға. Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙың һәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

36-37

1.12

3.12


Һөйләм.

Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, тыңларға. Уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Һөйләм төҙөргә. Уны баш хәрефтән башларға, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға.

Уҡыу диалогында ҡатнашыу; нимәнелер аңламаған осраҡта баҙнатһылығыңды еңеп, һорау бирергә күнегеү; өйрәнгән уҡыу материалы буйынса һығымта яһарға һәм уны дөрөҫ формалаштырып класҡа әйтергә баҙнат итеү.

Төркөмдә эшләгәндә бер-береңә хөрмәт менән ҡарау, кәрәк икән, ярҙам итеү.

38-40

5.12

8.12

10.12


Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау.


  1. Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү. Уҡылған текст буйынса үҙ ҡарашыңды әйтергә баҙнатсылыҡ итеү.

41

12.12


Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. "Торналы күл".

Һүрәткә ярашлы ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәр менән сюжет йөкмәткеһен асырға.

Сағыштырыуҙар аша фекерләүһәләтен үҫтереү, һәр эште еренә еткереп үтәү, үҙ эшеңәғәҙел баһа бирергә күнегеү. Үҙеңдең эшеңдән ҡәнәғәтләнеү ала белеү, бергә эшләгәндә эште тигеҙ бүлешеп үтәргәөйрәнеү, бәхәсле ситуациянан бер-береңдең баһаһын төшөрмәйенсә сыға белеү.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

Парлашып эшләү процесында парталаш дуҫыңа ярҙам итеү, уның эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдеңүтәгән эшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеүһәм төшөнөү.


42-43

15.12

17.12


Хәбәр һөйләм.

Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны дөрөҫ күсереп яҙырға. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү.

Кәрәк ваҡытта уҡытыусыңдан, иптәшеңдән ярҙам һорай, иптәштәрең алдында ҡурҡмайынса сығыш яһай белеү.


44-45

19.12

22.12


Өндәү һөйләм.

Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Диктант яҙғанда хәбәр һөйләм аҙағында - нөктә, өндәү һөйләм аҙағында өндәү тамғаһы ҡуя белергә. Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙэшеңдебаһалау

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү. Башҡортса сыҡҡан әҙәбиә ҫәрҙәргә, гәзит-журналдарға, телерадиотапшырыуҙарҙың әһәмиәтен аңлау һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы уҡырға һәм ҡарарға теләк тыуҙырыу, китаптарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

46-47

24.12

26.12

29.12


Һорау һөйләм.

Һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Уҡытыусыға, тиҫтерҙәреңә нимәлер асыҡлау, нимә хаҡындалыр белешеү маҡсатында һорау бирергә. Хәбәр йәки өндәү һөйләмде һорау һөйләмгә әйләндерергә. Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөргә һәм класташтарыңа бирергә.

Йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; үҙеңдең эшмәкәрлегеңде дөйөм проблеманы хәл итеүгә йүнәлтә белеү.

Иптәштәреңә, уҡытыусыңа ҡарата булған йылы тойғо-кисерештәреңде белдерергә өйрәнеү.

Кәрәк ваҡытта уҡытыусыңдан, иптәшеңдән ярҙам һорай, иптәштәрең алдында ҡурҡмайынса сығыш яһай белеү.

.


48-50

14.01

16.01

19.01


Текст. Һорау, өндәү һөйләмдәр.

2-3, 3-4 һөйләдән торған текст төҙөй белергә. Күсереп яҙыу ҡағиҙәһенә ярашлы тексты күсереп яҙырға.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу;үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.


51

21.01


Тикшереү эше.

Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы тексты күсереп яҙырға.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Күмәк эшләгәндә эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

52

23.01


Һүҙҙәрҙәң дөрөҫ яҙылышы.

4-5, 5-6 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе әйтеп яҙырға. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижектәргә дөрөҫ бүлергә.

Эште уның шартына ярашлы эҙмә-эҙлекле итеп үтәү, үҙ фекереңде иҫбат итеп; уның дөрөҫлөгөн тикшерергә, баһаларға күнегеү.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

53-55

26.01

28.01

30.01


Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.


Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Парталаш ду6ы4а 3арата и1тибарлы булыу.

Уҡытыусы, иптәштәреңдең кәңәштәренә, иҫкәртеүҙәренәҡолаҡһала белеү, туған тел, тыуған ил төшөнсәләренең мәғәнәһенә төшөнөү

56-57

2.02

4.02


Һүрәт буйыеса инша. "Елдерәләр саналар".

Һүрәт буйынса ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәр менән хикәйә төҙөргә. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. һөйләү оҫталығын камиллаштырыу; мәғлүмәтле булыу оҫталығына ынтылыу, уларҙың оҡшаш һәм айырымланған билдәләрен асыҡлай белеү, һүҙ байлығын арттырыу. Кәрәк ваҡытта уҡытыусыңдан, иптәшеңдән ярҙам һорай, иптәштәрең алдында ҡурҡмайынса сығыш яһай белеү

Иптәштәреңә, уҡытыусыңа ҡарата булған йылы тойғо-кисерештәреңде белдерергәөйрәнеү.


58-59

6.02

9.02


Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү оҫталығы булдырырға. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Парлашып эшләү процесында парталаш ду6ыңа ярҙам итеү, уның эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдеңүтәгән эшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеүһәм төшөнөү.

60-62

11.02

13.02

16.02


Уу-Үү хәрефе.

У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәрегә, сағыштырырға, һығымта яһарға. У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу;үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау.


Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

63

18.02



Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. Шарлауыҡ янында

Инша яҙырға өйрәнергә.

Уҡыу диалогында ҡатнашыу; нимәнелер аңламаған осраҡта баҙнатһылығыңды еңеп, һорау бирергә күнегеү; өйрәнгән уҡыу материалы буйынса һығымта яһарға һәм уны дөрөҫ формалаштырып класҡа әйтергә баҙнат итеү.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

64-65

20.02

25.02


Оо-Өө хәрефле һүҙҙәр.

Ө,ө хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ө,ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға

Үҙ аллылыҡҡа һәм үҙеңдең эшеңә яуаплы ҡарашлы булырға өйрәнеү.Тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булыу, уның хозурлығын , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙың һәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

66

27.02


Изложение. "Терпе ҡыҙына күстәнәс".

Тексты аңлап уҡырға. Ундағы төп фекерҙе билдәләргә. Текстың йөкмәткеһен эҙмә - эҙлекле һөйләргә. План төҙөргә. Дәфтәргә яҙырға. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙың һәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

Эшләнгән эштең һөҙөмтәләрен барларға һәм артабан эште ойоштороу планын күҙалларға.

Телмәр, хәтер, ижади һәләт үҫтереү өҫтөндә эшләү.


67-68

1.03

3.03


Ээ хәрефле һүҙҙәр.

Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Үҙ-ара аралашып, йылы мөғәмәлә итергәһәм уртаҡ эште планға ярашлы теүәл үтәргәөйрәтеү; төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙыңһәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға. Эшләгән эшеңде тикшерергә, үҙләштереү кимәлен баһаларға.




69

5.03


[э] өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында.

Һүҙҙең өн моделн төҙөргә. Уны күҙәтергә, ( [э] өнөн) һығымта яҙырға. [э] өнө һүҙ башында һәм уртаһында ( аҙағында) килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Һүҙҙе юлдан юлға дөрөҫ күсерергә. Һөйләмде күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.


Үҙ эшеңә ғәҙел баһа бирергә күнегеү; әҫәрҙәге ваҡиғаларға ҡарата булған тойғо-кисерештәреңде белдерергә өйрәнеү.

70-71

10.03

12.03


Ы хәрефле һуҙҙәр.

Һүҙ байлығын арттырыға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға. Парлашып эшләү процесында парталаш ду6ыңа ярҙам итеү, уның эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдеңүтәгән эшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеүһәм төшөнөү.

Иптәштәреңә, уҡытыусыңа ҡарата булған йылы тойғо-кисерештәреңде белдерергә өйрәнеү.

.


72

15.03


Тикшереү эше. Контроль күсереп яҙыу йәки диктант.

Эште грамотлы яҙырға.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү. Иптәшеңә иғтибарлы булыу.

73-74

17.03

19.03


Й хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

Әңгәмәсенең әйткәнен ишетеп, аңлап, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү; уның һөйләгәнен күҙенә ҡарап тыңлай, хуплай белеү; үҙ фекереңде еткереү, дәлилдәр килтереп иҫбатлай, һығымта яһай белеү; үҙаллы эште еренә еткереп үтәү.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

75-77

22.03

24.03

5.04


Й хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы.

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.

Кәрәк ваҡытта уҡытыусыңдан, иптәшеңдән ярҙам һорай, иптәштәрең алдында ҡурҡмайынса сығыш яһай белеү, эште аҙағына еткерергә өйрәнеү; текстың дөрөҫлөгөн тикшереү, үҙалдыңа баһалау; уйлап табыу, ижади һәләт, телмәр үҫтереү.


78

7.04


Инша. "Һаумы, Яңы йыл!"

Инша яҙырға өйрәнергә.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу;үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау

Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

79-80

9.04

12.04


[йа] өндәре ниидәй хәреф менән тамғалана?

Я хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

81-82

14.04

16.04


[йу] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? Юю хәрефе.

Ю хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

Һөйләргә теләгән хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле итеп тасуирлап, һөйләмдәрен дөрөҫ ҡороп, һөйләү, хатаһыҙ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

Тема буйынса фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.


83-84

19.04

21.04


[йэ] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

Е хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.


Парлашып эшләү процесында парталаш дуҫыңа ярҙам итеү, уның эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдеңүтәгән эшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеүһәм төшөнөү.

85

23.04


[йо] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

Ё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙың һәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

Иптәшеңә ҡарата иғтибарлылыҡ, ихтирамлылыҡ, хөрмәт кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләү; үҙ-ара татыу хеҙмәттәшлек итергә өйрәнеү.


86

26.04


Тикшереү эше.

Һығымта яһарға өйрәнеү; эшләнгән эште анализлау, тикшереү, хаталарын табыу, төҙәтеү. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү; планға ярашлы эш итә белеү; эшләгән эште йомғаҡларға, уның буйынса һығымта яһарға өйрәнеү; төркөмдә иптәштәреңде иғтибар менән тыңлау, үҙеңдең үтәгәнэшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеү һәм төшөнөү..

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

87

28.04


Һүҙ төркөмдәре.

Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға.Һығымта яһарға. Текстағы һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмләй белергә.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү.


Тема буйынса фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.


88-89


30.04

3.05


Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап, һүрәтләп һөйләргә ( бирелгән алгоритмға ярашлы ). Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

90-91

5.05

7.05


Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Предметтың башҡарған эшен, хәрәкәтен атарға. Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә. Предметтың атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға.


Иптәшеңә ҡарата иғтибарлылыҡ, ихтирамлылыҡ, хөрмәт кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләү; үҙ-ара татыу хеҙмәттәшлек итергә өйрәнеү.


92-93

10.05

12.05


Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Предметтың билдәһен атарға. Һүҙбәйләнеш төҙөп яҙырға. Һөйләмдә билдә-һүҙҙәрҙе айырырға. Уларға һорау ҡуйырға. Үҙ-ара аралашып, йылы мөғәмәлә итергәһәм уртаҡ эште планға ярашлы теүәл үтәргәөйрәтеү; төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙыңһәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү..


Темаға ҡарата фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.


94-95

14.05

17.05


Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

Һөйләмдә һаналып киткән билдә-һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.


Үҙ аллылыҡҡа һәм үҙеңдең эшеңә яуаплы ҡарашлы булырға өйрәнеү.Тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булыу, уның хозурлығын , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.


96-98

19.05

21.05



Ярҙамсы һүҙҙәр.

Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү, уны тәрән мәғәнәле итеү маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәрҙән айырым яҙырға.

Уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; эште планлаштырыу; үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү.


Иптәшеңә ҡарата иғтибарлылыҡ, ихтирамлылыҡ, хөрмәт кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләү; үҙ-ара татыу хеҙмәттәшлек итергә өйрәнеү.


99-100

24.05

26.05



Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға. Уҡытыусы әйтеүе аҫтында текст яҙырға. Һөйләмдә баш, эйәрсән кисәктәрҙе тейешле тамға (һыҙма) менән билдәләргә. Һүҙҙәрҙең өн моделен дөрөҫ төҙөргә, транскрипцияла яҙырға, орфограммаларҙың аҫтына һыҙырға, аңлата белергә.

Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙ эшеңде баһалау. Йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; үҙеңдең эшмәкәрлегеңде дөйөм проблеманы хәл итеүгә йүнәлтә белеү.

Тема буйынса фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.


101-102

28.05

30.05


Йыллыҡ тикшереү эше. Эшкә анализ.

Бирелгән эштәрҙе аңлы уҡып, дөрөҫ итеп үтәргә.. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү.


Күмәк эш, коллектив эш сифаты өсөн яуаплылыҡ тойорға күнегеү.

103-104



Йыл буйы уткәндәрҙе ҡабатлау

Сағыштырыуҙар аша фекерләүһәләтен үҫтереү, һәр эште еренә еткереп үтәү, үҙ эшеңәғәҙел баһа бирергә күнегеү. Эште үтәгәндә иғтибарыңды туплау, эште тикшереү, үҙэшеңде баһалау Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү; планға ярашлы эш итә белеү; эшләгән эште йомғаҡларға, уның буйынса һығымта яһарға өйрәнеү; төркөмдә иптәштәреңде иғтибар менән тыңлау, үҙеңдең үтәгәнэшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеү һәм төшөнөү.

Темаға ҡарата фекереңде дәлилләү, иҫбатлау күнекмәһе алыу; уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек ыңғай сифаттың әһәмиәтен күрһәтеү; эшлекле, эшсән кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.


105



Йомғаҡлау дәресе

Каникулға әҙерлек тураһында һөйләшеү ҡороу. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.

Йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; үҙеңдең эшмәкәрлегеңде дөйөм проблеманы хәл итеүгә йүнәлтә белеү.


Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.



8.Материал-техник ҡулланмалар



Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

4-се класс

Төп әҙәбиәт 1. М.С. Дәүләтшина, С.В. Атнағолова. Башҡорт теле : Башланғыс мәктәптең икенсе класы өсөн уҡыу китабы. - Өфө: Китап, 2010 2. Сынбулатова Ф.Ш. " Башҡорт теле" дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2-се кластар. - Өфө: Китап, 2008 3. Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 - се кластар өсөн "Башҡорт теле" дәреслегенә программа. - Өфө: Китап, 2010 4. Һүҙлектәр.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994..
  2. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  3. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; "Йәншишмә" гәзиттәре.
  4. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008
  • "Башҡорт теле" дәреслеге ( автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)

  • "Башҡорт теле дәфтәре" ( автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)

  • "Контроль эштәр дәфтәре" ( автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)

  • "Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре"( автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)


Техник ҡулланмалар
  • Класс таҡтаһы;

  • Ноутбук;

  • Мультимедиялы проектор;

  • Магнитофон;

  • Сканер, лазерлы принтер.

Йыһазландырыу:

  • Киҫмә һыҙмалар, киҫмә фишкалар;

  • Күргәҙмә материалдар, һүрәттәр;

  • Үҫтереүсе өҫтәл уйындары;

  • Үҫтереүсе электрон уйындар;

  • Таблицалар, картиналар;






© 2010-2022