Рабочая программа по башкирскому языку (ГОС) 2 класс

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Төҙөүсе: I категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы Абдрафиҡова Миләүшә Фәғил ҡыҙы

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010, Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2- се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2012.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Китап, 2008

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010, Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле:

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Магинск урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

1-се класта башҡорт теле (дәүләт теле) предметы булмағанлыҡтан, 2- се класта 2 дәреслек менән эш алып барыла. Башҡорт теле (дәүләт теле) мәктәп компонентынан предмет булараҡ аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә бүленде, йылына 35 сәғәт.

Был эш программаһында Федераль һәм Республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы. Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары һәм маҡсаттары:

-башҡорт телендә һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен үҙләштереүгә өлгәшеү;

-уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

-башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

-дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

-уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙ- ҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәре уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде:

1)һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

2)фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

3)уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

4)баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

предмет кимәлендә белемгә эйә булыу; уҡыу техникаһын үҫтерең; яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу; тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу; орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү; башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу; телде тойомлауҙы үҫтереү.

Фонетика һәм графика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

-өндәргә характеристика биреү: һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).

Башланғыс класты тамамлаусы укыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөмкинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-башҡорт теленең нормаларын үтәү уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

Һүҙ составы

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

-һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә эйә була.

Лексика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:

-һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

-һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы табыу һәм ҡулланыу;

-сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдар ҡулланыу;

-текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

- ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

-һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

-аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлал алыу.

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлылыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

шәхси үҫеш кимәле; метапредмет кимәле; предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Шәхси үҫеш кимәле

«Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

Башҡорт телендә тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәтеү нигеҙҙәре

Башланғыс мәктәптә грамотаға өйрәтеү осоронда балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә (тыңлау,һөйләү, уҡыу, яҙыу) өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора. Был эшмәкәрлек баланы грамотаға өйрәтеүҙән башлап, артабан аңлап тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләрен формалаштырыу, йәғни интеллектуаль-эшмәкәр, коммуникатив шәхес тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Балаға рухи йөкмәтке һалыу, әхлаҡи тәрбиә биреү, эстетик, эмоциональ зауыҡ формалаштырыу башҡорт теле аша бойомға ашырыла. Был йәһәттән телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә.

Был өлкәлә эш Л.С.Выготский, П.Я.Гальперин, Н.В.Талызина, Л.В.Занков, Д.Б.Эльконин- В.В.Давыдов, Л.Е.Журова һәм Ж.Ғ.Кейекбаев, Н.К.Дмитриев, Н.Х.Ишбулатов, К.Г.Ишбаев, А.А.Ғәлләмов, Т.Х.Аслаев, Х.А.Толомбаевтың фәнни- теоретик идеяларына нигеҙләнеп ҡоролған.

Башҡорт теле программаһы «Мәғариф тураһындағы Закон»ға, Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына, «Башҡортостан халыҡтары телдәре Законы», «Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы» һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде. Был документтарҙа рус мәктәптәрендә башҡорт телен тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде.

Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдында ҡуйған төп маҡсат- баланы шәхес итеп үҫтереү. Рәсәй Федерацияһының мәғарифты үҫтереү программаһында ла «Дөйөм белем биреү мәктәбен модернизациялау нигеҙҙә уҡыусыларға билдәле күләмдә белем биреүҙе генә күҙ уңында тотмай, ә уны шәхес булараҡ үҫтереү, танып белеү һәм эшмәкәрлек һәләттәрен күреү» ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың төп мәсьәләләре билдәләнде:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу,

-тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү,

-башҡорт теле фәне аша тирә-яҡты, йәғни баланы уратып алған мөхитте, объекттарҙы, күренештәрҙе танып белергә өйрәтеү,

-башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен,эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу,

-тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү; уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү (уҡыу мәсьәләһе, проблема ҡуйыу; эште планлаштырыу, ойоштороу; уҡыу мәсьәләһен сисеү; эште баһалау; рефлексив-контроль эшмәкәрлек);

-милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

Тәҡдим ителгән уҡыу программаһы нигеҙендә башҡорт телен өйрәнеү, туған телдә мәҙәни аралашыу, үҙ-ара кешеләр менән заманса мөғәлләмә итеү оҫталығын юғары коммуникатив кимәлгә ҡуйыу өсөн уҡытыу-тәрбиә эшен күрһәтелгән маҡсаттарға ярашлы итеп ойошторорға кәрәк.

Башҡорт теленә өйрәтеү программаһының төп принциптары

1.Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

Тәҡдим ителгән программаны хөкүмәт стандарты нормаларына яраҡлаштырып ҡороу күрһәтелгән принципты тормошҡа ашырыуға мөмкинселек бирҙе. Хөкүмәт стандарттары талаптарына ярашлы шәхси үҫеш, предмет һәм метапредмет өлкәһендәге үҫеште уҡыу программаһына таянып, дәреслек материалдарын төрлө интеллектуаль кимәлдәге балалар өсөн эштәр менән тәьмин итеү бурысы тора. Был төрлө кимәлдәге үҫеш менән уҡырға килгән һәм шулай уҡ тәбиғәттән төрлө аң-аҡылға эйә булған балаларҙы программа йөкмәткеһен үҙләштереүҙе уның шәхси мөмкинселектәрен, булмышын иҫәпкә алып ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.

2. Фәнни- теоретик белем биреү.

Телде өйрәнеүҙе төп фәнни-теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереүгә нигеҙләп ҡороу. Төп тел төшөнсәләрен баланың аң-зиһен кимәлен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу оҫталығын шымартыу объекты итеп ҡулланыу.

3. Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

Был принцип баланы аҡыллы, эмоцианаль-эстетик, рухи-әхләҡи, һау-сәләмәт йәшәргә өйрәтә. Тимәк, уҡытыусы ошо йүнәлештәрҙә тейешле шарттар булдырырға бурыслы.

4. Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

Балаға тәбиғәттән бирелгән йәки ата-бабаһынан күскән аң, зиһен, фекерләү, эмоциональ булмыш, телмәр сфераларындағы ыңғай һыҙаттарҙы күтәреү, улаҙы иҫәпкә алып, баланың аҡылын үҫтереүҙе тормошҡа ашырыу. Башҡорт милләтенә, халҡына хас яҡшы сифаттарҙы нығытыу, дауам итеү.

5. Башҡорт телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәрле мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһындағы», Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан халҡының телдәре тураһында»ғы закондарына нигеҙләнеп, шулай уҡ башҡорт теленең хөкүмәт статусына эйә булыуына таянып, бала үҙенең туған телен республика эсендә аралашыу теле итеп тойорға һәм ирекле һөйләшеү мөмкинселектәренә эйә булырға тейеш. Башланғыс мәктәптә әҙәби тел һәм ябай һөйләшеү - аралашыу күнекмәләренә башланғыс һалыу тигән һүҙ.

6. Баланың физик һәм психик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Башҡорт телен өйрәтеүҙә балаға ихтирам, яратыу, иғтибарлы булыу, психологик комфорт атмосфераһын тыуҙырыу кәрәк. Бының өсөн махсус рәүештә программа миатериалы нигеҙендә уҡыу ситуациялары тыуҙырыу, предметты өйрәнеүҙә дәреслектең персонаждарын ҡулланып, баланы уйнатып, уйландырып, мауыҡтырғыс итеп үткәреү талап ителә.

2- се класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белгәндәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
Телдән яуаптарҙы баһалау: Уҡыусыларҙың телдән һөйләүен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла. Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау: 1. "тулыһынса аңланы" 2. "өлөшсә аңланы" 3. "аңламаны" Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау: 1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә; - дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа; - тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, "5" ҡуйыла. 2- се класта бәйләнешле һөйләү - 5- 6 һөйләмдән тәшкил итә.
2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа; - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,"4" ҡуйыла
3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа; - 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә; - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, "3" ҡуйыла.
4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа; - паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә; - 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, "2" ҡуйыла.
Диалогик һөйләмде баһалау: 1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа; - әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, "5" ҡуйыла
2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа; - 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, "4" ҡуйыла.
3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә; - һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә; - 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, "3" ҡуйыла.
4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә; - һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, "2" ҡуйыла.

Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

2 класс

25-30

90-120

35-45

3 класс

35-40

120-140

55-65

4 класс

45-50

150-200

75-80

Диктанттарҙы баһалау

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар; 4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша). Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар. Диктант бер генә билдә менән баһалана. «5» билдәһе - тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә, «4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. «3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. «2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында. Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана. Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә: «5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда, «4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә, «3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә, «2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Календарь - тематик план

Дәрес темаһы

Дәрес маҡсаттары

Дәрес төрө

Күләме

Планлаштырылған

көнө

Үткәрелгән

көнө

1

Танышыу. Башҡорт алфавиты

Дәреслек, уҡытыусы менән танышыу. Башҡорт алфавиты, Тыуған ер тураһында һөйләшеү

Яңы материал үҙләштереү

1

2

Был кем? Был нимә?

Әә өн- хәрефе

Башҡорт телендә Был кем? Был нимә? һорауҙарының ҡулланышын аңлатыу; Әә өн- хәрефе менән таныштырыу

Яңы материал үҙләштереү

1

3

Кемдеке?

Үү өн- хәрефе

Һорауға яуап бирергә өйрәтеү; Үү өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

4

Нимә эшләй?

Өө өн- хәрефе

Һорауға яуап бирергә өйрәтеү; Өө өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

5

Минең ғаиләм.

Ҡҡ өн- хәрефе

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү; Ҡҡ өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

6

Кем менән? Кемдең?

Ҙҙ өн- хәрефе

Һорауҙарға яуап бирергә өйрәтеү; Ҙҙ өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

7

Мәктәп. Беҙҙең класс.

Һһ өн- хәрефе

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү; Һһ өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

8

Уҡыу әсбаптары.

Ғғ өн- хәрефе

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү; аңлап һөйләү, Ғғ өн- хәрефе менән танышыу

Яңы материал үҙләштереү

1

9

Ҡайҙа?

ң өн- хәрефе

Һорауға яуап бирергә өйрәтеү; ң өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

10

Кем? Кемдәр?

Нимә? Нимәләр?

ҫ өн- хәрефе

Башҡорт телендә күплек төшөнсәһе менән таныштырыу; ҫ өн- хәрефе менән таныштырыу

Яңы материал үҙләштереү

1

11

Төҫтәр.

В(уы) өн- хәрефе

Башҡорт телендә төҫтәрҙең атамаһы менән танышыу; в (уы) өн- хәрефе менән танышыу

Яңы материал үҙләштереү

1

12

Һандар.

Ь билдәһе

Тема буйынса лексика. Башҡорт телендә һанарға өйрәтеү; ь билдәһенең ҡулланышын ҡарау

Яңы материал үҙләштереү

1

13

Уйынсыҡтар.

Ъ билдәһе

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү; ъ билдәһенең ҡулланышын ҡарау

Яңы материал үҙләштереү

1

14

Тән өлөштәре

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

15

Кейем- һалым

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

16

Контроль күсереү

"Мәктәптә"

Үтелгәндәргә йомғаҡ яһау, башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү

Тикшереү дәресе

1

17

Хаталар өҫтөндә эш.

Яңы йыл менән!

Хаталарҙы аңлап төҙәтергә өйрәтеү; тема буйынса яңы лексика биреү; Яңы йыл тураһында шиғырҙар уҡыу, йыр өйрәнеү

Ҡатнаш дәрес

1

18

Йорт хайуандары һәм ҡоштары

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

19

Ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштар

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

20

Аҙна көндәре.

Ай исемдәре

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

21

Мәктәп баҡсаһы

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

22

Мәктәп тормошо

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

23

Мин ғаиләмде яратам

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

24

Минең яратҡан ризығым

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

25

Ҡайҙа? Ҡайҙан?

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

26

Нимә менән?

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

27

Һөнәрҙәр

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

28

Еләк- емеш, йәшелсә

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

29

Һаулыҡ- ҙур байлыҡ

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

30

Шәхси гигиена

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

31

Көн тәртибе

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

32

Контроль диктант

"Ярҙамсы"

Үтелгән темаларға йомғаҡ яһау; башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү

Тикшереү дәресе

1

33

Хаталар өҫтөндә эш.

Йыллыҡ йомғаҡлау

Хаталарҙы аңлап төҙәтергә өйрәтеү; темаларҙы ҡабатлау

Коррекциялау дәресе

1

34

Көтөп алған йәй етте!

Йәй тураһында шиғырҙар уҡыу, һүрәттәр төшөрөү, йыр өйрәнеү

Яңы материал үҙләштереү

1

35

Балалар фольклоры

Балалар уйындары менән таныштырыу, уйындар уйнау

Яңы материал үҙләштереү

1



Бөтәһе:35 сәғәт

Контроль күсереү: 1

Контроль диктант: 1

Контроль күсереү өсөн текст

Мәктәптә Айрат менән Айгөл мәктәптә уҡый. Мәктәп ҙур, яҡты, матур. Айрат математика, башҡорт теле дәрестәрен ярата. Ә Айгөл инглиз телен өйрәнә. Тыуған илгә белемле, файҙалы йәштәр кәрәк.

Контроль диктант өсөн текст

Ярҙамсы Мин өйҙә әсәйемә ярҙам итәм. Сынаяҡтарҙы, тәрилкәләрҙе йыуам. Өҫтәлдең, ултырғыстың, шкафтың туҙанын һөртәм. Пальтомды, быймамды, күлдәгемде, башлығымды үҙ урынына ҡуям.

Уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Башҡорт теленең алфавиты. Плакат

  2. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: Эдвис, 2008

Материаль- техник ҡулланмалар

  • Телевизор

  • Видеомагнитофон

  • Проектор

  • Ноутбук

Төп әҙәбиәт исемлеге

  • Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010.

  • Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2- се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2012.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре.- Өфө: Китап; 2009
  2. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа, ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө: 2006
  3. Журналдар: "Аҡбуҙат", "Аманат", "Башҡортостан уҡытыусыһы"
  4. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  6. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.
  7. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.
  8. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.
  9. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.
  10. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.









© 2010-2022