Конспект урока по башкирскому языку на тему Виды окончаний в башкирском языке (3 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 3 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ялғау төрҙәре

Маҡсат: уҡыусыларҙы ялғау төрҙәре менән таныштырыу; үҙгәртеүсе һәм яһаусы ялғауҙарҙы айыра белеү һәләтлектәрен үҫтереү; тел байлыҡтарын арттырыу; фекерләү ҡеүәтен,хәтерҙәрен үҫтереү; тыуған илгә һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I. Психологик комфорт булдырыу

- Тәҙрәгә ҡарап тәбиғәткә күҙ һалайыҡ.

- Бер- беребеҙҙе йылмайып сәләмләйек.

- Дөрөҫ итеп парта артына ултырығыҙ.

Үҙеңде эшкә көйләү, аҡыл эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

I I.Уңыш ситуацияhын ойоштороу

Өй эшен тикшереү. 5-се күнегеү, 84 бит.

Уҡыусыларҙың яуаптары.


III. Дәрестең маҡсатын билдәләү

Һөйләмдәрҙе уҡы. Нимә әйтерһегеҙ?


-Һалҡын ҡыш килде. Бөтә тирә- яҡ ап-аҡ юрған ябынған төҫлө. Урман тынып ҡалған. Күп хайуан

йоҡоға талған. Ҡош һайрамай.

-Бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? Ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

Уҡыусыларҙың яуаптары.


Уҡыусыларҙың фекер йөрөтөүе.

Ял итеү минуты.

Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

Шулай бейеп алалар,

Шулай ерҙе ҡаҙалар,

Шулай ырғый балалар,

Шунан шым ғына ултырып,

Тағы белем алалар.

Уҡыйҙар һәм яҙалар.


IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

1.1-се күнегеү өҫтөндә телдән эш.

2. Парҙар менән эш.

2-се күнегеү, 85 бит.

Һүҙҙәрҙе төркөмдәргә бүлеп яҙ (яһаусы ялғау, үҙгәртеүсе ялғау).

3. 3-сө күнегеү өҫтөндә эш.

Тамырҙаш һүҙҙәрҙе төркөмләп яҙырға.

4.Ҡағиҙә өҫтөндә эш.

Уҡыусыларҙың фекер йөрөтөүе

Уҡыусылар фекер йөрөтөргә, үҙ фекерен әйтергә өйрәнә.

Уҡыусылар фекер йөрөтөргә, үҙ фекерен әйтергә өйрәнә.

Уҡыусылар фекер йөрөтөргә, үҙ фекерен әйтергә өйрәнә.

V. Ғәмәли эштәр

Дәфтәрҙә эшләү.

1.6-сы күнегеү. Үҙ аллы эш.

Уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүе.

VI.Рефлексив анализ.Баhалау.

1.-Дәрестә нимәләр белдең?

-Нимәгә өйрәндек?

2.-Бөгөн дәрестә hин нисек эшләнең? Үҙеңдең эшеңде нисек баhалайhың?

3. Уҡытыусының баһалауы.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Уҡыусылар үҙҙәрен дөрөҫ баһаларға өйрәнә.

VII. Өй эше биреү

4-се күнегеү, 85 бит.

Хикәйәне уҡы. Бирелгән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙы билдәлә, күсереп яҙ.


© 2010-2022