Башҡорт дәүләт теленән ФГОС буйынса икенсе класс өсөн эш программаһы

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


Аңлатма яҙыу

П. 1 Эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы;

25.10,1991г.№180-1 с изм. От 12.03.2014г.

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы;

От 1.06.2005 №53-ФЗ.

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, (в ред. Законов РБ от 05.01.2001 № 156-з,

от 01.03.202 № 297-з, от 17.03.2003 № 482-з,

от 05.04. 2004 №74-з, от 03.11.2006 № 370-з)

"Башҡортостан Республикаһының мәғариф тураһында" законы 01.07.2013 №696-3

Башҡорт телен уҡытыуҙың нигеҙләнеше: Башҡортостан президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.1995 йылда үткәрелгән Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте. Башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары:

-1-се класта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

-тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

-Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

-Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

-Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау.

-Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

Уҡыу дисциплинаһының йөкмәткеһе. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Эш программаһы:102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн 10 сәғәт ҡарала. Төҙөүсеһе: Миһранова Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы. Дәреслек:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2014. Программа кимәле : базис Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- ) Өфө, 2011; Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Китап.2011. Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.Башҡорт теле:Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡ. өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2011. Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө.Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. П.2 Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Бапшҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теленән программа" (уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск. "Книгоград", 2008. Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү.
  • Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
  • Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Уҡыу дисциплинаһының йөкмәткеһе.

Уҡыу дисциплинаһының структураһы һәм яҡынса йөкмәткеһе. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

-башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр.

-тәржемә эштәре(башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә).

-дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү.

-һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.

-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.

П 3. Уҡыу программаһының үтәлеү шарттары.

Уҡыу программаһының үтәлеүе өсөн башҡорт теле кабинеттары булыуы мотлаҡ

Уҡыу кабинетының йыһаздары: ултырғыстар, класс таҡтаһы, уҡытыусының эш урыны.

Материал-техник ҡулланмалар; компьютер, проектор, экран.

П. 4 Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

-бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү, һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

-диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү, үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

-ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә), поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү, текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу, ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу, бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-тәржемә эштәре.

-дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү.

-һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.

-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.

2- се класта түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим ителә:

Күсереп яҙыу- 4

Һорауҙарға яуап. Тест- 3

Диктант- 1

Инша - 2

П.5 Башланғыс мәктәп уҡыусыларының башҡорт теле программаһын өйрәнеү буйынса шәхсән һөҙөмтәләренең талаптары.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

•тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

•башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

•дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

•үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

•белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мөғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығы;

•аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

•телмәрҙең һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

•үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем төгәл итеп аңлатырға ынтылыу;

•һорауҙар биреү оҫталығы.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

•башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;

•орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

•өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика биреү) алыу оҫталығы;

•үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлелеге.

П.6 Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Танышыу - 7 сәғәт.

Был мин - 3 сәғәт

Минең ғаиләм - 4 сәғәт

Аҙыҡ-түлек - 5 сәғәт

Мәктәп - 12 сәғәт

П.7 Календарь -тематик планлаштырыу.

Телмәр үҫтереү буйынса тема

Грамматик тема

Матур яҙыу минуты

Һүҙлек һүҙҙәре

Өҫтәлмә материал

Китаптан биттәр

Дата план буйынса

1

Танышыу.

Һин кем?

Әә, мәктәп, сәскә, өҫтәл

Сәләм, һаумы, таныш бул, һин кем?

Күргәҙмәлек материал

3-4

1.09

2

Танышыу.

Һеҙ кем?

Һһ Хх һәм, һаумы, һәйбәт, һыу

Хәлдәр нисек?, һәйбәт, яҡшы, һау бул, һау булығыҙ

Һүрәттәр

5-6

2.09

3

Һинең исемең нисек?

Исемдәрҙең эйәлек заты ялғауҙары.

ң минең, һинең, уның

Минең исемем, уның исеме

Электрон дәреслек, слайд

4.09

4

Һинең исемең нисек?

Исемдәрҙең эйәлек заты ялғауҙары.

ң минең, һинең, уның

Беҙҙең, мин

Электрон дәреслек, слайд

9-10

08.09

5

Һин ҡайҙа йәшәйһең?

Исемдәрҙең төбәү килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы.

Ҙҙ таҙа, яҙа, ҙур

Ҡайҙа? Рәсәйҙә, ауылда, ҡалала, яҙа, йәшәйем.

Электрон дәреслек

10-11

09.09

6

Һин ҡайҙа йәшәйһең?

Исемдәрҙең төбәү килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы.

Ҙҙ таҙа, яҙа, ҙур

Йәшәйем, урамында, йортта, фатирҙа

Слайд,

12-13

11.09

7

Һиңә нисә йәш?

Һандар.

Үү дүрт, түгел.

Түгел, дуҫ, дуҫтар

Слайд

13-14

15.09

Был мин

8

Тән өлөштәре

Исемдәрҙең эйәлек категорияһының -ым, -ем, -ың, -ең зат ялғауҙары.

Ҡҡ уҡый, ҡул, аяҡ

Баш, ҡолаҡ, ҡаш, ҡолаҡ, ҡул, бармаҡ, сәс, арҡа, аяҡ

слайд

15-16

16.09

9

Тән өлөштәре.

Исемдәрҙең күплек ялғауы.

Ҡҡ ҡулдар, ҡолаҡтар

Күҙ, керпек, бит, тел, теш, ауыҙ, ирен.

Слайд

16-17

18.09

10

Ауырта-ауыртмай.

Күсереп яҙыу. "Ололар һүҙе"

Исемдәрҙең эйәлек категорияһының -ым, -ем, -ың, -ең зат ялғауҙары.

Ҡҡ юҡ, ҡолағың

Ауырта, ауыртмай, дарыу, һаҡ йөрө.

Слайд

18-19

22.09

Минең ғаиләм

11

Хаталар өҫтөндә эш. Минең,ғаиләм

Эйәлек алмаштары

Ғғ ғаилә, туған

Ғаилә, ғәфү ит, эшләй,

Слайд

20-22

23.09

12

Бармы?

Эйәлек алмаштары

Ғғ ултырғыс, ағайым, ағайың

Бармы? Бар, юҡ, эйе.

Слайд

23-24

25.09

13

Нимә эшләй?

Ҡылым.

Өө Өфө, Бөрө, Нөгөш

Олатай, ҡартатай, өләсәй, ҡартәсәй

Слайд

25-26

30.09

14

Нимә эшләй?

Ҡылым.

Өө Өфө, Бөрө, Нөгөш

Һөйләй, төҙөй, һүрәт төшөрә, урамда йөрөй

Слайд

27-29

2.10

Аҙыҡ-түлек.

15

Кем нимә ярата?

Нимә менән?

ҫ дөрөҫ, дөрөҫ түгел

Иртәнге аш, ашайым, эсәм, тәмле, бешерҙе

Слайд (һүҙлек)

30-32

6.10

16

Кем нимә ярата?

Нимә менән?

Ҡасан? Кисә, бөгөн, иртәгә.

Хеҙмәт дәресе, дәрес булмай, йыр дәресе, кисә, бөгөн, иртәгә, хәҙер.

32-34

7.10

17

Һауыт-һаба

Нимә менән?

Ҡорот менән, кәнфит менән

Таба, кәстрүл, алдыр, сәйнүк, сынаяҡ, бысаҡ, ҡалаҡ, сәнске, тәрилкә.

Слайд

35-36

9.10

18

Һауыт-һаба

Нимә менән?

Ҡорот менән, кәнфит менән

Таба, кәстрүл, алдыр, сәйнүк, сынаяҡ, бысаҡ, ҡалаҡ, сәнске, тәрилкә.

Слайд

36-37

13.10

19

Ҡабатлау.

Ҡылымдың 1-се зат күплек ялғауы.

-быҙ, -беҙ, ял итәбеҙ, яратабыҙ

Ярҙам итәбеҙ, уйнайбыҙ, йоҡлайбыҙ

38

14.10

20

Тикшереү эше

Һорауҙарға яуап. Тест.

карточкалар

16.10

Мәктәп.

21

Минең мәктәбем

Мәктәп ниндәй? Сифат.

Ҙур, бәләкәй

Яңы, иҫке, матур, насар.

Слайд

39-40

20.10

22

Минең мәктәбем

Мәктәп ниндәй? Сифат.

Яңы, иҫке

Китапхана, ашхана, дәрес, тәнәфес.

Слайд

40

21.10

23

Ҡабатлау.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Уҡыйым, яратам, яҙам.

Карточкалар менән эш.

23.10

24

Тикшереү эше. Күсереп яҙыу.

27.10

25

Хаталар өҫтөндә эш. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

28.10

26

Уңған ҡыҙ. И.Ғүмәрова

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

ң уңған, һуң

40-41

30.10

27

Минең класым.

Класс ниндәй?

Таҡта, аҡбур, өҫтәл, ишек, тәҙрә, иҙән

42

6.11

28

Минең класым.

Класс ниндәй?

Ашхана, өс ҡатлы, таҡтаға сыҡ! Дәрес башланды. Инергә мөмкинме? Сығырға мөмкинме?

42-43

10.11

29

Минең класым.

Һөйләм төҙөү.

Карточкалар менән эш.

11.11

30

Мин мәктәпкә йыйынам.

Кемдеке?

Ҡҡ ҡәләм, карта

Дәреслек, дәфтәр, ҡәләм, юйғыс, көндәлек.

44

13.11

31

Мин мәктәпкә йыйынам.

Кемдеке?

Минеке, һинеке, уныҡы.

Ручкам, дәфтәрем, дәреслегем, юйғысым.

44-45

17.11

32

Мин дәрестә.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

Асығыҙ, ябығыҙ, яҙабыҙ, уҡы, һөртөгөҙ, табығыҙ, яҙығыҙ, тамам.

46

18.11

33

Мин уҡыусы.

Нисек?

Матур яҙа, дөрөҫ ултыра

Матур яҙа, ҡысҡырып һөйләй,яҡшы уҡый, дөрөҫ ултыра.

47

20.11

34

Мин уҡыусы.

Нисек?

Дөрөҫ

Яҡшы, дөрөҫ, тырыша, насар.

48-49

24.11

35

Контроль күсереп яҙыу.

25.11

36

Хаталар өҫтөндә эш.

27.12

37

Мин дәрестә.

Ҡайҙа? Һорауы.

Ҡҡ Ҡайҙа? Өҫтәлдә, кәштәлә, шкафта

Янында, эргәһендә, эсендә, түңәрәк

50-51

1.12

38

Мин дәрестә.

Ҡайҙа? Һорауы.

Өҫтәл өҫтөндә, өҫтәл аҫтында

Аҫтында, өҫтөндә, йыйып ҡуймай, ята.

51-52

2.12

39

Мин дәрестән сыҡтым.

Нимә эшләйем?

Үү түңәрәк, бейеү

Бейеү, йыр, ҡурай, каратэ, ҡул эше

53-54

4.12

40

Тәнәфестә.

Нимә эшләйем?

Әә тәнәфес.

Таратам, һөртәм, әҙерләнәм, ярҙам итәм, ял итәм

55-56

8.12

41

Дәрестән һуң.

Нимә эшләйем?

Ашайым, уйнайым

Ашайым, уйнайым, дәрес әҙерләйем, йоҡлайым.

56-57

9.12

42

Ҡабатлау. Һүрәт буйынса эш.

Диалог.

58-59

11.12

43

Ҡабатлау. Һүрәт буйынса эш.

Хикәйә төҙөү.

60

15.12

44

Минең уйынсыҡтарым.

Нимә? Нимәләр?

Ҡҡ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, ҡурсаҡ

Уйынсыҡ, ҡурсаҡ, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, ҡурсаҡ.

61-62

16.12

45

Тиҙҙән яңы йыл етә.

Ҡылымдарҙың күплек ялғауы.

Бейейбеҙ, уйнайбыҙ

Яңы йыл, шыршы, биҙәйбеҙ, шиғыр һөйләйбеҙ.

63-64

18.12

46

Төҫтәр.

Ниндәй?

Ҡыҙыл туп, йәшел машина.

Аҡ, ҡара, йәшел, күк, һары, һоро, ҡыҙыл, зәңгәр.

65-66

22.12

47

Уйынсыҡтар магазины.

Күплек ялғауҙары

-дар, - дәр, -ҙар, -ҙәр, -тар, -тәр, -лар,-ләр

Һатыусы, алыусы.

66-67

23.12

48

Кейем-һалым магазинында

Күплек ялғауҙары

Салбар, бүрек, тун, итек, бейәләй, бирсәтке.

67-68

25.12

49

Һүҙлек диктант.

69-70

29.12

50

Әсәй зары.

Нимә эшләмә?

Туҙҙырма

Туҙҙырма, ватма, бысратма, ташлама.

30.12

51

Шауламағыҙ! Фәүзиә Рәхимғолова.

Нимә эшләмә?

Ҡурсағым

Кибет, мыжый, кеҫә, баҫмағыҙ.

70

20.01

52

Мин уйнарға яратам.

Ҡылымдың күплек ялғауҙары.

Яһайбыҙ, уйнайбыҙ

Ҡар бабай яһайбыҙ, ҡар бәрешәбеҙ, "Тау хужаһы" уйнайбыҙ.

71-72

21.01

53

Ҡар бабай.

Нимә эшләйбеҙ?

Саф, тышта.

Сана, шыуабыҙ, саңғы.

73-74

23.01

54

Беҙҙең катокта.

Нимә эшләйбеҙ?

Ҡышҡы каникул

Катокка барабыҙ, конькиҙа шыуабыҙ, хоккей уйнайбыҙ.

74-75

27.01

55

Мин уйнарға сығам.

Миңә нимә кәрәк?

Бүрек, бейәләй.

Тун, бүрек, бейәләй, салбар, итек, быйма, ойоҡ? Кейәм, кеймәйем.

Слайд

76

28.01

56

Мин уйнарға сығам.

Миңә нимә кәрәк?

Кейем-һалым.

Салбар кейәм, тун сисәм, бүрек кеймәйем.

Слайд

77

31.01

57

Беҙ уйнайбыҙ.

Миңә нимә кәрәк?

Өшөмәйбеҙ, кеймәйбеҙ

Панама, шорты, күлдәк, юбка

Слайд

78-79

3.02

58

Мин уйнарға сыҡтым?

Рәт һандары

Беренсе, икенсе.

Ярыш, урын, саңғы ярышы, еңеүсе

Слайд

80-81

4.02

59

Инша. Хаталар өҫтөндә эш.

82

6.02

60

Минең кескәй дуҫтарым

Был нимә?

Тәпәй, ҡолаҡ, ҡойроҡ, ҡанат

Бесәй, эт, көсөк, тутыйғош, ташбаҡа, ҡушамат.

83-84

10.02

61

Минең бесәйем.

Ниндәй? Һорауы.

Ап-аҡ, ялбыр

Ялбыр йөнлө, йөнтәҫ, йомшаҡ, маңлай, тоҡом, тәрбиәләй.

Сюжетлы картиналар

85-86

11.02

62

Аҡтүш.

Ниндәй? Һорауы.

Эт, көсөк.

Көслө, уҫал, аҡыллы,иркә, матур

Слайд

86-87

13.02

63

Эт һәм бесәй.

Ни эшләй? һорауы

Эт өрә, бесәй мыяулай.

Өрә, мырлай, йәшенә, ҡабатлай, үсекләй, шаяра, һаҡлай.

87-89

17.02

64

Аквариум. Балыҡтар.

Ни эшләй? Һорауы.

Балыҡ, һыу.

Йөҙә, ашарға эҙләй, күҙәтеп ултырам.

89-90

18.02

65

Контроль эш. Тест. Йомғаҡлау.

20.02

66

Хаталар өҫтөндә эш.

24.02

67

Йәнлектәр.

Ҡайҙа? Һорауы.

Африкала, Һиндостанда

Фил, дөйә, мышы, юлбарыҫ, арыҫлан, маймыл.

91-92

25.02

68

Йәнлектәр ҡайҙа йәшәй?

Ҡайҙа? Һорауы.

урманда, тауҙа.

Урман, тау, өң, ағас

93-94

27.02

69

Бүре, айыу, арыҫлан.

Сифат.

Ҡурҡаҡ, көслө

Ҡурҡаҡ, көслө, уҫал, хәйләкәр, сыға, ағас, ҡаса, ҡурҡаҡ.

95-96

3.03

70

Телевизор ҡарайым.

Ҡасан? Һорауы.

Бөгөн, иртәгә.

Бөгөн, кисә, иртәгә, иртән, кис көнө

97-98

4.03

71

Ҡоштар.

Ҡасан? Һорауы.

Һандуғас һайрай, ҡарға ҡарҡылдай, тумыртҡа туҡылдай.

Турғай, ҡарға, тумыртҡа, сыйырсыҡ, тотҡан, осоп киткән, дошман.

99-100

6.03

72

Ҡоштар.

Ҡайҙа? Һорауы.

Тумыртҡа урманда йәшәй.

Һайыҫҡан, бөркөт, күгәрсен, кәкүк

Слайд.

101-102

10.03

73

Ҡоштар.

Ҡайҙа? Ҡасан? Һорауы.

Оса, осмай, йәшәмәй, һайрамай.

Күк, оса, яҙ, бейек, һандуғас, ҡарлуғас, торна, аҡҡош.

103-104

11.03

74

Йорт хайуандарының балалары.

Был нимә? Һорауы.

Ҡолон, үгеҙ

Ҡолон, быҙау, кәзә бәрәсе, һарыҡ бәрәсе, сусҡа бәрәсе, быҙау, ҡолон.

105-106

13.03

75

Бәләкәстәр.

Был нимә? Һорауы.

Бәпкә, себеш, бәрәс.

Бәләкәстәр, тейҙеңме?, баҫтырҙы.

Слайд

107-108

17.03

76

Контроль диктант "Ҡоштар килде".

Сынбулатова Ф.Ш, Нурыева, Ғәлиуллина Г.Б. диктанттар йыйынтығы. 33- сө бит.

18.03

77

Хаталар өҫтөндә эш

20.03

78

Йорт хайуандары.

Нимәгә?

Ауыл

Ҡарай, бесән, ем, һөйәк, ауыл.

109-111

01.04

79

Йорт хайуандары.

Ҡылым. Үткән, хәҙерге заман.

Төштө, йоҡлай ине, килгән булған.

Йомортҡа, йөк, ғәжәп, үркәс.

112-113

8.04

80

Ҡабатлау. Һүрәт буйынса эш.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Сюжетлы һүрәттәр.

114-115

14.04

81

Ҡабатлау. Һүрәт буйынса эш.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Сюжетлы һүрәттәр.

116

15.04

85

Һорауҙарға яуап.

Тест.

86

Сәғәт. Ваҡыт.

Ҡасан? Һорауы.

Сәғәт, ваҡыт

Иртә, төш, кис, йәйге, үткәрәбеҙ, рәхәт.

117-118

18.04

87

Сәғәт. Ваҡыт.

Ҡасан? Һорауы.

Беренсе ярты, минут.

Ярты, башҡа ҡояш һуғыу, көн тейеү.

118-119

21.04

88

Минең көн тәртибем.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

-ым, -ем торам, ашайым, яһайым, барам.

Торам, зарядка яһайым, иртәнге аш ашайым, ярҙам итәм, дәрес әҙерләйем, йоҡлайым, ҡарайым.

Көн тәртибе. Слайд.

120

22.04

89

Баш ҡала шундай матур.

Нимә менән?

Ат менән, машина менән.

Йәйәү, баш ҡала, сәйәхәт.

121-122

25.04

90

Инша

"Көн тәртибе"

28.04

91

Хаталар өҫтөндә эш.

92

Сәйәхәт.

Нимә эшләйбеҙ? һорауы

Бәшмәк, еләк.

Һыу инәбеҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, еләк, бәшмәк йыябыҙ, балыҡ тотабыҙ, эҫе, баҡса, еләк, бәшмәк.

123-124

29.04

93

Лагерға.

Күплек ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы.

Уйнабыҙ, ашайбыҙ, йыябыҙ.

Йәй, бәхәсләшәләр, үткәрәбеҙ, йәмле.

125-126

2.05

94

Лагерға.

Күплек ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы.

Уйнабыҙ, ашайбыҙ, йыябыҙ.

Йәй, бәхәсләшәләр, үткәрәбеҙ, йәмле.

126-127

5.05

95

Ҡабатлау.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

128-129

6.05

96

Башҡорт теле.

130-131

12.05

97

Компьютер.

Ф. Туғыҙбаева.

Башҡорт теленең өндәре.

Һһ һауыт-һаба, һеңле

Туҙан һөртәм, үҙ урынына ҡуям, эште һөйөп үҫ

132-133

13.05

98

Һанап ҡара әле.

Һандар.

Алабыҙ, ҡушабыҙ

Ун, егерме, утыҙ, ҡырҡ, илле, алтмыш, етмеш, һикһән, туҡһан.

16.05

99

Олатайым ордены. Ф. Туғыҙбаева

19.05

100

Контроль диктант.

20.05

101

Хаталар өҫтөндә эш

23.05

102

Балалар уйыны. Аҡ ҡалас. Йәшерәм яулыҡ. Йөҙөк һалыш.

Яулыҡ,туп.

26.05



П. 8 Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге:

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. Баһаутдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
  2. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 2005.
  3. Йәш уҡытыусыға ярҙамға .Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
  4. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү .Ш.Ш.Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.
  5. Сал Уралда - илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004.
  6. Телмәр һәм зиһен .Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005.
  7. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре .Шарапов И.Ә. Өфө, Китап,2005.
  8. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Ғәбитова З.М.,Толомбаев Х.А.Өфө, Китап, 2006.
Материал - техник ҡулланмалар CD диск:Мөхәррәм Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары. Электрон дәреслектәр: Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008. «Аҡбуҙат» журналы. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008. 1-4 -се кластар өсөн электрон дәреслек. Башҡортостан иле.






© 2010-2022