Урок по башкирскому языку на тему

Раздел Начальные классы
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:
Тема: Дарыу үләндәре. Ҡылым. Маҡсат: 1) Ҡылымға дөрөҫ һорау ҡуйырға өйрәтеү, ҡылымдарҙың йыш ҡына һөйләм аҙағында килеүенә төшөндөрөү, Башҡортостанда үҫкән шифалы үлән исемдәре менән таныштырыу;
  1. Эйәлек заттары менән ҡылымды ҡулланырға өйрәтеү;
  1. Дарыу үләндәренең кеше өсөн файҙаһын аңлатыу,
тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, мультимедиа проекторы, экран, дарыу үләндәре һүрәттәре: юл япрағы, үгәй инә үләне, әрем, мәтрүшкә, кесерткән, йүкә сәскәһе.
Дәрес барышы:
  1. Ойоштороу мәле.

Сәләмләү. Танышыу.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
  • Һаумыһығыҙ, уҡытыусы!
  • Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусы! Беҙ сәләмәт, беҙ матур, Салауат кеүек батыр, Дәрес тыңларға әҙер.
  • Уҡыусылар, күреп торам, кәйефегеҙ ҙә яҡшы, хәлдәрегеҙ ҙә һәйбәт.
Дәресте башлап ебәрһәк тә була.
II. Артикуляцион күнегеү. - Ә хәҙер, уҡыусылар, телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Экранға ҡарағыҙ. (Мультимедиа проекторы ярҙамында ҙур экранға формула сыға) 1 - се слайд:
Ҡ - А, О, У, Ы - Ғ
К - Ә, Ө, Ү, И, Е - Г
- уҡытыусы уҡый;
  • бергәләп уҡыу;
  • беренсе юлын малайҙар, икенсе юлын ҡыҙҙар уҡый.
  • Ошо таблицалағы ҡағиҙәне кем аңлатыр? Миҫал килтерегеҙ. (Китап, ағай, ҡара, ҡуян, көн, бөгөн)

Теманы, маҡсатты әйтеү.

- Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ икән? Моғайын, ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табырһығыҙ тип уйлайым.

2 - се слайд:

Урок по башкирскому языку на тему


Урок по башкирскому языку на тему

Урок по башкирскому языку на темуУрок по башкирскому языку на тему

(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлап ҡарау) - Дәрестә беҙ яңы тема, яңы һүҙҙәр менән танышырбыҙ, яҙырбыҙ, уҡырбыҙ. Уйнарға ла өлгөрөрбөҙ.

III.. Грамматик тема өҫтөндә эш.


1-СЕ ЭШ: - Уҡыусылар, экранға иғтибар менән ҡарағыҙ. Слайдта бирелгән һүрәттәрҙә нимә төшөрөлгәнен әйтеп китәйек әле.

3 - сө слайд: Урок по башкирскому языку на темуУрок по башкирскому языку на темуУрок по башкирскому языку на тему





- Руссаға тәржемә итәйек. - Был һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап булып килә? (Кем? Нимә?) - Кем? тигән һорауға яуап биргән һүҙҙе табығыҙ. (Доктор, врач, табип) (Табип һүҙен таҡтаға яҙҙыртыу) - Дөрөҫ.


2-СЕ ЭШ: - Артабанғы слайдҡа ҡарайыҡ.

4 - се слайд:

ҠЫЛЫМ ГЛАГОЛ Ни эшләй? Что делает?

бара идёт

дауалай лечит

көлә смеётся

бәйләй завязывает

йоҡлай спит

- Әйҙәгеҙ, уҡып күрһәтәйек. (Бер уҡыусы уҡый)


- Руссаға тәржемә итәйек. (Уҡыусылар руссаға тәржемәһен әйтһә, шул һүҙ килеп сыға) - Уҡыусылар, был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап була һәм ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (Русса тәржемәһенә күрһәтеп)
- Дөрөҫ. Башҡорт телендә ошо һүҙҙәргә НИ ЭШЛӘЙ? һорауы бирелә. Был һүҙҙәр ҠЫЛЫМ төркөмөнә ҡарай. (Слайдта ни эшләй? һорауы һәм ҡылым тигән һүҙ сыға)

- Ә хәҙер ошо табип һүҙенә тура килгән ҡылымдарҙы табайыҡ. Һорау бирәйек. ТАБИП НИ ЭШЛӘЙ? (Уҡыусылар яуап бирә һәм таҡтаға сығып яҙалар)

ТАҠТАЛА: Табип дауалай. Табип бәйләй.

3 - сө эш: - Артабан эште дауам итәйек. Киләһе слайдҡа күҙ һалайыҡ.

5 - се слайд Табип дауалай. Табип бәйләй.Урок по башкирскому языку на темуУрок по башкирскому языку на тему Табип мине дауалай. Табип яраны бәйләй. - Уҡыйыҡ. - Тәржемә итәйек.

6 - сы слайд: 1 2 3 1 2 3 Доктор лечит меня. Доктор перевязывает рану. _________ _______________________
1 3 2 1 3 2 Табип мине дауалай. Табип яраны бәйләй. ______________ ____________

- Уҡыусылар, ошо схемаға ҡарап нимә әйтә алаһығыҙ? (Яуап алыу) - Башҡорт телендә ҡылым, күберәген, һөйләм аҙағында килә. - Уҡыусылар, арып киткәнһегеҙҙер, ял итеп алайыҡ.

  1. Ял минуты.

7 - се слайд:

Ял минуты бик кәрәк Бер, ике - тура баҫып,

Дәрестең уртаһында. Атлайыҡ бергә-бергә!

(Тубыҡтарҙы сиратлап бөгәбеҙ, (Атлау)

ҡулдарҙы ҡаушырып, ҡулбашты

йөрөтәбеҙ)

Төрлө хәрәкәт яһау Бер, ике - ҡояш, һауа

Арыуҙы оноттора. Дуҫ булһын һәр саҡ беҙгә! (Ҡулдарҙы билгә таянып, ҡулбашты (Ике ҡулды ла алға-өҫкә күтәреп Һикертәбеҙ) атлайбыҙ)
V. Лексик тема өҫтөндә эш. - Уҡыусылар, ауырығанда, дарыухананан алынған таблеткаларҙан башҡа тағы ниндәй дауаланыу ысулын беләһегеҙ? Кем әйтер? (Яуап алыу) - Элек беҙҙең ата-бабалар дарыу үләндәре менән дауаланғандар. Улар һәр бер үләндең исемен, уның ниндәй ауырыуҙан икәнен белгәндәр. - Ә һеҙ ниндәй дарыу үләндәрен беләһегеҙ? Миҫалдар килтерегеҙ. (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау. Русса булһа ла) - Тимәк бөгөнгө дәрес нимә тураһында? (Дарыу үләндәре) - Бөгөнгө теманы асыр өсөн беҙгә яңы һүҙҙәр өйрәнер кәрәк. Экранға иғтибар менән ҡараныҡ.


8 - се слайд: Дарыу үләндәре - лекарственные травы Кесерткән - крапива Юл япрағы - подорожник Әрем - полынь Мәтрүшкә - душица Йүкә сәскәһе - цветы липы Үгәй инә үләне - мать-и-мачеха Йыйыу (йыя) - собирать (собирает)

  • уҡытыусы уҡый

  • рәтләп уҡыу

  • хор менән уҡыу

  • һүҙбәйләнештәр төҙөтөү

  • һүҙлеккә яҙҙырыу

- Ә хәҙер ошо үләндәрҙең һүрәттәрен дә ҡарайыҡ. Экранға иғтибар.

9 - сы слайд:


Урок по башкирскому языку на темуУрок по башкирскому языку на тему

Урок по башкирскому языку на тему

Кесерткән Юл япрағы Әрем

Урок по башкирскому языку на темуУрок по башкирскому языку на темуУрок по башкирскому языку на тему

Мәтрүшкә Йүкә сәскәһе Үгәй инә үләне

- Китаптың 117-се битен асығыҙ. 287-се күнегеүҙе табығыҙ.

- Хикәйәнең исемен уҡығыҙ.(Бер уҡыусы уҡый)

- Ошо текста нимә тураһында һүҙ бара икән? Уҡып белербеҙ.

  • Уҡытыусы тасуири итеп уҡый
  • Бер малай, бер ҡыҙ уҡый
  • Тәржемә итеү
  • Һорауҙарға яуап алыу
- Ошо текстың һәр бер һөйләмендәге ҡылымдарҙы табып әйтегеҙ. (Үҫә, итмәйбеҙ, танырға, йыйырға, дауалап була, инә)
- Уҡыусылар, Башҡортостан республикаһында дарыу үләндәрен һаҡлау өсөн 12 заказник ойошторолған. Махсуслаштырылған "Шафран" совхозы 10 төр дарыу үләнен үҫтерә. - Улар ни өсөн кәрәк тип уйлайһығыҙ?
- Хәҙер һеҙҙең иғтибарлылығыҙҙы тикшерәйек. Экранда дарыу үләндәренең һүрәттәре һәм исемдәре төрлөсә бирелгән. Һеҙгә, берешәр сығып, указка ярҙамында, уларҙы тоташтырыр кәрәк буласаҡ. Башланыҡ.

10 - сы слайд: Урок по башкирскому языку на тему Мәтрүшкә

Урок по башкирскому языку на тему
Кесерткән

Урок по башкирскому языку на тему
Әрем

Урок по башкирскому языку на тему

Үгәй инә үләне
Урок по башкирскому языку на тему

Юл япрағы
Урок по башкирскому языку на тему

Йүкә сәскәһе

VI. Йомғаҡлау. Баһалау.

  • Уҡыусылар, беҙ бөгөн ниндәй тема үттек? (Дарыу үләндәре. Ҡылым)

  • Дөрөҫ. Тимәк, дарыу үләндәрен ҡулланып, кеше бик күп ауырыуҙарҙан дауалана ала.
  • Дәрестә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Өй эшен яҙып алығыҙ.



11 - се слайд:


  1. Өй эше.
Дарыу үләндәренең исемдәрен ҡабатла. Бер дарыу үләне тураһында мәғлүмәт яҙ. "Минең яратҡан спорт төрөм" исемле һүрәт төшөр.


© 2010-2022