- Преподавателю
- Начальные классы
- Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? (2класс)
Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? (2класс)
Раздел | Начальные классы |
Класс | 2 класс |
Тип | Конспекты |
Автор | Иликбаева И.О. |
Дата | 30.12.2015 |
Формат | docx |
Изображения | Нет |
Класс: | 2Б(г) | |||
Дата: |
| |||
Дәрес темаһы: | Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? | |||
Дәрес төрө: | Яңы материалды өйрәнеү. | |||
Дәрес маҡсаттары: | Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү. Үҫтереүсе: тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Тәрбиәүи: уҡыған мәктәптәренә ҡарата ихтирам, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. | |||
Көтөлгән һөҙөмтәләр: | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: мәктәп - темаһына яңы һүҙҙәр өйрәнү, телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү; в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙәре уҡыған мәктәпкә ҡарата ыңғай ҡарашлы, иптәштәрен уҡытыусыларҙы, мәктәптең традицияларын ихтирам итеүсе, класс эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусышәхес тәрбиәләү. | |||
Йыһаҙландырыу: | "Башҡорт теле" дәреслеге, "Беҙҙең мәктәп" темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, электрон дәреслек. | |||
Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу) | |
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. | 1. - һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! - һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙмы? 2. Артикуляцион күнегеү. Бүлмә тып-тын, Дәрес бара. Яңы тема бик ҡыҙыҡ. Уҡытыусы һөйләгәнде Беҙ тыңлайбыҙ йотлоғоп. (М. Дилмөхәмәтов) | Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар. Уҡыусылар яуап бирә. Хор менән ҡабатлайҙар. | Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша. Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр. Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша. | |
II. Өйгә эште тикшереү. | Өйгә эштәрҙе тикшереү. | Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә. | ||
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | 1. Шиғырҙы хор менән уҡыу. Шиғырҙан таныш һүҙҙәрҙе табыу. - Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Атай оҙата маҡтап, Әсәй оҙата маҡтап, - Ҡаршлай бөгөн беҙҙе, Ҡаршылай яҡты мәктәп. Беҙҙең мәктәптә яҡшы, иркен бүлмәләр яҡты. Шундай матур мәктәптә Уҡырға кәрәк яҡшы! (С. Әлибай) - Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбез? - Әйе , "Мәктәп" темаһына яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр белербеҙ, үҙебеҙҙең мәктәп тураһында һөйләргә өйрәнербеҙ. | Шиғырҙы хор менән уҡыйҙар. Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр.
Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр. | Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша. Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр. Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша. | |
IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | 1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу (дәреслектең 39-сы бите, 1-се күнегеү). 2.Һүҙбәйләнештәр төҙөү. 3. 40-сы бит, 4-се күнегеү (һин нисәнсе мәктәптә уҡыйһың? Һорауын үҙләштереү). | Эш дәфтәрендә эшләйҙәр. Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар. Өлгө буйынса һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр. Диалогты уҡыйҙар, өлгө буйынса, парлап диалог төҙөйҙәр. | К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр. Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша. | |
V. Ял минуты. | Сәп-сәп-сәпәкәй Минең ҡустым бәләкәй Ҡулын күтәргән була, Сәпәкәй иткән була. | Уҡытыусы артынан хор менән эшләп ҡабатлайҙар. | Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. | |
VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу). |
- Тексты иғтибар менән тыңлағыҙ. - Аңлағандарын белеү өсөн, һорауҙарға яуап алыу: а) мәктәп ниндәй? б) мәктәптә ниндә кабинеттар бар? в) кабинеттар ниндәй? г)шундай ҙур, матур мәктәптә нисек уҡырға кәрәк?
| Тексты тыңлайҙар, унда нимә тураһында һүҙ барыуын әйтәләр. Һорауҙарға яуап бирәләр. Үҙҙәренең мәктәбе тураһында һөйләмдәр төҙөйҙәр. Эш дәфтәрендә күнегеү эшләйҙәр. Шиғырҙы тасуири уҡыйҙар, һорауҙарға яуап бирәләр. | Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша. К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр. Т.б.: шиғырҙан кәрәкле яуапты таба, аңлы яуап бирә, һығымта яһай, үҙҙәренең эштәрен баһалай белеү формалаша. | |
VII. Өйгә эш. | 1.Яңы һүҙҙәрҙе ятларға. 2. "Беҙҙең мәктәп" темаһына һүрәт төшөрөргә. 3. 40-сы биттәге 5-се күнегеү - шиғырҙы тасуири уҡырға. | Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. | ||
VIII. Дәресте йомғаҡлау. |
Дәрестә мин ... белдем. Мин ... өйрәндем. Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы). Уҡытыусы баһаһы. | Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.
| Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша. Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә. |