Конспект урока по башкирской литературе на тему Әсәйемдең ҡулы күп 2 класс

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ф.Туғыҙбаева. Әсәйемдең ҡулы күп. А.Игебаев. Өйрәнгән ул әҙергә.

Маҡсат:

- хикәйәнең идея- тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға ҡылыҡһырлама биреү

- әсәйгә ҡарата хөрмәт, ихтирам, миһырбанлыҡ сифаттары тәрбиәләү

- уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, үҙ фекерҙәрен дәлилләй алыу һәләттәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләһе булдырыу

Көтөлгән һөҙәмтәләр:

Шәхси: ыңғай әҙәп- әхлаҡ сифаттары үҙләштереү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү

Предмет: шиғырҙың исемен һәм авторын белеү, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, шиғырҙың темаһын һәм төп фекерен асыҡлау, ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү

Метапредмет:

- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән аралашыуҙы ҡороу, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекереңә ышандыра белеү, телдән яуап биреү

- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр тексы өҫтөндә эшләү, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу

- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, кәрәк осраҡта үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, алдағы дәрескә өй эше алыу, үҙбаһалау

Дәрес барышы.

I.Психологик комфорт тыуҙырыу.

1.Шиғриәт минуты.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

2.Тел төҙәткестәр.

Һы- һы- һы- бигерәк матур арбаһы,

Ңө- ңө- ңө- ана айыуҙың өңө,

Ңы- ңы- ңы- өңө уның өр- яңы,

Нә- нә- нә- айыу беҙгә күренә,

Уа- уа-уа- хуш еҫ бөркә яҙын һауа,

Ға- ға- ға- ҡарға килгән ҡарарға.

-Афарин, уҡыусылар! Һеҙ мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ?Күрһәтегеҙ әле кәйефегеҙҙе.( йылмаялар )Ошо күтәренке кәйеф менән дәресте дауам итәйек.

II.Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу.

-Бөгөн дәрестә ни эшләйәсәкбеҙ?( уҡыусыларҙың яуаптары )Бөгөнгө теманы билдәләр өсөн экранға ҡарайбыҙ ( слайд 1).

1.Мәҡәлдәр.Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу.

Өй эштәрен тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел.

Эшләгәнең минең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн.

- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, эшкә өйрәнергә кәрәкме?

- Ни өсөн?( уҡыусыларҙың яуаптары )

- Афарин!

- Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? ( уҡыусыларҙың яуаптары).

III.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1.Дәфтәргә теманы яҙыу. - Дәфтәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны, айҙы яҙып ҡуйығыҙ һәм дәреслегегеҙҙең 72- се битен асып,бөгөнгө уҡыясаҡ шиғырҙың исемен яҙығыҙ.

2.Картина буйынса әңгәмә .73 - сө бит

- Һүрәттә нимә төшөрөлгән?(уҡыусыларҙың яуаптары)

3.Картина буйынса әсәй тураһында бәләкәй генә хикәйә төҙөү( телдән).

4.Уҡыусыларҙың төҙөгән хикәйәләрен тыңлау һәм бер-береһенең хикәйәһен үҙҙәренең баһалауы.

-Кешенең ҡулы нисәү? Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн беҙҙең шиғыр "Әсәйемдең ҡулы күп тип атала"? ( уҡыусыларҙың яуаптары).

-Әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?

-Афарин, уҡыусылар! Бик ауыр әсәй булыуы, шуның өсөн әсәйҙәргә ярҙам итергә кәрәк.Уларҙың ҡәҙерҙәрен белергә, гел һөйөндөрөп, яҡшы билдәләргә уҡырға тырышырға кәрәк.

IV.Ял минуты.

V.Шиғырҙы беренсе ҡат уҡып сығыу.

VI.Һүҙлек эше. ( слайд 2)

Мәмәй - тәм-том

Телик - телевизор

Ҡашығаяҡ- ложки

VII.Шиғырҙы уҡыусылар уҡый.

VIII.Шиғыр буйынса әңгәмә.

- Шиғыр оҡшанымы?

- Нимәһе менән оҡшаны?

- Шиғырҙы уҡығас, һеҙҙә әсәйгә ҡарата ниндәй хис- тойғолар уянды?

- Шиғыр кем исеменән һөйләнелә?

- Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар беләһегеҙме?(уҡыусыларҙың шиғырҙарын тыңлау).

IX. "Әсәй менән гөл ултырттыҡ" йырынан өҙөктө уҡыу һәм йырлау (слайд3).

X.Дәрескә рефлексив анализ.

-Дәрестә ниндәй шиғыр уҡыныҡ ?

- Дәрес оҡшанымы?

- Дәрестә нимә белдең?

XI.Баһалау.

XII.Өйгә эш. 75- се бит.А.Игебаевтың "Өйрәнгән ул әҙергә" шиғырын тасуири уҡырға.

© 2010-2022