Рабочая программа по башкирскому языку (3 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 3 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡорт теленән программа, III класс

Аңлатма яҙыу

Дөйөм характеристика


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең өсөнсө класы өсөн башҡорт теле эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: Мәғариф министрлығының 1089-сы номерлы 5.03.2004 йылғы "Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында "Законы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И.- Ижевск: «Книгоград», 2008. Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар. Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса өсөнсө класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
  1. Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
  8. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)


Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға өсөнсө класта 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт)
Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора. Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре. Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә. Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;
  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;
  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;
  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;
  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;
  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар 1.Танып белеү маҡсаты Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә. 2. Үҫтереү маҡсаты Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим. Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.


3.Тәрбиәүи маҡсат Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде. 4. Белем биреү маҡсаты Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү; 2) уҡыған тексты аңлы һөйләү; 3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү; 4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү; 5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:
  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға III класта 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына1 сәғәт)

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхси һөҙөмтәләр

Башҡорт телен 3 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

3.Предметтың йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

3 класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;

Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;

Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;

Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.

Башланғыс кластарҙа туған телде уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе. III класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә. Башҡорт теле. Башҡорт теленең алфавиты (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Сифат. Сифат дәрәжәләре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Синтаксис. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡушма һөйләм. Әҙәбиәт. Һаумы, мәктәп! Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Алтын көҙ. Һөнәрҙәр. Нимә яҡшы, нимә насар. Әкиәттәр. Ҡыш. Урал тәбиғәте. Ҡаһарманлыҡ юлы. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яҙғы тәбиғәт. Балаларҙың тормошо һәм эштәре. Йәй.

4.Әҙерлек кимәленә талаптар А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

6. Ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу, файҙалы ял итеү;

7. Кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.

4. Һүҙ төркөмдәрен айыра белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү.

2. Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеү һәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу.

3. Эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләү.

4. Тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшеү, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштереү.

5. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү.

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса. Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт әҙәбиәте, теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың туған телдә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында тора.

5. Планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе баһалау. 1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау. Уҡыу техникаһын тикшереү. Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Ҡысҡырып уҡыу. Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү. Эстән уҡыу. Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү. Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

1

20 - 25

80 - 90

25 - 30

2

30 - 40

100 - 120

35 - 40

3

40 - 50

120 - 150

45 - 65

4

55 - 65

150 - 200

75 - 85

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар;

7) тестарға яуаптар яҙыу.


Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

3

Күсереп яҙыу

1

Диктант

3

Диктант

25 - 30

Күсереп яҙыу

35 - 40

Инша

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу.


















Тематик план башҡорт теле 3 клас


№ Сә-ғәт Yткәреү ваҡыты.



Уҡыу темаhы





Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге



расписание б-а

фактик


1.

1




Беренсе сентябрь. Белем байрамы. А.Игебаев.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Шиғырҙы ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреү.


2.

1




Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышы.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу.Хәрефтәрҙе таныу, башҡортса- русса дөрөҫ әйтеү. Өндәр араһындағы оҡшашлыҡты һәм айырмаларҙы сағыштырыу.


3.

1




Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Д.Бүләков. Йәмбиргән ауылының йәме.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу.


4.

1




Алфавит.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү.

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу. Алфавитты уҡыу, хәрефтәрҙең эҙмә- эҙлекле килеүен аңлау. Һүҙҙәрҙе алфавит буйынса урынлаштырыу


5.

1




Х.Түләкәев. Ярҙам. Контроль күсереп яҙыу.
Һөйләмдәрҙе матур, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн- хәрефтәрен дөрөҫ итеп яҙылыу ҡағиҙәләрен үтәү.


6.

1




М.Ғәли. Көҙ килде.
Мәҡәләне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Мәҡәлә буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


7.

1




Хаталар өҫтөндә эш.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу. Предметты белдереүсе һүҙҙәргә һорау ҡуйыу, уларҙың нисәү булыуын әйтеү.
8.

1




Нимә насар, нимә яҡшы? Иренгән ике эшләр. Әкиәт.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Әкиәтте ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Әкиәт буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу. 9.


1




Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәләре.
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре темаһы буйынса ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығытыу. 10.

1




Әкиәттәр. Йомарт ҡуян.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Әкиәтте ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Әкиәт буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу. 11.

1




Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мәғәнәләре

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү.

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу. Һүҙҙәргә һорау бирә белергә, ул һүҙҙәрҙең нимәне аңлатҡанын әйтеү 12.


1




Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. Ф.Рәхимғолова

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу 13.

1

Яҙма эш. Инша Хаталар өҫтөндә эш.
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәһендә килеүе темаһы буйынса ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығытыу.


14.

1




С.Агиш. Яланда ҡыш.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


15.

1




Конроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш.
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәһендә килеүе темаһы буйынса ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығытыу.


16.

1




Р.Ниғмәти. Ватан.
Шиғырҙы тыңларға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Тасуири уҡырға өйрәнергә, ятларға


17.

1

Ф.Рәхимғолова. Урамда.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


18.

1




Үткәндәрҙе ҡабатлау.
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, йыл буйына үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләнер нығытыу. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, баш киҫәктәрҙе таба белеү.


19.

1




М.Ғафури. Аҡкүл.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу. Һүҙҙәргә һорау бирә белеү, ул һүҙҙәрҙең нимәне аңлатҡанын әйтә белеү.


20.

1




Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


21.

1




Һ.Дәүләтшина. Бәхет ҡошо.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


22.


1




Яҙма эш. Диктант . Хаталар өҫтөндә эш.






Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре темаһы буйынса ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығытыу.


23.

1

Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

Предметтың эшен, билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе (сифаттарҙы), мәғәнәләрҙе белдереүсе сараларҙы (ялғауҙарҙы) белеү.


24.

1




Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш.
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, йыл буйына үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләнер нығытыу. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, баш киҫәктәрҙе таба белеү.


25.

1




Һ.Дәүләтшина. Яҙғы күренештәр.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


26.

1




Һөйләм. Уның төрҙәре.
Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу. Һөйләм төрҙәрен айыра белеү.


27.


1




Ә.Хәмәтдинова Тамсы менән Тамсыҡай. В.Әхмәҙиев. Яҙ килә.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


28.

1




Р.Ғарипов. Сыйырсыҡ.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


29.

1




Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш.
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, йыл буйына үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләнер нығытыу. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, баш киҫәктәрҙе таба белеү.


30.

1




Һөйләмдең баш киҫәктәре

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


31.

1




М.Садиҡова. Тура һүҙ. Ф.Рәхимғолова. Яҡшы һүҙҙәр.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


32.

1




Йәй. М.Дилмөхәмәтов. Илемдә. Ә.Вәли. Гүзәл ваҡыттар.

Дәрестең уҡыу мәсъәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсъәләһендә ҡатнашыу . Хикәйәне ишетеү, йөкмәткеһен аңлау. Иҫтә ҡалдырыу. Һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса диалогта ҡатнашыу


33.

1




Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш.


Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, йыл буйына үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләнер нығытыу. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, баш киҫәктәрҙе таба белеү.


34-35

2

Кабатлау.




БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ПРОГРАММАҺЫ. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн.төҙөһселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.. Ижевск: "КнигоГрад", 2008.

Дәреслектәр

*Подарок. Букварь для учащихся - башкир школ с русским языком обучения. Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С. Уфа:Китап, 2010.

*Башкирский язык. Учебник для учащихся - башкир 2 класса школ с русским языком обучения. Тулумбаев Х.А., Набиуллина М.М. Уфа: Китап. 2009.

* Башкирский язык. Учебник для учащихся - башкир 3 класса школ с русским языком обучения. Тулумбаев Х.А., Набиуллина М.М. Уфа: Китап. 2010

Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

Ишетеп- күреү (экранно - звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

ИКТ: компьютер, телевизор.

Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы.

Перечень образовательных Интернет- ресурсов

Сайт, посвященный изучению башкирского языка - tel.bashqort.com/home

Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - ostaz.ru/

Башкирский языковой портал - bashkort-tele.narod.ru/

Башкирский форум - bashforum.net/ bashkort-tele.livejournal.com/

morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

edu.ru Федеральный портал "Российское образование"

минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ
pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ

zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программное обеспечениедля школьников и учителей

window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"




© 2010-2022