Статья на башкирском языке Наша школа

Раздел Начальные классы
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Беҙҙең ижад.


Беҙҙен Нефтекама ҡалаһы махсус (коррекцион) VIII төр интернат - мәктәбендә йыш ҡына төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Бына декабрь айында ла беҙ "Башҡортостанымда ҡыш" тигән тамаға конкурс үткәрҙек. Был сарала бөтәһе лә бик теләп ҡатнаштылар. Эштәрҙең күбеһе үҙебеҙҙең мәктәп тормошонан алынған. Сөнки балалар спорт менән шоғөлләнәләр, аҙна һайын урманға, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ янына йөрөйҙәр, бөтә байрамдарҙа ла актив ҡатнашалар. Был саралар сәләмәт булырға, тыуған яҡты яратырға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтә. Башҡорт теле уҡытыусыһы Вахитова Рәйфә Солтан ҡыҙы

Статья на башкирском языке Наша школа

Ғорурланам Ғорурланам йәшәгәнем өсөн Гүзәл Башҡортостан ерендә, Уҡытҡаным өсөн балаларҙы Үҙебеҙҙең башҡорт телендә.
Күңеленә һала алған өсөн Мәктәбемдә һәр бер баланың, Һөйөү, ғорурланыу тойғоларын, Матурлығын миләш, баландың.
Бәхетлемен байтаҡ ғүмеремде Ошо изге эшкә биргәнгә. Әле һаман булһа хеҙмәтемдең Емештәрен көн дә күргәнгә. Башҡорт теле уҡытыусыһы Вахитова Рәйфә Солтан ҡыҙы




Статья на башкирском языке Наша школа "Ҡыш. Хайуандар доъняһы". Ислибаев Евгений, IX синыф уҡыусыһы.
Йәнлектәр ҡышын Тыныслыҡ һаҡлай. Айыу, сысҡандар Күптәндән йоҡлай. Иралин Фәрит, VII синыф уҡыусыһы.

Статья на башкирском языке Наша школа
"Ҡыш. Яңы йыл байрамы". Федоров Егор, IX синыф уҡыусыһы.
Бына ҡыш бабай килде, Беҙгә буләктәр бирҙе. Уның менән уйнаныҡ, Рәхмәт әйттек, ҡыуандыҡ. Денисламова Регина, VIII синыф уҡыусыһы.

Статья на башкирском языке Наша школа "Ҡыш. Дуҫтарыбыҙҙа ҡунаҡта". Ишкуатов Сергей, V синыф уҡыусыһы.
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы Һағынып килдек урманға. Күстәнәстәр алып килдек, Ҡышын ҡыйын уларға. Шәрифуллин Радим, VII синыф уҡыусыһы.


Статья на башкирском языке Наша школа "Ҡыш. Саф һауала". Ушаков Станислав, IX синыф уҡыусыһы.
Беҙ уңған ҡыҙҙар, малайҙар Саңғы, сана шыуабыҙ. Сирләргә һис яратмайбыҙ, Килһә уны ҡыуабыҙ. Солтанов Илнур, VII синыф уҡыусыһы.

Әҙерләне башҡорт теле уҡытыусыһы Вахитова Рәйфә Солтан ҡыҙы

© 2010-2022