Рабочая программа по культуре Башкортостана

Раздел Начальные классы
Класс -
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡорт мәҙәниәте

Эш программаһы Башҡорт мәҙәниәте( Тормош һабаҡтары) башҡорт мәктәптәрендә уҡытылған предмет программаһы Рәсәй Федерацияһы уҡыу программаһына ярашлы төҙөлдө. Башҡорт мәҙәниәте (тормош һабаҡтары ) 1-7 се кластар өсөн программа.Төҙөүселәре:М.С.Бураҡаева,И.Д.Бураҡаев,М.С.Юлмөхәмәтов.

Аңлатмалы яҙыу

Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын-тәрбиәле йәмғиәт, ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул.Шуның өсөн мәктәптәрҙә,гимназияларҙа,шулай уҡ башҡа уҡыу йорттарында ла төплө белем биреү менән бер рәттән уҡыусыла кешелеклелек һыҙаттары,әҙәплелек тәрбиәләү мөҡәддәс бурыс һанала.Ә кеше үҙ халҡының быуындан быуынғалүсә килгән рухи байлығына эйә булғанда,шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда,физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхләҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле,әҙәпле,мәҙәниәтле,йәмғиәттеңтулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй ала.

Ундай тәрбиәгә өлгәшеүҙә һәр халыҡтың үҙенең һыналған тәрбиә ҡанундары-халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Халыҡ педагогикаһы- кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндә үк тыуған ғилем.

Тормош һабаҡтары предметының төп маҡсаттарының береһе-Шәхес тәрбиәләү.Үҙ халҡы,милләте,тарихы менән ғорурлана алған,халыҡтың йыр-моңон күңеленә һеңдергән,тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән,халҡыныү рухы,маҡсаты,уй-хыялдары,үткәне,бөгөнгөһө,киләсәге менән йәшәгән һәм туған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына эйә булып, шултелдә уйлаған,хыялланған,ижад иткән, үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған кеше генә Шәхес була ала.

Башҡорт мәҙәниәтенең төп бурыстары:

-Башҡортостан Республикаһында йәшәүсебөтә милләттәр менән үҙ-ара татыу,дуҫтарса мөнәсәбәт булдырырға булышлыҡ итеү;

-тыуған төйәккә һәм республикаға исем биреүсе милләт -башҡорттарға,шулай уҡ республикабыҙҙа йәшәүсе башҡа милләттәргә ихтирам итеү.

Йыллыҡ сәғәттәр һаны: 34

Аҙналыҡ сәғәттәр һаны: 1

Уҡытыу планы

Бүлектәр

Сәғәттәр һаны

1

Минең тыуған яғымдың тәбиғәте

5

2

Тәбиғәттең гүзәл буяуҙары

7

3

Башҡорттарҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте

2

4

Ҡоштар һәм йәнлектәр менән танышыу

3

5

Тыуған төйәктең билдәле урындары.Тәбиғәттәге һындар

4

6

Символдар

1

7

Башҡортостан- минең тыуған йортом

5

8

Башҡортостанда дауаланыу урындары

2

9

Тәбиғәт-кешелек донъяһының әсәһе

4

10

Тәбиғәт-беҙҙең тыуған йортобоҙ

1

3-сө класты тамамлаған уҡыусы тыуған тәбиғәттең,ысынлап та,әсәй кеүек яҡын,изге икәнлеген аңлатырға,уға ҡарата күңел йылыһы уятырға,тыуған тәбиғәттән айырылып китеүҙең етемлеккә тиң икәнлеген күңеленә һеңдерергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың,ошондай тойғо һалыу өсөн тәбиғәт тураһында моңло,күңелгә ятышлы йырҙар ижад итеүен аңлатырға."Атай-әсәйҙән ҡалған-бер етем,тыуған иленән яҙған -мең етем"- тигән мәҡәлгә аңлатма бирергә.Тәбиғәт күренештәренә бәйле булған һүҙҙәр менән телмәрҙе байытырға.Тәбиғәттә төрлө буяуҙарҙың күп булыуы матурлыҡ,йәм өҫтәгән кеүек,тел байлығы ла күңелдәргә нур өҫтәй.



Дәрес темаһы

Сәғәттәр һаны

Белемгә талаптар

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә

1

Тыуған яҡ

1

3-сө класты тамамлаған уҡыусы тыуған тәбиғәттең,ысынлап та,әсәй кеүек яҡын,изге икәнлеген аңлатырға,уға ҡарата күңел йылыһы уятырға,тыуған тәбиғәттән айырылып китеүҙең етемлеккә тиң икәнлеген күңеленә һеңдерергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың,ошондай тойғо һалыу өсөн тәбиғәт тураһында моңло,күңелгә ятышлы йырҙар ижад итеүен аңлатырға."Атай-әсәйҙән ҡалған-бер етем,тыуған иленән яҙған -мең етем", тигән мәҡәлгә аңлатма бирергә.Тәбиғәт күренештәренә бәйле булған һүҙҙәр менән телмәрҙе байытырға.Тәбиғәттә төрлө буяуҙарҙың күп булыуы матурлыҡ.йәм өҫтәгән кеүек,тел байлығы ла күңелдәргә нур өҫтәй.

2

Көҙгө иртә

1

3

Көҙгө урман

1

4

Ауылым

1

5

Тыуған ҡалам

1

6

Бесәндә

1

7-8

Йондоҙҙар

2

9

Ай

1

10

Таң атыу.

1

11

Көньяҡмы,төньяҡмы

1

12

Дәрес-уйын

1

13

Башҡорттарҙың тәбиғәтте изгеләштереүе

1

14

Шатморат уйлана

1

15

Ҡалалағы ҡоштар тормошо

1

16-17

Йәнлектәр тормошонан күренештәр

2

18-20

Тәбиғәттәге һындар

3

21

Тирә-яғыбыҙҙағы үҫемлектәр

1

22

Символ.

1

23

Башҡортостан тауҙары

1

24

Башҡортостан урмандары

1

25-26

Башҡортостан йылғалары,күлдәре

2

27

Урал батыр

1

28

Башҡортостанда дауаланыу урындары

1

29

Башҡортостандың шифалы эсемлектәре

1

30-31

Тәбиғәтте һаҡлау

2

32

Тәбиғәт байлығын ишәйтеү

1

33

Тәбиғәт дошмандары

1

34

Тәбиғәт-беҙҙең уртаҡ йортобоҙ

1




© 2010-2022