Конспект урока по башкирскому языку по теме Ф. Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар (4 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:
Ф.И.О. Шәйхетдинова Айгөл Мансур ҡыҙы Предмет

Башҡорт теле Класс 4 Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү. Дәрес темаһы

Ф.Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар. Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: Ф.Ғөбәйҙуллинаның "Тамырҙар" хикәйәһе менән таныштырыу;

Үҫтереүсе: һүҙлек байлығын арттырыу, фонематик ишетеү һәләтлелеген, тексты аңлы уҡыу күнекмәһен, ижади һәләтте үҫтереү;

Тәрбиәүи: кешеләрҙәге яҡшы һәм насар сифаттар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен еткереү. УУЭ

  • Шәхескә йүнәлтелгән УУЭ: яңыны белергә, белгәндәрҙе камиллаштырыу теләге уятыу.

  • Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;
  • танып белеү УУЭ: Тормош менән бәйләү, башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу,өлгө буйынса эш итә белеү, белгәндәрҙе ҡулланып кластер төҙөү;
  • коммуникатив УУЭ: Һорауҙар биреү, уларға яуап эҙләү, башҡа уҡыусыларҙы ихтирам менән тыңлай белеүгә теләк уятыу.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр: Предмет Ф.Ғөбәйҙуллинаның "Тамырҙар" хикәйәһен уҡыу Белеү уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен белеү, тексҡа анализ яһай, әҫәрҙең идеяһын, проблематикаһын асыҡлай алыу, геройға ҡылыҡһырлама биреү. Эшләй белеү тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу. Шәхескә йүнәлтелгән хикәйә эстәлегенең әхлаҡи яғына иғтибар итеү, яҡшы-насар сифаттарҙы айыра белеү Метапредмет Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: туғандарына иғтибарлы, ихтирамлы булыу, бүләк биреү һәм бүләк алыу этикетын белеү. Йыһазландырыу

Башҡорт теле.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн дәреслек. 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006. Мультимедиа проекторы, һүрәттәр, карточкалар, презентация, эш дәфтәре

Предмет-ара бәйләнеш Тормош һабаҡтары, биология, технология.


Дәрестең технологик картаһы


Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси) I.Ойоштороу моменты. 2 мин Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу 4 мин I.һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек? Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ. II. Артикуляцион күнегеү

  • Тасуири уҡыйыҡ.

Тәҙрә төбөндә гөлдәрем

Сәскә атып ултыра.

Өйөбөҙҙө улар йәмләй,

Хуш еҫтәргә тултыра.


Уҡыусыларҙың яуаптары






Уҡыусылар башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен дөрөҫ әйтеп, шиғырҙы уҡытыусы артынан, хор һәм рәттәр менән, парлап ҡабатлайҙар.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар; Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр. Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар. II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү) 4 мин - Был шиғырҙа гөлдәрҙе ниңә үҫтерәләр тигән һорауға яуап бар. Яуапты табығыҙ.

Гөлдәрҙе ниңә үҫтерәләр? Беҙҙә байрамдарға сәскә бүләк итеү йолаға ингән. Ә гөлдәрҙе бүләк итәләрме?
Шиғыр юлдарынан һорауға яуап табалар

Өйөбөҙҙө улар йәмләй,

Хуш еҫтәргә тултыра.
Уҡыусылар тормош менән бәйләп яуап бирәләр(эйе гөлдәр ҙә бүләк итәләр, миңә(әсәйемә) бүләк иткәндәре бар)




Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү. Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте текстан ишетеп аңлау Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар
Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша. III.Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу 2 мин Был дәрестә мин ошо гөлдө айырып әйтер инем. Был гөлдөң исемен кем белә? Дәресебеҙҙең темаһы нимә тураһында буласаҡ? Гөл нимәһеҙ йәшәй алмай? Ни өсөн? Эйе, гөл тамырһыҙ йәшәй алмай шул. Бөгөнгө темабыҙ ҙа беҙҙең "Тамырҙар" тип аталасаҡ. Дәфтәрегеҙгә бөгөнгө числоны, класс эшен һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Һигеҙенсе ноябрь

Класс эше

Тамырҙар

Дәресебеҙ гөл тураһында буласаҡ. Гөл һыуһыҙ, тамырһыҙ йәшәй алмай.
Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар. Бөгөн дәрестә тамырҙар, гөлдәр тураһында уҡырбыҙ, яңы һүҙҙәр белербеҙ һәм тағы әҙәплелек, тырышлыҡ тураһында ла һөйләшербеҙ.
Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр. Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр. IV.Яңы материалды өйрәнеү. 13 мин Дәреслектәрегеҙҙең 50-се битен асығыҙ. Текстың исемен уҡығыҙ. Тамыр гөлгә генә кәрәкме икән? Кемгә тамыр кәрәк булыр икән беҙҙең текста? Авторы кем? Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Иң элек текста осраясаҡ яңы һүҙҙәрҙе уҡып асылына төшөнәйек. Яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш. (4-се слайд) Яран гөлө - герань Биҙәп торор - украсит Көн аша - через день Биреште - сдалась, не устояла Шиңә башланы - начала увядать Йомшартты - разрыхлила Күмер - уголь Ҡороп бөттө - высохли Ҡатты - затвердела (земля) Ҡурсалап тороу - заботиться, защищать Тамыр - корень Ҡом - песок Текст өҫтөндә эш: Сылбыр буйынса уҡыу. -Мин уҡый башлайым, ә һеҙ дауам итерһегеҙ. 3)Разведчиктар уйыны. 4) Уҡылған буйынса һорауҙар биреү. Текста кем тураһында һүҙ бара? Иптәштәре уға нимәләр бүләк иткән? Әлисә өләсәһенән ниндәй бүләк көткән?



Дәреслектең 50-се битен асалар 71-се күнегеүҙең биремен уҡыйҙар.

Өс төркөмдә эшләйҙәр. Өҫтәл һүрәтенә аҙыҡ-түлектәрҙе һайлап йәбештерәләр. Артабан был проект эштәрен яҡлайҙар.



Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнаша. Яңы һүҙҙәрҙе өлгөлө уҡыу. Хор менән уҡыу, айырым уҡыусыларҙың уҡыуы. Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә иғтибар итеү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. (Көслө тамыр, яран гөлө матур, беҙҙең яран гөлө бар, ҡара күмер, гөл шиңә башланы, көн аша туған тел дәресе була, йылға буйында ҡом бар, гөл биҙәп торор…..) Абзацлап уҡыу. Тәржемә итеү, текста осраған һүҙлек һүҙҙәренә иғтибар итеү. Уҡытыусы һүҙҙең башын уҡый, уҡыусылар аҙағын табалар. Текстың эстәлеге буйынса һорауҙарға яуап эҙләү. Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.
Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр
Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша
Шәхси: һаулыҡ өсөн файҙалы аҙыҡ-түлекте ашау кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо арта.
V. Ял минуты 4 мин Бер - баҫайыҡ, киреләйек. Ике тигәс, эйеләйек. Өс тигәндә тура баҫ, Дүрт тигәндә сүкәйҙек, Биш тигәс тә баҫайыҡ, Алты тигәс, бер-бер артлы аяҡтарҙа һикерәйек. Ә етелә ултырайыҡ.
Шиғыр һүҙҙәре менән хәрәкәттәрҙе үтәү. Бер уҡыусы хәрәкәттәрҙе күрһәтә ала.
Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. VI. Белемде нығытыу 8 мин ҺКонспект урока по башкирскому языку по теме Ф.Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар(4 класс)еҙ кешеләрҙең дә тамыры була тигәнде нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Сағыштырайыҡ: (10-сы слайд) Конспект урока по башкирскому языку по теме Ф.Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар(4 класс)






Кешенең дә гөлдөкө кеүек тамыры - олаталары-өләсәләре бар, һабағы кеүек олоно - әсәләре-аталары бар. Ә балалары гөлдөң сәскәһе кеүек, йәшел япраҡтары. Күрәһегеҙме, ни тиклем ағастың тамырҙары ныҡ булған һайын ағасы ла мәғрур. (11-се слайд) Кешенең дә, ни тиклем тамырҙары-ата-әсәһе сәләмәт була, сәскәләре-балалары ла матур була. Хәҙер дәфтәргә темабыҙҙы асҡан һөйләмдәрҙе яҙып ҡуяйыҡ. Ҡыҙыл юлдан яҙып ҡуйығыҙ. Ошо һөйләмдәр араһында ҡайһыһы беҙҙең теманы тулыраҡ итеп аса:





Тимәк, һәр үҫемлеккә лә матур итеп үҫер өсөн көслө тамыр, тамырҙы тотор ныҡлы ер кәрәк. Шуның кеүек беҙгә лә тамырҙарыбыҙҙы йәйелдереп, тыуған еребеҙгә ныҡлы ерегергә кәрәк. Кеше үҙ илендә, үҙ ерендә генә бәхетле була!
Уҡыусылар нисек күҙ алдына килтерәләр икәнен әйтәләр.
Ике һүрәтте сағыштырғанда үҙҙәренең шәжәрә төҙөүҙәрен иҫкә төшөрәләр.




Һүрәттең ни аңлатыуын беләләр. Әңгәмәлә ҡатнашалар.





Дәфтәргә, таҡтаға текстан теманы асыусы һөйләмдәрҙе айырып яҙалар. Өҫтәйҙәр, фекер алышалар. Теманы тулыраҡ асыусы һөйләмдең аҫтына һыҙалар. Әлисәнең бөгөн тыуған көнө. Тамыры ныҡ булмағас, гөл дә түҙмәй. Кешеләрҙең дә тамыры була. Әлисәнең тамырҙары - уның өләсәһе, олатаһы, әсәһе,атаһы.
Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу


Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша




Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү
VII.Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү.
6 мин 1)Уҡыусылар, бына һеҙ яңы текстың йөкмәткеһен аңланығыҙ, дөрөҫ яуаптар бирҙегеҙ. Ә был текста әҙәплелек, тырышлыҡ тураһында һүҙ барамы? Ул турала ҡайһы һөйләмдәрҙә әйтелә? Бүләк биргәндә нимә тип әйтәләр? Бүләктең ҙуры, бәләкәйе бармы? Бына халыҡ мәҡәле "Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк" - ти. б) Һеҙҙең гөл ултыртҡанығыҙ бармы? Текста нисек тип яҙылған? Әлисәнең өләсәһе ни өсөн гөлөн шулай тырышып, еренә еткереп ултыртҡан?

в)"Әлисә хәҙер гөлөн яҡшылап тәрбиәләне, һыу һипте, төптәрен йомшартты" Гөлгә ниңә һыу һибеп, төбөн йомшартып торор кәрәк? 2)Тимәк, гөл матур булып, шау сәскәгә күмелеп ултырһын өсөн ниндәй шарттар кәрәк? Кластер төҙөү. Гөл яҡшы үҫһен өсөн нимәләр кәрәк? Ниңә гөлдө тәҙрә төбөнә ултырталар? Ниңә көн аралаш һыу һибәләр? (13-сө слайд)
Хатта кешеләр ҙә гөл кеүек. Сәләмәтлеген ҡайғыртмаһа, насар шарттарҙа йәшәһә, кеше лә сирләй башлай. Шулай булғас, гөл үҫтергән кешеләр ниндәй була? Кемдең гөлө матур була? Гөлдәр кешене яғымлыраҡ итәме?

Был текста төп геройҙың өләсәһенең бүләгенә битараф ҡалыуын әйтәләр, текстан атыбп уҡып күрһәтәләр: а)"Һе, - тип кенә ҡуйҙы Әлисә." Бүләк биреүсегә мотлаҡ рәхмәт белдерергә кәрәклеген әйтәләр. Үҙ фекерҙәрен әйтәләр(фекерҙәр айырылырға мөмкин). Текстан табып уҡыйҙар(кем уҡығанда иҫендә ҡалдырған тиҙерәк таба). "Әлисәнең өләсәһе көршәк төбөнә күмер, ваҡ ҡом ҡушып, сиҙәм ер һалды бит." Өләсәһе гөлгә ни кәрәген белә. Уның тәжрибәһе бар.
Тамыры ҡоромаһын өсөн. Тамыр бит ул гөлдө туҡландыра. Тамыры насар булһа, сәскәһе лә булмай.
Конспект урока по башкирскому языку по теме Ф.Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар(4 класс)

Уҡыусылар үҙ фекерен әйтә (сәләмәт була, тырыш була, яғымлы була) Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу


Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша




Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү
VIII. Өйгә эш 2 мин
Мин һеҙгә өс төрлө эш тәҡдим итәм. Иғтибарлап тыңлағыҙ. Үҙегеҙ эшләрҙәй эште һайлап, көндәлегегеҙгә яҙығыҙ:

  1. Һүҙлек һүҙҙәрен күсереп яҙырға;
  2. Үҙегеҙҙең өйҙәге яратҡан сәскәгеҙҙең һүрәтен төшөрөргә һәм уға шиғыр, йәки йыр табырға;
  3. Мин һеҙгә гөл япрағын бирәм. Һеҙ уны көршәккә дөрөҫ итеп ултыртығыҙ. 4-се класты тамамлағанда миңә килтереп күрһәтерһегеҙ.Ҡайһығыҙ дәрестә иғтибар менән тыңлап ултырған, тырышып эшләгән, кемдең гөлө матур булып үҫкән икәнлеген күрербеҙ.

Көндәлеккә өй эшен яҙалар. Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү. Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу. Коммуникатив: әсәйҙәрен уртаҡ эшкә ылыҡтырыу.

IX. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

2 Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ. Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?
Уҡыусыларҙы баһалау. Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
Дәрес бөттө. Һау булығыҙ. Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.
Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша. Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.


Ҡулланылған әҙәбиәт:


  1. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының 2012-2015 йылғы һандары.

  2. Ғәбитова З.М. Эш программаһы эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр. Башҡорт теле. - Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2014. - 24 бит.

  3. Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән 4 класҡа электрон дәреслек.

  4. Илмөхәмәтов Ә.Ғ. Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау: методик кәңәштәр. - Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2015. - 44 бит.

  5. Ишембай ҡалаһы 12-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Д.Әхмәтйәнова. Электрон физминут.
  6. Нафиҡова З.Ғ., Вәлиева Ф.Ф. Күргәҙмә-дидактик ҡулланма "Афарин", - Өфө:"Башҡортостан" нәшриәте, 2008 й.
  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  8. myorchidea.ru/geran/kak-uhazhivat/
  9. photo-to-photo.ru/idei-dlya-fotokollazha-v-podarok-prazdniki-chast-2/
  10. yandex.ru/images/search?text=уход+за+геранью+в+домашних+условиях












Ҡушымта
һөйләмдәр эйе юҡ Тамыры ныҡ булмағас, гөл дә түҙмәй +
Ярангөл байрамға сәскә атты +
Кешеләрҙең дә тамыры була +
Һинең тамырҙарың дуҫтарың
-
Конспект урока по башкирскому языку по теме Ф.Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар(4 класс)Конспект урока по башкирскому языку по теме Ф.Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар(4 класс)

© 2010-2022