Конспект урока по башкирской литературе на тему Рамазан Ҡотошов Кәңәшле эш тарҡалмаҫ (3 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 3 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Рамазан Ҡотошов. "Кәңәшле эш тарҡалмаҫ".

Маҡсат: уҡыусыларҙы Рамазан Ҡотошовтың "Кәңәшле эш тарҡалмаҫ" хикәйәһе менән таныштырыу; тел байлыҡтарын арттырыу; фекерләү ҡеүәтен,хәтерҙәрен үҫтереү; аңлы, йүгерек һәм дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, нығытыу; ваҡыттың ҡәҙерен белергә, атай- әсәйгә хөрмәт тойғолары тәрбиәләргә.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I. Психологик комфорт булдырыу

- Тәҙрәгә ҡарап тәбиғәткә күҙ һалайыҡ.

- Бер- беребеҙҙе йылмайып сәләмләйек.

- Дөрөҫ итеп парта артына ултырығыҙ.

Үҙеңде эшкә көйләү, аҡыл эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

I I.Уңыш ситуацияhын ойоштороу

-Уҡыусылар, беҙ әле ниндәй бүлек өҫтөндә

эшләйбеҙ?

- Нимә ул әҙәп? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

-Бүлеккә ярашлы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

-Өйҙә һеҙ кластан тыш уҡыу китабынан бүлеккә ярашлы шиғырҙар һәм хикәйәләр уҡып килдегеҙ. Әйҙәгеҙ, улар тураһында һөйләшеп, фекер алышып алайыҡ. Кемгә ниндәй әҫәр нығыраҡ оҡшаны һәм ни өсөн?

-Әҙәптең төбө- яҡшы ғәҙәт.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

III. Дәрестең маҡсатын билдәләү

Төркөмдәрҙә эш.

"Кәңәшле эш тарҡалмаҫ"мәҡәленең мәғәнәһен аңлатыу.

- Ни өсөн мин һеҙгә ошо мәҡәлде бирҙем икән, нисек уйлайһығыҙ?

- Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

Ял итеү минуты.

Төрҡөмдәрҙә эшләргә,башҡаларҙы тыңларға, үҙ фекерең менән уртаҡлашырға өйрәнеү.Мәҡәл төҙөү һәм уның мәғәнәһен аңлатыу.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Уҡыусыларҙың фекер йөрөтөүе.

IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

Әҫәр өҫтөндә эш.

1. Әҫәрҙең исемен уҡыу.

-"Кәңәшле эш тарҡалмаҫ" хикәйәһендә нимә тураһында һүҙ бара тип уйлайһығыҙ?

Хикәйәнең I-III бүлектәрен уҡыу, фекер алышыу.

Уҡыусыларҙың хикәйәнең йөкмәткеһен күҙаллауы.

Уҡыусылар фекер йөрөтөргә, үҙ фекерен әйтергә өйрәнә.

V. Ғәмәли эштәр

Дәфтәрҙә эшләү.

1.Конверт тышын тултырыу.

2.Һөйләмгә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу.

VI.Рефлексив анализ.Баhалау.

1.-Дәрестән ниндәй фәһем алдың?

-Нимәгә өйрәндек?

2.-Бөгөн дәрестә hин нисек эшләнең? Үҙеңдең эшеңде нисек баhалайhың?

3. Уҡытыусының баһалауы.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Уҡыусылар үҙҙәрен дөрөҫ баһаларға өйрәнә.

VII. Өй эше биреү

Хикәйәне уҡып бөтөргә.

Һеҙ ҙә, үҙегеҙҙең эшләгән эштәрегеҙ тураһында, Шарлоттаға хат яҙып килегеҙ.


© 2010-2022