Ктп по башкирскому языку во 2 классе

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ НШ-ДСс.СТАРОСУБХАНГУЛОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БУРЗЯНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН



2015/2016 уҡыу йылына

2 КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫНА

ӘСӘ ТЕЛЕНӘН

ЭШ ПРОГРАММАҺЫ


Төҙөүсеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы

Шәкирова Гөлнара Исмәғил ҡыҙы

Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.

(Дәреслектең авторҙары: Сынбулатова Ф.Ш., Исламғолова Ы.Ә)




Тематик план

2-се класс

102 сәғәт

Дәрес темаһы

Сәғәт

һаны

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дата

план.

факт.

1

Инеш дәрес. 1 сентябрь - Белем көнө.

1

Икенсе кластың дәреслеге менән танышыу, яңы уҡыу йылына пландар ҡабул итеү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәһе алыу.

2-4

Ҙур (баш) хәреф. Һөйләм.

3

Һөйләмде дөрөҫ интонация менән уҡыу, аҙағында тейешле тыныш билдәһен ҡуйыу Һәм баш хәреф менән яҙыу. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәү. Үҙ эшеңде тикшереү.

5-6

Ҙур хәреф. Кеше исемдә-ренең яҙылышы.

2

Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙыу. Башҡорт исемдәренең белдергән

мәғәнәһе тураһында һөйләшеү. Үҙ туғандарыңдың исемдәрен дөрөҫ яҙырға өйрәнеү.

7-9

Кеше фамилиялары.

3

Диалог ттөҙөү күнекмәләре. Әйтелгәнсә яҙылмай торған фамилияларҙһң яҙылышын күҙәтеү, орфограммалар аҫтына һыҙыу Башҡортостандың күренекле шәхестәренең фамилияларының яҙылышын

иҫтә ҡалдырыу

10-11

Ҙур хәреф. Ер-һыу атамалары.

2

Тыуған төбәктең ер-һыу атамалары, уларға һаҡсыл ҡараш кәрәклеге тураһында һөйләшеү Үҙҙәре йәшәгән төбәктәге ер-һыу атамаларын дөрөҫ яҙыу. Башҡортостандағы йылға, тау, ҡала исемдәрен дөрөҫ яҙыу.




12-14

Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

3

Хайуандар тураһындағы диалогта ҡатнашыу, хайуанға ҡушамат ниндәй нигеҙҙә ҡушылыуын аңлатыу. Үҙҙәренең йорт хайуандары тураһында текст төҙөү, ҡушаматының мәғәнәһен аңлатыу. Ҡушаматтарҙы дөрөҫ яҙыу.

15

Тикшереү эше.

1

Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу. Диктантты иғтибар менән тыңлау, яңғыҙлыҡ исемде ишетеү, таныу һәм дөрөҫ яҙыу.

16 - 18

Аралашыу. Диалог.

3

Аралашыу этикеты. Иғтибар менән тыңлау. Тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү. Оло кешеләр менән диалог алып барыу тәртибе менән танышыу. Аралашыу мәҙәниәтен өйрәнеү. Ҡара-ҡаршы һөйләшеү формаһын ғәмәли үҙләштереү. Аралашыу өсөн яғымлы һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыу, уларҙы туплау.

19 - 20

Йәмғиәт урындарында аралышыу. Диалог.

3

Таныш булмаған кешегә башлап өндәшеү, ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп үтенесте белдереү. Үтенес белдерә торған һүҙҙәрҙе туплау, хәтерҙә ҡалдырыу һәм ҡулланыу. "Китапханала", "Дауаханала", "Магазинда" кеүек темаларға диалогтар ҡороу. Рәхмәт белдереү кеүек тойғоларҙы әйтеүҙә үҙләштереү. Парлап эшләү. Диалогты дәфтәргә яҙыу.

21-22

Яҡын кешеләрҙе ҡотлау.

2

Яҡын кешеләрҙе байрам, тыуҡған көн менән ҡотларға өйрәнеү. Кешеләргә ҡарата иғтибары һәм ихтирамлы булыу кәрәклеген аңлау. Ҡотлауҙың төрлө осраҡтары буйынса диалогтар төҙөү. Ҡунаҡҡа, киноға һ.б. ергә барырға саҡырыу. Парлап эшләү күнекмәһен алыу

23-25

Аралашыу этикеты.

3

Ғәфү итенеү ҡағиҙәләре. Телефондан һөйләшеү этикетын үҙләштереү. Риза булмаған осраҡта баш тарта белеү күнекмәләре алыу. Ғәфү үтенеү, баш тартыу өсөн кәрәкле һүҙҙәр һайлап алыу. Парлап телефон аша аралашыу диаллогтары төҙөү. Тасири һөйләү.

26-28

Мәғлүмәт. Белешмә эҙләү.

3

Йәмғиәт урындарында, телефон аша белешмә алыу маҡсатында кешегә өндәшеү тәртибе менән танышыу. Ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп үтенесте тапшырырға өйрәнеү. Тема буйынса диалогтар төҙөү, парлап эшләү. Тасуири һөйләү.

29-31

Диалог ҡороу. Әйтеш. Һанамыш. Мәҡәл һәм әйтемдәр.

3

Әйтеш, һанамыш, мәҡәл һәм әйтемдәр менән танышыу. Телмәр ситуацияларында халыҡ ижады өлгөләрен ҡуллана белергә өйрәнеү. Төрлө диалогтар төҙөү. Төркөмләп һәм парҙарҙа үҙ аллы эшләү. Тасуири һөйләү.

32-33

Иғлан. Белдереү.

2

Иғлан, белдереү текстарын ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп төҙөргә өйрәнеү. Бер-береңдең эшне тикшереү күнекмәһе алыу. Газета һәм журналдарҙағы иғлан, белдереү текстарын өйрәнеү һәм өлгө буйынса иғландар, белдереүҙәр тексын төҙөү.

34-35

Тикшереү эше. Хаталар өҫтөндә эш.

2

Аралашыу өлгөһө, диалог төҙөү. Ике кеше араһындағы диалогты дөрөҫ итеп яҙыу. Эшкә анализ.

36-37

Һөйләм тураһында төшөнсә.

2

Һөйләмде тыңлау, аңлау, дөрөҫ интонация менән уҡыу, телмәрҙән айырып алыу. Һөйләм сиктәрен билдәләү. Баш хәреф менән яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәһен ҡуйыу. Тәҡдим ителгән тема буйынса иғландар, белдереүҙәр тексын төҙөү. Әҙәпле рәүештә яңынан һорарға өйрәнеү.

38-39

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр.

2

Һөйләмдең баш киҫәктәренең фунцияһын асыҡлау. Һөйләмдә кем йәки нимә тураһында һүҙ барыуын, уның тураһында нимә әйтелеүен асыҡлап, эйә

40

Һөйләмдә тыныш билдәләре.

1

Һөйләмдәрҙе тасуири уҡыу. Һөйләмдә интонацияға ярашлы рәүештә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу. Һаналып килгән һүҙҙәр арһында өтөр ҡуйып яҙыу.

41

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы "Торналы күл".

1

Дәрестәге эшмәкәрлекте планлаштырыу һәм план буйынса эшләү. Эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәнеү, структураһын билдәләү. Текстың төрлө өлөштәрен бәйләү. Ҡыҙыл юлдан яҙыу. Хатаһыҙ эшләргә тырышыу.Эштәрҙе тикшереү һәм баһалау. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында һөйләшеү.

42-43

Хәбәр һөйләм.

2

Хәбәр һөйләмдәрҙе тейешле интонация менән уҡыу. Һөйләм аҙағында нөктә ҡуйып яҙыу. Һөйләм һыҙмаһын төҙөү. Әҙәпле итеп ризалыҡты (инҡар итеүҙе) белдереү.

44-45

Өндәү һөйләм.

2

Өндәү һөйләмдәрҙе тейешле интонация менән уҡыу, һөйләм аҙағында өндәү билдәһе ҡуйып яҙыу. Өндәү һөйләмдәр төҙөүҙә күнегеү. Һөйләм схемаһын төҙөү. Ҡотлау, теләктәрҙе белдереү, уларға яуап биреү. Рәхмәт белдереү.

46-47

Һорау һөйләм.

2

Һорау һөйләмдәрҙе тейешле интонация менән уҡыу, һөйләм аҙағында һорау билдәһе ҡуйып яҙыу. Һорау мәғәнәһенең айырым һүҙ йәки киҫәксә (һүҙ киҫәге)

менән бирелеү юлдарын өйрәнеү. Диалог төҙөү. Һөйләм һыҙмаһын төҙөү. Аралашыу этикетын өйрәнеү.Әңгәмәне башлау, дауам итеү, тамамлау (шулай уҡ телефон аша). Ризалыҡты (инҡар итеүҙе) белдереү

48-50

Текст. Һөйләм.

3

Текстың билдәләрен асыҡлау. 2-5 һөйләмдән торған текстар төҙөү. Текстарҙы һөйләмдәргә тарҡатыу. Дөрөҫ күсереп яҙыу. Үҙеңдең һәм иптәшеңдең эшен тикшереү.

51

Тикшереү эше.

1

Һөйләмдәрҙе дөрөҫ яҙыу (ҙур хәреф менән яҙыла, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйыла). Текст күсереп яҙыу

52

Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

Саф башҡорт теленең һүҙҙәрен нисек әйтелә, шулай яҙыу. Һүҙлек диктанты яҙыу. Орфограммаларҙы билдәләү. Баҫымын ҡуйыу.

53-55

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.

3

Һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу. Һуҙынҡыларҙың һүҙҙәрҙе үҙгәртеүҙә, яңы һүҙҙәр яһауҙа һәм үҙҙәренең янында торған тартынҡыларҙың ҡалынлығын йәки нәҙеклеген билдәләүҙәге әһәмиәте. Дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Һүҙҙәргә ижектәр, ялғауҙар өҫтәү.

56-57

Т/ү. Инша. "Елдерәләр саналар!"

2

Һүрәт йөкмәткеһен үҙләштереү. Һүрәт буйынса, уҡыусыларҙың тәжрибәһенә таянып, йөкмәткене эҙмә-эҙлекле бәйән итеү. Сәләмәт тормош алып барыу тураһында коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу. Тексты дөрөҫ итеп яҙырға тырышыу.

58-59

Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

2

Һүҙҙәрҙә ижектәр һанын билдәләү һәм ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

60-62

У - ү хәрефтәре.

3

У - ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, һығымта яһау. Дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Был хәрефтәрҙең һуҙынҡы һәм тартынҡы өн тамғаһы булыуын сағыштырыу нигеҙендә үҙләштереү. У-ү хәрефле һүҙҙәрҙең моделен һәм транскрипцияһын төҙөү.

63

Т/ү. Һүрәт буйынса инша "Шарлауыҡ янында"

1

Һүрәттәге төрлө предметтарҙы һәм хайуандарҙы һүрәтләү, уларға билдәне һәм хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр табыу. Телдән текст төҙөү һәм уны дәфтәрҙә хатаһыҙ яҙырға тырышыу.

64-65

О - ө хәрефтәре.

2

О-ө хәрефе булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Нәҙек һәм ҡалын һуҙнҡыларҙы сағыштырыу. О-ө хәрефе булған һүҙҙәргә ялғау ҡушыу.

66

Т/ү . Изложение.

1

Тексты аңлап уҡыу, төп фекерен билдәләү, мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү һәм һәр өлөшкә исем ҡушыу. План нигеҙендә һәм терәк һүҙҙәр ярҙамында дәфтәргә тексты дөрөҫ яҙыу.

67-68

Ээ өнө һәм хәрефе.

2

Э хәрефенән башланған һүҙҙәрҙең яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, һығмта яһау. Орфографик һүҙлектән э хәрефле һүҙҙәр твбыу. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереүҡағиҙәһен ҡабатлау.

69

[э] өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында.

1

[э] өнөнөң ике хәреф менән белдереүен күҙәтеү. Һүҙ уртаһында [э] өнөнөң е хәрефе менән тамғаланыуын сағыштырыу нигеҙендә үҙләштереү, һығымта яһау, дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.Р. Ураҡсина ижады менән танышыу, башҡорт халҡының аш-һыуы тураһында әңгәмәләшеү.

70-71

Ы хәрефе.

2

Ы хәрефенең һүҙ башында, уртаһында, аҙағында килеүен күҙәтеү. Ы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Телмәр үҫтереү күнегеүҙәре башҡарыу.

72

Тикшереү эше. Контролһ диктант йәки күсереп яҙыу.

1

Грамоталы һәм таҙа итеп яҙыу. Үҙ эшеңде тикшереү һәм баһалау

73-76

Й хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

4

Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсаларын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре алыу. Һүҙҙәрҙең моделен, һөйләмдәрҙең схемаһын төҙөү. Ҡыш, Яңы йыл темаларына төрлө текстар төҙөү һәм уҡыу.Орфографик һүҙлек менән эшләү.

77

Телмәр үҫтереү. "Һаумы, Яңы йыл!"

1

Яңы йыл байрамы тураһында дәреслектәге һүрәткә һәм уҡыусыларҙың тәжрибәһенә таянып хикәйә яҙыу. Тема буйынса сығыш яһау.

78-79

Я хәрефе.

2

Я хәрефенең дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.

80-81

Ю хәрефе.

2

Ю хәрефенең дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.

82-83

Е хәрефе.

2

Е хәрефенең дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.

84

Ё хәрефе.

1

Ё хәрефенең дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү, рус теленән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу, телмәрҙә ҡулланыу.

85

В (у - ү) хәрефтәре.

1

Башҡорт телендә в хәрефенең ике өндөң билдәһе булыуын күҙәтеү. В (у - ү) хәрефтәрен һүҙ башында һәм уртаһында дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу.

86

Тикшереү эше.

1

Диктант йәки тест.

87

Һүҙ төркөмдәре.

1

Һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, төркөмләү. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе таныу.

88-89

Предметтың атамаларын белдереүсе һүҙҙәр.

2

Предметтың атамаларын белдереүсе һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйып, белдергән мәғәнәһен асыҡлау, һүҙҙәрҙе төркөмләү. Синонимдарҙың мәғәнәүи һәм стилистик яҡтан айырмаларын күреү һәм аңлатыу. Синонимдарҙы файҙаланып, текстағы ҡабатланыуҙарҙан арына белеү.

90-91

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр.

2

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе, уларҙың һөйләмдәге урынын күҙәтеү. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәргә хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр табыу.

92-93

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

2

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәргә билдәһен белдереүсе һүҙҙәр табыу һәм һүҙбәйләнештәр төҙөү. Һөйләмдәрҙе предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр менән тулыландырыу. Һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөү, билдә-һүҙҙәрҙе айырыу, һыҙмала уларҙы билдәләү.

94-95

Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

2

Һөйләмдә бер үк һорауҙарға яуап биреүсе һаналып килгән һүҙҙәрҙе күҙәтеү, дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм әйеү, улар араһына өтөр ҡуйып яҙыу.

96-98

Ярҙамсы һүҙҙәр.

3

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү, айырым торғанда мәғәнә белдермәүен аңлау. Уларҙы айырым яҙыу.

99-100

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системаға һалыу. Һүҙҙәрҙең өн моделен һәм транскрипцияһын дөрөҫ төҙөү. Орфограммаларҙың аҫтына һыҙыу, яҙылышын аңлатыу. Һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе таныу һәм билдәләү.

101-102

Йыллыҡ тикшереү эше.

2

Уҡыусыларҙың белемен тикшереү, программа материалын үҙләштереү сифатын өйрәнеү.






















Аңлатмалы яҙыу Милли мәктәптең башланғыс кластары өсөн башҡорт теленән яҡынса программа дөйөм белем биреүҙең дәүләт стандарттарына нигеҙләнеп, белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереп яңартылды. Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусыныңэшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығна бирелә. Башҡорт теле дәрестәре, телмәр үҫтереү менән бер рәттән, баланың танып белеүен, фекерләү һәләтен үҫтереүгә, уҡыусының дөйөм үҫеш кимәлен күтәрергә ярҙам итергә тейеш. Башланғыс мәктәп грамотаға өйрәтеүҙән башлап, етеҙ, аңлап, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, дөрөҫ һөйләү, үҙеңде итәғәтле һәм әҙәпле тота белеү күнекмәләрен, уҡыусыларҙың интеллектуалһ һәм көслө ихтиярлы шәхес булып үҫеүен тәһмин итергә тейеш. Был бурысты хәл итеүҙә башҡорт теленең, телмәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте айырыуса ҙур. Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу - фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп әйтә һәм яҙа белеү тигән һүҙ. Балалар башғорт телендә аралаша, белем ала, башҡа фәндәрҙе өйрәнә, төрлө күренештәргә һәм ваҡиғаларға мөнәсәбәтен белдерә, үҙенең һәләттәрен үҫтереүгә нигеҙ һала. Тел фекерләүҙән айырылғыһыҙ, телмәр баланың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә төп сара һанала. Телде дөрөҫ ҡулланы барыһынан да элек эҙмә-эҙлекле итеп фекер йөрөтә алыуға ҡайтып ҡала. Уҡыусы ни тиклем логик эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтә алһа, уның теле лә, ғәҙәттә, шул тиклем төҙөк була. Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, унһң йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсалһ уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар. Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат -баланы шәхес итеп үҫтереү. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокулһтура өлкәһенә ҡараған (кулһтурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә. Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙһяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленец нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б. Этнокулһтура өлкәһенэ ҡараған (кулһтурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, гөрөф-гәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б. Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары: туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү; уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсалһ укыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен уҫтереү.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәһмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белемдәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп

алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө:

  1. Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

  2. фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

  3. уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

  4. баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.
    Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

уҡыу техникаһын уҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;

башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

телде тойомлауҙы үҫтереу.

Фонетика һәм графика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була: - өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

- өндәргә характеристика биреү: һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы

Һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның

әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит

ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф

анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөмкинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-башҡорт теленең нормаларын үтәп уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең

телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән

күләм кимәлендә);

-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

Һүҙ составы

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә

була:

- үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

- тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

- һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә эйә була.

Лексика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:

- һүҙҙең, мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

- һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

- бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы табыу һәм ҡулланыу;

- сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреу өсөн антонимдар ҡулланыу; - текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

- ябай фразеологик берәмектәрзең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

- һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

- аралашыу мәсһәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлал алыу.

Морфология

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:

-исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфологик анализ яһау; -ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын бил­дәләү, морфологик анализ яһау;

- рәүештәрҙең грамматик билдәләрен таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн, төрөн, дәрәжәһен белеү;

-алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;

- һандарҙың грамматик билдәләрен белеү: төрөн, төркөмсәләрен һ. б.

«Башҡорт теле» предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә башланғыс класта бөтәһе 460 сәғәт бүленә. (I класта грамотаға өйрәтеүгә - 102,

башҡорт теленә - 35, туған телгә-23 сәғәт, II, III, IV кластарҙа 102 - аҙнаһына 3-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып).)

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үзеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, гөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

- шәхси үҫеш кимәле;

- метапредмет кимәле;

- предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һатҡаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсалһ эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсалһ эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм моралһ нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен, әйләнә-тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауһы үҙ эсенә ала. Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәһмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Шәхси үҫеш кимәле

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоционалһ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларың менән бүлешеү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-башҡа кешеләрҙең яҙма һәм һөйләү телмәренә иғтибар итеү (интонация, темп, тон, һүҙҙәр һәм тыныш билдәләренең ҡулланылышы һ. б.).

Был һөҙөмтәләргә ирешеүҙең сараһы булып дәреслектәге күнегеүҙәр тора.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-планлаштырыу;

-һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау;

-дәрестә эш барышын һөйләп аңлатып барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында фекер, фараз менән уртаҡлашыу;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү;

-тикшереү;

- төҙәтмәләр индереү;

- баһалау.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-дәреслектең, һүҙлектәрҙең, белешмәләрҙец айышына төшөнөү (йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, таблицаларҙан, схемаларҙан, иллюстрацияларҙан

һорауға яуап табыу;

-күмәкләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

-ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү;

-бер төрлө информацияны икенсе төрлө формаға үҙгәртеү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-үҙеңдең фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау, телмәрҙең темаһын, терәк һүҙҙәрен

билдәләү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы

үтәү, аралашыу тураһында килешеү;

-парлап, төркөмләп эшләргә өйрәнеү, төрлө ролдәр үтәү (башҡарыусы йәки лидер).

Предмет үҙләштереү кимәле

-уҡытыусы йәки уҡыусыларҙың һөйләгән тексын ишетеп ҡабул итеү;

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу;

-текстың исемен (атамаһын) аңлау, текста исем һайлап алыу йәки ҡушыу;

-тексты өлөштәргә бүлеү, һәр бүлеккә исем ҡушыу (план төҙөү);

-ентекле йәки һайланған өлөштөң йөкмәткеһен һөйләү;

-тексты ентекле һөйләй белеү;
-ҡыҫҡа хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен дөрөҫ атау, һүҙҙе ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын

билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе табыу,

телдән өн-хәреф анализы яһау;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

-баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, яҙылғанды өлгө менән сағыштырып

тикшереү;

-һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе, 30-40 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙыу;

-һүҙҙәрҙең ауыр яҙылышлы урындарын күреү һәм дөрөҫ яҙыу;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын, географик атамаларҙы, хайуан ҡушаматтарын баш хәреф менән яҙыу; нәҙеклек (һ) һәм ҡалынлыҡ (ъ)

билдәләрен, йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсаларын дөрөҫ яҙыу;

-өйрәнелгән ҡағиҙәләргә хаталарҙы табып төҙәтеү;

-тамырҙаш һүҙҙәрзец тамырын табыу, ялғауҙарҙы айыра белеү һәм билдәләү;

-һүҙҙәргә һорау ҡуйыу; кем? нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе күреү, һөйләмдә кем йәки нимә тураһында һүҙ барыуын асыҡлау;

-бирелгән һүҙҙәрҙән йәки тема буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-картина йәки бирелгән тема буйынса ҙур булмаған текст теҙеү, уҡытыусы ярҙамында 4-5 һөйләмдән торған тексты дәфтәргә яҙыу.

"Башҡорт теле" уҡыу предметының йөкмәткеһе


1. Графика, өн һәм хәреф. Хәреф һәм өн. Ике өндө белдереүсе хәрефтәр: я, е, ё, ю. У, ү хәрефтәренең ике өндө белдереүе. В хәрефенең үҙенсәлеге. Һуҙынҡыларҙың һүҙҙәрҙе үҙгәртеүҙәге, яңы һүҙҙәр яһауҙағы һәм үҙҙәренең янында торған тартынҡыларҙһң ҡалынлығын йәки нәҙеклеген билдәләүҙәге әһәмиәте. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү, абзац. Башҡорт теле орфографияһыныц нигеҙҙәре. Һүҙҙәге өндәрҙе тикшереү тәртибе. Һүҙҙең өн моделе.

2. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын белдереүсе һүҙҙәр. Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем-фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр, уларҙы баш хәреф менән яҙыу.

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе. ни эшләй? ни эшләне? ни эшләр? йәки ни эшләйәсәк? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте һәм урыны.

Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың аңлатҡан мәғәнәһе, әһәмиәте. Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәрере булған һүҙбәйләнештәр.

Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән, -да, -дә, -ҙа, -ҙә, -та, тә, -ла, -лә, ғына, генә, ҡына, кенә. Уларҙың айырым яҙылышы, айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы, баҫымһыҙ булыуы һәм телмәрҙә ҡулланылышы.

3. Һүҙяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу, төркөмләү (термин бирелмәй).

4. Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. әйтеу маҡсаты буйынса һөйләм интонацияһы һәм төрҙәре. Хәбәр һөйләм. һорау һөйләм. Өндәү Һөйләм. Һөйләмдең баш Һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәктәр. 5. Орфография Һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү Һәм ғәмәли ҡулланыу. Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалы Һуҙҙәр. Һүҙҙәрҙә ике өндө белдергән я, е, ё, ю хәрефтәре. Һүҙ башында [уы], [уэ] өндәре, в хәрефе. Һөйләмдең баш хәреф менән яҙылышы. Кешенең фамилияҺы Һәм исеменең хайуан ҡушаматтарының ер-Һыу атамаларының баш хәреф менән яҙылышы. Хәбәр, Һорау, өндәү Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һаналып киткән Һуҙҙәр араҺында тыныш билдәләре.

6. Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияҺы. Уға ярашлы Һөйләшеү (диалог) төҙөү. Текст. Тексты таныу. Текстың атамаҺы. Текстағы Һөйләмдәрҙең мәғәнәүи әҙмә-әҙлеклеге. Текст төҙөү. Монолог (сығыш яҺау, иғлан эшләү, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, Һорау менән мөрәжәғәт итеү, рәхмәт белдереү).

7. Универсаль укыу эш төрҙәре. Уҙ аллы белем алыуҙың башланғыс алымдарын өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге буйынса башланғыс күнекмәләр алыу (маҡсат ҡуйыу, укыу материалы менән ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, белем алыу буйынса мәсьәләне хәл итеү, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль, баҺа). Аралашыу мәҙәниәте.

Программаны тормошҡа ашырыу формалары:

  • фронталь;

  • парлы;

  • төркөм менән;

  • индивидуаль.

Программаны тормошҡа ашырыу алыымдары:

  • практик;

  • аңлатыу;

  • эҙләнеү;

  • күҙәтеү.

Ҡулланыу саралары:

  • моделдәр һәм таблицалар;

  • һүрәттәр;

  • дидактик материал.

Белем кимәлен диагностикалау формалары:


1 класс

2 класс

3 класс

4 класс

Контроль диктант

2

9

9

9

Һүҙлек диктанты

9

9

9

Тест

4

4

4

"Башҡорт теле" дәрестәрендә тикшереү эштәре

Диктант текстары, тикшереү эштәре 1-се кластың беренсе сирегендә 5-7 минут тирәһе, икенсе сиректә 15-20 минутта, икенсе ярты йыллыҡта диктант һәм эштәр 20-25 йәки 25-30 минутта үтәлә. 2-се класта 30-35 минут, ә 3-4-се кластарҙа 40-45 минут ваҡыт бирелә.

"Башҡорт теле" дәрестәррендә файҙаланылған техник саралар:


-проектор;

-экран.

Ҡулланылған материал:


  1. Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар. Р.Д. Салауатова. Өфө. Китап, 2011. (Икенсе быуын стандарттары)

  2. "Башҡорт теле 2" дәреслеге. Сынбулатова Ф.Ш. Исламғолова Ы.Ә. Өфө. Китап, 2011

  3. "Әсә теленән эш дәфтәре" . Сынбулатова Ф.Ш. Өфө. Китап, 2011

  4. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф. Ғәлиуллина Г.Б. Өфө. Китап, 2011.

© 2010-2022