Урок обучения грамоте на тему Звук к и буква Кк

Раздел Начальные классы
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Әлифба

Тема: /к/ өнө, Кк хәрефе

Маҡсат: /к/ өнөнөң яһалышын күҙәтеү, уның парлы (г-к) һаңғырау

тартынҡы өн булыуын асыҡлау, Кк хәреф тамғаһын дөрөҫ

каллиграфия менен яҙырға өйрәнеү, һөйләү телмәрен,

иғтибарлылыҡты үҫтереү, йорт хайуандарына ҡарата

һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазлау: интерактив таҡта, киҫмә хәрефтәр, һуҙынҡылар таҫмаһы,

бесәй, карточкалар, дәреслек, яҙыу дефтәре, ҫхемалар, өндәр

фишкаһы, к херефе плакаты

Дәрес барышы:


Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I. Психологик комфорт булдырыу


Ниндәй тиңһеҙ шатлыҡ та һуң -

Белмәгәнде белеүе.

Парта артында көйөнсә

Донъя гиҙеп йөрөүе.


II. Уңыш ситуацияһын ойоштороу.


1. Уткән дәресте ниндәй хереф менен таныштыҡ?

- Бергәлеп дәреслектен уҡыйбыҙ.

2. Индивидуаль карточкалар таратыла.

- Гг хәрефе менән.

Хор менен уҡыу.

Һәр уҡыусы үҙенә бирелгән һүҙҙәрҙе уҡый.

III. Уыу мәсьәләһен ҡуйыу.


- Беҙгә Мыраубай ҡунаҡҡа килгән. Ҡунаҡты һыйларға кәрәк. Ниме менен һыйлайбыҙ?

- Бесәй һеҙгә рәхмәт әйтә. Әгәр дәрестә яҡшы эшләһәгеҙ ул да һеҙгә йырлап ишеттерер. Мыраубай йомаҡ алып килгән. Иғтибар менән тыңлағыҙ.

Ана бара - юлы юҡ.

Кәмә һүрәте эленә.

Билдә схемаһын күрһәтеү.

- Кәмә ниндәй?

Хәрәкәт схемаһын күрһәтеү.

- Кәмә ни эшләй?

- Кәмә һүҙе менән һөйләм уйлайыҡ.

- Хәҙер кәмә һүҙенең өн моделен төҙөйөк. Таныш өндерҙе хәрефтәре менән билдәләйек.

- Ни өсөн тамғаламаныҡ?

Һығымта.

- Тимәк, бөгөн дәрестә ниндәй өндөң тамғаһы менән танышасаҡбыҙ?

Физкультминут.

Күбәләк шулай оса.

Күркә шулай ҡабара.

Көсөк шулай һикерә.

Кеше шулай ултыра.

- Бесеә тураһында йыр менән.

«Ҡара бесәй балаһы» йырын йырлау.

- Кәмә.

- Ағас, елкәнле, ҡағыҙ, бәләкәй, ҙур…

- Йөҙә, бата, сыға, күренә…

Елкәнле кәмә күлдә йөҙә.

Урында һәм таҡтала һөйләмдең схемаһын төҙөйҙәр.

Бер уҡыусы таҡтала, ә ҡалғандары урында эшләйҙәр.

- Сөнки беҙ /к/ өнөнөң хәрефен белмәйбеҙ.

- /к/ өнөнөң.

IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.


1. /к/ өнөнә тулы характеристика биреү.

2. Уны хәрефтәр өйөнә урынлаштырыу.

- Уның пары ниндәй хәреф?

- Тимәк /г/ - /к/ ниндәй өндәр?

3. - Кәмә-карап һүҙҙәрен сағыштырығыҙ. Улар бер төрлө әйтеләме?

Плакаты күрһәтеү.

- Үҙегеҙ Кк хәрефе менен һүҙҙәр уйлағыҙ.

- Был һүҙҙәр барыһы ла башҡорт һүҙҙәреме?

- башҡа телдән инген һүҙҙәр нисек яҙыла?

Һығымта.

- Тимәк йомшаҡ /к/ өнө нәҙек һуҙынҡылы саф башҡорт һүҙҙәрендә генә яҙыла.

- Гг өн-хәрефе.

- Парлы өндәр.

- Юҡ. Кәмә һүҙе нәҙек, ә карап һүҙе ҡалын әйтелә.

- Кәмә, кәкүк, күбәләк…

- Класс, конверт, капитан.

- Юҡ.

- Ҡалын.

V. Ғәмәли эштәр.


1. Таҡтанан ижектәрҙе уҡыу.

2. Дәреслек буйынса эш.

а)Һүрәттәрҙе ҡарау. Аҫтындағы һүҙҙәрен уҡыу.

б) Һүҙҙәрзе ижеккә бүлеп уҡыу.

в) М. Хисамутдинованың «Көсөгөм» шиғырын уҡыу.

- Шиғыр оҡшанымы? Ниндәй һүҙҙәрҙә /к/ өнө ишетелә?

Кемдең көсөгө бар һеҙ уны нисек тәрбиәләйһегеҙ?

Ҡыш көнө улар ҙа өшөй. Шуға йылы оя эшләргә кәрәк.

- Ә һеҙгә ҡыш оҡшаймы? Әйҙәгеҙ тышҡа сығып саф һауа һулап ял итеп алайыҡ.

Тышта ҡар яуа.

Ниндәй саф һауа.

Әйҙе сығайыҡ.

Саңғы шыуайыҡ.

3. «Әлифба дәфтәре « буйынса эш.

4. Интерактив таҡтала эшләү.

VI. Рефлексив анализ. Баһалау


- Дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?

Нимәләр эшләнегеҙ?

Нимә оҡшаны? Кемдәр дәрестә яҡшы эшләне?

- Яҡшы эшләгәндәргә Мыраубай йыр бүләк итә.





у-ра

ал-ма



ай

йәм-ле



у-рам

май



У-рал

Йо=ла


Нур

ә-рем



йыл

и-гә


Лә-лә

мин



Гә-рәй

ур


о-ло

му-йыл


Ну-ри-ман

а-на



© 2010-2022