Открытый урок по башкирскому языку в 1 классе

Раздел Начальные классы
Класс 1 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Я хәрефе.

Маҡсат: я хәрефенең һүҙҙәге позицияһын билдәләй белеү,тестан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе айырымлай, уларҙың мәғәнәһен асыҡлау юлын таба белергә ынтылыу, я хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡырға , һүҙҙең ҡайһы өлөшөндә тороуын асыҡларға тырышыу, я хәрефенең ҡалын һүҙҙәрҙә, уларҙың һүҙ башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла яҙылыуын, ике өндө{йа}белдереүен аңлатыу; хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырыу, һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәһе булдырыу; балаларҙа иғтибарлылыҡ, телебеҙгә ҡарата һөйөү, уның менән ғорурланыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, үҙ-ара татыу булырға өндәү, эстетик зауыҡ сифаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, дәфтәр, интеректив таҡта, йондоҙҙар, карточкалар, яулыҡ, буяу.

План.

I.Тема, маҡсатты әйтеү.

Сәләмләү. Хәйерле эш сәғәте теләп бер-береңә ҡарап йылмайыу.

II.Өй эшен тикшереү. (Кем күпме я хәрефле һүҙҙәр яҙып килгән).

1.Таҡтаға яҙам: яға, ярыш, ял, яҡ (был һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатам). Балалар ошо һүҙҙәрҙе дәфтәрҙәренә матур итеп күсерәләр, бер-береһенекен тикшерәләр, баһалайҙар.

2.Эш дәфтәренән 1-се күнегеүҙе үтәү, өн моделен эшләү, транскрипциялау, дәфтәрҙә яҙыу.

Ике уҡыусы таҡтаға сыға.

□ ○ □ □ ○ □ □ ○ □ ○ □

[ й͜ а] у л ы ҡ б у [й͜ а] у

я у л ы ҡ б у я у

3.Интерактив таҡтала эшләү.( бер уҡыусы сыға).

я ғ а

□ ○ □ ○

[ й͜ а] ғ а

4.Дәреслектән 2-се күнегеүҙе уҡыйҙар.( ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөргә, таҡтала ла, дәфтәрҙә лә йа өнөн дөрөҫ хәрефләп яҙыу). Яфа, ябай, яҡын, яуап, ялан, яҙыу, яла, ярыш.

Таҡтаға: яра, таяҡ, һарғая - һүҙҙәрен яҙам. Я - хәрефенең урынын билдәләйбеҙ. Я -хәрефе

һүҙҙең башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла яҙыла.

Парталарҙа эшләү, икешәрләп, һүҙҙәр ҡырҡып бирәм, уҡыусылар уҡыйҙар, я - хәрефенең ҡайҙа торғанлығын билдәләйҙәр.

Ашъяулыҡ, таяҡ, баян, Раян, ҡулъяулыҡ.

5. Дәреслектән ҡағиҙә менән танышыу: һығымта яһау.

6. Ял минуты. «Ямғыр уйнарға саҡыра» йыры.

7. Дәреслектән 3-сө күнегеүҙе уҡып ишеттерәм.

а) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

-Ниндәй интонация, тойғо менән уҡыныҡ?

-Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.

-Һөйләм аҙағында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылған?

-!

б) Буксирлы уҡыу.(уҡытыусыға эйәреп).

в) Текст өҫтөндә эшләү.

-Ни өсөн балалар ямғырҙан һуң урамға йүгереп сығалар?

-Ямғырҙан һуң тын алыуы еңеләйә,тирә-яҡ йәшәреп китә.

-Ямғыр нисек яуыуын автор ниндәй һүҙ аша сағылдыра?

-Шыбыр-шыбыр.

-Тағы ла ниндәй ямғырҙар була?

-Көслө, ҡойма, йылы, быҫҡаҡ, боҙло, йәшенле, күшектергес...

г)Билдәләнгән һүҙҙәрҙе айырымлап уҡыу. Яуа, ямғыр, ҡояш.

-Яғырҙар ваҡытында яуһын, уңыш мул булһын.

8.Һәр уҡыусыға һөйләмдәр яҙылған карточкалар таратып сығам. (Ҡысҡырып уҡыйҙар, я -хәрефле орфограмма табалар).

Яҙ байрамдарын шатланып ҡаршылайбыҙ.

Йәмле яҙ етә.

Ҡояш нығыраҡ йылыта.

III. Дәрестә ниндәй эштәр башҡарыу тураһында уҡыусыларҙан һығымта яһатыу. (Дәреслектән уҡыныҡ, таҡтала, дәфтәрҙә яҙҙыҡ, йыр йырланыҡ, интерактив таҡтала эшләнек, һүҙҙәрҙең өн моделдәрен һәм карточкалар буйынса эшләнек).

Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау, йондоҙҙар таратыу.

IV.Өйгә эш: 4-се күнегеү, 41-се бит.

© 2010-2022