Әҙәби уҡыуҙан эш программаһы (2 класс)

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Аңлатма яҙыу "Башҡорт 262би2те" буйынса программа "Мәғариф тураһында"ғы законға, "Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге" документына, "Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына", "Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы"на, Д.Б.Эльконин - В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына, "Башҡортостан халыҡтары телдәре" законына, "Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы"на, РБ һәм РБ Конституцияһына, РФ Законына «Об образовании в Российской Федерации» (от 29.12.2012 № 273 -ФЗ), РБ Законына «Об образовании в Республике Башкортостан» (от 01.07.2013 № 696 -з), 2015/2016 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә, Башҡортостан Республикаһы Байма7 районы Байма7 7ала3ы муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы 3-с0 3анлы урта д0й0м белем бире1 м2кт2бе муниципаль бюджет д0й0м белем бире1 учреждение3ыны8 уҡыу планына (приказ № 226, 28 август 2015 й.), дөйөм белем биреү программаһына, уставына таянып эшләнде 32м т1б2нд2ге у7ыу-методик комплекттар мен2н эшл21г2 й1н2лтелг2н: 1. Сынбулатова, Ф.Ш., Дәүләтшина, М.С. Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 2-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 1-се киҫәк/Ф. Ш. Сынбулатова, М.С. Дәүләтшина. - Өфө: Китап, 2014. - 108 бит. бит. 2. Сынбулатова, Ф.Ш., Дәүләтшина, М.С. Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 2-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 2-се киҫәк/Ф. Ш. Сынбулатова, М.С. Дәүләтшина. - Өфө: Китап, 2014. - 108 бит. бит. 3. Сынбулатова, Ф.Ш., Мараканова, Р.Й. "Әҙәби уҡыу" дәреслегенә эш дәфтәре: дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн. Ике киҫәктә. / Ф.Ш. Сынбулатова, Р.Й. Мараканова. - 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2015. 4. "Әҙәби уҡыу" дәреслегенә методик ҡулланма: дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн/ [Ф.Ш. Сынбулатова, М.Р. Аллабирҙина, Ф.Х. Ханнанова, Р.Х. Ҡолмөхәмәтова, С.Н. Баһауетдинова]. - Өфө: Китап, 2015. - 188 бит. 5. "Әҙәби уҡыу" дәреслегенә программа (1 - 4) кластар.

Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы Әҙәби уҡыу - башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу - телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары - уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу, үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу; текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа әҙәби уҡыу дәрестәренең төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә: уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү; әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү; бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү; төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу; әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу. Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа әҙәби уҡыу дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.

"Башҡорт теле"предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш

ҡиммәттәрен һүрәтләү Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу - программаның төп талаптарының береһе. Шәхес ул:

  • башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;
  • белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;
  • мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;
  • хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;
  • үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;
  • хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
  • башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
  • матурлыҡ тойғоһо - тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
  • нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
  • ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
  • текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
  • үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
  • мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

"Башҡорт әҙәбиәте" предметыны8 уҡыу планындағы

урынын һүрәтләү Баш7орт 262би2тен2 0йр2те1 0с0н 2 -се класта а6на3ына 2 с242т бирел2. Б0т23е 68 с242т. Программа материалы 2 - се класта ""ҙәби уҡыу" дәреслеге 32м """ҙәби уҡыу" дәреслегенә эш дәфтәре" ниге6енд2 ойошторола.

"Башҡорт әҙәбиәте" предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

«Әҙәби уҡыу» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора: - Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт; - төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
  • әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
  • башҡа кешеләрҙең тойғоларын аңлай белеү;
  • тәбиғәт матурлығын күрә белеү;
  • үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
  • ғаилә ҡиммәттәрен аңлау;
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Әҙәби уҡыу» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора. Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
  • дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
  • уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
  • ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
  • уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора. Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
  • текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
  • уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
  • телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
  • мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
  • һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
  • анализлай һәм синтезлай белеү;
  • сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;
  • фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора. Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
  • телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
  • телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
  • үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
  • башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
  • дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
  • һорауҙар бирә белеү.

«Әҙәби уҡыу» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
  • әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
  • уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
  • уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
  • аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
  • текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
  • таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
  • тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
  • текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
  • текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
  • тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
  • геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
  • телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
  • уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
  • уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
  • асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
  • проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
  • нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
  • уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
  • уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу.

"Башҡорт 262би2те" дәрестәре темаларының йөкмәткеһе Уҡы, эшлә, аҡыл йый (4 с.) Мин уҡыусы. Ф. Туғыҙбаева. Баҫҡыс. Ф. Иҫәнғолов. Ҡанатһыҙ турғай. З. Кускилдина. Кешегә кәрәк белем. Ш. Биҡҡолов. Шиғырҙарҙы тейешле хис-тойғолар менән тасуири, ярашлы тауыш, темп һайлап, дөрөҫ уҡырға өйрәнеү, әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, текстан төп мәғлүмәтте таба белеү, Һүҙлек менән эш итә белеү. Халҡым йыйған ынйылар (6 с.) Бишек йырҙары. Әшкәк-бешкәк, йәки беҙҙең уйыныбыҙ. Бармаҡтар менән уйындар. Шаяртыуҙар. Таҡмаҡтар. Йомғаҡлау дәресе. Һөйләү оҫталығын үҙләштереү, үҫтереү, ижад итеү. Әкиәт уҡырға яратам (13 с.) Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ. А. Йәғәфәрова. Төлкө менән әтәс. Айыухас менән Айыукәс мәктәптә. М. Ғабдрахманов. Батыр малай. Саҡырылмаған ҡунаҡ. Күгәрсен күҙҙәре. Д. Талхина. Төлкө менән ҡырмыҫҡа. А. Мөсифуллин. Терпе ниңә энәле? А. Ғарифуллина. Ай аҡылға ултыртты. З. Кускилдина. Төлкө менән кәзә тәкәһе. "Әкиәттәр илендә» йомғаҡлау. Әкиәт жанры, уның төрҙәре, структураһы, тел үҙенсәлектәре, персонаждар төрлөлөгө.

Шып-шым булдыҡ, тынғанбыҙ, беҙ бит шиғыр тыңлайбыҙ (7 с.) Әсәйемдең ҡулы күп. Ф. Туғыҙбаева. Ҡарлуғас. М. Хисмәтуллина. Бесәй менән сысҡандар. М. Хисмәтуллина. Тыуған яҡ. А. Игебаев. Ҡорот. Буҙа. Көбө. С. Ғәләүетдинов. Балыҡсы Айтуған бабай. Ф. Туғыҙбаева. Бесәйҙең өйө яна. Йомғаҡлау дәресе. Шаяндар һәм тапҡырҙар.

Тәбиғәт - матурлыҡ, байлыҡ; һаҡлаһын уны бар халыҡ (8 с.) Урман китабы. Б. Ноғоманов. Урмансы малай. А. Игебаев. Шыҡыйыусы, шәп йүгереүсе ҡоштар. Ғ. Ишбулатов. Тыңлауһыҙ сана менән саңғы. Ф. Иҫәнғолов. Сәнскеле күлдәк. А. Йәғәфәрова. Ҡарҙағы яҙыуҙар. Ф. Фәтҡуллина. Тирәк. Н. Игеҙйәнова.

Әҙәп төбө - матур ғәҙәт (16 с.) Флүрәнең ғәйебе нимәлә? Ф. Иҫәнғолов. Ҡунаҡ табыны. Ф. Фәтҡуллина. Кем маҡтансыҡ? С. Яҡупов. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. А. Йәғәфәрова. Рәхмәт яуғанда. Г. Яҡупова. Батырҙар! Ф. Иҫәнғолов. Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы? Ф. Иҫәнғолов. Тиҫкәре. К. Ильясов. Ҡасҡан әйберҙәр. З. Кускилдина. Ғәбиттең сере нимәлә? Ф. Иҫәнғолов. Һин ни эшләр инең? Ф. Иҫәнғолов. Үсегеүсән бер малай. Ф. Туғыҙбаева. Нимә тип яуап бирер инең? Ф. Иҫәнғолов. Оморҙаҡ бабай. Ж. Кейекбаев.

Тыуған йортом, ерем - минең күңел нурым! (6 с.) Мин йәшәйем Уралда. Г. Ғәлиева. Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ. Й. Солтанов. Тыуған яҡтарым һәйбәт! М. Садиҡова. Өй туйы. З. Кускилдина. Үгәй инә үләне. Кесерткән. Бәпембә һамаҡтары. Оҫҡон. Байлыҡ, муллыҡ - тормош етеш, хеҙмәттән алынған емеш (8 с.) Өлгөргәнлек һынауы. Ф. Иҫәнғолов. Уңған уң ҡул. Р. Әбүталипова. Икмәк. Әпәкәй. К. Булат. Көтөлмәгән осрашыу. А. Ғарифуллина. Янғын. Н. Игеҙйәнова. Әсә рәхмәте. Ә. Ихсан. Рәхмәттәр биргән рәхәт. Р. Ниғмәтуллин. Ярғанат. Г. Яҡупова. Кемдәр маладис була? Н. Сәлимов. Сер. Г. Ситдиҡова. Бик ярата мине эш... Ф. Зыятдинова. Һәр бүлек аҙағында йомғаҡлау дәрестәре.

Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү. Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала,баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра. Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған. Халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Программала 1 сентябрь - Белем байрамына бағышланған материалдарҙан һуң,фольклор жанрҙарын өйрәнеү ҡаралған. Шиғыр уҡыу, тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү, яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләүгә лә сәғәттәр бүленгән. Тәбиғәтте күҙәтеү, уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп, әхлаҡ, мәҙәниле аралашыу, хеҙмәт һәм тыуған ер, ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеүгә лә программала тейешле урын бирелгән. Кластан тыш уҡыу. Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты - уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу. Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан «Йәншишмә", "Аҡбуҙат", "Аманат" журналдары менән танышып, даими уҡып баралар. Һүҙҙәр менән эш. Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәренең төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уның телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим. Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә. Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролләп,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыу техникаһы. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири итеп, тулы һүҙҙәр менән ҡысҡырып уҡыу.Уҡығанда мәғәнә яғынан әһәмиәтле һүҙгә баҫым яһау, һөйләмдәрҙе һәм текстың бүленештәрен береһен икенсеһенән айырып уҡыу ҡаралған.

Тематик план

№ п\п

Раздел. Тема

С242т 3аны

1 Уҡы, эшлә, аҡыл йый!

4 с.

2 Халҡым йыйған ынйылар.

6 с.

3 Әкиәт уҡырға яратам.

13 с.

4 Шып-шым булдыҡ, тынғанбыҙ, беҙ бит шиғыр тыңлайбыҙ .

7 с.

5 Тәбиғәт - матурлыҡ, байлыҡ; һаҡлаһын уны бар халыҡ .

8 с.

6 Әҙәп төбө - матур ғәҙәт .

16 с.

7 Тыуған йортом, ерем - минең күңел нурым!

6 с.

8 Байлыҡ, муллыҡ - тормош етеш, хеҙмәттән алынған емеш.

8 с.


Бөтәһе

68 с.


Баш7орт 262би2тен2 0йр2те1 осоронда у7ыусы4а 7уйыл4ан талаптар Уҡыусы:

  • тексты аңлап , тасуири уҡый,
  • тексты эстән уҡый,
  • уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләй,
  • әҫәрҙең исемен, авторын атай,
  • әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлай,
  • темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп , логик баҫым , пауза ҡуйып , тейешле тауыш менән уҡый,
  • уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөй,
  • әҫәрҙе ентекле итеп, хәл -ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләй,
  • әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләй,әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшә.

Планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау
Уҡытыусы баланың уҡыу материалдарын үҙләштереүҙә яһаған һәр аҙымын, эш төрҙәрен башҡарыуҙағы оҫталығын күҙәтә, күрә һәм уларҙы баһалай. Заман психодидактикаһына талаптарына ярашлы, бала эшен, эшмәкәрлеген анализлап, уның һөҙөмтәлелеген үҙе баһалап өйрәнергә тейеш. Уҡыусының үҙ аллылыҡҡа, йәғни аҡыл менән баҙнатлы эш итеүгә һәр ынтылышын ваҡытында күрә белеү, эш ысулдарын, алымдарын дөрөҫ йүнәлештә ҡулланылыуына баһа биреү һәм бындай баһалау эшенә уның үҙен күнектереү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки үҙаллылыҡ - тормошта иң кәрәкле сифат. Уҡыусы 2-се класты тамамлағанда үрҙә күрһәтелгән шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләренең уҡыусыла формалашыуы-формалашмауы баһалана. Балала индивидуаль прогресс булыу-булмауы ҡарала. Төрлө контроль төрҙәре ҡулланыла. Һәр бер дәрестә тексты уҡыу, йөкмәткеһен һөйләү (тулы, ҡыҫҡаса), тасуири уҡыу үткәрелә. Яҙма эштәр ҙә булырға мөмкин (һорауҙарға яуаптар, геройға ҡылыҡһырлама), тест (һөйләмде тамамла, дөрөҫ яуапты билдәлә, хатаны тап,...). Һәр бүлекте тамамлағандан һуң тематик контроль (йомғаҡлау дәресе) үткәрелә. Ул телдән йәки яҙма, конкурс, ярыш, уйын формаһында булырға мөмкин. Сирек һайын уҡыу темпы тикшерелә. 2-се класс аҙағына ул минутына 50-55 һүҙ булырға тейеш.

7


© 2010-2022