Урок по теме ШЭЖЭРЭ

Раздел Начальные классы
Класс 3 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен.

Алып барыусы 1.

-Һаумыһығыҙ ҡан-ҡәрҙәштәр, имандаштар!

Ҡайнар сәләм,рухташтар,

Фекерҙәштәр,серҙәштәр.

Ҡайнар сәләм ерҙәштәр!

А.Б.2.

-Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла-

Ата- бабалар мираҫы-

Шәжәрә байрамына.

А.Б.1.

-Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөтәгеҙҙе лә ошо оло байрам , шәжәрә байрамы менән ҡотлайбыҙ! Тарихтың шәжәрәһен өйрәнеүгә халыҡты йәлеп итеү маҡсатында 2006 йылдың 10 майынан Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте " Шәжәрә байрамдарын ойоштороу тураһында" ҡарар ҡабул итте. Ошоға нигеҙләнеп был байрам беҙҙә лә билдәләнеп килә.

А.Б.2.

- Ғаилә бәхете- ил бәхете, ти халыҡ. Был исә,ғаиләбеҙҙең

Сәләмәт ныҡлығы, ырыу-нәҫелебеҙҙең абруйы тигән һүҙ.Киләсәгебеҙҙе беҙ бөгөнгө ғаилә мөнәсәбәттәре аша үҙебеҙ төҙөйбөҙ.к иләсәгебеҙгә нигеҙ һалына.

А.Б.1.

- Һәр ата- ана үҙ балаһының тәртипле, әҙәпле, сәләмәт булып үҫеүен теләй. Халҡыбыҙ был теләкте үҙенең мәҡәл- әйтемдәрендә сағылдыра килгән: "Ата-әсә теләге утҡа- һыуға батырмаҫ", " Алтын ҡанат -атаң бар, көмөш садаҡ -әсәң бар", " Атаңды башыңда тот, әсәңде усыңда тот", тип балаларҙы ата-әсәләре мәрхәмәтле, изгелекле булырға өндәгәндәр.

(Йыр "Тыуған ауылым")

А.Б.2.

-"Атаңдан алып, ете быуыныңды бел", ти халыҡ, әүәл оло йәштәгеләр:"Кем нәҫеле?"- тип һорашыр булғандар. Ете быуынын әйтеп биргәс кенә уны Иҫәпкә алғандар.

А.Б.1

-Ә хәҙер һүҙ үҙенең ырыу ағасы (шәжәрәһе) менән -тыныштырыу өсөн _________ бирелә.

А.Б.2.

- Ғорур һүҙ әйт һораһалар,

Ҡайһы ырыу, ҡайһы заттан?

Киләсәккә айыҡ ҡарар

Үҙ тарихын белгән яттан!

А.Б.1

- Бер-береңә тоғролоҡҡа

Бөгөн анттар бирегеҙ!

Күршеләрҙе күрегеҙ!

Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.

А.Б.2.

- Ил хәлдәрен белегеҙ,

Туғандарҙы күрегеҙ.

Кипмәһен ырыу ағасы-

Тере һыуҙар һибегеҙ!

( татар халыҡ бейеүе)

- Үҙенең шәжәрәһе менән таныштырыу өсөн _____ бирелә.

А.Б.1.

Ырыу ағасы ҡоромаҫ,

Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар

Шәжәрә байрамына!

А.Б.2.

-Беҙ исемһеҙ түгел ерҙә,

Үткәнде байҡа ғына.

Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ

Шәжәрә байрамында!

А.Б.1

-Хәтерләүҙән ҡурҡма һин!

Онотолмаһын үткәнең!

Бел һин, ераҡ бабаларың

Нисек донъя көткәнен!

А.Б. 2

- Шәжәрәне ғүмер буйы

Һаҡлаған тыуған йортом:

Беҙ бурыслы һиңә, ауылым,

Яңауылым- баш йортом!

( башҡорт халыҡ бейеүе)

А.б.1.

- Шәжәрә -ул бөйөк, изге йортоң,

Тейешһең һин уға ҡайтырға.

Унда һине туғаның да, ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға.

Ә хәҙер ырыу ағасы менән таныштырыу өсөн һүҙ ______ бирелә.

А.Б.2.

- Ваҡыт үтә. Ергә яңынан-яңы быуындар килә. Тормош дауам итә, итһен! Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән,, беҙҙән тора. "Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел" тигән боронғолар.

(Йыр 7 класс уҡыусыһы Алмаз Раянов)

А.Б.1

-Ҡәҙерле балалар, тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ,үҙегеҙҙең нәҫелегеҙгә генә хас булған ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ. Туғандарыбыҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.

(Сәхнәгә балалар сыға)

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Әсәй менән атай кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Яҡты, йылы өй кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Бишек йырҙары кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Мәңге йәшәр тел кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Тыуған-үҫкән ил кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Мәңге имен ил кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Быуын ныҡлығы кәрәк.

- ________ үҙенең шәжәрәһе менән таныштырып китер.

А.Б.2.

- Беҙ был ерҙә гөлдәр үҫтерербеҙ,

Ихтирамға лайыҡ халҡыбыҙ.

Еребеҙҙең күпме ғүмере булһа,

Шул ҡәҙәре йәшәү хаҡыбыҙ.

А.Б.1.

- "Илен белмәгән- игелекһеҙ. Хаҡын белмәгән- холоҡһоҙ, Нәҫелен белмәгән -нәҫәпһеҙ", -ти халыҡ, беҙ игелекле лә, нәҫел-нәсәпле лә булып йәшәһәк ине.

А.Б.2.

- Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәп киреп олон тарбайтканда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда,

Йәшәргә лә әле йәшәргә!.



© 2010-2022