Рабочая программа по родной (башкирской) литературе для 2-4 классов

Раздел Начальные классы
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Башҡорт әҙәбиәте"н2н эш программа3ы

АҢЛАТМА ЯҘЫУ "Башҡорт әҙәбиәте"буйынса программа "Мәғариф тураһында"ғы законға, "Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге" документына, "Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына", "Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы"на, Д.Б.Эльконин - В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына,"Башҡортостан халыҡтары телдәре" законына, "Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы"на, 2014/2015 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә, Башҡортостан Республикаһы 2бй2лил районы муниципаль мәғариф учреждениеһы А3ылай т0п д0й0м белем бире1 м2кт2бене8 уҡыу планына таянып эшләнде. Уҡытыу - методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә:  Сынбулатова Ф.Ш., Атнағолова С.В., Кәримов С.Ғ. Әҙәби уҡыу. Дөйөм белем биреү учреждениеларының беренсе класы өсөн уҡыу китабы. Яңыртылған 2-се баҫма.- Өфө: Китап, 2012.  Сынбулатова Ф.Ш., Мараканова Р.Й. "Әҙәби уҡыу"дәреслегенә эш дәфтәре. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1-се класы өсөн.- 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2013.  Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Латипова Д.Р. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 1- се класы өсөн.- Өфө: Китап, 2009.  М.С. Дәүләтшина, С.В. Атнағолова. Туған тел: Башланғыс мәктәптең икенсе класы өсөн уҡыу китабы. - Өфө: Китап, 2010.  Сынбулатова Ф.Ш. " Туған тел" дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2-се кластар. - Өфө: Китап, 2008.  Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4-се кластар өсөн "Туған тел" дәреслегенә программа. - Өфө: Китап, 2010.  Һүҙлектәр.  Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т., Дәүләтшина М.С. Әҙәби уҡыу дәреслеге.Башланғыс мәктәптең өсөнсө класы өсөн уҡыу китабы. Өфө:Китап, 2011.  МәүлийәроваӘ.Т., Хажиева Г.С., Ишембәтова С.Т. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 3-сө класс уҡыусылары өсөн.- Өфө:Китап, 2010.  Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.,Дәүләтшина М.С. Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре.3- сө класс. Ике киҫәктә.- Өфө:Китап, 2011.  Ә.Т. Мәүлийәрова, Ф.Ш.Сынбулатова.Әҙәби уҡыу. Дөйөм белем биреү учреждениеларының дүртенсе класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә.- Өфө: Китап, 2012.  Ә.Т. Мәүлийәрова, Ф.Ш.Сынбулатова. Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре.3 - сө класс. Ике киҫәктә.- Өфө: Китап, 2012. Д2рест2 ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары; текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж; үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү; мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү. Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора. «Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора. Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү; уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү; ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү; уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү. Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора. Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу; уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу; телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица); мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү); һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү; анализлай һәм синтезлай белеү; сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү; фекерләй белеү; Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора. Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү; телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле; үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу; башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү; дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү; һорауҙар бирә белеү.
«Башҡорт әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора: әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау; уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу; уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү; аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу; текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау. таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү; тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү; текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү; текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү; тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү; геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү; телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү; уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү; уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу; асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү; проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү; нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү; уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау. Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу). Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау. Оҫталыҡты үҫтереү: Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу; Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү; Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план); Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү; Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү; Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү; Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау; Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу; Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү. Өйрәтеү: Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү; Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү; Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү; Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү; Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү. Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү. Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу. Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы - ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып- белеү сараһы итеп таныған кеше. Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк: Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын формалаштырыу - бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу; Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү; Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу; Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы. Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала: 1. Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып төп геройҙарын билдәләү; Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау. 2. Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр. Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау. Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү. Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу. 3. Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр. Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау. Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү. Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине). Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу Был бүлектәрҙә шиғыр, әкиәт, хикәйәләр баланы уратып алған яҡын кешеләре: атай, әсәй,ҡартатай, ҡартәсәй, олатай, өләсәй, ағай, ҡусты, апай, һеңлеләре тураһында.Текстар ярҙамында етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләре бирә башлайбыҙ.Ошондай текстарҙың балаға тәрбиәүи йоғонтоһо ла көслө.Улар ярҙамында туғанлыҡ хистәрен тағы ла тәрәнерәк тойорға.туғандарына иғтибарлы, яғымлы, ярҙамсыл булырға өйрәтә..мәҙәниле шәхестең төп күрһәткесе,тәрбиәлелектең төп эстәлеге -туғандарыңа булған юғары мәҙәнилек.Ошоларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып, ентекле тәрбиәүи эш алып барылырға тейеш. 5- се бүлек " Матурлыҡ донъяһына сәйәхәт"( 4 сәғәт)етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен үҫтереү,хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, уның идея- тематикаһын асыҡлау, йөкмәткеһен тексҡа яҡын итеп һөйләп өйрәнеү һәм тасуири уҡыу кеүек күнекмәләрҙе формалаштырыуға ҡоролған булырға тейеш. Баланы үҙен уратып алған тәбиғәткә иғтибарлы, күҙәтеүсән булырға,матурлыҡты тоя белергә һәм ундағы күренештәрҙе тасуирлап һөйләргә өйрәтеү. Уҡыу техникаһы Һалмаҡлап, ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу. Текст һәм бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереүҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә.Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балағамәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла.бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте,тәбиғәт күренештәрен.хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте.йәғни тормошто китап.гәзит Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: 1 -се класта туған тел дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу),уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү,йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға ,күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша .Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш. Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе- тасуири уҡыу. Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен,уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге,күңеле аша үткәреп,хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк. 2-се класта Белем байрамы. (1 сәғәт) Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь - Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу - төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү. Халыҡ ижады менән танышыу. Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа... (5 сәғәт) Бишек йырҙары. Йәнлектәрҙең бишек йырҙары. Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар.Һамаҡтар. Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда - йомағым. Мәҡәлдәр - ололар һүҙе, ата - балалар кәңәше, өгөт - нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты. Фәстереүҙәр (уйҙырма). Уйындар. Шаярыуҙар. Башҡорт халҡының ауыҙ - тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һөйләмдәрҙе һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү. Әкиәттәр донъяһында (10 сәғәт) Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу. Уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Хәл - ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап , ике - өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү. Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу. Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү (4 сәғәт) Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү. Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү. Тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт матурлығы. Экологик мәсьәләләр. Беҙ - тәбиғәт балалары. Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ ( 12 сәғәт) Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды тасуирлап һөйләү. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уй- фекерҙәрҙе белгертеү, хис - тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү. Аралашыу мәҙәниәте. Кешеләр нисек аралаша? Әҙәп төбө - ғәҙәт ( 20 сәғәт) Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтарын тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү. Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү тураһында уйланыу. Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ...(10 сәғәт) Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , ата-бабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте мәсьәләләре күтәреләю . Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған мөхәбәтте тырыш хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана. Кластан тыш уҡыу (8 сәғәт) Тыуған төйәк, ер - һыу, республикабыҙ. Ҡош - ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу һәм кешеләрҙең, шулай уҡ балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Улар араһындағы мөнәсәбәт. 3-сө клас 1. Әҙәби уҡыу дәреслеге менән танышыу.(1сәғ.) Маҡсаттар: педагогик маҡсат - уҡыусыларҙы дәреслектең йөкмәткеһе, шартлы тамғалар системаһы менән таныштырыу. Әҙәби уҡыу дәреслегенең төҙөлөшөн белеү,шартлы тамғалар системаһын дөрөҫ ҡулланыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә дәреслектең йөкмәткеһендә кәрәкле бүлекте һәм әҫәрҙе эҙләп таба белеү, бүлектең йөкмәткеһен исеменә ҡарап күҙаллау,дәреслектең төҙөлөшө һәм биҙәлеше тураһында бәйләнешле телмәр төҙөү. 1.Белем байрамы.(1сәғ.) Маҡсаттар: педагогик маҡсат -уҡыусыларҙа үҙҙәре уҡыған мәктәптең тарихы, күренекле кешеләре менән танышыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, халыҡ ижадынан уҡыу, белем тураһындағы мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәләрен билдәләргә өйрәнеү. Сафуан Әлибай. Өсөнсөгә күскәнбеҙ. Һүҙлек: ҡотлайбыҙ -тәбрикләйбеҙ, ҙурлайбыҙ - маҡтайбыҙ - хуплайбыҙ. Мостай Кәрим. Уҡытыусыма. Һүҙлек: наҙлап -иркәләп - һөйөп - яратып, иҫемдә - хәтеремдә - күңелемдә. 1. Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар. (9 сәғ.) Маҡсаттар: педагогик маҡсат - тасуири уҡыу күнекмәһен, һүҙ байлығын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә, мәҙәниәтле итеп бәхәс ҡорорға өйрәнеү. 2. Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә.(10сәғ..) Маҡсаттар:педагогик маҡсат - әҙәбиәт ғилеменән цитата, йәнләндереү, һүрәтләү саралары менән таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты - был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын сағыштырып уҡып, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡларға өйрәнеү, әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнеү. 3. Әҙәптең төбө - ғәҙәт (18сәғ.) Маҡсаттар:педагогик маҡсат -ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү, әҫәр тексын файҙаланып үҙеңдең фекереңде раҫлау өсөн шарттар тыуҙырыу, әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты - был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү, проблемаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү. 4. Тәңкә - тәңкә ҡарҙар яуа (11 сәғ..). Маҡсаттар: педагогик маҡсат - балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, уҡылған әҫәрҙе автор, герой һәм уҡыусы күҙлегенән анализларға өйрәнеү. Йортом, илем, халҡым, киләсәгем (22сәғ.) Маҡсаттар: педагогик маҡсат - Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә, күренекле шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде Әсә һәм Ватандың бөйөклөгө, гүзәллеге, улар менән ғорурланыу- шиғырҙарҙың төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Әсәгә һәм Тыуған илгә һөйөү, шатланыу, шул ерҙә тыуып үҫеү менән ҡыуаныу тойғолары баланың күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡалған "киң туғайҙар", "алтын бешә торған баҫыуҙар", "түңәрәк күл", "күкһел тауҙар" аша сағыла. Раил Байбулатов(5 сәғәт) Хикәйәләрҙә балаларҙың уйындары, ҡыҙыҡһыныуҙары, үҙ-ара дуҫлыҡтары менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғалар һүрәтләнә. Балалар араһындағы берсә ҡаршылыҡлы, берсә эскерһеҙ йылы мөнәсәбәттәр, дуҫлыҡтың нисек нығыуы, батырлыҡҡа ынтылыуы үҙенсәлекле итеп һүрәтләнә. Яҙыусы уларҙың эске донъяларына, тәрән кисерештәренә айырыуса иғтибар итә, характерҙарының үҫешен конкрет ситуацияларҙа күрһәтә. Рәис Ғабдрахманов(6 сәғәт) Яҙыусы балаларҙың ижтимағи тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ҡатнашырға ынтылыштарын мажаралы ваҡиғалар ярҙамында һүрәтләй. Әҫәрҙәрҙә төрлө ситуацияларҙа балалар характерында булған тиҫкәре сифаттар тәнҡит ителә; ысын хеҙмәттең тәме, ялған һәм хаҡлы дан, дуҫлыҡ ҡәҙере кеүек сифаттар конкрет персонаждарҙың хәрәкәттәре менән һыналған тапҡыр һүҙҙәре, мәҡәлдәре менән нығытыла. Марс Әхмәтшин(4 сәғәт) Хикәйәләр балаларҙың эштәре, уй-хыялдары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, үҫмерҙәрҙең үҙ ҡылығы, тормоштағы урыны һәм яуаплылығы хаҡында мәжбүр итә. Үҫмерҙәрҙең йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы кеүек көндәлек ваҡиғаларҙан алып, романтик ынтылыштарын, илһөйәрлек тойғоларын сағылдырыусы ситуацияларға таянып , йәш геройҙың рухи-әхлаҡи йөҙөн асыусы төрлө факттар яҡтыртыла. Фәрзәнә Аҡбулатова (3 сәғәт) Был әҫәрҙәр балаларҙың тормошто аңлау, эстетик ҡабул итеү ҡеүәһенә тәрбиәүи маҡсаттан сығып бирелә. Уларҙа һүҙ балалар уыҙынан алып барыла, сабыйҙарҙың тормош күренештәренә үҙ ҡарашы, тойғолары, эске кисерештәре сағылдырыла.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

Материаль-техник ҡулланмалар -магнитофон;- ноутбук; -интерактив таҡта. Өҫтәлмә әҙәбиәт. 1.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.144 2.Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994. 3.Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007. 4.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008. 5.«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; "Йәншишмә", гәзиттәре. 6.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008. Уҡыусы өсөн. Сынбулатова Ф.Ш., Атнағолова С.В., Кәримов С.Ғ. Әҙәби уҡыу. Дөйөм белем биреү учреждениеларының беренсе класы өсөн уҡыу китабы. Яңыртылған 2-се баҫма.- Өфө: Китап, 2012. Сынбулатова Ф.Ш., Мараканова Р.Й. "Әҙәби уҡыу"дәреслегенә эш дәфтәре. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1-се класы өсөн.- 2-се баҫма.- Өфө Китап, 2013. Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Латипова Д.Р. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 1-се класы өсөн.- Өфө: Китап, 2009. 1."Әҙәби уҡыу " дәреслеге.Башланғыс мәктәптең 4- класы өсөн уҡыу китабы.Төҙ.авт. Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.,Дәүләтшина М. С. Өфө:Китап, 2011 2."Әҙәби уҡыу " дәреслегенә эш дәфтәре.4- класы өсөн.(1,2 )Төҙ.авт. Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.,Дәүләтшина М. С. Өфө:Китап, 2011 3. "Уҡыу китабы" . Төҙөүселәре Ә.Т. Мәүлийәрова, Ишембәтова С.Т., С.Б. Акъюлова. Уҡытыусы өсөн әҙәбиәт. 1. Сынбулатова Ф.Ш., Атнағолова С.В., Кәримов С.Ғ. Әҙәби уҡыу. Дөйөм белем биреү учреждениеларының беренсе класы өсөн уҡыу китабы. Яңыртылған 2-се баҫма.- Өфө: Китап, 2012. 2. Сынбулатова Ф.Ш., Мараканова Р.Й. "Әҙәби уҡыу"дәреслегенә эш дәфтәре. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1-се класы өсөн.- 2-се баҫма.- Өфө Китап, 2013. 3.Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Латипова Д.Р. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 1-се класы өсөн.- Өфө: Китап, 2009. 4. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.. 5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005. 6. Һүҙлектәр. 7 .Дәүләтшина М.Сю, Янышева З.Ф."Туған тел" дәреслегенә методик ҡулланма Өфө:Китап, Туған тел- 68сәғәт
Аңлатма яҙыу.
Илдәге социаль- экономик күтәрелеш һөҙөмтәһендә социаль шартттарҙың тамырынан үҙгәреүе мәғариф өлкәһенә яңы талаптар ҡуя. Баланы яңы социаль шарттарҙа бөтә яҡтан гармониялы үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү, нигеҙҙә, мәктәпкә йөкмәтелә. Был үҙ аллы фекерләгән, йәшәйешен тейешле кимәлдә ойоштора алған, стандарт булмаған шарттарҙа тормош проблемаларын оптималь хәл итә белгән, ғаиләһе, яҡындары, йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес итеп тәрбиәләү бурысын ҡуя. Юғарыла бәйән ителгән бурыстарҙы хәл итеүгә тейешле шарттар булдырыу зарур.Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу, сөнки тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә йәмғиәттең йәшәйешен, үҫешен көйләүсе сара булып тора. Үҙеңдең туған телеңде,милләт-ара аралашыу теле булған рус һәм инглиз телдәрен тейешле кимәлдә белеү- ҙур ҡаҙаныш һәм йәшәйешеңде, интеллектуаль үҫешеңде көйләүсе мөһим шарт ул. Шуға күрә,балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыскластан маҡсатлы рәүештә ентекләп алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ-ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү, ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла. Ғөмүмән башҡорт мәктәптәрендә белем алыу туған телдә бойомға ашырыла. Шуға күрә туған телде өйрәнеү, белеү юғары кимәлгә ҡуйылырға тейеш. Уҡыу- фекерләү һәм телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәренең береһе. Шуға күрә, башланғыс мәктәптә уҡыу дәрестәре, фән булараҡ, балаға белем биреү, төрлө яҡлап үҫешен тәьмин итеү һәм тәрбиәләүҙә мөһим урын алырға тейеш.
Уҡыу дәрестәренең маҡсаты һәм бурыстары. Башланғыс кластарҙа туған тел дәрестәрендә телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәренә лә (һөйләү, тыңлау,уҡыу, яҙыу) өйрәтеү маҡсатлы рәүештә ҡыҙыу темпта бара. Һөйләү, тыңлау, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен тейешле кимәлгә ҡуйыу- уҡытыусының төп бурысы. Был күнекмәләргә тулыһынса эйә булған уҡыусы ғына урта звенола уҡыуын уңышлы дауам итәсәк. Кешенең һөйләгәнен иғтибар менән тыңлай белгән, әңгәмәләшеүсеһе менән мәҙәниәтле һөйләшеү ҡора алған, етеҙ һәм аңлы уҡырға күнеккән, уй- фекерҙәрен грамоталы яҙа алған уҡыусы ғына урта звенола уҡырға әҙер. Юғарыла бәйән ителгән күнекмәләрҙе формалаштырыуҙа уҡыу(туған тел) дәрестәре төп ролде уйнай. Уҡыу дәрестәренең төп маҡсаты- китап уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, балаларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу, һөйләү һәм аралашыу телмәрен үҫтереү, үҙ аллы ижад итеүгә мөмкинселектәр, шарттар булдырыу. Был мөһим бурыстар программаға индерелгән материалдар, донъя һәм башҡорт әҙәбиәтенән һайланып, художестволы һәм фәнни-популяр текстар, шулай уҡ халыҡ ижады әҫәрҙәре ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Уҡыу техникаһы. Тексты етеҙ, тасуири аңлап уҡыу. Әҫәр йөкмәткеһенә ярашлы хис-тойғоларҙы, уй-фекерҙе белдереп, тауышты көйләп уҡыу. Ҡысҡырып минутына 90-100 һүҙ уҡыу. Эстән уҡығанда минутына 120 һүҙҙән күберәк уҡыу.

4 -се класты тамалаған уҡыусының белем һәм уҡыу күнекмәләренә ҡуйылған талаптар. Уҡыусы -әҙәби һөйләү нормаларын күҙәтеп, йылдан-йыл аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡырға, -әҫәрҙе эстән аңлы уҡый белергә, -китаптың өлөштәрен, йәғни титул битен, йөкмәткеһен, инеш һүҙен, йомғаҡ һүҙен табыу, һылтанмаһын, аннотацияһын айыра белергә, -үҙ аллы төҙөлгән планға таянып, әҫәрҙең йөкмәткеһен ентекләп,ҡыҫҡартып йәки һайлап,ижади һөйләү күнекмәһенә эйә булырға, -уҡылған әҫәрҙең темаһын һәм төп фекерен билдәләргә, -уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә, әҫәрҙең исемен, авторын белергә, авторҙың уй-фекерен асыҡларға, -уҡылған әҫәрҙеңйөкмәткеһен тулы, ҡыҫҡартып, һайлап һәм ижади һөйләү күнекмәһенә эйә булырға, -уҡылған әҫәрҙе мәғәни яҡтан тамамланған өлөштәргә үҙ аллы бүлергә, улар араһынан төп фекерҙе белдергәнен таба белергә, хикәйәнең, мәҡәләнең планын төҙөргә, -уҡылған текстың йөкмәткеһенә нигеҙләнеп, ҡыҫҡа хикәйәләр төҙөргә, яҙырға,ижади эштәр башҡарырға, автор ҡарашынан сығып, уның төп геройына баһа бирә белергә, -әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә уҡыусының шәхси уй-фекерен, ҡарашын белергә, -әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылығын, холҡон, тәртибен, тойғоһон, уй-фекерен аңларға, уларҙы бер-береһе менән сағыштырырға,үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә, ҡылыҡһырлама төҙөй белергә, -шиғырҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири, яттан һөйләй белергә, -фольклор әҫәрҙәренә миҫалдар килтерә белергә, -төрлө тематикаға уҡылған әҫәрҙәргә миҫалдар килтерә белергә.

1- 4 -се класс уҡыусыларының башҡорт 262би2те буйынса белемдәрен,белгәндәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары Телдән яуаптарҙы баһалау: Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла. Тыңлап аңлау күнекмәләрен баалау: 1. "тулыһынса аңланы" 2. "өлөшсә аңланы" 3. "аңламаны" Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау: 1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә; - дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа; - тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, "5"ле ҡуйыла. 4 -се класта бәйләнешле һөйләү - 10-12 һөйләмдән тәшкил итә. 2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа; - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,"4" ле ҡуйыла 3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа; - 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә; - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, "3"лө ҡуйыла. 4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа; - паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә; - 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, "2"ле ҡуйыла. Диалогик һөйләмде баһалау: 1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа; - әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, "5"ле ҡуйыла 2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа; - 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, "4" ле ҡуйыла. 3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә; - һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә; - 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, "3" лө ҡуйыла. 4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә; - һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа; - 6- нан артыҡ хата ебәрһә, "2" ле ҡуйыла.

















2 класс 0с0н "Башҡорт әҙәбиәте" предметынан

2014-2015 у7ыу йылына

календарь -тематик план

А6на3ына- 2 с242т

Йылына-68 с242т

Дата план

Дата факт.

Дәрес темаһы

Сәғәт

һаны

Белемгә талаптар

1

1.09

Белем байрамы!

1

Көҙгө тәбиғәт,сентябрь башын һүрәтләү.Уҡыуҙың тәүге көнө,1сентябрь-белем байрамы тураһында һөйләшеү.Яңы уҡыу йылына теләк, пландар,хыялдар менән уртаҡлашыу.Уҡытыусыға,мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

У7ыйбы6 6а, уйнайбы6 6а…

7

2

3

4

5

6

7

8

6.09

8.09

13.09

15.09

20.09

22.09

27.09

Бишек йырҙары.

Бармаҡтар менән уйындар.Мөғжизәле бармаҡтар.

Кластан тыш у7ыу

Һамаҡтар, йома7тар

Мәҡәлдәр- ололар һүҙе

Фәстереүҙәр.Хикмәтле хикәйә.

С.Шарипов.

Кластан тыш у7ыу

1

1

1

1

1

1

1

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән таныштырыу.Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу,һөйләмдәрҙе һәм тексты,тыныш билдәләре ҡуйылған урында пауза яһап,тейешле интонация менән уҡыу.Шыбырлап.эстән уҡыуға күнегеүҙәр.Бирелгән һорауҙарға йәки планға таянып әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү.Ауыҙ-тел ижады материалында быуындан быуынға изге аманат итеп күсә килгән әҙәп,әхләки ҡағиҙәләрҙе өйрәтеү,фәлсәфәүи мәғәнәләренә төшөндөрөү.

Әкиәттәр донъяһында

14

9

10

11

12

13

14

15

16

17

29.09

4.10

6.10

11.10

13.10

18.10

20.10

25.10

27.10

Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ.

А.Йәғәфәрова.

Ҡарт менән дейеү

Төлкө менән әтәс Кластан тыш у7ыу

Май ҡайҙа?

Төлкө менән айыу.

Айыухас менән Айыукәс мәктәптә

Борсаҡ өҫтөндәге принцесса

Кластан тыш у7ыу

1

1

1

1

1

1

1

1

1

Әкиәтте уҡыу,һөйләү, тыңлау нескәлектәре менән таныштырыу.Уҡыу техникаһын камиллаштырыу.Хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле итеп таусирлап,ике-өс әкиәтте матурлап һөйләргә өйрәнеү.

Әкиәттән өҙөктәрҙе ролдәргә бүлеп

уҡыу,сәхнәләштереү.

Әкиәт тураһында төшөнсә.Әкиәт геройҙарын ыңғай һәм кире образдарға айырыу.

18

19

20

21

22

8.11

10.11

15.11

17.11

22.11


Тауыш ҡайҙа китә?

И.Тимерханов.

Күгәрсен күҙҙәре.

Д.Талхина

Төлкө менән ҡырмыҫҡа.

М.Мөсифуллин.

Терпе ниңә энәле?

А.Ғарифуллина.

Легендалар

1

1

1

1

1

Әкиәтте уҡыу,һөйләү, тыңлау нескәлектәре менән таныштырыу.Уҡыу техникаһын камиллаштырыу.Хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле итеп таусирлап,ике-өс әкиәтте матурлап һөйләргә өйрәнеү.

Әкиәттә изгелекте яуызлыҡтан,хаҡлыҡты ялғандан,ялҡауҙы егәрленән,ихласты ике йөҙлөнән айырырға өйрәнеү.Әкиәт тураһында төшөнсә биреү.Әкиәттәрҙең күбеһендә ҡулланылған тылсымлы предметтарға иғтибар итеү.Был предметтарҙың иң сетерекле мәлдә көтмәгәндә хасил булыуҙары,геройҙарҙы иң ауыр ситуацияларҙа ла ҡотҡарып алып ҡалыусы тылсымлы көскә эйә булыуҙарын һәм улар ярҙамында әкиәттә изгелектең яуызлыҡты еңеүен күрһәтеү.

Шиғырҙар

7

23

24

25

26

27

28

29

24.11

29.11

1.12

6.12

8.12

13.12

15.12

Туп. Р.Хәйри.

Ҡурсағым..Р.Хәйри

Турғай. Ғ.Ғәлиева.

Ҡарлуғас.М.Хисмәтуллина

Кластан тыш у7ыу

Тыуған яҡ.А.Игебаев.

Йәй.Д.Тахина.

Көҙгө урман. С.Муллабаев.

Көҙгө урман.А.Йәғәфәрова

Кластан тыш у7ыу

Өйрәнгән ул әҙергә.А.Игебаев.

Хужаһын тапманы.

Т Арслан.

1

1

1

1

1

1

1

Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға өйрәнеү,яттан һөйләү.Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу.Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен,ритм,рифма,баҫым күренештәрен күҙәтеү.Рифмалы һүҙҙәрҙе шиғыр юлдарында табыу,уның ритмик схемаһын төҙөү.Күренекле балалар яҙыусыларының исем-шәрифтәрен белеү.

Беҙ-тәбиғәт балалары.

10

30

31

32

33

34

35

36

37

38

20.12

22.12

27.12

29.12

17.01

19.01

24.01

26.01

.

31.01

Урман китабы.Н.Мусин.

Ҡарҙағы яҙыуҙар.

Ф,Фәтҡуллина.

Ҡунаҡ беснәк.М.Кәрим.

Кластан тыш у7ыу Терпе ҡунаҡ саҡырған.Әкиәт

Хәстәрлекле сәүкә.С.Кәрим.

Ярҙам.С.Кәрим.

Һайыҫҡан менән һөйләшеү.

Данута Цветич

Яңы йыл күстәнәсе.

Р.Мөхәмәҙиев.

Тыңлауһыҙ сана менән саңғы.

Ф.Иҫәнғолов

Сәнскеле күлдәк.А.Йәғәфәрова.

Кластан тыш у7ыу Дарыу 1л2нд2ре

1

1

1

1

1

1

1

1

1


Баланы үҙен уратып алған тәбәиғәткә иғтибарлы, күҙәтеүсән булырға, матурлыҡты тоя белергә һәм ундағы күренештәрҙе тасуирлап һөйләргә өйрәтеү.

262п т0б0-4262т

20

39

40

41

42

43

44

45

46

47

48

49

50

51

52

53

54

55

56

57

58

2.02

7.02

9.02

14.02

16.02

21.02

23.02

28.02

2.03

7.03

9.03

14.03

16.03

21.03

4.04

6.04

11.04

13.04

18.04

20.04

!секл2162р

?уна7 табыны

Ф.Ф2т7уллина

?ы66ар мен2н уйнар4а яраймы/ Ф.И92н4олов

Кем ма7тансы7/ с.Я7упов

К1рк2 мен2н 2т2с.Н.Фазлыева

Кластан тыш у7ыу Ду9лы7

=Йылан мен2н балы7

Р2хм2т яу4анда Г. Я7упова

Д0й2 мен2н 7ошсо7.А.Й242ф2рова

Батыр6ар

Ф.И92н4олов

Кластан тыш у7ыу

Омор6а7 бабай.Ж Кейекбаев

Мин-Батыр…

Ф.Ф2т7уллина

?обайыр6ар

Буяу6ар. С.Сурина

Кластан тыш у7ыу

Айыубик2 та8 7аршылай.Ф.Ф2т7уллина

Сыйырсы7 йыры.Г.Юнысова

Р2ссам.Г Юнысова

Кластан тыш у7ыу

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

-уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу; уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү; аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу; текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау. таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү; тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү; текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү; текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү; тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү; геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү; телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү; уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү; уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу; асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү; проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү; нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү; уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау. Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).

Бе6 хе6м2тте 30й2бе6

10

59

60

61

62

63

64

65

66

67

68

25.04

27.04

2.05

4.05

9.05

11.05

16.05

18.05

23.05

25.05

30.05

Сер.Г.Ситди7ова

И8 матур б0ж2к Н.Мыр6а7аева

)ф0 -бе66е8 баш 7алабы6 Й.Солтанов

Кластан тыш у7ыу

Б0рк0тл0 ауылы.М.К2рим

Алма4астар ултыртабы6. Э.Вахитова

Кемд2р маладис була/ Н.С2лимов

К16лек Г.Ситди7ова

Кластан тыш у7ыу

Йом4а7лау д2ресе

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1 Оҫталыҡты үҫтереү: Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу; Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү; Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план); Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү; Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү; Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү; Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау; Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу; Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү. Өйрәтеү: Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү; Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү; Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү; Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү; Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү


4 класс 0с0н "Башҡорт әҙәбиәте" предметынан

2014-2015 у7ыу йылына

календарь -тематик план

А6на3ына- 2 с242т

Йылына-68 с242т

План.дата

Факт.

дата

Дәрестең темаһы

Сәғ.

Һаны

Белемгә талаптар

1.

1.09

Һаумы, мәктәп!

1

Шиғырҙы тасуири, дөрөҫ, аңлы, етеҙ уҡыу күнекмәләрен нығытырға. Уҡыу дәрте, ҡыҙыҡһыныу уятырға.

2.

6.09

Ҡош ҡанаты менән, кеше дуҫлығы менән көслө.

1

М.Ғафуриҙың ижады тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирергә.Әҫәрҙе эстән аңлы уҡырға өйрәнергә.

3.

8.09

Һуғыш михнәттәрен күргән балалар.

1

М.Кәрим дең ижады тураһында белешмә биреү.Уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

4.

13.09

Һуғыш килтергән юғалтыуҙар.

1

Уҡыусыларҙың ижади телмәрен үҫтереү,дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытырға.

5.

15.09

Кеше ни өсөн йәшәй?

1

М Кәримдең шиғри әҫәрҙәре менән танышыу.Үҙ фекереңде башҡаларға еткерә белергә өйрәтеү.

6.

20.09

Кластан тыш уҡыу.

1

Уҡыу ҡеүәһен үҫтереү. Тасуири уҡыу өҫтөндә эш.Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

7.

22.09

Ихтыяр көсө- эшмәкәрлектең төп нигеҙе.

1

З. Биишеваның ижады менән танышыу. Һүҙ байлығын арттырыу, аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

8.

27.09

Ағас емеше менән, кеше эше менән матур.

1

Әҫәрҙе анализларға өйрәтеү. Балаларҙы төрлө экологик проблемалар менән таныштырыу.

9.

29.09

Яманға тарыма, тарыһаң арыма.

1

Мәҫәлдәрҙе башҡа әҙәби жанрҙарҙан айырырға өйрәтеү.

10.

4.10

Кластан тыш уҡыу.

1

Уҡыу ҡеүәһен арттырыу.Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

11.

6.10

Дуҫтар барҙа донъя йәмлерәк.

1

Әҫәрҙе анализлау күнекмәләре өҫтөндә эште дауам итеү. Дуҫлыҡ мәғәнәһен киңәйтеү.

12.

11.10

Изгелектең иртәһе-кисе юҡ.

1

Аңлы, тасуири, йүгерек, дөрөҫ уҡыу өҫтөндә эш.

13.

13.10

Кешенеке һиңә булмаҫ, һиңә булһа ла, уң булмаҫ.

1

Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Балаларҙа төрлө милләт кешеләренә ҡарата хөрмәт тойғоһо уятыу.

14.

18.10

Илдә илле дуҫың булһын.

1

Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Балаларға дуҫлыҡ төшөнсәһен аңлатыу.

15.

20.10

Нимә юғарыраҡ баһалана?

1

Аңлы, етеҙ уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Ысын хеҙмәт тәме, ялған һәм хаҡлы дан, ысын батырлыҡ һәм тышҡы ялтырауҙы айыйрйрға өйрәтеү.

16.

25.10

Кластан тыш уҡыу.

1

Уҡыусыларҙың фекерләү үҫтереү. Уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

17.

27.10

Салауат- тәбиғәт балаһы.

Салауат- башҡорт халҡының милли батыры.

1

Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Тарихи шәхестәргә ҡарата һөйәү тәрбиәләү.

18.

8.11

Аҡмулланың бала сағы.

1

Тарихи әҫәрҙәр уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.Аҡмулланың тарихта тотҡан урынын билдәләү.

19.

10.11

Йомғаҡлау дәресе.

1

Аңлы, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Тарихи материалдарҙы системаға һалыу.

20.

15.11

Кластан тыш уҡыу.

1

Уҡыу күнекмәрен нығытыу. Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

21.

17.11

Ата-бабам баҡҡан ер-

Һаҡлар уны ысын ир.

1

Тыуған ил тураһында белемде тәрәнәйтеү. Тасуири уҡырға өйрәтеү.

22.

22.11

Тәбиғәттең йәмен боҙма,

Йәнлектәрҙең йәнен ҡыйма.

1

Балаларға һүҙ көсөн тойорға өйрәтеү. Әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

23.

24.11

Ятып ҡалғансы атып ҡал.

1

Аңлы, йүгерек уҡыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Экологик тәрбиә биреү.

24.

29.11

Солоҡ балын һуҫар ҙа ярата.

1

Һуҫар тураһында белемдәрен киңәйтеү. Күҙәтеүсәнлек сифаты, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

25.

1.12

Кейектәр- тәбиғәт күрке.

1

Ҡоралайҙар тураһында белем биреү. Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

26.

6.12

Кластан тыш уҡыу.

1

Тасуири, аңлы уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

27.

8.12

Тәбиғәт ҡанундарын боҙоу-оло гонаһ.

1

Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

28.

13.12

Намыҫ, хаҡлыҡ, дуҫлыҡ.

1

Аңлы, йүгерек уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Намыҫ, дуҫлыҡ, хаҡлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү.

29.

15.12

Ат әйләнеп төйәген табыр.

1

Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Ат тураһында белемдәрен киңәйтеү. Хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

30.

20.12

Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар.

1

Балаларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

31.

22.12

Кластан тыш уҡыу.

1

Аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

32.

27.12

Һуғыш михнәттәрен кисергән балалар.

1

Аңлы, дөрөҫ уҡыу өҫтөндә эш. Ауырлыҡтарҙы ғорур еңеп сыға белеү кеүек сифаттар тәрбиәләү.

33.

29.12

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.

1

Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

34.

17.01

Кластан тыш уҡыу.

1

Йүгерек уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

35.

19.01

Тыуған яғым-гүзәл төйәгем.

1

Ижади һәләттәрен үҫтереү.

36.

24.01

Яҡшы һүҙ-йән аҙығы,

яман һүҙ- тән ҡаҙығы.

1

Тел байлыҡтарын арттырыу. Фекерләү ҡеүәһен, хәтерҙәрен үҫтереү.

37.

26.01

Бәхет хеҙмәттә табыла.

1

Телмәрҙәрен байытыу, үҫтереү. Хеҙмәт төшөнсәһен киңәйтеү.

38.

31.01

Атанан күреп ул үҫә,холоҡ фиғеле күсә.

1

Уҡыусыларҙың нәфис телмәрен үҫтереү. Ғаилә башлығы атайға һөйөү, ихтирам тойғолары тәрбиәләү.

39.

2.02

Кластан тыш уҡыу.

1

Тасуири. Дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Китапҡа һөйөү тәрбиәләү.

40.

7.02

Шөкөр итәм бар булғанға.

1

Һүҙ байлыҡтарын арттырыу. Нәфис телмәр үҫтереү. Икмәккә ихтирам тәрбиәләү.

41.

9.02

Кешене хеҙмәт матурлай.

1

Телмәрҙе үҫтереү, байытыу. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

42.

14.02

Үҙ хеҙмәтеңдең тәмен бел, кеше хеҙмәтенең ҡәҙерен бел.

1

Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

43.

16.02

Кластан тыш уҡыу.

1

Телмәрҙе үҫтереү, байытыу.

44.

21.02

Әсәй кәңәштәре.

1

Һүҙ байлығын арттырыу. Нәфис телмәр үҫтереү. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

45.

23.02

Ҡоштарҙы атма-бәләгә тарыма.

1

Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Күгәрсен тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү.

46.

28.02

Тәүәккәл таш ярыр.

1

Батырлыҡ төшөнсәһен киңәйтеү. Үҙ-үҙнңә ышаныс тәрбиәләү.

47.

2.03

Йүнсел юлын табыр.

1

Р. Байбулатовтың ижады менән танышыуҙы дауам итеү. Сәскәләр тураһында белемдәрен киңәйтеү.

48.

4.03

Кластан тыш уҡыу.

1

Уҡыу ҡеәһен арттырыу. Һүҙ байлығын киңәйтеү.

49.

9.03

Атанан күргән уҡ юнған,

әсәнән күргән тун бескән.

1

Балаларҙы Р. Ғабдрахмановтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Тасуири, дөрөҫ, аңлы, йүгерек уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

50.

14.03

Хайуандарҙы йәберләгән изгелек күрмәҫ.

1

Һүҙ байлыҡтарын арттырыу. Хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек тәрбиәләү. Мышы тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү.

51.

16.03

Эшләп ашаһаң, аш тәмле була.

1

Дөрөҫ, аңлы уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Ололарға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

52.

21.03

Һөнәрле һөнәренә өйрәтер.

1

Тасуири, аңлы уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Икмәккә һөйөү тәрбиәләү.

53.

4.04

Ысын дуҫлыҡ ниндәй була?

1

Һөйләү телмәрен үҫтереү. Дуҫлыҡ төшөнсәһен киңәйтеү. Дуҫтарыңа ҡарата иғтибарлыҡ сифаттары тәрбиәләү.

54.

6.04

Кластан тыш уҡыу.

1

Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Китапҡа һөйөү тәрбиәләү.

55.

11.04

Һынауҙар аша үткән дуҫлыҡ.

1

М.Әхмәтшиндың тормошо һәм ижады менән танышыу. Тоғролоҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү.

56.

13.04

Үҙеңдән олонан һабаҡ ал.

1

Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Борондан ҡалған кәсептәр менән таныштырыу. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

57.

18.04

Ҡыҙ-ҡырҡын нескә зат, ярҙам ит уға һәр саҡ.

1

Һүҙ байлыҡтарын арттырыу. Дарыу үләндәре тураһында белемдәрен киңәйтеү. Уларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

58.

20.04

Йәшәү көсө, тормош ҡәҙере.

1

Балаларҙы әҙәбиәтебеҙҙең йәш яҙыусыһы Ф. Аҡбулатованың ижады менән таныштырыу. Уларҙың хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

59.

25.04

Икмәк тәме, икмәк ҡәҙере.

1

Аңлы уҡыу күнекмәһен нығытыу. Икмәккә ҡарата һаҡсыллыҡ тәрбиәләү.

60.

27.04

Кластан тыш уҡыу.

1

Һүҙ байлыҡтарын арттырыу. Телмәрҙәрен үҫтереү.

61.

2.05

Илдус Тимерханов ижады.

1

Яҙыусының ижады менән танышыу. Бәйләнешле телмәрҙе үҫтереү.

62.

4.05

Сөләймән Латипов ижады.

1

Һөйләү телмәрен камиллаштырыу.

63.

9.05

Лира Яҡшыбаева ижады.

1

Яҙыусының ижады менән танышыу. Аңлы, етеҙ уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

64.

11.05

Кластан тыш уҡыу.

1

Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

65.

16.05

Татар халыҡ улы- Ғ. Туҡай.

1

Ғ. Туҡайҙың ижады менән танышыу.Фекерләү һәләтен үҫтереү.

66.

18.05

Донъя әҙәбиәте.

1

Балаларҙы донъя әҙәбиәте менән таныштырыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү.

67.

23.05

Донъя әҙәбиәте.

1

Әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү.Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

68.

25.05

29.05

Йомғаҡлау. Кластан тыш уҡыу.

2

Әҙәби һөйләү нормаларын нығытырға. Китапҡа, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү.

22


© 2010-2022