Разработка классного часа Урок здоровья

Раздел Начальные классы
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Бөрйән районының мәғариф

Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Әтек филиалы

"Һаулыҡ дәресе.

Нисек грипты еңергә? "

(Синыф сәғәте)

Бөрйән районының Иҫке

Собханғол урта мәктәбенең

Әтек филиалының башланғыс

синыф уҡытыусыһы Алғазина

Розалия Рәхим ҡыҙының

үткәргән дәрес конспекты.

Маҡсат:

1) Грипп ауырыуы тураһында белешмә биреү.

2) Үҙеңдең организмды гриптан һаҡлау сараларын үтәргә күнектереү.

3) Һаулыҡты һаҡлау, үҙ һаулығыңа битараф булмаҫҡа өйрәтеү.

1.Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыз, ҡәҙерле уҡыусылар!

2.Маҡсат.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән һаулыҡ дәресен дауам итәбеҙ. Беҙгә дәрескә кем ҡунаҡҡа кем килгәнен йомаҡты сисеп белербеҙ. Тыңлағыҙ.

Всех на свете он добрей,

Лечит он больных зверей,

И однажды бегемота

Вытащил он из болота

Он известен, знаменит.

Это ................ (Доктор Айболит)

  • Кем килгән ул ҡунаҡҡа?

  • Кем ул доктор Айболит?

  • Ҡаршы алайыҡ.

Һаумыһығыҙ, балалар!

-Мин һеҙгә бик ашҡынып килдем. Һеҙгә насар хәбәр алып килдем, һеҙҙең мәктәпкә грипп тигән ауырыу яҡынлаша. Шуға күрә мин һеҙҙе алдан ҡурсаларға тейешмен. Нисек күмәкләп грипты еңергә?

Беҙҙең бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо хаҡта. Минең ярҙамсым- һеҙҙең уҡытыусығыҙ булыр. Һүҙҙе уға бирәйек.

  • Яҡшы, доктор Айболит. Һеҙ хәҙер ултырығыҙ, ә мин һеҙгә ярҙам итергә ризамын.

3.Уҡыусылар! Нимә ул грипп?

  • Ауырыу.

  • Ауырыу нимәнән башлана?

(Ауырыуҙы башлаусы - бысраҡ микробтар, вирустар)

Был вирус грипп француз һүҙенән алынған "гриппер". Ысынлан-лап та был ауырыу -грипп, кешенең тамағы ауырта башлай,ауырыу организмға үтеп инә. Тимәк, беренсе билдәһе - ауырыуҙы башлаусы - вирус.

-Балалар грипты нисек йоҡторалар?

(Ауырыу кешенән, һөйләшкәндә, йүтәллгәндә, сөскөргәндә тирә-яҡ һауаға вирустар сәсә. Ә һау кеше ошо вирустарҙы үҙенә ала.

Уҡыусылар! Һеҙ бик яҡшы яуап бирҙегеҙ яуар бирҙегеҙ. Ә хәҙер грипп менән ауырығанда ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

4.Ял минуты.

Ә хәҙер был сир тураһында белдегеҙ. Ә гриптан һаҡланыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

5. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәйек. Ҡайһы ҡағиҙә дөрөҫ?

Грипп менән ауыраһаң, туңдырма аша.

Грипп менән ауыраһаң,аптечканан уҙеңә оҡшаған дарыуҙы эс.

Табип рөхсәт иткән дарыуҙы ғына ҡуллан.

Күберәк һыу, һут, емеш - еләктәр аша. Был организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыр, температураны төшөрөр.

Әгәрҙә грипп ваҡытында йүткерһәң, йүтәлләһәң, ауыҙыңды ҙур асып сөскөр, кешеләр ауырыһын.

Әгәр грипп менән ауырыһаң, дуҫыңа ҡунаҡҡа бар, күптән һин унда булғаның юҡ.

Доктор Айболит

  • Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ хәҙер был ҡурҡыныс сир тураһында белдегеҙ.

  • Ә гриптан һаҡланыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Ауырығансы, ауы-рыуҙы иҫкәртеү яҡшыраҡ. (Профилактика)

Үҙебеҙгә һау-сәләмәт булыу өсөн ярҙам итә алабыҙмы?

-Ниндәй һаҡланыу сараларын беләһегеҙ?

Нисек ауырымаҫҡа?

Тимәк: дөрөҫ туҡланыу

Емеш - еләктәр ашау.

Саф һауала йөрөү.

Һуған, һарымһаҡ ашау.

6.Тағы бер гриптан һаҡланыу сараһы массаж. Ул "нөктәләр буйлап массаж тип атала. Һәр кемдең тәнендә тылсымлы нөктәләр бар, улар ауырыуға ҡаршы тора алалар.

Доктор Айболит :

  • Ҡәҙерле уҡыусылар! Грипты нисек еңергә икәнен һеҙ белдегеҙ. Мин ышанам был ауырыу һеҙҙең мәктәпкә килеп етмәҫ. Бөгөн дәрестә һеҙ әүҙем ҡатнаштығыҙ. Рәхмәт, мин хәҙер икенсе мәктәпкә китәм.

Бына беҙ Айболитты оҙатабыҙ.

Йомғаҡлау.

Нисек грипты еңергә?

-Дөрөҫ туҡланыу

-Көн режимын үтәү

-Емеш - еләк ашау

-Саф һауала йөрөргә

-Прививка яһатыу

-Әгәр ҙә ауырыһаҡ? Постелгә ятып, врач ҡушҡанды үтәргә.

Дәрестә әүҙем ҡатнаштығыҙ, рәхмәт !









© 2010-2022