• Преподавателю
  • Музыка
  • Уртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге. Йәйге урманда тамаша

Уртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге. Йәйге урманда тамаша

Музыка аҫтында балалар музыка залына инәләр “Был-минең тыуған ерем” (авторы Ә.Зиннурова)  исемле йырҙы башҡаралар һәм ултырғыстарға ултыралар.Ҡыҙыл Кәпәс килеп инә.Ниндәй  матур урманда, йәм-йәшел ағастар, төрлө-төрлө сәскәләр,ҡоштар сут-сут һайрайҙар.Муз.етәксеһе: Һаумы, Ҡыҙыл Кәпәс, ашығып ҡайҙа китеп бараһың?Ҡыҙыл Кәпәс:Һаумыһығыҙ, балалар, мин урманда йәшәгән өләсәйемде  тәмле бәлештәр менән һыйларға китеп барам.Йәшен йәшнәгән тауыш ишетелә.Ҡыҙыл Кәпәс:Уй, ямғыр яуырға уйлай шикелле, мин ошо...
Раздел Музыка
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Уртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге.Йәйге урманда тамашаБашҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы «Йәйғор" балалар баҡсаһы- баланы үҫтереү үҙәге муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Уртансы балалар төркөмө өсөн театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге

Уртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге.Йәйге урманда тамашаУртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге.Йәйге урманда тамашаУртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге.Йәйге урманда тамашаУртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге.Йәйге урманда тамашаУртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге.Йәйге урманда тамаша

Уртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге.Йәйге урманда тамаша



Төҙөнө: I категориялы музыка етәксеһе

Денисламова Р.Р.



Аҡъяр-2015


Музыка аҫтында балалар музыка залына инәләр "Был-минең тыуған ерем" (авторы Ә.Зиннурова) исемле йырҙы башҡаралар һәм ултырғыстарға ултыралар.

Ҡыҙыл Кәпәс килеп инә.

Ниндәй матур урманда, йәм-йәшел ағастар, төрлө-төрлө сәскәләр,ҡоштар сут-сут һайрайҙар.

Муз.етәксеһе: Һаумы, Ҡыҙыл Кәпәс, ашығып ҡайҙа китеп бараһың?

Ҡыҙыл Кәпәс: Һаумыһығыҙ, балалар, мин урманда йәшәгән өләсәйемде тәмле бәлештәр менән һыйларға китеп барам.

Йәшен йәшнәгән тауыш ишетелә.

Ҡыҙыл Кәпәс: Уй, ямғыр яуырға уйлай шикелле, мин ошо ҡайын аҫтында йәшенеп торайым әле.

Ҡыҙҙар "Ямғыр уйнарға саҡыра" тигән йырҙы башҡаралар, төҫлө султанчиктар менән бейейҙәр.

Ҡыҙыл Кәпәс: Бына ямғыр ҙа туҡтаны, өләсәйемә бәшмәктәр йыйып алайым әле.

Малайҙар "Бәшмәктәр" бейеүен башҡаралар.

Музыка аҫтында кефир, консерва, кәнфит һалынған кәрзин тотоп Бүре килеп инә.

-Уф-ф-ф,саҡ килеп еттем, инде ошонда ғына ял итеп, тамаҡ туйҙырып алайым әле.

Бүре ашай,кәнфит ҡағыҙҙарын, консерва, кефир һауытын тирә-яҡҡа ташлап, йоҡларға ята.

Ҡуяндар инә.

1 Ҡуян: Ҡайһылай рәхәт урманда, саф һауа.

2 Ҡуян: Әйҙә бер бейе алайыҡ әле.

Ҡуяндар күңелле көй аҫтында бейейҙәр, бер Ҡуян аҫҡай башлай.

-Уй-уй-уй, аяғымды нимәгәлер баҫтым,тиҙерәк ярҙамға! (илай)

Ҡыҙыл Кәпәс килеп инә:

Ниндәй ҡурҡыныс күренеш, кем бында булды, кем ҡый ташлап китте? Хәҙер, Ҡуян, беҙ һине докторға күрһәтәйек тә, ә унан бергәләшеп урманды ҡыйҙан таҙартып алырбыҙ.

Сығып китәләр, ике Тейен килеп инә.

-Ау-у, һин исмаһам бер бәшмәк таптыңмы?

-Юҡ, бер бәшмәк тә тапманым әле, бында кемдер булған, бәшмәктәрҙе өҙөп, тапап бөткән, тирә- яҡҡа ҡый туҙҙырып киткән!

Шул ваҡытта Ҡыҙыл Кәпәс менән Бүре килеп инәләр.

Бүре: Яратмайым ҡыҙҙарҙы, кәрәкмәгән ергә танауҙарын ҡыҫтыралар, миңә иркенләп йәшәргә бирмәйҙәр.

Тештәремде ҡайрайым, ҡыҙҙарҙы мин ашайым!

Ҡыҙыл Кәпәс: Мин һинең тештәреңдән ҡурҡмайым, Бүре, яҡшылыҡ менән һорайым, кем урманда ҡыйҙар ташлап китте?

Бүре: Ә һиңә нимәгә, мин булдым бында, ошо ҡайын аҫтында ашаным, ял иттем.

Ҡыҙыл Кәпәс: Нисек һиңә оят түгел, Бүре, шундай матур тәбиғәттең ҡәҙерен белмәйһең, һаҡламайһың!

Тейендәр: Беҙ ҙә яратабыҙ урманда ял итергә, әммә ләкин беҙ ҡый ташламайбыҙ, һәр ваҡыт урманды тартып торабыҙ!

Бүре: Ярар-ярар, шауламағыҙ, һеҙ мине ғәфү итегеҙ. Инде урманды мин һаҡлармын, бар ҡыйҙан таҙартырмын, мине бит юҡҡа ғына урман санитары тип атамайҙар! (Үҙенең ташлаған ҡыйҙарҙы йыйып ала)

Ҡуяндар: Тәбиғәт менән һәр саҡ дуҫ булайыҡ, уны беҙ һаҡлайыҡ!

Тейендәр: Шунда ғына тәбиғәт беҙҙе һәр ваҡыт ҡыуандырып торор!

Бергә күңелле бейеү башҡаралар.

© 2010-2022