Балалар баҡсаһында көҙгө байрам сценарийы Урта төркөмдә

Раздел Музыка
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Вальс көйөнә бейеп балалар килеп инә, һәм ярым туңәрәк яһап торалар.

Алып барыусы: һаумыһығыҙ балалар!Бөгөн беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылдыҡ.Ә ниндәй байрам икән,кем белә?дөрөҫ,көҙ байрамы,мул уңыш,йәшелсә байрамы.

Моңһоуланды урмандар,
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.
Йылға-күлдәр топ-тоноҡ,
Көҙ килде бит,көҙ килде.

Йыр "йәй үтте
(Көҙ,япраҡтар тураһында шиғырҙар)
Алып барыусы: Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар,шул матур япраҡтар менән бейеп күрҙәтегеҙ әле!

"Япраҡтар бейеүе"
(Бейеү бөткәс һепереүсе һеперткеһен тотоп инә)

Һепереүсе: Һеперткемде алам да мин ҡулыма,
Сығам ишек алдына.
Был япраҡтар сәскә кеүек,
Һары ғына, ал ғына.
Мин һеперәм-һеперәм япраҡты өйөп ҡуям!
(Ҡыҙҙар япраҡтар бер ергә өйөлөп барып ултыралар)
Арып киттем бигерәк ,ял итеп алыр кәрәк.
( Һепереүсе ултырып йоҡлап китә.Ел килеп инә)

Ел: Мин көҙгө әсе ел,
Осам төрлө яҡтарға,
Ағастағы япраҡтар
Бер өрөүҙә юҡ була!
(Ел балаларға өрөп ебәрә,улар урындарына барып ултыралар.Һепереүсе уяна)

Һепереүсе: Мин һепереп үткән ерҙе
Килеп күрһәм ҡабаттан.
Өйөп ҡуйған япраҡтарҙы
Ел килгән дә таратҡан.
Мин һеперәм-һеперәм япраҡты өйөп ҡуям.Арып киттем бигерәк, ял итеп алыр кәрәк.
(Һепереүсе йоҡлап китә, Ел килеп инә)

Ел: Мин көҙгө әсе ел,
Осам төрлө яҡтарға,
Ағастағы япраҡтар
Бер өрөүҙә юҡ була!
(Ел балаларға өрөп ебәрә,улар урындарына барып ултыралар.Һепереүсе уяна)

Һепереүсе: Ел тырыша -ботаҡтарҙа
Япраҡтар ҡалмаһын тип.
Ергә төшөрмәҫ борон тотоп алырға кәрәк.
( Һепереусе япраҡтарҙы баҫтыра, улар ултырғысҡа барып ултыралар.)
Һепереүсе: Арыным мин йүгереп.Шаян япраҡтарҙы баҫтырып.Юлдарҙа күләүектәр генә ята,башҡа һепереүсе кәрәкмәй.Китәм мин был яҡтарҙан.Һау булығыҙ!
Алып барыусы: Балалар!Тағы кемдер беҙгә килә тугелме?
( Вальс көйөнә көҙһылыу килеп инә)
Көҙһылыу:Һаумыһығыҙ балалар! Бигерәк эшем күп булды шул, шуга
Ла әҙерәк һуңланым.Урмандағы,баҡсаларҙағы япраҡтар
Ҙы үләндәрҙе һары,ҡыҙыл төҫкә буяным.Бөтә ҡоштарҙы
Йылы яҡҡа оҙаттым да һеҙҙең янга килеп еттем.Бары-
Ғыҙҙа бик матур кейенгәнһегеҙ!Ә шуны әйтегеҙ әле
Балалар!Бейей беләһегеҙме һеҙ?
Балалар: Әйе!

"Күмәк бейеү"
Алып барыусы: әйҙәгеҙ көҙһылыу,түрҙән үтегеҙ,байрамда бергә-
ләп күңел асайыҡ.

Беренсе бала: Вот и осень наступила
Все вокруг позолотила,
Подрумянила калину,
Разукрасила рябину.
Икенсе бала: Рыжий клен,березки,ивы
Удивительно красивы.
Но рябинка краше всех
В алых бусах для потех.
Алып барыусы: Ә хәҙер Әмилә,Вилена,Лера беҙгә Миләшкәйҙәр
Тураһында йыр йырлайҙар.

Йыр-бейеү "Миләшкәйҙәр"
Көҙһылыу:Афарин балалар!Бигерәк матур йырланығыҙ,бейенегеҙ!
Бөгөн һеҙҙең баҡсағыҙҙа
Йәшелсәләр йыйылган
Шуга күрә һөйләшәйек
Тик ошо хаҡта гына!
( Һуған,кишер,помидор,сөгөлдөр сыгып шигыр ятлайҙар)
Күмәкләп: Витаминдарға беҙ бай!
Көҙһылыу: Ә хәҙер түңәрәккә тороғоҙ,йәшелсәләр менән күмәк йыр
Башҡарығыҙ!

Йыр"Йәшелсәләр "
Көҙһылыу: Афарин балалар!Урындарығыҙға ултырығыҙ!
( Талғын ғына ямғыр тауышы ишетелеп ҡала)
Алып барыусы:Балалар Ишетәһегеҙме?Был нимә тауышы ул?
Әллә тышта ямғыр яуа инде.
Ямғыр:Һаумыһығыҙ балалар,көҙһылыу. Бына миңәлә сират етте
Балалар янына килергә.куптән көттөм инде ошо көҙ көнөн.
Көҙһылыу:Ямғыр туҡта.шундай кире булып сыҡтыңда инде.
Кем һине байрамға саҡырҙы?бар кит байрам кәйефен
Боҙма.
Ямғыр:Минең дә бәләкәстәрҙең бейеп, йырлағанын тыңлағым килгәйне.Ә һеҙ мине ҡыуаһығыҙ(илай).
Алып барыусы:Балалар ямғырҙы ҡалдырайыҡмы байрамда?
Балалар:-әйе.
Алып барыусы:Беҙ ямғыр һинең турала шиғырҙар,йырҙар
өйрәндек.Шигырҙы тыңла әле!
(Ямғыр тураһында шиғырҙар)

Милана Яркеева йыр" Капелька".
Ямғыр:Бигерәк күңелле икән һеҙҙең менән!

Көҙһылыу:Һин ямғыр балаларҙы һыуыҡ ямғырҙарың менән
ҡурҡытам тип уйлама.Улар һинән ҡурҡмайҙар,
сөнки уларҙың ҡулсатырҙары бар.
Ҡыҙҙар һиңә бейеү әҙерләгәндәр.

Бейеу" "Зонтиктар
Ямғыр:афарин ҡыҙҙар!Матур бейейһегеҙ,йырлайһыгыҙ!Ярай мин ҡайтайым байрамығыҙҙы боҙмайым.Һау булығыҙ!
(Музыка аҫтында ҡуян инә)
Ҡуян: Урман буйлап һикереп,
Йөрөргә мин яратам.
Көҙгө уңган бәшмәкте
Йыйырға мин яратам.
Ә ҡайҙа ул бәшмәктәр?Ҡайҙа йәшенгәндәр улар?яңы гына ямғыр яуып китте.
(музыка аҫтында йөрөй,эйелеп бәшмәк эҙләй.Ҡапыл көҙһылыуҙы куркп ҡала ул)
Көҙһылыу:Һаумы ҡуянҡай!
Ҡуян:уй!һаумыһығыҙ балалар!көҙгө уңган бәшмәкте йыйырға тип сыҡҡайным.Бәшмәктәр бигерәк шаян булып сыҡты,һары япраҡтар аҫтына йәшенеп боткәндәр.ҡайҙан табырга инде?
Көҙһылыу:Ҡайгырма һин ҡуян.Хәҙер мин тылсымлы һүҙҙәремде
әйтһәм ошо залда уҡ бәшмәктәр үҫеп сыҡыр.
(Эстән тылсымлы һүҙҙәр әйтә.Бәшмәктәр үҫеп сыга).

"Бәшмәктәр бейеүе"
Көҙһылыу:Ҡуян күрәһеңме?Бәшмәктәр үҫеп сыҡты.
Ҡуян: ООО.Хәҙер йыйып алам үҙҙәрен.(бәшмәктәр алып барыусы
Артына йәшенәләр)
Көҙһылыу:Бер,ике,өс баҫтырып тотоп ҡара!

Уйын "Бәшмәкте тот"
Көҙһылыу:Күрәһеңме ниндәй етеҙ бәшмәктәр.берәүһендә тота
Алманың.хәҙер балалар менән уйнап алайыҡ.

Уйын "бәшмәк йыйыу"
Көҙһылыу: Бына һиңә балалар күпме бәшмәк йыйып бирҙеләр.
Ҡыш буйына етер үҙеңә.
Ҡуян:Рәхмәт һеҙгә балалар!миңә ҡайтырга кәрәк.Һеҙҙең менән күңелле булды.Һау булығыҙ осрашҡанға
Көҙһылыу:Хәҙер япраҡтарҙы тылсымлы һүҙҙәр менән тәмлекәстәргә
әйләндерәм.Барығыҙҙа күҙегеҙҙе йомоғоҙ,ҡарамағыҙ
был яҡҡа.
( кәрзиндәрҙе алыштыра)
Имән,саған япраҡтары
әйләнегеҙ тәмлекәскә!
Яулыҡты алып ҡарайыҡ әле.
Алып барыусы:Балалар ҡарағыҙ әле!Япраҡтар ысынлапта тәмле-
Кәстәргә әйләнгән.
Көҙһылыу: миңә хушлашырға ла ваҡыт етте.Һау булығыҙ,киләһе йыл осрашҡанға тиклем!
Алып барыусы:ошоноң менән байрам тамам.төркөмгә ҡайтайыҡ!

© 2010-2022