Яҙҙың яғымлы көйҙәре. Уртансылар төркөмөндә музыка дәресе

Яҙҙың яғымлы көйҙәре. Уртансылар төркөмөндә музыка дәресе. Төп белем биреү өлкәһе- музыка Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар: тирә -йүн менән танышыу һәм музыка. Белем биреүсе маҡсаттар: Балаларҙа музыкаль әҫәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.  Балаларҙы йыр һәм хәрәкәттәрҙе сәнғәтле башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү. Үҫтереүсе маҡсаттар: Балаларҙың музыкаль белемдәрен үҫтереү     Үткәреү алгоритмы Балалар залға инәләр, ярым түңәрәк яһап баҫалар. (Йырлап һаулыҡ һорашалар) Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығы...
Раздел Музыка
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Яҙҙың яғымлы көйҙәре.

Уртансылар төркөмөндә музыка дәресе.

Төп белем биреү өлкәһе- музыка

Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар: тирә -йүн менән танышыу һәм музыка.

Белем биреүсе маҡсаттар: Балаларҙа музыкаль әҫәргә ҡыҙыҡһыныу

тәрбиәләү.

Балаларҙы йыр һәм хәрәкәттәрҙе сәнғәтле башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү.

Үҫтереүсе маҡсаттар: Балаларҙың музыкаль белемдәрен үҫтереү

Үткәреү алгоритмы

Балалар залға инәләр, ярым түңәрәк яһап баҫалар.

(Йырлап һаулыҡ һорашалар) Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ!

Музыка етәксеһе:

Аҡ юрғанымды алып ҡуйҙым

Йәшел юрғанымды ябып ҡуйҙым.

Балалар, был йомак нимә тураһында? Тәҙерәгә ҡарап, әйтегеҙ әле? Һеҙ урамда ниндәй үҙгәрештәр күрәһегеҙ?

Бына был һүрәттәргә ҡарап нимәләр әйтә алаһығыҙ? ( ҡыш һәм яҙ һүрәттәре)

Ниндәй айырмалар бар ? Тамсы тама, ҡар ирей. Ҡояш йылыта. Ул күктән беҙгә йылмая.Беҙгә, балалар, яҙ ашыға.

Әйҙәгеҙ бер уйын уйнап алайыҡ. Минең арттан һүҙҙәрҙе ҡабатлап, хәрәкәттәр күрһәтерһегеҙ.

Бына ниндәй яҙ килде (ҡулдарҙы алға һуҙып күрһәтеү)

Түбәнән тамсы тама ( бармак остары менән ус төптәренә сиртеү)

Көндөҙ көн йылы була (ҡулдарҙы сайҡайҙар)

Һыуыта кискә табан (сүгәләйҙәр)

Тамсылар бейей тып-та-тып (ҡулдарҙа бармаҡ остарын бейетеү)

Уларҙы булмай туҡтатып

Улар яҙ алып киләләр (ҡул сабып бейейҙәр)

Балалар ултырғыстарға ултыралар.

Музыка етәксеһе:

Балалар, бында бер серле тоҡ ята, нимә икән был.(Тоҡто сискәс ,эсенән Урман эйәһе сыға.) Балалар менән һаулыҡ һораша.

Урман эйәһе:

-Һаумыһығыҙ, балалар! Мин Урман эйәһе булам. Һеҙҙең менән дуҫлашырға, танышырға килдем.Серле тоғомда төрлө көйҙәр бар. Һеҙҙең дә тыңлайһығыҙ киләме?

-Әйҙәгеҙ, балалар, көйҙө тыңлап алайыҡ.

« Иртә» исемле көй тыңлана.

Көйҙө тыңлап бөтөргәс балаларға һорауҙар биреү.

Көй ничүсек итеп яңғыраны? Ҡыҫҡаса көй тураһында аңлатып биреү.

Балалар: Урман эйәһенең тоғонда тағын көйҙәр юҡ микән?

( тоҡ эсенән төҫлө таҫмалар алына).

«Иртә» көйөнә таҫмалар менән бейеү.(балалар ултыралар)

Музыка етәксеһе:

-Урман эйәһе, һинең тоғоңда тағын нимәләр бар?

Урман эйәһе:

-Тылсымлы әкиәт бар.

Борон-борон заманда бер әбей менән бабайҙың ишек алдында йәшәгәндәр ти төрлө хайуандар. Улар яҙ килеүен бик зарығып көткәндәр. Ҡояш йылыта башлауға, улар ҙа йырлай башлағандар.

Тыңлайҙар.Тауыштарға күнегеүҙәр йырлайҙар.

Му-у-у, мяу-мяу, чик-чирик,бә-бә.

Әйҙәгеҙ баҫып «Сыпсыҡтар, сыйырсыҡтар» йырын башҡарайыҡ.Һүҙҙәрен ҡабатлау.

Көйҙө тыңлап йырҙың исемен белеү. «Бесәйем».

Тоҡ эсендәге тауышты танып белеү.(ҡыңғырау)

Ҡыңғырауҙар менән бейеү.

Музыка етәксеһе:

Беҙҙең дәресебеҙ тамам, Урман эйәһенә рәхмәт әйтеп һаубуллашайыҡ.



© 2010-2022