Беренсе кескәйҙәр төркөмө өсөн көҙ байрамы

Раздел Музыка
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

«Урманда коз»

Ҡатнашалар:

Алып барыусы

Төлкөбикә

Ҡуян

Көҙһылыу

Күңелле көй аҫтына балалар залға инәләр.

Алып барыусы. Балалар, мин һеҙҙе тылсымлы көҙгө урманға саҡырам. Ләкин юл бик алыҫ, аяҡтарыбыҙ арымаһын өсөн, поездға ултырып барырға кәрәк. Поездға ултырабыҙ!

Балалар бер-бер артлы теҙеләләр, алда - алып барыусы. Тыпырлап зал буйлап хәрәкәт итәләр.

Урманға килеп еттек. Аяҡ аҫтында төрлө төҫтәге япрактар ята: кызыл , һары, иң-иң матурҙары. Эйе бит?

Кем беҙҙең урманды шулай матур итеп биҙәгән икән? Эйе, ул - тылсымсы Көҙһылыу. Ул бик тырышҡан, бөтә япраҡтарҙы һарыға буяған.Әйҙәгеҙ беҙ йырлап-бейеп алайыҡ

Йы - бейеү "Кунелле полька"

Көй аҫтына Төлкөбикә килеп инә.

Төлкөбикә.

Мин - матур Төлкөбикә,

Үҙем бигерәк иркә.

Ишеттем йыр - бейеүҙе,

Күңелле уйындарҙы.

Бергә уйнағым килә,

Йыр йырларға, көлөргә.

Алып барыусы. Беҙ һиңә бик шатбыҙ, Төлкөбикә. Һинең менән бейеп тә алырбыҙ!

Төлкөбикә. Балалар, һеҙ бигерәк бәләкәй генәһегеҙ. Нисек бейей алырһығыҙ икән? Ҡулдарығыҙ нисек бейей? (көй аҫтына балалар ҡулдары менән хәрәкәт күрһәтәләр.) Ә аяҡтарығыҙ? (Хәрәкәттәр күрһәтелә.) Һеҙ ысын бейеүселәр икән!

Танец с листочками

Алып барыусы.

Кемдер тағы ла беҙгә,

Юлда һикереп килә.

Ҡолағы оҙон,

Ҡойроғо ҡыҫҡа.

Үҙе бигерәк шаян

Исеме уның …

Балалар. Ҡуян.

Көй яңғырай, залға Ҡуян килеп инә.

Ҡуян.

Танышайыҡ, мин - Ҡуян,

Урман эсендә оям.

Бары тик оямда ғына

Үҙемде батыр тоям.

Бында ниндәй байрам? Бөтәһенә лә күңелле.

Алып барыусы. Беҙҙә байрам, Ҡуянҡай. Көҙ байрамы.

Ҡуян. Мин дә һеҙҙең менән бейегем, йырлағым килә.

Төлкөбикә. куянҡай, ни өсөн һине Шәп аяҡ тип йөрөтәләр.

Куян. Шәп йүгергәнгә.

Төлкөбикә. Ярай инде, маҡтанма. Һин минән дә шәберәк йүгерәһеңме?

Ҡуян. Әлбиттә! Хатта һин миңә йүгереп етә алмайһың.

Төлкөбикә. Һин ысынлап та маҡтансыҡ икәнһең!

Ҡуян. Тотоп ҡара. Бер! Ике! Өс!

Күңелле көй яңғырай, балалар сәпәкәй итәләр, Төлкөбикә Ҡуянды баҫтыра.

Төлкөбикә. Ҡуян, һин ысынлап та шәп йүгерәһең икән. Афарин! Балалар, һеҙ ҙә шәп йүгерәһәгеҙме?

Ҡуян. Улай булғас, Төлкөбикә менән уйын уйнайыҡ. Уйын ябай түгел, ә тылсымлы! Беҙ һеҙҙең менән ҡуяндарға әйләнәбеҙ! (балалар залға үтәләр). Ҡуяндар бигерәк күп икән. Беҙҙең Төлкөбикә үҙенең ояһында йоҡлап ятҡан ваҡытта, ҡуяндар яланға сыҡҡандар!

"Ҡуяндар һәм төлкө" уйыны

Төлкөбикә. Ай-һай, шәп ҡуяндар! Бер-кемде лә тота алманым.

Алып барыусы.

Куян алып килэ Коз хылыузы . Балалар карагыз эле, куян безгэ кемде алып килгэн?

Балалар: куян

Алып барыусы: Дорос балалар, безгэ куян коз хылыузы кунакка алып килгэн.

рэхим ит коз хылыу!

Алып барыусы: Балаллар эйзэгез ҡуянға узе тураһында йыр йырлап ишеттерэйек

Йыр "Аҡ ҡуян"

Алып барыусы: афарин балалар! бик матур йыр йырлап,куңел асып алдыҡ!

Эйзегез балалар коз хылыу менэн уйын уйнап алайык. Бэшмэктэр уйыны

Игра с грибочками

Алып барыусы: балалар, хезгэ урманда байрам окшанымы? Эйе бик кунелле, матур байрам булды! Э хэзер паровозга ултырып балалар баксахына кайтайык! Куян менэн толко менэн хушлашайык!

Балалар: һаубулығыҙ!

Толко, куян: һаубулығыҙ! килэге осрашканга тиклем.

(куннеле кой астында балалар паровоз булып балалар баксахына кайталар)



© 2010-2022