«Көлә-көлә йәй килә!» (Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

              Төп белем өлкәһе: Музыка       Белем биреүсе интеграциалар:  белем үҫтереү, нәфис әҙәбиәт, коммуникация, физик тәрбиә, һаҡсыллыҡ, социализация, һаулыҡ.       Белем биреү маҡсаты:       1.    Балаларҙы тасуири  итеп, тыныс тауыш менән, талғын,еңел ре-1-до-2 диапазонында йырларға өйрәтеү.       2.    Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы мандолина тураһындағы белемде нығытыу.       3.    Тирә-йүн һәм тәбиғәт күренештәре тураһындағы белемдәрҙе дөйөмләштереү       4.    Яттан шиғыр һөйләгәндә,...
Раздел Музыка
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

«Көлә-көлә йәй килә!»

(Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Төп белем өлкәһе: Музыка

Белем биреүсе интеграциалар: белем үҫтереү, нәфис әҙәбиәт, коммуникация, физик тәрбиә, һаҡсыллыҡ, социализация, һаулыҡ.

Белем биреү маҡсаты:

1. Балаларҙы тасуири итеп, тыныс тауыш менән, талғын,еңел ре-1-до-2 диапазонында йырларға өйрәтеү.

2. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы мандолина тураһындағы белемде нығытыу.

3. Тирә-йүн һәм тәбиғәт күренештәре тураһындағы белемдәрҙе дөйөмләштереү

4. Яттан шиғыр һөйләгәндә, ым - ишара, бит мускулдары менән, әҫәргә үҙ ҡарашын сағылдарып күрһәтә белеүҙе нығытыу.

5. Төҫтәрҙең һәм улар сағылыштарының төрлө булыуын, төҫтәрҙең атамаларын әйтә белеү, һәм рәсемдә ҡуллана белергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

6. Төрлө геометрик фигураларҙы формалары буйынса танып белеү, сағыштырыу.

Тәрбиәүи маҡсаттар:

1. Балаларға классик музыкаль әҫәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

2. Тыуған тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыллы ҡараш тәрбиәләү

3. Тыуған илебеҙгә һәм телебеҙгә ғорурлыҡ хисен тәрбиәләүҙе дауам итеү.

Үҫеш маҡсаттары:

1. Көйҙөң моңон, яңғырау үҙенсәлеген, көсөн ишетә һәм айыра белеү һәләтен үҫтереүҙе дауам итеү

2. Өндәрҙең юғары һәм түбән яңғырау нескәлеген айырырға белеү

3. Таныш әҫәрҙе танып белеүҙе үҫтереү

4. Көйҙөң характерына ярашлы итеп ритмлы һәм һығылмала хәрәкәттәр башҡарыу һәләтен үҫтереү

5. Әҫәргә үҙ ҡарашын сағылдырып күрһәтә белеүҙе, төрлө материалдар ҡулланып(ҡәләм) һүрәт төшөрөү һәләтен үҫтереү

6. Төрлө торошта һәм йүнәлештә, борма юлдар аша, аяҡ остарында баҫып атлауҙы үҫтереү

Эш алымдары:

Әңгәмә, иллюстрациалар күрһәтеү,музыка ҡоралдарында уйнау.

Атрибуттар:

Магнитофон, аудиояҙмалар(ҡоштар, ямғыр, поезд, аттар, самолет тауышы), туп, бөжәктәр һүрәте(иңкеш, серәкәй), музыка ҡоралдары (мандолина, өсмөйөш, ағас ҡалаҡтар, металлофон, ҡыңғырауҙар), ҡайын ағасы, туҡталыштарға табличкалар(нота, бейеү, музыка ҡоралы, һорау билдәһе,ҡояш һүрәттәре),аҡ ватман ҡағыҙы,төҫлө ҡәләмдәр,урман ҡағиҙәләренә эмблемалар.

Әҙерлек эше:

• "Тыуған ил", "Йәй" Ә.Зиннурованың йырҙарын өйрәнеү

• Рус композиторы Н.Р.-Корсаков менән таныштырыу, "Иңкеш осоуы" әҫәрен тыңлау

• Башҡорт халыҡ бейеүе хәрәкәттәрен өйрәнеү

• Н.Дәүләтҡолованың "Йәй килде" , Ф.Туғыҙбаеваның "Йәй", Ф.Ғөбәйҙуллинаның "Урманда" шиғырҙарын ятлау

• Балалар менән йәй тураһында әңгәмә үткәреү

Һүҙлек өҫтөндә эш:

Иңкеш,мандолина.

Үткәреү алгоритмы.

I.Ойоштороу мәле.

Күңелле көй яңғырай, маршҡа баҫып балалар инә.

Музыка етәксеһе: Һаумыһығыҙ, балалар! Хәйерле иртә, килгән ҡунаҡтар! Мин тағы ла һеҙҙе күреүемә бик шатмын.Бөгөн беҙгә бик күп ҡунаҡтар килгәндәр, әйҙәгеҙ әле ҡунаҡтарға һәм дә барыбыҙға хәйерле иртә теләйек.

Коммуникатив уйын "Хәйерле иртә"

Хәйерле иртә алһыу таңдарға

Хәйерле иртә зәңгәр һыуҙарға

Хәйерле иртә зифа талдарға

Хәйерле иртә барлыҡ дуҫтарға

Хәйерле иртә навҙлы елемә

Хәйерле иртә тыуған еремә!

Балалар шиғыр һөйләйҙәр.

Йәй килде. Н.Дәүләтҡолова

Йәшәрҙе урман, туғайҙар,

Йәй килде,йәй

Сәскәләр хуш еҫ тарата

Йәй килде, йәй.

Күбәләктәр оса леп-леп

Ҡоштар һайрай сут-сут тип.

Тыуған ерҙән матурыраҡ

Донъяля ер юҡ-юҡ тип.

Ҡыҙарып беште еләктәр

Йәй килде, йәй

Эй сәсрәтеп һыу инәбеҙ

Йәй килде,йәй.

Музыка етәксеһе: Балалар,был шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара?

Ә йәй ниндәй була икән? Әйҙәгеҙ беҙ уны уйын ярҙамында әйтеп үтәйек.

Балалар бер-береһенә туп ырғыталар һәм йәйҙең билдәрәрен әйтәләр. Мәҫәлән:еләкле,ҡояшлы, сәскәле,ямғырлы, күбәләкле, хуш еҫле,кәкүкле, бесәнле,күңелле һ.б.

Туп менән уйын "Йәй ниндәй була?"

Музыка етәксеһе: Йәй сәскәле була тинек, ә бөтә сәскәләрҙең исемдәрен беләһегеҙме? Был ниндәй сәскә һәм нисек атала?

"Бәп-бәп бәпембә, бәләкәс бәпембә…" слайд ҡарау.

Бала: Йәй етеү менән туғайҙарҙа һап-һары бәпембәләр үҫеп сыға. Сәскә атҡандан һуң ул йөнтәҫкә әйләнә.

Музыка етәксеһе: Әйҙәгеҙ әле бәпембәләр менән уйнап алайыҡ.

Тын алыу гимнастикаһы "Бәпембә"

Ә хәҙер тауыштарҙы асыр өсөн күнегеүҙәр йырлап алайыҡ.

Күнегеү "Сәскәләр"

Туғайҙарҙа үҫәләр

Төрлө-төрлө сәскәләр

Бергәләп яйлап ҡына

Ҡояшҡа үреләләр.

Музыка етәксеһе: Йәй килеүен һеҙ тағын нимә аша характерлай алыр инегеҙ.

Яуаптар.

"Йәй килде"йырын башҡарыу.

Ә.Зиннурова һүҙҙәре һәм көйө.

Күңелле урамдарҙа

Юҡ хәҙер бурандар ҙа

Күктә йылмая ҡояш

Япраҡлана бар ағас

Күләүеккә сумалар

Сыр-сыу килеп турғайҙар

Йәй килә тип шатланып

Улар шулай уйнайҙар

Зәңгәр күктә ҡояшҡай

Һипкелдәрен тарата

Шат көләс балаларҙы

Ҡояш бигерәк ярата

Йәй, йәй, йәй килә

Ҡояш күңелле көлә!

Йыр йырланғандан һуң хат ташыусы килеп инә.

Хат ташыусы: Һаумыһығыҙ, балалар! "Йәйғор" балалар баҡсаһының "Ромашка" төркөмө балалары өсөн бик мөһим хат килтереҙем!

Музыка етәксеһе: Әйҙә асып уҡыйыҡ әле. Кем яҙған икән был хатты?

Хатты уҡый.

"Ҡәҙерле балалар! Һеҙ урмандың бәләкәс дуҫтары,тиҙҙән урмандың тыуған көнө,мин һеҙҙе үҙемдә ҡунаҡта көтөп ҡалам. Тик юл оҙон һәм ҡатмарлы булыр, юғалып ҡалмағыҙ. Минең йырсы ҡоштарым һеҙгә юл күрһәтеп барырҙар. Урман эйәһе."

Аудиояҙмала тәрлә ҡоштар тауышы ишетелә.(сыйырсыҡ, кәкүк, тумыртҡа, торна, һандуғас)

Ҡоштарҙы тауышынан танып белеү.

Музыка етәксеһе: Йәйге тауыштар,төҫтәр,шиғырҙар, бейеүҙәр донъяһы һеҙҙе көтә!

Бала: Әйҙә урманға беҙ поезд менән барайыҡ.

Музыка етәксеһе: Әйҙәгеҙ вагондарға ултырығыҙ. Нығыраҡ тотоноғоҙ!

Т.Суворованың "Поезд" әҫәре яңғырай, балалар бер-береһенә тотоношоп борма юлдарҙан(змейка) хәрәкәт итәләр.Бара торғас беренсе туҡталышҡа килеп етәләр.

Музыка етәксеһе: Балалар, ҡарағыҙ әле, бында ниндәйҙер тамға төшөрөлгән (нота төшөрөлгән табличканы күрһәтә)

Был беренсе туҡталыш "Йыр" туҡталышы.

Бер бала яттан шиғыр һөйләй:

Иҙел ярҙарына нурҙар һибеп

Матур итеп ата беҙҙә таң

Таң шикелле яҡты тыуған илем

Бәхет биргән ерем-Башҡортостан!

"Тыуған ил" йыры башҡарыла.

Тыуған ил- ул алтын арыштар

Тыуған ил- ул зифа ҡайындар

Тыуған ил-ул иркен болондар

Болондарҙа уйнай ҡолондар.

Тыуған ил-ул зәңгәр диңгеҙҙәр

Тыуған ил-ул бәләкәс балалар

Тыуған ил-ул була бер генә

Бик ҡәҙерле шуға ул беҙгә!

Музыка етәксеһе: Юлыбыҙҙы артабан дауам итәйек.Хәҙер инде балаҫ-самолет менән осоп ҡарайыҡ.

"Балаҫ-самолетта осоу" күнегеүе.

Бергә:

Тылсымлы балаҫ (аяҡ остарына баҫалар)

Күккә күтәрҙе

Ул алып бара (ярым сүгәләйҙәр)

Урманға беҙҙе.

Һул яҡҡа китә (һул яҡҡа ауышалар)

Уң яҡҡа китә (уң яҡҡа ауышылар)

Әкрен генә ул

Ергә төшөрә. (яйлап ергә сүгәләй)

Икенсе туҡталыш "Бейеү" туҡталышы.

Тимәк беҙҙе бында дәртле бейеүҙәр көтә.

"Парлы бейеү" башҡарыла.

Бейеүҙән һуң Н.Римский-Корсаковтың "Иңкеш осоуы" әҫәре яңғырай.

Музыка етәксеһе: Балалар! Беҙҙе урманда ниндәйҙер ҡунаҡ ҡаршылай ахрыһы. Тыңлайыҡ әле, кем икән ул? Нисек атала икән был көй? Рус композиторы Н.Римский-Корсаков бик оҫта итеп һүрәтләгән был иңкеш осоуын. Ниндәй әкиәттә осрай был бөжәк? (Салтан батша тураһында әкиәт). Иңкешкә оҡшаған ниндәй бөжәкте беләһегеҙ? (бал ҡорттары). Ниндәй әкиәттә осрай бал ҡорттары? Улар нимәһе менән оҡшаш? (төҫө менән) Нимәһе менән айырыла? (ҙурлығы менән).Бына һүрәттә ҡарағыҙ әле, ул ниндәй матур, ҙур! Ул нисек йырлай?(ж-ж-ж…)

Ҡайһылай шәп килеп сыға һеҙҙең тауыштар! Тик иңкеш бер үҙе генә түгел,(серәкәй һүрәте күрһәтелә) уның менән серәкә ҙә осоп килгән. Балалар, серәкәйҙең йыры иңкештекенән айырыламы икән? Әйҙәгеҙ әле йырлап ишеттерегеҙ! (з-з-з…)

Тауыш юғарылығын айырыу өсөн музыкаль-дидактик уйын "Иңкеш һәм серәкәй".

Тимәк иңкештең тауышы түбән, ә серәкәйҙеке юғары.

Ә хәҙер юлыбыҙҙы дауам итәйек, инде аттарҙа сабып барайыҡ. Балалар аттар тураһында беҙ нимәләр беләбеҙ?

Яуаптар: ат менән йөк ташыйҙар, бесән тарттыралар. Ҡымыҙ эшләйҙәр…

"Аттар" күнегеүе Буренина А.А. "Ритмик мозаика"

Балалар, беҙ инде музыка ҡоралдары туҡталышына килеп еттек. Һеҙ ниндәй музыка ҡоралдарын беләһегеҙ?

-яуаптар.

Ниндәй башҡорт музыка ҡоралдарын менән танышһығыҙ?

-яуаптар.

Ә кем башҡорт халыҡ музыка ҡоралы мандолина тураһында һөйләп үткеһе килә?

Бер бала һөйләй.

Ә хәҙер мин мандолинала һеҙгә төрлө көйҙәр уйнайым, һеҙ ҙә миңә ҡушылығыҙ. Кем ниндәй музыка ҡоралында уйнағыһы килә?

"Күңелле музыканттар" уйыны.

Мандолинаға оҡшаш ниндәй музыка ҡоралдары бар?

-яуаптар.

Артабан инде әйҙәгеҙ беҙ йәйәү атлап барайыҡ,юлыбыҙ дауам итә.

"Күңелле ял итеү" М.Чулаки әҫәре яңғырай, балалар тәүҙә тыпырлап атлайҙар,еңелсә югерәләр, һаҡ аҙымдар менән атлайҙар.

Беҙ "Ял итеү" туҡталышына килеп еттек.Юлда арығанһығыҙҙыр, бер аҙ туҡтап ял итеп алайыҡ.

Әйтегеҙ әле миңә, һеҙ йәй миҙгелен яратаһығыҙмы? Ни өсөн?

-яуаптар (велосипедта йөрөйөм. Һыу инәм, өләсәйгә ҡунаҡҡа барам, ҡояшта ҡыҙынам, еләккә йөрөйөм һ.б.)

Әйҙәгеҙ беҙ ҙә һаҡмар буйында рәхәтләнеп ял итәбеҙ тип хис итегеҙ!

Релаксация."Йылға тауышы"

Балалар! Беҙ урманғакилеп еттек, урманда беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейешбеҙ? Шул турала ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәйек әле.

Урманда беҙ уйнайыҡ

Ояларҙы боҙмайыҡ

Үләндәрҙе, сәскәләрҙе

Тапамайыҡ, өҙмәйек!

Ҡоштар-тәбиғәттең күрке

Үрсеһен, рәнйетмәйек

Балаларына теймәйек

Матурлыҡты кәметмәйек

Ҡырмыҫҡаларға ҡарата

Бер үк яһил булмайыҡ

Улар беҙҙең дуҫтарыбыҙ

Яуызлыҡтар ҡылмайыҡ!

Ағастарҙы һындырмайыҡ

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

Беҙҙә хәҙер йәйге селлә

Урманда ут яҡмайыҡ!

Музыка етәксеһе төрлө эмблемалар күрһәтә, балалар эмблемаға ярашлы ҡағиҙәләрҙе күрһәтә.

Тимәк ,ниндәй ҡағиҙәләрҙе беҙ иҫтә тоторға тейешбеҙ?

-ағастарҙы һындырмаҫҡа

-урманда ут яҡмаҫҡа

-ҡоштар ояһын туҙҙырмаҫҡа

-сүп-сар ташламаҫҡа

-ҡырмыҫҡа иләүен боҙмаҫҡа

Музыка етәксеһе: Ҡырмыҫҡалар менән бәйле ниндәй һынамыш беләһегеҙ?

Яуап: ямғыр алдынан ҡырмыҫҡалар ояларына югерешә башлайҙар.

Аудиояҙмала ямғыр тауышы ишетелә.

Музыка етәксеһе: Балалар,был ниндәй тауыш? Ямғыр яуып торғанда ҡояш сыҡһа күктә нимә барлыҡҡа килә?

(йәйғор)

Әйҙәгеҙ "Нимә була" уйынын уйнап алайыҡ. Йәйғор төҫтәренә кем күпме һүҙҙәр, сағыштырыуҙар табыр икән?

"Нимә була" уйыны.

Ҡыҙыл төҫ: мәк сәскәһе, ут, байраҡ һ.б.(байраҡ ниндәй формала?)

Ҡыҙғылт һары: әфлисун, кишер, таң атыуы һ.б. (әфлисун һәм кишер нимәне хәтерләтә?)

Һары төҫ : һары себеш, ҡауын, ҡояшһ.б. (ҡауын нимәгә оҡшаған?)

Йәшел төҫ: үлән, урман, баҡса һ.б. (урман ҙурыраҡмы әллә баҡсамы?)

Зәңгәр төҫ: боҙ, күк йөҙө һ.б. (боҙ киҫәге ниндәй формала?)

Күк төҫ: ҡыңғырау сәскә, диңгеҙ Һ.б.

Миләүшә: слива, сирень сәскәһе, умырзая һ.б. (ошо һүрәттә нисә сирень сәскәһе бар?)

Музыка етәксеһе: Йәйғор һүрәтен эшләү өсөн ниндәй төҫтәрҙе беҙ ҡулланасаҡбыҙ? Ниндәй төҫ артынан ниндәйе була,иҫкә төшөрөп һүрәт эшләйек, кемдең һүрәте матурыраҡ һәм сағыуыраҡ булыр?

Тәрбиәсе йәйғор һүрәтен эшләп күрһәтә. Бының өсөн ете төҫ ҡуллана: ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары, һары, йәшел, зәңгәр,күк, миләүшә. Ҡыҙғылт-һары төҫөн һары һәм ҡыҙыл гуашты бутап, зәңгәр төҫтө аҡ менән күк гуашты ҡушып килтереп сығара.

Балалар үҙ аллы йәйғор һүрәтен эшләйҙәр.

Музыка етәксеһе: Йәйғор нисә төҫтән тора? (яуап: ете)

Ошо ете һанын тағы ҡайҙа һәм нимәләрҙә осратырға була? Әйҙә бергәләп уйлайыҡ әле!

Яуаптар: ҡурайҙың ете тажы, гамма ете нотанан тора, аҙна ете көндән тора, ете ырыу, ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, әкиәттәрҙә ете кәзә бәрәсе, "Шалҡан" әкиәтендә ете герой, ете ҡат диңгеҙ артында, ете башлы дейеү, "Ете ҡыҙ" көйө һ.б.

Әйҙәгеҙ хәҙер урманда " Ҡурай" уйынын уйнап алайыҡ инде.

Башҡорт халыҡ уйыны "Ҡурай"

Йомғаҡлау:

-Балалар, беҙ ҡайҙа барҙыҡ?

-Һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы?

-Нимәләр эшләнегеҙ һәм нимәләр белдегеҙ?

-Ниндәй ҡыйынлыҡтар осраны?

-Урманда ниндәй тауыштар ишеттегеҙ?





© 2010-2022