“Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү” темаһына мастер-класс

    Бөгөн мин һеҙгә нисек музыка аша баланың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү тураһында һөйләп үтмәксемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һуңғы йылдарҙа беҙҙең балаларҙың теле боҙолоуы,уларҙың бер-береһе менән аралаша белмәгәнлектән  үҙ-үҙенә баһаны кәмеүе күҙәтелә. Шуға күрә мин музыка эшмәкәрлгендә балаларҙы беҙҙе уратып алған донъяны музыкаль һүрәттәр, буяуҙар һәм музыкаль тауыштар ярҙамында таныштырам, ә килеп тыуған һорауҙар балаларҙы уйларға, анализ яһарға мәжбүр итә. Аҡыл үҫеше менән бер рәттән баланың ...
Раздел Музыка
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү" темаһына

мастер-класс.

Бөгөн мин һеҙгә нисек музыка аша баланың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү тураһында һөйләп үтмәксемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һуңғы йылдарҙа беҙҙең балаларҙың теле боҙолоуы,уларҙың бер-береһе менән аралаша белмәгәнлектән үҙ-үҙенә баһаны кәмеүе күҙәтелә. Шуға күрә мин музыка эшмәкәрлгендә балаларҙы беҙҙе уратып алған донъяны музыкаль һүрәттәр, буяуҙар һәм музыкаль тауыштар ярҙамында таныштырам, ә килеп тыуған һорауҙар балаларҙы уйларға, анализ яһарға мәжбүр итә. Аҡыл үҫеше менән бер рәттән баланың телмәре лә камиллаша.

Телмәр үҫтереү эшен мин музыка эшмәкәрлегенең бар төрҙәрендә лә киң ҡулланам. Музыка эшмәкәрлеге элбиттә сәләмләү менән башлана:

Хәйерле иртә алһыу таңдарға

Хәйерле иртә зәңгәр һыуҙарға

Хәйерле иртә зифа талдарға

Хәйерле иртә барлыҡ дуҫтарға

Хәйерле иртә наҙлы елемә

Хәйерле иртә тыуған еремә!

Был күнекмәлә башҡорт"Х", "Ғ" өндәре өҫтөндә эш алып барыла.

Аудитория менән уйын.

Аудиторияға 4-7 тәрбиәсе саҡырыла.

-Әйҙәгеҙ беҙ ҙә бер-беребеҙҙе сәләмләп уйнап алайыҡ. Сәләмләүҙән алда иң тәүҙә танышайыҡ. Исемдәребеҙҙе көйгә һалып йырлап ишеттерәйек.

Тәрбиәселәр исемдәрен йырлайҙар.

Ә хәҙер сәләмләүгә күсәйек,мин башлайым, һеҙ дауам итегеҙ, тик бер үк һүҙҙәр ҡабатланырға тейеш түгел. Был уйындың мөһим шарты.

-Һаумы, Сәлимә!

-Сәләм, ……!

-Хәйерле көн,….."

-Иҫәнме,……!

-Әссәләмәғәләйкүм,…..!

Был уйында балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эш алып барыла.

Музыка эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе- йырлау телмәр үҫтереү менән тығыҙ бәйләнгән, шуның өсөн йырлар алдынан ишетеү һәләтен үҫтереүгә бәләкәс кенә йыр күнекмәләрен ҡулланыу ҙур файҙа бирә. Мәҫәлән:

Һай, туғай, туғай, туғай

Туғайҙа уйнай ҡурай

Серле ҡурайға кушылып

Беҙҙең балалар йырлай.

Был күнекмәлә лә "Ғ", "Ҡ" башҡорт өндәре өҫтөндә эш - уларҙы дөрөҫ итеп йырларға өйрәтеү бара.

Әйҙәгеҙ таҡтаға ҡарап беҙ ҙә һеҙҙең менән йырлап ҡарайыҡ.

Слайдта йырҙың һүҙҙәре, саҡырылған тәрбиәселәр таҡтаға ҡрап йырлайҙар.

Һай, ҡурай, ҡурай, ҡурай

Бигерәк моңло уйнай

Һинең йырыңды тыңлап

Күңелем һаман туймай.

Музыкаль тәрбиә методикаһына ярашлы һәр эшмәкәрлектә дөрөҫ тын алыу һәм тын сығарыу күнкмәләрен ойошторабыҙ. Был осраҡтарҙа ла телмәр үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла Дөрөҫ тын алыу һәм тын сығарыу күнекмәләрен ойошторам.

Мәҫәлән:

Тәрән итеп тын алабыҙ ҙа, бер нотала көйләп "ғыж-ж-ж…" тиеп тынды сығарабыҙ.

Был күнекмәләр айырыуса балаларға башҡорт өндәрен,һуҙынҡы өндәрҙе һуҙып, тартынҡы өндәрҙе асыҡ итеп әйтергә, йырҙың һүҙҙәрен артыҡ көсәнмәйсә йырларға өйрәтә һәм дә һәйбәт дикцияны булдыра. Күп күнекмәләр ябай ғына, йыш ҡабатланған һүҙҙәрҙән тора. Ошо йыш ҡабатланған һүҙҙәр балаларҙың телмәрен үҫтерә лә инде.Ҡабатлау аша балалар йырҙың һүҙҙәрен ятлап алғанын һиҙмәй ҙә ҡала, ә йырҙы иҫтә ҡалдырыу балаларға һөйләмдәр төҙөргә булышлыҡ итә. Шулай итеп, балалар поэзияға нигеҙ һалырға өйрәнәләр. Айырым өндәрҙе йырлау балаларҙың дикция үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән:

Да-дэ-ди-до-ду, йәки ма-мэ, ми, мо, му.

Ңө-ңө-ңө- ана айыуҙың өңө

Нө-нө-нө- үкерә көнө-төнө

Ңы-ңы-ңы- өңө өр- яңы

Ға-ға-ға- әйҙә киттек урманға,

Шә-шә-шә- урманда еләк бешә,

Ле-ле-ле- ауыҙ итәйек әле,

Ге-ге-ге- ҡалай тәмле еләге.

Ғалимдар иҫбатлауынса, баланың телмәр үҫеше ҡул суҡтарының һәм бармаҡтарҙың нескә хәрәкәттәр башҡара алыу кимәле менән тура бәйләнештә тора. Бармаҡ хәрәкәттәре үҫешкән булһа, баланың телмәре лә юғары кимәлдә була. Шуның өсөн мин дәрестәрҙә бармаҡ уйындарын да ҡулланам.Бармаҡ уйындары беҙгә быуаттар аша килгән, элек-электән өләсәйҙәр баланы һамаҡлап һикерткәндәр, баланы әүрәтеү өсөн бармаҡ уйындарын йыш ҡуланғандар. Балаларға бигерәк тә музыка менән бәйләнешле булған уйындар оҡшай. Мәҫәлән:

"Әүһәләй" уйыны.

әүһәләйҙә бәүелергә

беҙ бик тә яратабыҙ

өҫкә-аҫҡа осабыҙ

болоттарға етәбеҙ. (Күнегеүҙе иң алда уң ҡул менән, дауам итеп һул ҡул һәм ике ҡул менән бергә үтәргә. Бармаҡтарҙы бергә тура ғына тотоп өҫкә күтәрергә, аҙаҡтан бармаҡтарҙы әҙерәк кенә бөгөп яйлап аҫҡа төшөрөргә.)

Бесәй, бесәй, бесәй шул

Бесәй әле кескәй шул

Үҙе мырлай ҙа мырлай

Әллә ул шулай йырлай

Бармаҡ уйындары барышында балаларҙың тауышына ла ҙур иғтибар бүләм. Тауыш- ул аралашыу сығанағы,, интонация- телмәрҙең сигналы.Баланың тауышы өҙөлмәһен өсөн, баланың йәшенә хас булған тауыш диапазонын иҫәпкә алыу мотлаҡ. Балаларға тауыш үҫтереү уйындарын уйнау ҙа бик оҡшай. Мәҫәлән, беҙҙе төрлө тауыштар уратып алған: ҡоштар һәм йәнлектәр тауышы, сәғәт, ямғыр тауыштары һ.б.

Һеҙҙең иғтибарға "Кем белә?" уйыны.

Был уйында бөтәһе лә

Бөтәһе таныш һиңә

Тыңлап ҡына әйт, эҙләмә.

Кем һиңә тауыш бирә?

Кемдәр нескә тауыш менән мыйылдаша?

"мяу-мяу-мяу, мяу-мяу-мяу"

Кемдәр ояһынан сыҡмай ырылдаша?

"уау-уау-уау, уау-уау-уау"

Кемдәр йомортҡа һалғас та шатланыша?

"Кыт-ҡыт-ҡыт, ҡыт-ҡыт-ҡыт"

Кемдәр һуң ҡанат ҡаға ла гел ҡабатлай?

" Ҡаҡ-ҡаҡ-ҡаҡ, ҡаҡ-ҡаҡ-ҡаҡ"

Уйын "Был өйҙә кем йәшәй?"

өҫтәлгә төрлө предметтар һалына: быяла һауыттар, тимер ҡапҡастар, пластик бутылкалар, ағастан эшләнгән әйберҙәр.

тәрбиәсе быяла стаканға ҡәләм менән һуғып йырлай:

"Туҡ-туҡ-туҡ!

Бында кем йәшәй?"

Балалар яуаплай: "Бында быяла тауыш йәшәй"

Тәрбиәсе: "Ә ағас тауыш ҡайҙа йәшәй икән?"

Саҡырылған бала сыға ла, ҡәләм менән кәрәкле предметҡа һуғып тауыш сығара: " Ағас тауыш бында йәшәй". Бала дөрөҫ яуап бирмәһә, унан фантик алына. Уйын дауам итә. Иң аҙаҡ фантиктар уйнала.

Шулай уҡ телмәрҙе музыкаль-ритмик хәрәкәттәр ярҙамында ла үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән беҙ тыпырлауҙы ошо һүҙҙәр ярҙамында өйрәнәбеҙ:

Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр,

Тотонабыҙ бейергә

Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр.

Бигерәк күңелле беҙгә!

Маршҡа атлағанда:

Беҙҙең аяҡтар бик тиҙ атлайҙар

Етеҙ атлайҙар һәм дә туҡтайҙар

Бер, ике, өс, бер, ике, өс,

Бигерәк шәп тә беҙҙең аяҡтар

Хайуандарға хас хәрәкәттәр яһағанда:

Шым-шым ғына сысҡандар

Тау аҫтына ҡасҡандар

Балалар сысҡан шикелле аяҡ остарында, шым ғына хәрәкәт итәләр.

Ә һаҙлыҡта торналар

Баҡалар баҫтыралар

Балалар аяҡтарын өҫкә күтәреп, эре генә йөрөйҙәр.

Бал ҡорттары осалар

Быз-быз, бызылдайҙар.

Балалар бал ҡорттары булып осоп йөрөйҙәр

Йырлы түңәрәк уйындарын дәрестәрҙә йышыраҡ ҡулланыу, ғәйәт файҙалы була, балалар башҡорт һүҙҙәрен тиҙерәк отоп аласаҡтар, сөнки һүҙҙәр һалмаҡ, көйләп, ижекләп һәм көслө тауыш менән әйтеләләр. Түңәрәк уйындарҙың һүҙҙәре балалр өсөн ҡыҫҡа текстлы, әйтер һәм отоп алыр өсөн еңел булыға тейеш. Мәҫәлән:

1.Түңәрәктә булдыҡ беҙ,

Түңәрәктә булдыҡ беҙ,

Булдыҡ беҙ, булдыҡ беҙ,

Түңәрәктә булдыҡ беҙ

(Балалар түңәрәк буйлап йөрөп

Йырлайҙар, уртала- алып барыусы)

Матур малай күрҙек беҙ,

Матур малай күрҙек беҙ,

Күрҙек беҙ, күрҙек беҙ,

Матур малай күрҙек беҙ.

(Ҡулдарын маңлайға ҡуйыу хәрәкәтен күрһәтәләр)

Теләгәнен һайлап ал

Теләгәнен һайлап ал

Һайлап ал, һайлап ал.

Теләгәнен һайлап ал

(Түңәрәкте ҡыҫалар, тыпырлайҙар, киңәйтәләр-тыпырлайҙар, алып барыусы үҙенә пар һайлай)

Аҙыраҡ ҡына бейеп ал

Аҙыраҡ ҡына бейеп ал

Бейеп ал, бейеп ал,

Аҙыраҡ ҡына бейеп ал.

(Сәпәкәй итәләр, урталағы ике бала бейей)

2. Бына ниндәй яҙ килде (ҡулдарҙы алға һуҙып күрһәтеү)

Түбәнән тамсы тама ( бармак остары менән ус төптәренә сиртеү)

Көндөҙ көн йылы була (ҡулдарҙы сайҡайҙар)

Һыуыта кискә табан (сүгәләйҙәр)

Тамсылар бейей тып-та-тып (ҡулдарҙа бармаҡ остарын бейетеү)

Уларҙы булмай туҡтатып

Улар яҙ алып киләләр (ҡул сабып бейейҙәр)

Шулай уҡ телмәрҙе музыка ҡоралдары аша күрһәтеп була.Һәр төрлө шиғырҙы музыка ҡоралдары менән уйнарға мөмкин.

Мәҫәлән: "Тумыртҡа уйыны" (сүкештәр менән)

Тумыртҡа ағасҡа һуға

-Туҡ-туҡ-туҡ, туҡ-туҡ-туҡ!

Бар урман ҡушыла уға:

-Туҡ-туҡ-туҡ, туҡ-туҡ-туҡ!

"Сәғәт" уйыны. (барабан менән)

Сәғәт йөрөй- ваҡыт һанай

-Келт-келт-келт, келт-келт-келт!

Йөрәгем дә сәғәт кеүек

-Дөп-дөп-дөп, дөп-дөп-дөп!

Дәрес аҙағында шулай уҡ хушлашыу йырын йырлайбыҙ.

Уң ҡул, һул ҡул (ҡулдарҙы бер-бер артлы өҫкә күтәрәбеҙ)

Уң ҡулға һул ҡул ( ҡулдарҙы тоташтырабыҙ)

Бер-ике, бер-ике (сәпәкәйләйбеҙ)

Ҡул бир ҙә хуш бул! (ҡулдарҙы болғап хушлашабыҙ)

Шулай итеп, минең музыка дәрестәремдә ҡулланылған һәм һеҙҙең иғтибарға күрһәтелгән эш алымдары балаларҙың коммуникатив һәм ижади һәләттәрен үҫтерергә ҙур ярҙам итә һәм һеҙ ҙә үҙегеҙгә файҙалы ҡулланмалар алғанһығыҙҙыр тип уйлайым.Эшегеҙҙә уңыштар теләйем!







Әҙерләне: музыка етәксеһе Денисламова Рәсимә Рафиҡ ҡыҙы

© 2010-2022