Конспект урока по башкирскому языку Осенний лес. Имя прилагательное

  Тема: Көҙгө урман. Сифат. Маҡсат: 1) көҙгө урман тураһында белемдәрен системалаштырыу, “Сифат” темаһы буйынса үҙләштерелгәндәрҙе системаға һалыу; 2) уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу; 3) уҡыусыларҙа туған тәбиғәткә (урмандарға) ҡарата күҙәтеүсәнлек, һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.               Йыһазландырыу: Башҡортостан картаһы, терәк-схема, “Көҙгө урман” темаһына ҡағылышлы һүрәттәр, слайд, “Йыл миҙгелдәре” фонояҙма. Башланып китте дәрес, Беҙ дөрөҫ ултырабы...
Раздел Математика
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

Стәрлетамаҡ ҡалаhы ҡала округының муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы «17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»

















Көҙгө урман. Сифат.











Башҡарҙы: Рәилә Әхмәҙулла ҡыҙы Ниғмәтуллина,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы




Тема: Көҙгө урман. Сифат.

Маҡсат: 1) көҙгө урман тураһында белемдәрен системалаштырыу, "Сифат" темаһы буйынса үҙләштерелгәндәрҙе системаға һалыу;

2) уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу;

3) уҡыусыларҙа туған тәбиғәткә (урмандарға) ҡарата күҙәтеүсәнлек, һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Башҡортостан картаһы, терәк-схема, "Көҙгө урман" темаһына ҡағылышлы һүрәттәр, слайд, "Йыл миҙгелдәре" фонояҙма.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.

- Һаумыһығыҙ!

Башланып китте дәрес,

Беҙ дөрөҫ ултырабыҙ.

"4"-ле, "5"-ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

  1. Артикуляцион күнегеү.

Тирә - яҡҡа көҙ апай,

Һипте һары буяуын.

Һары урман, һары тау,

Алып тора күҙ яуын. (Слайд №1)

  1. Төп өлөш.

А) Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.

-Шиғыр юлдарында йылдың ҡайһы миҙгеле тасуирланған?

-Шиғырҙа ниндәй һүҙ ҡабатлана?

-Дөрөҫ. "Һары" һүҙе ниндәй һорауға яуап бирә?

-Бөгөн дәрестә беҙ иң матур һүҙ төркөмдәренең береһе "Сифат" темаһын өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ, иң бай, йомарт йыл миҙгеле - көҙ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был тема буйынса үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөп, алған белемдәребеҙҙе системалаштырасаҡбыҙ. Ә бының өсөн дәрестә әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Алдығыҙҙа ятҡан һүрәттәрҙән кәйефегеҙгә тура килгәнен һайлап "Дәрескә тиклем" кәрзиненә һалығыҙ.

-Бик яҡшы. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

-Уҡыусылар, ни өсөн мин "Сифат" һүҙ төркөмөн иң матур һүҙ төркөмө рәтенә индерҙем? (Уҡыусыларҙың яуабы, ҡағиҙәне иҫкә төшөрөү) (Слайд №2)

Көҙгө урманды тасуирлау. (Слайд №3).

Көҙгө урман(ниндәй?)… (Слайд №4)

Көҙгө урман (ниндәй?) алтын, матур, һары, йылы, бысраҡ, ямғырлы, һыуыҡ… (Слайд №5)

  • Көҙ тураһында ниндәй шиғырҙар беләбеҙ? (Шиғырҙар һөйләү).

Б) Стилистик парҙарҙа карточкалар менән эш:

к.ҙгө урман

й.шел шыршы

көсл. айыу

т.мле еләк

ҡур.аҡ ҡуян

а.ыулы бәшмәк

йыл.ыр тейен

һыуы. ямғыр

с.нскеле терпе (Слайд №6)

(Таҡтала дөрөҫ яуап күрһәтелә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә). (Слайд №7)

  1. Диалогик телмәр үҫтереү.

-Башҡортостан картаһына иғтибар итәйек әле, йәшел төҫ нимәне аңлата? (Слайд №8)

-Урманда ниндәй ағастар үҫә?

-Ниндәй ағастар һәр саҡ йәшел төҫтә?

-Урманда ниндәй йәнлектәр йәшәй? Был һорауҙарға схема буйынса һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөп яуап бирәйек.

Ниндәй? Нимәләр үҫә?
ағыулы бәшмәк
матур сәскә
тәмле еләк
бейек ағас
йәшел үлән
тәпәш ҡыуаҡ
УРМАН
хәйләкәр төлкө
ҡурҡаҡ ҡуян
уҫал бүре
көслө айыу
йылғыр тейен
сәнскеле терпе
Ниндәй? Нимәләр йәшәй?

(Слайд №9)

  1. Физминутка.

  2. Һүҙлек: Оҫта-мастер, умелец

Ужым- озимь

Сиккән - вышивыл(а). (Слайд №10)

  1. Дәреслек менән эш.

67-се бит, 93-сө күнегеү С.Әлибаевтың "Көҙгө урман" шиғырын уҡыу.

Һорауҙарға яуап биреү:

  • С.Әлибаев көҙҙө нисек тасуирлай?

  • Урман ниндәй төҫтә?

  • Ялан ниндәй төҫтә?

Шиғырҙан сифаттарҙы табып дәфтәргә яҙыу. (Көҙгө, һап-һары, алтын, йәп-йәшел)

  1. Перфакарта менән эш.

-Был ниндәй ағас? (Слайд №11)

Миләш ағасы (ниндәй?) ...

Миләштең емештәре (ниндәй?) .... була.

Миләш емештәрен (ниндәй?) ... ҡоштар яратып ашайҙар.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: бейек, нәҙек, әсе, ҡыҙыл, файҙалы, ҡышлаусы. (Слайд №12-13)

-Миләш емештәре витаминдарға бай, ул бик файҙалы. Ҡышлаусы ҡоштарға аҙыҡ булып тора. "Алтын көҙ арты - һалҡын ҡыш", ти халыҡ мәҡәле, тиҙҙән ҡоштар өсөн ауыр көндәр етәсәк. Беҙ нимә эшләргә тейешбеҙ, ҡоштарға нисек ярҙам итә алабыҙ? (Слайд №14)

9. Әңгәмә:

- 2013 йыл беҙҙең республикала ниндәй йыл тип иғлан ителде?

- Дөрөҫ, уҡыусылар, 2013 йыл - тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы. Был сарала беҙ нисек ҡатнаша алабыҙ? Уҡыусылар, тәбиғәт беҙҙең ярҙамға мохтаж. Тәбиғәтте һаҡлау һәр кемдең изге бурысы. (Слайд №15)

10. "Ниндәй һүҙ артыҡ?" уйыны.

Йәшел, йәмле, йәйге, йәйләү.

Йомшаҡ, йорт, йомро, йоҡа.

Йүгерек, йүнсел, йүнһеҙ, йүкә. (Слайд №16)

11. Уйын "Кем күберәк сифат әйтә?" (Слайд №17)

12. Йомғаҡлау.

-Дәрестә нимәләр эшләнегеҙ? Нимәләр белдегеҙ?

-Алдығыҙҙа ятҡан һүрәттән кәйефегеҙгә тура килгәнен һайлап "Дәрестән һуң" кәрзиненә һалығыҙ.

  • Баһалау.

  • Өй эше: «Көҙгө урман» темаһына хикәйә төҙөргә.

(Слайд №18)



© 2010-2022