Рабочая программа по башкирскому языку

                                                 Аңлатма яҙыу.   Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан  Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.   Уҡытыу  рус телендә  ...   Бүлектәр Сәғәттәр  һаны. Диктант Изложе-ние Инша. 1 Белем көнө. 9     1 2 Башҡортостан ҡоштары 7 1 1   3 Башҡорт йолалары, ғөреф- ғәҙәтләре, әҙәп ҡәғиҙәләре. 8 1     4 Башҡортостанда ҡыш. 8   1   5 Беҙҙеңөсөн иңҡәҙерле байрам.   6       6 Һөнәрҙәр. 6 1   1 7 Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. 6       8 Башҡорт музыка ҡоралдары. 8 1     9 Бигерәк йәмле йәй көндәре. 10                                                       Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе   1.Белем көнө. ( 9 сәғәт). 1 сентябрь- Белем көнө, Ватан, тыныслыҡ, мәктәп, уҡыу һәм уға мөнәсәбәт тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш даими дауам итә. Мәктәп, Тыуған ил, тыуған төйәк хаҡында әңғәмәләр үткәреү. Грамматика: 9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: Күңел, һағыныу, тойғо, ғәзиз, күңелле, моң, төркөм, кәңәш, онотолоу, иҫтән сығыу, ғүмер, ҡыңғы...
Раздел Математика
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


Аңлатма яҙыу.


Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 10-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) , шул иҫәптән контроль эштәр өсөн 4 сәғәт.

Төҙөүселәре: Нәғимова Лилиә Фәрит ҡыҙы

Дәреслек:. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. һ.б. - Өфө: Китап, 2005

Программа кимәле : базиз

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкэрлеген формалаштырыу;телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеңҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. 1-11-се кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәл.


Бүлектәр

Сәғәттәр

һаны.

Диктант

Изложе-ние

Инша.

1

Белем көнө.

9

1

2

Башҡортостан ҡоштары

7

1

1

3

Башҡорт йолалары, ғөреф- ғәҙәтләре, әҙәп ҡәғиҙәләре.

8

1

4

Башҡортостанда ҡыш.

8

1

5

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам.

6

6

Һөнәрҙәр.

6

1

1

7

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.

6

8

Башҡорт музыка ҡоралдары.

8

1

9

Бигерәк йәмле йәй көндәре.

10

























Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1.Белем көнө.

( 9 сәғәт).

1 сентябрь- Белем көнө, Ватан, тыныслыҡ, мәктәп, уҡыу һәм уға мөнәсәбәт тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш даими дауам итә.

Мәктәп, Тыуған ил, тыуған төйәк хаҡында әңғәмәләр үткәреү.

Грамматика:

9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Күңел, һағыныу, тойғо, ғәзиз, күңелле, моң, төркөм, кәңәш, онотолоу, иҫтән сығыу, ғүмер, ҡыңғырау, мәктәп йылдары, заман, имтихан, хөрмәт, рөхсәт, һуңынан, бәхет, йүләр, кәйеф, бөтһе, дөрөҫ юл һайлау.

2.Башҡортостан ҡоштары

(7 сәғәт)

Башҡортостан ҡоштары, уларҙың көн итеүҙәре , һәр ҡош төрөнөң үҙенсәлекле яҡтары менән таныштырыу. Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡоштар тураһында яҙған әҫәрҙәрен уҡыу. Улар ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлыҫын арттырыу, телмәр үҫтереү. Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоусы ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Грамматика:

Исемдең 1-се зат ялғауҙары.

Бер составлы һөйләмдәр.

Сифат дәрәжәләре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ҡоштар, ҡанат, ҡауырый, ҡарлуғас, һандәғас, сәпсек, аҡ сәпсек, сәүкә, һайыҫҡан, һуйыр, ҡор, сел, ҡоҙғон. кәкүк, тумыртҡа, сыйырсыҡ, турғай, ҡарға, торна, бүҙәнә, бөркөт, ҡарсыға, төйлөгән, ҡарабаш турғай, һабантурғай, күгәрсен, файҙалы, ҡорт, зарарлы.

3.Башҡорт йолалары, ғөреф- ғәҙәтләре, әҙәп ҡәғиҙәләре.

(8 сәғәт)

Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөреф-ғәһәттәре, әҙәп-ҡағиҙәләре менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Һәр йоланың үҙенсәлекле яҡтарын билдәләү, башҡорт халыҡ йолаларын башҡа халыҡ йолаларынан айырмалы яҡтарын билдәләй белеү. Күренекле шәхестәрҙең фәһемле һүҙҙәре, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу.

Грамматика:

Бер һәм ике составлы һөйләмдәр.

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

Ҡылымдың заман формалары.

Алмаш төркөмсәләре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Йола, ғөрөф-ғәҙәт, әҙәп ҡағиҙәләр, ғаилә, тәрбиә, донъяға ҡараш, тыйыуҙар, тәртип, ғәҙәт, аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ, бойороҡ, йомарт, сабырлыҡ, ололау, тыйнаҡ, намыҫлы, ышаныслы, һаҡлау, әссәләмәғәләйкүм, хәйерле көн (иртә. кис) , оҙон ғүмерле булһын! Ҡотло булһын! Еңел аяғың менән! Ҡул-аяғың еңел булһын! Һабантуй, ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, өмә. Ҡаҙ өмәһе. Һаумыһығыҙ,ауылдаштар! Аулаҡ өй, кис ултырыу.

4.Башҡортостанда ҡыш.

(8 сәғәт)

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм байрамдары тураһында уҡыу. Тәбиғәтте күҙәтеү, ҡыш йәнлектәр һәм ҡоштар тормошо тураһында уҡыу, һөйләү, танышыу. Был турала уҡыусыларҙы дөрөҫ. Аныҡ. Тулы итеп һөйләрәгә өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эш алып барыу.

Грамматика:

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

Ҡылым формалары.

Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ынйы, ғәжәп, хайран ҡалыу, һуйыр, илгәҙәк, ҡоралай, юллатыу, шәм, бәҫ, тылсымлы, селтәрле, әңгәмә, тамаша, тантана, шыршы, саңғы, көрт, һырғалаҡ өйөү, һунар, өң, эҙ, айыу, ҡышҡы йоҡо, мылтыҡ, һыуыҡ,буран, өйөрмә, ҡояш байыйый.

Диалог темалары:

Тауҙа уйнағанда.

Яңы йыл байрамы.

Ҡыш һауа торошо.

Ҡыш тураһында һынамыштар, мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар.

5.Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам.

( 6 сәғәт).

Ҡатын- ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр тураһында һөйләшеү, уларға ҡарата хөрмәт, уларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләү.

Грамматика:

Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы.

Элек, хәҙер, тормош, илау, сәңгелдәк йыры, иртә, наҙлы, ҡайғы килтереү, яратҡан, ғәҙел, хыял, хыялланыу, лайыҡ, мохтаж, батырлыҡ, серләшеү.

6.Һөнәрҙәр.

( 6 сәғәт)

Грамматика:

Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Һөнәр, кәсеп, теләк, һайлау, оҫта, ялҡау, егәрле, уңған, үҙ эшен ярата, эшһөйәр, ҡулы оҫта, алтын ҡуллы, етеҙ, бейеүсе, йырсы, сәхнә оҫтаһы, быҙау ҡараусы, һауынсы, үлсәү, һыйыр һауыу, иртә, йылмайыу.

7.Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.

(6 сәғәт)

Башҡортостандың күренекле урындары тураһында уҡыусыларҙы һөйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларға ла Башҡортостан Республикаһындағы данлыҡлы урындар тураһында материалдар йыйҙырыу, улар буйынсы башҡорт телендә уҡыусылар менән уртаҡлаштырыу. Уҡыусыларҙа үҙ республикаһына , тыуған төйәккә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыу.

Грамматика:

Тура телмәрле һөйләмдәр.

Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары.

Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Мәмерйә, иҫтәлек, иҫтәлекле урын, тарих, һүрәт, баҫҡыс, быуат, таш кимтеге, тәрәнлек, боҙ, мәңгелек, осор, ҡарауылсы, музей, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, кәшәнә, ғалимдар, мираҫ, тәбиғи ҡомартҡы, раҫлау, бейеклек, төрөү, баҫҡыс тутыҡҡан, өҫкө ҡат, донъя күләмендә.

8.Башҡорт музыка ҡоралдары.

( 8 сәғәт)

Башҡорттарҙың рухи һәм материаль культураһында халыҡ музыка коралдарының әһәмиәтле урын алып тороуы менән таныштырыу.. Ул өлкәлә данлыҡлы кешеләрҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Улар тураһында уҡыусыларҙың дөрөҫ итеп һөйләүенә өлгәшеү.

Грамматика:

Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы.

Ҡылымдың киләсәк заманы.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Рухи донъя, музыка ҡоралдары, милли көй, башҡорт композиторҙары, боронғо ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, мәғлүмәт, элек, быуат, сәсән, юлдаш, ил батырҙары, дан, тыуған ер, батша, хөкүмәт, ижад, өйрәнеү, тырышыу, яратыу, йырларға яратыу, көй сығарыу, композитор, үҙешмәкәр, йыр буйынса ярыш уҙғарыу, бер аҙ, талантлы, үткән йыл, Өфө сәнғәт институты, халыҡ артистары.

9. Бигерәк йәмле йәй көндәре.

(10 сәғәт)

Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса төрлө эш төрҙәре үткәреү. Йәй миҙгеле, байрамдар, һуңғы кыңғырау шылтырауы, йәйге ял темаһы буйынса әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.

Грамматика.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Ҡыңғырау, оя, йорт, таныш исем, заман, ваҡыт, имтихан, бурыс, өлкән, юл, һанау, маҡсат, ашхана, таң, төндә, серҙәш, бөҙрә, яңғыҙ,бер үҙе, бер кем дә, кеҫә, ҡулъяулыҡ, ялҡын, ял итеү, бейек, юғары, бөйөк, тәлгәш, тапшырыу, намыҫ, васыят, хәтерҙә, иҫтә, өмөт, ышаныс, ғорур.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Художество әҫәрҙәре ( шул иҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу.

Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү.

Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү.

Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итә белеү;

Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

14-16 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.

  1. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • Газет- журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;

  • Әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеүң

  1. Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәрсән киҫәктәрен ( аныҡлаусы, хәлдәр) айыра белеү.




















Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 10-сы класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Диктант - 4

Изложение - 2

инша - 2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. - Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  2. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит.

  3. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  4. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  6. Китап, 2006 .

  7. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

Һүҙлектәр:

  1. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап,2006.

  2. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразиологик һүҙлеге.-Өфө"Китап" ,20Усманова М.Г., Саяхова Л.Г.,6.

  3. Хисаметдинова Ф.Г. , Сиразетдинов З.А. Русско- башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан.- Уфа: Китап, 2001.

  4. Ф. И. Гарипов, З.Г. Ураҡсин, Г.З. Хасанов, Г.К. Кунафина, Г.Г. Галеева, З.Ф. Гарипова, Ю.З. Ураксин. Русса- башҡортса иҡтисади терминдар һүҙлеге.Өфө:"Китап" 2007.

  5. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге.- Өфө "Китап",2006.

  6. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь.% Уфа-2006.

  7. Әхмәтов М.Х. Грамматика һүҙлеге: һүҙ үҙгәреше.- Өфө: Китап, 2007.

  8. Хисаметдинова Ф.Г., Р.З. Шакуров, З.А. Сиразетдинов, Ю.Х.Юлдашбаев. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан.-Уфа: Китап,2005.

  9. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәндәр үҙәге Тарихһәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы Гуманитар фәндәр бүлеге. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. -Өфө:2004.

  10. Ф.Ф. Асадуллина,З.Г.Сахипова .Русско-башкирский учебный словарь. -Уфа: Китап.2003.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • мультимедия проекторы,

  • компьютер,

  • электрон дәреслектәр,

Әҙәбиәт исемлеге


  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. һ.б. - Өфө: Китап, 2005

  2. Салихова М.Т., Шаффикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (1-4-се кластар өсөн) - Өфө: Китап, 1997.

  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  4. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Календар-тематик план.

Тема

Дата

Иҫкәрмә

Белем көнө.(9сәғәт)

1

С. Әлибай "Белем көнө."

02.09.14

2

Һ.Дәүләтшина "Ырғыҙ." Һуҙынҡылар.

04.09.14

3

Йәйҙе иҫкә төшөрәйек. Һүҙ төркөмдәре.

09.09.14

4

З.Биишева "Беренсе сентябрь." Сифат.

11.09.14

5

Көҙ етте.Ҡылым.

16.09.14

6

Р. Сафин "Ерем моңо." Исем.

18.09.14

7

Телмәр үҫтереү."Өфөм- баш ҡалам."

23.09.14

8

Инша.

25.09.14

9

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

30.09.14

Башҡортостан ҡоштары. (7 сәғәт)

10

Ҡоштар- беҙҙең дуҫтар.Исем.

02.10.14

11

Ҡоштарҙы беләһеңме? Бер составлы һөйләмдәр.

07.10.14

12

Изложение

09.10.14

13

Кәкүк - яңғыҙ ҡош.

14.10.14

14

Ҡыҙылтүш. Сифат дәрәжәләре.

16.10.14

15

Ф.Фәтҡуллина "Ҡарҙағы яҙыуҙар." Сифат дәрәжәләре.

21.10.14

16

Диктант.

23.10.14

Башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре.(8 сәғәт)

17

Һаулыҡ һораша беләһеңме?

Хаталар ҡҫтөндә эш.

28.10.14

18

Башҡорт халыҡ йолалары. Килештәр.

30.10.14

19

Һабантуй- борондан килгән байрам. Ҡылымдың замагн формалары.

06.11.14

20

Ҡунаҡ ҡаршылау. Алмаш төркөмсәләре.

11.11.14

21

Килен ҡаршылау. Туй йолаһы. Һуң бәйләүесе.

13.11.14

22

Нигеҙ ҡороу йолаһы. Һөйләм киҫәктре.

18.11.14

23

Диктант

20.11.14

24

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.

25.11.14

Башҡортостанда ҡыш (7 сәғәт)

25

Р. Ғарипов "Тәүге ҡар" Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

27.11.14

26

Декабрҙә тәбиғәт.Өҫтәлмәлектең айырымланыуы.

02.12.14

27

Х.Тапаҡов "Эҙҙәр". Ҡылым

04.12.14

28

Әбүғәлисина кәңәштәре.Ҡылым формалары.

09.12.14

29

Ҡыш тураһында һынамыштар.Омонимдар.

11.12.14

30

"Башҡорт" этнонимы. Һөйләм төҙөлөшө.

16.12.14

31

Изложение

18.12.14

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам.(6 сәғәт)

32

"Әсә моңо."Х.Ғиләжев.Аныҡлаусылар.

23.12

33

Әсәйем ҡәҙерлем.

25.12.14

34

Г.Яҡупова "Әсәйҙәр ниңә ҡартая?"

30.12.14

35

З.Биишева "Бәхет сығанағы".

15.01.15

36

Бүләк- хөрмәт билдәһе.Ҡушма ҡылымдар.

20.01.15

37

Инша.

22.01.15

Һөнәрҙәр. (6 сәғәт)

38

Һөнәрленең ҡулы ете.Айырымланған хәл.

27.01.15

39

Б.Вәлид "Күк Ирәндек буйында". Хәл әйтеменең айырымланыуы.

29.01.15

40

Игенсе- иң яҡын һөнәр. Ҡушма ҡылымдар.

41

Игенсегә хөрмәт йыры.

03.02.15

42

Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр.Ҡушма ҡылымдар.

05.02.15

43

Диктант

10.02.15

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.

(6 сәғәт)

44

Башҡортостандағы иң ҙур мәмерйә. Хаталар өҫтөндә эш.

12.02.15

45

Башҡортостан ҡурсаулығы.Эш-хәрәкәт ҡылымдары.

16.02.15

46

Каруанһарай. Телмәр ҡылымдары.

19.02.15

47

Р.Ғарипов "Каруанһарай."

26.02.15

48

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

03.03.15

49

Тест

05.03.15

Башҡорт музыка ҡоралдары.(8 сәғәт)

50

Башҡорт музыка ҡоралдары. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

10.03.15

51

Ҡурай моңо. Бәйләүестәр.

12.03.15

52

Ҡурайсы.Ҡылымдың киләсәк заманы.

17.03.15

53

Думбыра сыңы.Ҡушма исемдең яһалышы.

19.03.15

54

Башҡортостан композиторҙары.

02.04.15

55

Минең кумирым.

07.04.15

56

Диктант

09.04.15

57

Кластан тыш уҡыу.Хаталар өҫтөндә эш.

14.04.15

Бигерәк тә йәмле йәй көндәре.(10 сәғәт)

16.04.15

58

Иртә яҙ.Исемдең килеш ялғауҙары.

21.04.15

59

Умырзая- яҙ күрке. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

23.04.15

60

Ҡыш һәм йәй.Тура телмәрҙә тыныш билдәләре.

28.04.15

61

Рәшит Назаров ижады. Ярҙамсы һүҙҙәр.

30.04.15

62

Бәпембә.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

05.05.15

63

Тере барометрҙар.Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

07.05.15

64

Диктант

12.05.15

65

Хаталар өҫтөндә эш.

14.05.15

66

Кластан тыш уҡыу. Ә.Бикшәнтаев "Бөркөт һауала үлә".

19.05.15

67

Кластан тыш уҡыу.

21.05.15

68

Йомғаҡлау.

26.05.15



© 2010-2022