Етегәндең ете ҡуҙынан беҙ башҡортта тыуған ырыуҙар… «йыйын сценарийы»

  Маҡсат; уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолаһы менән таныштырыу :Башҡорт халыҡ уйындары аша төрлө физик сифаттар тәрбиәләү: халыҡ традицияларына ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу.        Йыһаҙландырыу;ырыу тамғалары яҙылған плакаттар,таҫтамал, уйынсыҡ ат,ҡурай,ҡумыҙ,,, Урал” халыҡ йыры яҙылған кассета,магнитофон, уҡытыусы өсөн башҡорт халыҡ костюмы, алып барыусылар, бейеүселәр өсөн костюмдар, тирмә, приздар, уҡ.      Байрам барышы:    Бер көн элек ырыуҙарҙы йыйынға саҡыртып сапҡын ебәртеү.       Алып ...
Раздел Математика
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Белорет районы 1-се һанлы Инйәр дөйөм белем биреү мәктәбе.


Етегәндең ете ҡуҙынан

беҙ башҡортта тыуған

ырыуҙар…

«йыйын сценарийы»


Башҡарҙы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Минһажева Л.М.

Инйәр-2013.

Маҡсат; уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолаһы менән таныштырыу

:Башҡорт халыҡ уйындары аша төрлө физик сифаттар тәрбиәләү: халыҡ традицияларына ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу.

Йыһаҙландырыу;ырыу тамғалары яҙылған плакаттар,таҫтамал, уйынсыҡ ат,ҡурай,ҡумыҙ,,, Урал" халыҡ йыры яҙылған кассета,магнитофон, уҡытыусы өсөн башҡорт халыҡ костюмы, алып барыусылар, бейеүселәр өсөн костюмдар, тирмә, приздар, уҡ.

Байрам барышы:

Бер көн элек ырыуҙарҙы йыйынға саҡыртып сапҡын ебәртеү.

Алып барыусы:

Һаумыһығыҙ-тиеп өндәшәйем.

Сәләмләү бит шулай башлана.

Сәләм алып, сәләм биреү менән.

Сит менән дә туған булаһың.

Йыраҡ араларҙы яҡынайта

Эй,халҡымдың матур йолаһы.

-Һаумыһығыҙ, балалар!Хәйерле көн,ҡәҙерле ҡунаҡтар!Бөгөн беҙҙә ҙур байрам -ырыуҙар йыйыны.

-Нимә һуң ул йыйын!

Борон-борондан халыҡта йыйылып,кәңәш-төнәш итеү,килеп тыуған төрлө бәлә-ҡаҙаға ҡаршы һүҙ ҡуйышыу,сәсән һүҙен тыңлау йолаһы булған.Уны йыйын тигәндәр.Йыйындарҙа ырыу, ҡор әхүәленә бәйле төрлө мәсьәләләр хәл ителгән.

Йыйын һабантуйҙай булып унда төрлө ярыштар,көрәш, бәйге уйҙарылган, бүләктәр таратылган, йыйын батыры билдәләнгән.

Бына шулай йыйын тарихы.

Тарих тигәндәй, ата-бабаларыбыҙҙың бер аманат һүҙең иҫтән сығармайыҡ.

Башҡортмон тигән башҡортҡа етмеш төрлө һөнәр өҫтөнә ете быуынға саҡлы үҙенең ата-бабаларын, үҙ ырыуының шәжәрәһен,ил-йорт тарихын яҡшы белеүе шарт.Һеҙҙең һәммәһегеҙҙең дә шуның тәүге ике шартын үтәүегеҙгә һис шигем юҡ, ә бына ил тарихын сала-сарпы ғына белеүегеҙ ихтимал.

-се алып барыусы:

-Борон-борон заманда һәр төрлө халыҡтар,ил-ил булып донъя көтөүҙе һанламай,бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөүҙе хуп күргән бер вағытта,улар араһында йыш ҡына ыҙғыш-талаштар ҡубып торған,ти.Матурыраҡ урындарға юлығып хайран ҡалған халыҡтар йәндәренә яҡын ерҙәргә хужа булырға ынтыла башлағандар.

-Был ерҙәрҙе иң тәүҙә беҙ күрҙек,-тип һөрән һалған бер халыҡ башлығы,тимәк ,ул беҙҙеке!

-Юҡ, ҡаршы килгән уға икенселәре,-был гүзәл ергә беҙ ,тәүләп аяҡ баҫтыҡ. Был

Ерҙәр беҙҙеке! Икенселәргә өсөнсөләр,өсөнсөләргә дүртенселәр ҡаршы сыҡҡан.Киткән талаш-тартыш.Уҡтар юнылған,һөңгөләр осланған,һуғыш барышында ҡандар ҡойолған.Быуындарҙы-быуындар алыштырған,ерҙән ҡот-йәм китә башлаған,ирҙәр башы ҡырылған.

Шунан ирҙәренән,балаларынан яҙған,ҡайғынан йөҙө һарғайған ҡатын-ҡыҙҙар Тәңре алдына килеп теҙләнгән.(Инценировка итеп күрһәтеү).

Тәңре ял итеп ята.Ҡатындар уның янына килеп теҙләнә:

-Эй,аллаларҙың аллаһы,илаһи Тәңребеҙ!Һинең рәхимең менән яратылған Ер талаш-тартыштан интегә,балаларыбыҙҙың,ирҙәребеҙҙең ҡаны ҡойола,һөйәктәренән уба-уба тауҙар күтәрелә.Ҡөҙрәтең киң,бәхәсебеҙҙе хәл ит, ерҙе бөтәбеҙгә лә ғәҙел итеп бүлеп бир.

Тәңре уйға ҡалып торған да:

-Ярар, тыңлағыҙ минең әмерҙе.Бөгөндән Ерҙе бөтәгеҙгә лә тәғәйенләп бүлеп бирәм.Тик үпкәләштән булмаһын.Ғәҙел булһын өсөн һәр ырыу башлығы йәрәбә тартһын.Һәр кем үҙ бәхетенә төшкән ер менән риза булырға тейеш.Йәнә лә шуны киҫәтәм: үҙ төйәгегеҙ өсөн бынан кире үҙегеҙ яуап бирәһегеҙ.Ырыуығыҙға уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау бурысы йөкмәтәм.Ризаһығыҙмы!

Халыҡ:

-Ризабыҙ,ризабыҙ!Ант итәбеҙ!(Тәңре һәр ырыу исеме яҙылған яҙыуҙар алып тәхетенән берәм-берәм ергә ырғытҡан.)

Тәңре:

-Ҡаҙаҡтар,һеҙгә дала ерҙәре,украиндар-һеҙгә диңгеҙ буйы, грузиндар-һеҙгә-тауҙар иле,ненецтар-һеҙгә йәй булмай торған һалҡынлыҡ иле.Ә һеҙгә башҡорттар-Уралиә тигән ил.Урал тауҙары тирәһе бынан кире һеҙҙең йәшәү-тороу урынығыҙ булыр!

Алып барыусы:

Ошо көндән башлап бында йәшәүселәр балыҡ тотоу,йәнлек аулау,мал үрсетеү эшенә тотонған.Урман солоҡтарынан бал йыйған.Ҡурай тигән үләнде ҡырҡып,көй көйләгән.

Бәхетле ил икән Уралиә,тиһеғеҙме! Бәхет ул һәр саҡ бәхетһеҙлек менән бергә йөрөй.Үҙҙәренә эләкмәгән был төйәккә дәғүә итеүселәр бер ваҡытта ла кәмемәгән.Ә инде Уралиәнең Тәңрегә ант иткән халҡы,шул антына тоғролоҡ һаҡлап,ил-төйәкте яҡлап яуға сапҡан.

Алып барыусы:

-Ғәрәп илселеге йылда Болғар иленә барышлай Башҡорт ерҙәренән үткән икән.Был хаҡта ғәрәп илсеһе Ибн Фадлан яҙып ҡалдырған.

Бер заман Болғар дәүләте көсәйә барып,башҡорттарҙы ла ҡул аҫтына буйһондора башлаған.Оҙаҡламай болғарҙар менән башҡорттар араһында килешеү төҙөлгән.

Алып барыусы:

Донъялары бер аҙ бөтәйеп,мал-тыуарҙар ишәйеп,ауыл-ҡалалар шәбәйеп,һөнәр-кәсеп эштәре алға китеп арыу ғына йәшәп ятҡанда,бер заман ҡояш сығышы яғынан ғәләмәт яман яу ябырылған.Аҙаҡ донъяға яманаты таралыр Сынғыҙ хандың яуы була был.

Алып барыусы:

Татар-монгол яуынан һуң да башҡорт йорт-ерендә бер нисә ҡаты яу-ҡырғындар булған.Шуларҙың иң ҡырылышлыһы Туҡтамыш хан заманында Аҡһаҡ Тимерҙең яуы булғандыр моғайын.Ул яу Башҡортостан ере буйлап 1391й. үткән.

Алып барыусы:

Бер заман Алтын Урҙа хәлһеҙләнеп,тора-бара төрлө ханлыҡтарға бүленгәс,башҡорттарҙың бер өлөшө -Ағиҙелдең түбән яғы-Ыҡ,Сәрмәсән буйҙары-Ҡазан ханлығына,икенсе өлөшө-Йүрүзән,Әй буйҙары-Себер ханлығына,көньяҡтағылары-Һаҡмар,Яйыҡ,Дим буйҙары-Нуғай мырҙаларына буйһоноп,ырыуҙар тарҡауланышып,айырымланып ҡалғандар.

Тарих туғыҙ йөҙ илле туғыҙҙа,сысҡан йылында(хәҙерге йыл иҫәбе менән 1552 йылға тура килә),Аҡ батша Ҡазан ҡалаһын алған,ханлығын ҡыйратҡан.

Алып барыусы:

  • Беҙҙең яҡтың ете ырыуы:Бөрйән,Ҡыпсаҡ,Юрматы,Тамъян,Мең,Ҡатай, Үҫәргән булған.Һәр ырыуҙың башында бей торған.Ошо бейҙәр барыһы ла Мәсем ханға буйһонған.Мәсем хан үҙе Бөрйән ырыуы нәҫеленән булған.(Инценировка)

Мәсем хан:

-Эй,сапҡынсылар,илгә хәбәр таратығыҙ,ырыу йыйыны үткәрелә.Йыйынды Йылайыр һыуы буйында-Имәнтауҙа үткәрәбеҙ.Ете ырыу халҡы билдәләнгән ваҡытҡа шунда йыйылһын.

(Һәр ырыу кешеләре үҙ ырыу тамғаһын тотоп залға сыға.Үҙ ырыуы менән таныштыра.)

Бөрйәндәр:Төйәгем-Урал,

Ырыуым-Бөрйән.

Батырым-Алдар,

Ораным-Тарауыл,

Тамғам-Яғылбай,

Ҡошом-ҡарсыға,

Ағасым-ҡарағас,

Йылғам-Ағиҙел,

Тауым-Мәсем,

Иманым-дуҫлыҡ,

Милләтем-башҡорт!

Меңлеләр:Ырыуыбыҙ-Меңле,

Ҡошобоҙ-ыласын,

Ағасыбыҙ-имән.

Тамғабыҙ-һәнәк,

Ораныбыҙ-Тәңре.

Мәсем хан:Башҡорттарым!Ҡазан ханлығы ҡыйралғас,бер аҙ тын алып ҡалдыҡ.Элек айырымланып ҡалған ырыуҙарҙы берләштерергә форсат тыуҙы.Ырыуҙарыбыҙ башҡа булһа ла,бауыр бер бит.Үҙ-ара тарҡаулыҡты,даулашты бөтөрәйек,бер халыҡтай булайыҡ,тип йыйын йыйҙым.Ырыу башлыҡтары,аҡһаҡалдар менән кәңәш ҡорорбоҙ,ә һеҙ ырыуҙаштарым,уйнағыҙ,көлөгөҙ,ырыу батырын билдәләгеҙ,етеҙҙәрҙе асыҡлағыҙ,күңел асығыҙ.

Ярыштар башлана.Алып барыусы:

Башҡорт халҡы йыл да шулай,

Ырыу йыйып йыйын үткәргән.

Матур йола башҡарған.

Йәшел ялан буйҙарында

Йәмле байрам уҙғарған.

Йырлаған да, бейегән дә,

Көрәштә көс һынаған.

Уйында бүләк алған.

Ярышта -һынатмаған.

Көндәр уҙған,йылдар уҙған,

Матур йола дан алған.

Ҡурайсы ҡурай уйнай.

Алып барыусы:Борон-борондан йыйында сәсәндәр һүҙ беректерер,әйтештәр әйтеп ярышыр булған.Әйҙәгеҙ сәсәндәрҙе ярышҡа саҡырайыҡ.

1. Бер тигәс тә ни яман?-әйтеште ырыу сәсәндәре дауам итә.

2. Уңған ҡыҙҙар килһендәр,

Урын йыйыштырһындар.

Батыр егеттәр килһендәр

Бил,ҡабырға һанарға.Ярышҡа ырыу батырҙарын саҡырабыҙ.

3. Ат сабышы.Ярыш ҡағиҙәһе менән танышайыҡ:Ярышта ҡатнашыусы атҡа атланып,бер ҡулы менән атын(йүгәнен)тота,икенсе ҡулы менән атын ҡыуа.Кәрзинде урап сығып кире килергә.

Бер ерҙә лә юҡтыр кеүек

Бындай ярһыу,ҡыйыу уйын.

Кемдең генә күргәне бар

Ат сабышһыҙ йыйын үткәнен?!

4.Әтәстәр һуғышы.Ҡатнашыусылар түңәрәк эсендә бер аяҡта тора,икенсеһе бөгөлгән.Ҡулдар арттан эләктерелгән.Бер-берегеҙҙе түңәрәктән сығарырға йәки аяғына баҫтырырға тырышығыҙ.

5.Һырғауылға менеү.

6.Уҡ атышыу.Сәпкә кем мәргәнерәк тейҙерә.

Ярыш бөтөүгә сыңрау торна тауышы ишетелә.Бер бала уҡ тотоп һауаға тоҫҡай.

Олатай:Ҡуй,атмасы,улым,һауаға,

Тейеп ҡуйырһың бит торнаға.

Изге ҡошҡа башҡорт борондан

Аллаһылай күреп табынған.

Малай:Һөйләп бирсе миңә олатай.

Беләйемсе торна сыңрауының

Быуаттар аша серле яңғырауын.

Олатай:Тыңла,улым,улайһа.Был бик боронғо ваҡиға.Бер һуғышта башҡорттарҙы дошмандар ҡасырға мәжбүр итә.Шунда дошмандарҙың артында торналар шул тиклем итеп ҡысҡырыша башлай,ҡурҡҡан дошмандар үҙҙәре ҡаса.Шуның әсөн дә башҡорттар,торналар- изге ҡош,сөнки улар беҙҙең дошмандарыбыҙҙы ҡасырға мәжбүр итте.тип торнаны изгеләштереп,уға табына башлайҙар.Торна Юрматы ырыуының ҡошо булып иҫәпләнә.

Алып барыусы:Йыйындарҙа етеҙлеккә,таҫыллыҡҡа,көс һанашыуҙа ярышып ҡына ҡалмағандар-уйнағандар.көлгәндәр ҙә.

Тыпыр-тыпыр тыпырлап

Зыңҡылдай еҙ үксәләр.

Әйҙә,һылыу,баҫмаһаң,

Ҡурайсыбыҙ үпкәләр.Ҡыҙҙар бейеүе.

Үгеҙ йөҙөк кемдә?-уйынын уйнау.

Алып барыусы:Йыйындарҙа тағы ла әллә күпме ярыш төрҙәре үткәрелгән.Беҙ уларҙы өйрәнербеҙ әле.Әлегә һүҙҙе жюри ағзаларына бирәйек.(Еңеүселәрҙе атау,бүләктәр тапшырыу.)

Ҡурайсы:Ырыуҙаштар,тыңлағыҙ әле,башҡа бер йыр килде,һеҙгә уны уйнап ишеттерәйем әле.Был көйҙө мин бөгөнгө йыйын хөрмәтенә Ете ырыу тип атаным.(Ете ырыу көйөн тыңлау.)

Алып барыусы: Ваҡыт үтер,был йыр Урал исеме аҫтында Башҡортостан республикаһының дәүләт гимнына әүерелер.

Олатай:Ырыуҙаштар,әйҙәгеҙ бөгөнгө йыйын билгеһе итеп бынау йөҙ йәшәр имәнгә ырыу тамғаларыбыҙҙы ҡалдырайыҡ.(Мөйөштә торған ағасҡа ырыу тамғаларын ҡаҙайҙар.)

Мәсем хан:Туғандар! һеҙ күңел асҡан саҡта,ырыу бейҙәре менән кәңәш ҡорҙоҡ һәм шундай фекергә килдек.Үҙегеҙ беләһегеҙ,ауыр ваҡыттар етте,беҙгә бер көслө таяныс кәрәк.Был таянысты Урыҫ дәүләтенән эҙләү кәрәктер.Шулай кәңәш иттек:Үҫәргән ырыуынан-Бикбау бейҙе,Бөрйән ырыуынан-Иҫке бейҙе,Ҡыпсаҡтарҙан-Ҡарағужаҡты,Тамъяндарҙан-Шәғәле Шаҡманды вәкил итеп Ҡазанға ебәрәйек.Улар Аҡ батшаға барып баш ейерҙәр,үҙ ерҙәребеҙгә үҙебеҙ-башҡорттар хужа икәнлегенә ярлыҡаш алып ҡайтырҙар.Бик тә булмаһа-,һуҫар,ҡондоҙ,бал менән яһаҡ түләргә вәғәҙә бирерҙәр.Беҙгә бит киләсәк быуын өсөн еребеҙҙе,динебеҙҙе,телебеҙҙе, моңобоҙҙо һаҡлап ҡалыр кәрәк.Ә киләсәк быуынға шундай хат яҙҙыҡ.(Хат уҡый.)

Хөрмәтле башҡорт халҡы!

1. Динегеҙҙе,телегеҙҙе,моңоғоҙҙо,Уралығыҙҙы,бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ!

2. Милләтебеҙҙең аҫыл улдарын,көслө шәхестәрен үҫтерегеҙ!

3. Белемгә,мәҙәниәткә ынтылығыҙ! Ул саҡта ғына башҡорт иленең,еренең хужалары булырһығыҙ!

4. Иң мөһиме: бер-берегеҙҙе яҡлау,милләтте һаҡлау механизмын үҙләштерегеҙ!

Ҙур ихтирам менән 16 быуат.

Алып барыусы:Бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың берҙәм булыуы бигерәк мөһим.Тормош ауырлығынан беҙҙе берҙәмлек,татыулыҡ ҡына ҡотҡарып ҡалыр.Беҙҙең боронғобоҙ бар,халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре һаҡланған,йолалары,ғөрөф-ғәҙәттәре изге һанала.Шәжәрәбеҙ бар,ырыуыбыҙҙың шәжәрәһе тәрән,тармаҡлы.Тимәк,беҙ ырыулы,ә ырыулының уғы юғалмаҫ, телебеҙ йәшәр,милләтебеҙ йәшәр.

Халҡыбыҙҙың тағы ла бер матур йолаһы-алғыш әйтеү, йәғни изге теләк

теләү һаҡланып ҡалған.

Майҙандарҙың була аҙағы,

Теләк әйтеү- йола талабы.

Изге теләк- һүҙҙең ағаһы,

Яҡшы теләк- һүҙҙең бабаһы.

1-се уҡыусы: Ай,илгенәм, ғәзиз илгенәм

Иҫән генә бул һин, илгенәм,

Тере генә булһың телгенәм,

Талғын иҫһен тыныс елгенәм.

2-се уҡыусы: Сәсәндәрҙең һүҙе һүҙ булһын,

Аҡһаҡалдар һүҙе хаҡ булһын,

Батырҙарың, илем, мең булһын,

Барыр юлың илем, уң булһын!

Алып барыусы: Матур үтһен көнөгеҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ!

Яман эштән ҡараймаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

Барығыҙға ла рәхмәт!Һау булығыҙ!








Белорет районы 1-се һанлы Инйәр дөйөм белем биреү мәктәбе.


Етегәндең ете ҡуҙынан

беҙ башҡортта тыуған

ырыуҙар…

«йыйын сценарийы»


Башҡарҙы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Минһажева Л.М.

Инйәр-2013.


© 2010-2022