Доклад к классному часу Үҫмерлек осоро

Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Үҫмерлек - балаларҙың 11-12 йәштән 14-15 йәшкә тиклемге үҫеш осоро ул.Ошо осор үҫмерҙәр өсөн иң ауыр-24 ай. Ул икенсе төрлө күсеү осоро тип атала, сөнки был мәлдә организмдың тиҙ үҫеүе һәм үҙгәреүе күҙәтелә, шуға балалыҡтан йәшлеккә күсеү осоро булып тора. Ата-әсә үҫмерҙең физик үҫешендәге ҡапма-ҡаршылыҡлы күренештәрҙе яҡшы белергә һәм иғтибарлы мөнәсәбәте менән уларға физик үҫеш барышындағы ваҡытлы ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итергә тейеш.

Беренсенән, был осорҙа һөйәктәр тиҙ, ә мускулдар әкрен үҫә. Һөҙөмтәлә, оҙон буйлы, ябыҡ үҫмер "ипһеҙ" булып китә, уның хәрәкәттәре аныҡ булмай.

Икенсенән, үҫмерҙең йөрәге был осорҙа 2 тапҡырға, ә кәүҙә массаһы тик 1,5 тапҡыр ғына арта, шуға артериялар диаметрының үҫеүе йөрәк үҫешенән артта ҡала. Үҫмерҙең ҡан күләме өлкәндәргә ҡарағанда тән массаһы менән сағыштырғанда күпкә артыҡ. Был ҡан баҫымының күтәрелеүенә һәм йөрәк эшмәкәрлегенең тотороҡһоҙлоғона килтерә. Шуға күрә баш мейеһе ҡан ағышының етешһеҙлеген тоя, был, үҙ сиратында, эшкә һәләтлектең кәмеүенә, тиҙ арыуға килтерә.

Өсөнсөнән, күкрәк ситлегенең үҫеше кәүҙә үҫешенән артта ҡала. Тын алыу органдарының күләме бәләкәй булыу сәбәпле, күкрәк ситлеге мускулдары насар үҫешә. Шуға үҫмерҙең тын алыу тәрәнлеге өлкәндәргә ҡарағанда 2 тапҡырға кәмерәк, ә йышлығы 22-гә барып етә (өлкәндәрҙеке -15-16). Үҫмергә тыныс ҡына 1 сәғәт эшләгәндә 16-20 литр кислород талап ителә. Физик һәм аҡыл эшмәкәрлеге көсәйһә, организмдың кислородҡа ихтыяжы тағы ла арта. Ҡанда кислородтың етешмәүе арыу һәм баш әйләнеүгә килтерә, эшкә һәләтлекте кәметә. Ата-әсә үҫмерҙең тын алыу органдары үҙенсәлеген аңлап, дәрес әҙерләгән бүлмәне елләтергә өйрәтергә бурыслы.

Дүртенсенән, үҫмерҙең нервы системаһы сағыштырмаса үҫешеп етмәгән була. Уның мейе ауырлығы 1350 грамға етә (ололарҙа - 1400 грамм), ләкин баш мейеһе тышсаһының структураһы формалашыуын әле дауам итә. Мейелә 16 млрд нервы күҙәнәге була, әммә уларҙың үҫеше әкрен бара һәм яҡынса 40 йәш тирәһендә генә тамамлана. Үҫмерҙәрҙә йыш ҡына ҡапыл ҡыҙып китеү өҫтөнлөк итә, был күренеш баш мейеһе тышсаһы күҙәнәктәрен артыҡ ярһыныуҙан һаҡлай. Былар үҫмерҙең хәрәкәтсәнлегенә һәм әүҙемлелегенә, уларҙың ярһыусан булыуына, иғтибарының тотороҡһоҙлоғона һәм кәйефенең тиҙ үҙгәреүенә килтерә. Үҫмерҙең ошо үҙенсәлектәрен ҡайһы бер ата-әсә ҡарышыу тип уйлап, яза бирә. Был - ҙур хата. Үҫмерҙең нервы системаһы нормаль үҫһен өсөн ата-әсәнең тыныс, сыҙам мөнәсәбәте, көн режимын дөрөҫ бүлеүе кәрәк. Айырыуса йоҡо гигиенаһы мөһим. 12-14 йәшлектәргә иң кәмендә 9-10, ә 15-16 йәшлектәргә - 8 сәғәттән 9,5 сәғәткә тиклем йоҡлау талап ителә.

Тап үҫмерлек осоронда кешеләрҙе һәм үҙеңде баһалау мәнфәғәте барлыҡҡа килә. Үҫмерҙең кешегә биргән баһаһы, күпселек осраҡта, ғәҙел һәм дөрөҫ була. Ул башҡаларҙы баһалағанда ике төрлө хата ебәрә. Беренсенән, ул кешенең айырым эше йәки характер һыҙаты буйынса ғына баһалай һәм шул баһаны бөтә шәхескә күсерә. Икенсенән, кеше эшенең күренгән яғына ғына иғтибар итә, ә эштең төп мотивы, маҡсаты ситтә ҡала. Үҫмерҙең үҙ-үҙен баһалауы ла күп осраҡта төрлө була. Ҡайһылары үҙ мөмкинлектәрен артыҡ баһалай, бер ни тиклеме баһалап еткермәй, бик аҙы ғына объектив баһа бирә ала. Үҫмерҙең үҙ-үҙен баһалауы йыш ҡына ата-әсәләр йәки башҡа өлкәндәр тәьҫирендә үҙгәрә. Балаға яза биргәндә лә бик ипле булырға кәрәк. Үҫмер ата-әсә баһаһына бик һиҙгер, шуға тиҙ үпкәләй, бәләкәй генә ғәҙелһеҙлекте лә ауыр кисерә. Ғәйепләү һәм яза биреү үҫмерҙең ҡылған ғәйебенә тап килергә тейеш. Ғәҙелһеҙ бирелгән яза үҫмер тарафынан ныҡ эмоциональ ҡабул ителә, шуға ауыр һөҙөмтәләргә килтерергә, ата-әсә, өлкәндәр менән мөнәсәбәткә кире йоғонто яһарға мөмкин. Үҫмерҙе теге йәки был осраҡта эш боҙған өсөн ғәйепләгәндә, бының дөрөҫ формаһын табырға кәрәк. Бер ваҡытта ла үҫмерҙең етешһеҙлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алырға, уның төҙәлмәҫлеге тураһында әйтергә ярамай. Үҫмер үҙ дәрәжәһен кәмһетеүҙе бик ауыр кисерә. Шуға күрә үҫмерҙе ғәйепләү тупаҫ, түбәнһеткес булырға тейеш түгел. Үҫмерҙә өлкәндәргә, ата-әсәһенә ҡарата тәнҡитле кире мөнәсәбәт кеүек яңы һыҙат барлыҡҡа килә. Ул йыш ҡына ата-әсәнең айырым хаталарын, уларҙың етешһеҙлектәрен аңғара. Быны ул өлкәндәргә насар мөнәсәбәттә булған өсөн түгел, ә был етешһеҙлектәрҙе аңғарыуға һәләтле булыуын, өлкәндәрсә ҡараш йөрөтә башлауын, "өлгөргәнлек" билдәһе итеп ҡабул иткәнгә эшләй. Ҡайһы бер ата-әсә үҫмерҙең тәнҡитенә кире ҡарашта була һәм "Ата-әсәңде тикшермә!" тип яуап бирә. Был осраҡта бала үҙ фекерен әйтеүҙән тыйылһа ла, ата-әсәһе өсөн ҡайғыра, уларҙан әкренләп алыҫлаша башлай. Үҫмер алдында ата-әсәнең абруйы төшә

Бәләкәй саҡта үтә тыңлаусан бала, үҫмерлектә тиҫкәреләнә, ата-әсәһен тыңламай. Ата-әсә балаһы алдында абруйын юғалтһа, үҫмер уларҙың һүҙҙәренә ҡаршы эшләй. Шуға күрә, өйҙә үҫмер бала тәрбиәләүсе ата-әсә үҙенә лә талапсан булырға тейеш. Шулай итеп, үҫмерҙе тәрбиәләүҙә, уның шәхес булып формалашыуында ғаиләнең һәм ата-әсәнең роле ҙур. Үҫмерҙең йәш үҙенсәлеген, уның психологияһын аңлай белеү ғаиләлә күп конфликтлы ситуацияларҙан ҡотолорға мөмкинлек бирәсәк

© 2010-2022