Выступление на педагогическом совете Уҡығандың фекере төплө

Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №7 СЕЛА МИНДЯК

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА УЧАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКА БАШКОРТОСТАН



Педсоветта сығыш:

Уҡығандың фекере төплө.





Әҙерләне : китапханасы Хәлиуллина Р.Ә.













2015 йыл

Китап уҡыуҙың, белем алыуҙың әһәмиәтен халыҡтар бик бороңғо ваҡыттарҙан уҡ яҡшы белгән, шуға күрә лә улар китапты белем шишмәһе, китап аҡылы - ҡояш яҡтылығы тип йөрөткәндәр.

Китап - кешелек тыуҙырған иң ҙур рухи хазиналарҙың береһе. Китап уҡый белгән кешене борон-борондан иң аҡыллы кеше тип һанағандар, уны хөрмәт иткәндәр һәм кәңәш һорап барғандар, төрлө һорауҙарға унан яуап алҡандар. Халыҡ китап тураһында бик күп мәҡәлдәр сығарған: " Китаптан хәрефтәр эҙләмә,аҡыл эҙлә" ," Яҡшы китаптың һәр юлы алтын"," Китапһыҙ өй - ҡояшһыҙ өй"," Ғилем китаптың эсендә лә тышында ла була" һ.б.

Бөйөк аҡыл эйәләре, яҙыусылар иң күп китап уҡыусылар булғандар А.С.Пушкин:" Белем алыуҙың иң яҡшы юлы - уҡыу" тигән. А.М.Горький бала саҡта ғазаплы тормош эсендә йәшәгәнлектән һәм мәктәптә уҡып белем алыу мөмкинлеге теймәгәнлетән, китап уҡыу юлы менән үҙ белемен арттырыуға ирешә. Шуға ла ул : "Китапты - белем шишмәһен яратығыҙ… Тик ул ғына беҙҙе рухи яҡтан көслө,намыҫлы, аҡыллы кеше итә, кешене ысын күңелдән яратырға,шул бөйөк хеҙмәттең гүзәл емештәрен йөрәгең менән тойорға өйрәтә", - тигән.

Ғ.Туҡай, М.Ғафури, Д.Юлтый кеүек бик күп татар һәм башҡорт яҙыусыларында ла китапҡа мөхәббәт иртә уяна һәм улар китап уҡыу,аң-белемгә эйә булыу юлында , М.Горький кеүек үк, төрлө ауырлыҡтар,кәмһетелеүҙәр, йәберләүҙәр күрәләр, әммә тырышлыҡтары арҡаһында ҙур кеше булып китәләр.

Мәктәптә күп фәндәр үтелә, әммә улар араһында художестволы әҙәбиәт айырым урын алып тора. Уның кеше тормошондағы әһәмиәте ифрат ҙур. Был турала Н.Г.Чернышевский шулай тигән: - "Яҙыусының әҫәрҙәрен уҡып, беҙ бөтә бысраҡлыҡтарҙан ерәнергә, бөтә яҡшылыҡтың, гүзәллектең һоҡланғыс булыуын аңларға һәм уларҙы яратырға өйрәнәбеҙ. Был әҫәрҙе уҡып, беҙ үҙебеҙ ҙә яҡшыраҡ, саф һәм изге күңеллерәк кешегә әйләнәбеҙ."

Быйылғы 2015 йыл Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде.

Әҙәбиәт -донъя тотҡаһы.Кеше ғүмере ҡыҫҡа ғына. Ошо ваҡыт арауығында донъяның асылын аңларға тырышыу теләге менән яна кеше.Әҙәбиәт тә, китап та -Йыһанды, йәшәйеште, кешелекте танып - белеү ысулдарының иң яҡшыһы. Әҙәбиәттән дә,ғаләмдән дә ябай кеше аңлата алмаҫлыҡ серҙәр, мөғжизәләр бөркөлөп тора .Әҙәбиәт уҡыусының күҙ алдына тотош бер донъяны барлыҡҡа килтереү һәләтенә, мөмкинлегенә эйә.

Әҙәбиәт - тормош мәктәбе. Ул кешелектең бөтөн тармаҡтарын да үҙ эсенә алған өлкә. Тормош юлы ҡатмарлы, теләйме,теләмәйме кеше ҡайһы саҡ хаталы аҙымдар ҙа эшләп ҡуя. Әммә һәр кемгә лә хаталанырға тимәгән.Әҙәбиәт кешене хаталарҙан ҡотҡара торған аҡыл сығанағы ла. Кешеләр китапты күберәк уҡыһа, бәлки, тормоштағы хаталар ҙа әҙерәк булыр ине.

"Китап - белем шишмәһе" тиһәк тә бөгөн ошо рухи хазинаға тартылыу ҡырҡа кәмеү сигенә килеп етте. Сер түгел, үҫмерҙәр әҙәби әҫәрҙәрҙе аҙ уҡый. Заман башҡа -заң башҡа тигән һүҙҙе иҫкә алғанда бындай күренештең сәбәптәрен аңларға ла мөмкидер. Хәҙерге заман уҡыусыларын телевизор, компьютер уйындары , интернет ылыҡтыра. Ләкин китап уҡымауҙы аҡлау мөмкин түгел . Быуаттар буйына килгән халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел хазинаһы халыҡ педагогикаһының өлгөләре булып,күпме быуын йәштәрен тәрбиәләгән. Беҙ замана артынан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ.Егерме беренсе быуат кешеһе белемле булырға тейеш. Китап уҡымайынса фекерләп була мы ла, аҡыл туплап буламы.

Хайуандарҙан айырмалы рәүештә, кешенең мейеһендә бураҙналар күп. Улар- интеллект билдәһе. Мейе эшләгәндә унда бураҙналар күбәйә, йәғни кешенең фекерләү һәләте үҫә.

Әйтәйек, ҡул йә аяғыбыҙ оҙаҡ хәрәкәтләнмәһә, быуындар ҡата һәм уны ҡабат ҡуҙғатып ебәреүе ҡыйын була. Әгәр мейене эшләтмәһәк, уйланмаһаҡ, фекерләү ҡәүәһе лә кәмей.

Ни өсөн уйланыуға ҡоролған шахмат, шашка уйындары спорт төрөнә ҡарай Сөнки хәрәкәтле спорт күнекмәләре беләк, күкрәк, аяҡ мускулдарын нағытһа,шахмат йә шашка уйнаҡанда мейе мускулдары үҫешә. Тимәк әҙәби әҫәр уҡыу күңел өсөн генә түгел, ә аң-белем кимәлен арттырыу өсөн файҙалы.

Алда әйтеүемсә, мәктәп балаларының әҙәбиәткә,китапҡа ынтылыуы йылдан- йыл кәмей тип танырға мәжбүрбеҙ. Башланғыс синыф уҡыусылары әүҙем генә итеп китап уҡыуға ылығып,ҡыҙыҡһынып китәләр. Ләкин үҫә килә был ҡыҙыҡһыныу үтә, һүлпәнәйә башлай. Уҡыусыларҙың дәрестәре күбәйә,өйҙә, ата-әсәһенең ҡул-араһына эшкә ярай башлайҙар, шулай уҡ телевизор, компьютер ваҡыттарын ала, һөҙөмтәлә китап артҡы планға күсә. Шул уҡ ваҡытта, яҡшы өлгәшкән, актив уҡыусы китап менән дуҫлығын ташламай, ул уҡып та өлгөрә, тимәк ваҡытын дөрөҫ бүлә белә.

Өлкән синыф уҡыусыларына килгәндә , уларҙы әҙәби әҫәрҙәр уҡымайҙар тип әйтеп булмай булмай.Улар программа буйынса бирелгән бөтә әҫәрҙәрҙе лә китапхананан яҙҙырып алалар,уҡыйҙар. Әҫәргә анализ яһап, үҙ фекерҙәрен белдереп,ҡараштарын сағылдырып ,тормошҡа бәйләп инша яҙыу - уларҙың төп маҡсаты. Сөнки алда - БДИ. Үҙҙәре ҡыҙыҡһынған,теләгән нәфис әҙәбиәтте алып уҡырға ваҡыттыры ҡалмауға зарлана уларҙың ҡайһы берәүҙәре.

Мәктәп китапханаһының китап фондына килгәндә, ул, һуңғы йылдарҙа башҡорт яҙыусыларының байтаҡ ҡына әҫәрҙәре менән яңыртылды, рус яҙыусыларының балалар өсөн ижад ителгән әҫәрҙәре, классик әҫәрҙәр менән тулыландырылды. Быныһы бик һөйөнөслө хәл. Ләкин күңелде ҡырғаны ла бар . Нисә йыл инде матбуғат яҙмаларына - гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкинселегебеҙ юҡ. Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн тәҡдим итерлек яңы, сағыу һүрәтле , матур китаптар булдырғы килә.

Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, беҙҙең төп мәсьәләбеҙ - уҡыусыла нәфис әҙәбиәткә, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү. Был маҡсатҡа беҙ - уҡытыусылар менән китапханасы, ата-әсәләр менән берлектә эшләп ирешә аласаҡбыҙ. Был эштең төрлө алымдарын,ысулдарын ҡулланып киләсәктә әүҙем эшләрбеҙ тип ышанам.

Хөрмәтле уҡытыусылар ! Нәфис әҙәбиәтте яҡын күреп, китап уҡып,белемдәрен арттырып,илебеҙгә кәрәкле һәм файҙалы шәхес булырлыҡ, аҡыл һәм тел байлығы туплаған уҡыусылар тәрбиәләйек!

© 2010-2022