Внеклассное мероприятие В курае-мелодия души (6-7 класс)

МОСТАЙ ИСЕМЕ,  МОСТАЙ ҺҮҘЕ - ҮЛЕМҺЕҘ         (2слайд) Маҡсат: Мостай Кәрим тураһында биографик белешмәлә уның яҙыусы һәм шәхес булыуын сағылдырыу. Үҡыусыларҙың белемдәрен тулыландырыу, тәрәнәйтеү нигеҙендә яҙыусының тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йыһазландырыу: БР картаһы, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, компьютер, проектор. Хәйерле көн хөрмәтле уҡытыусылар, ҡунаҡтар,уҡыусылар. Быйыл 20 октябрҙә милләтебеҙ, илебеҙғорурлығы, донъя әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 95 й...
Раздел Классному руководителю
Класс 7 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

















МОСТАЙ ИСЕМЕ, МОСТАЙ ҺҮҘЕ - ҮЛЕМҺЕҘ


Внеклассное мероприятие В курае- мелодия души(6-7 класс) (2слайд)

Маҡсат: Мостай Кәрим тураһында биографик белешмәлә уның яҙыусы һәм шәхес булыуын сағылдырыу. Үҡыусыларҙың белемдәрен тулыландырыу, тәрәнәйтеү нигеҙендә яҙыусының тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: БР картаһы, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, компьютер, проектор.

Хәйерле көн хөрмәтле уҡытыусылар, ҡунаҡтар,уҡыусылар.

Быйыл 20 октябрҙә милләтебеҙ, илебеҙ ғорурлығы, донъя әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулды. Был бар башҡорт халҡы, бар донъяның әҙәбиәт һөйөүселәре өсөн оло ваҡиға ул.

  1. Кем ул Мостай Кәрим ?

(3 слайд)

Мостай Кәрим-бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре.

Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.

  1. Ул нисәнсе йылда , ниндәй районда тыуған ?

(4 слайд)

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, йомаҡтарҙы тыңларға ярата.

  1. М. Кәримдең нисә әсәһе була.? Ҡайҙан беләһегеҙ?

(5 слайд)

1937 - 1941 йылдарҙа ул - Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята.

Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн - 1945 йылдың 9 Майын - ул Вена ҡалаһында ҡаршылай,

һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй.( Кем ул рәйес ?)

1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана. 1963 йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

  1. М. Кәрим нисәнсе йылдарҙа яҙа башлай?

Тәүге шиғырҙар китабы нисек атала?

(6 слайд)

Мостай Кәрим 1935 - 1936 йылдарҙа яҙа башлай. 1938 йылда "Отряд ҡуҙғалды" тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға. Бынан һуң уның байтаҡ шиғыр китаптары баҫыла.

Мостай Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның "Яңғыҙ ҡайын", "Ҡыҙ урлау", "Ай тотолған төндө", "Айгөл иле", "Салауат", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы буйынса ҡуйылған "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" исемле пьесаларын тамашасылар яратып ҡарайҙар

5. М. Кәримдең ниндәй повестарын беләһегеҙ?

(7 слайд)

Проза әҫәрҙәренән "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Өс таған", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Ярлыҡау" һ. б. повестары баҫылып сыҡты.

Мостай Кәримдең ә (8 слайд)

ҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар, украин, грузин, һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.

М. Кәрим поэзия өлкәһендә лә әүҙем эшләй.

6.Ә һеҙ уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

Туркменова Д. "Россиянмын"

Шакирова Д. "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" шиғырҙарын һөйләп ишеттерә.

(9 слайд)

Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланды.

Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР-ҙың К.А.Станиславский исемендәге дәүләт премияһы,

(10 слайд)

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М.Шолохов исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе», I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.

(11 слайд)

Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереү.

1.Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә.

Внеклассное мероприятие В курае- мелодия души(6-7 класс)

(12 слайд)

Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән һәм шул уҡ урамда яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған.

Внеклассное мероприятие В курае- мелодия души(6-7 класс)Внеклассное мероприятие В курае- мелодия души(6-7 класс)

(13 слайд)

Өфөләге башҡорт гимназия Мостай Кәрим исемен йөрөтә.

Внеклассное мероприятие В курае- мелодия души(6-7 класс)

(14 слайд) Һоҡланғыс ғүмер юлы кисергән шәхесебеҙҙең тыуыуына 20 октябрҙә 95 йыл. Шағирыбыҙҙың вафатына ла 9 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте.(12 слайд )

(15 слайд) Әммә Мостай исеме, Мостай һүҙе-үлемһеҙ.






© 2010-2022