“Милләт ҡото, ил улы, батыр, сәсән Салауат”

”Ҡаһармандар ,ҡылыс алып,Дошман яуын тағы быуырҙар.Юҡҡа ғына шатланмаһын дошман - Салауаттар тағы тыуырҙар.”(Әй буйы башҡорттары сығарған йыр) Маҡсат : 1.Уҡыусыларҙа С.Юлаев өлгөһөндә Тыуған ил, тыуған ер, халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уятыу. 2. Уҡыусыларҙы фекерләргә,тойорға, рухи ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәтеү, батырлыҡ һәм ғәйәрлек, туғанлыҡ, дуҫлыҡ һәм кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү. 3.Телмәр үҫтереү, сығыш яһау оҫталығын арттырыу 4. С. Юлаев образыныңхалыҡ ижадында,сәнғәттә, әҙәбиәт...
Раздел Классному руководителю
Класс 6 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Дәрес темаһы: "Милләт ҡото, ил улы, батыр, сәсән Салауат"

Эпиграф: " Ҡаһармандар ,ҡылыс алып,

Дошман яуын тағы быуырҙар.

Юҡҡа ғына шатланмаһын дошман -

Салауаттар тағы тыуырҙар."

(Әй буйы башҡорттары сығарған йыр)

Дәрес төрө : дәрес-әңгәмә,дәрес-йомғаҡлау

Маҡсат : 1.Уҡыусыларҙа С.Юлаев өлгөһөндә Тыуған ил, тыуған ер, халыҡ

яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уятыу.

2. Уҡыусыларҙы фекерләргә,тойорға, рухи ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәтеү, батырлыҡ һәм ғәйәрлек, туғанлыҡ, дуҫлыҡ һәм кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү.

3.Телмәр үҫтереү, сығыш яһау оҫталығын арттырыу

4. С. Юлаев образының халыҡ ижадында,сәнғәттә, әҙәбиәттә сағылышы

Йыһазландырыу:

  1. С.Юлаев тормошо һәм ижадына арналған китаптар күргәҙмәһе

2.Фотостенд

3.Дәрес эпиграфы яҙылған плакат

4.Кроссворд,тесттар

I Дәресте ойоштороу

Уҡытыусы һүҙе.Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар! Бөгөн беҙ дәресте С. Юлаевтың тормош юлы, ижады буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлауҙан башлайбыҙ. Хәҙер һеҙ мин биргән һорауҙарға яуаптар табырға тейешһеғеҙ. Рәхим итегеҙ!

(һорауҙарға яуаптар 84-се биттә)

II Тест эшләү (82-83 сө бит)

III Cалауат- кем ул? (схема буйынса эш) 86-сыбит

IV Кроссворд сисеү (80-се бит)

V.Уйын "Яуабын тап!"(83-сө бит)

VI.Викторина.(һорауҙар 84-се биттә)

VII.Йөрәгемдә ҡалған юлдар...(иң оҡшаған шиғырҙы яттан һөйләү)

VIII.Халыҡ ижадында, сәнғәттә, әҙәбиәттә Салауат образы (әңгәмә)

IX.Уҡытыусы һүҙе .Йомғаҡлау.

"Салауат яндырған утты батша ялсылары ергә күмеп, һүндерергә тырышһалар ҙа, ут һүнмәй, һаман да халыҡ күңеленә тәрәнерәк кереп ятты. Беренсе сиратта уның йырҙары һәм шиғырҙары…Уларҙы дошмандар яндырҙылар, төрлөсә боҙоп, Салауат рухын бөтөрөргә тырыштылар. Ләкин халыҡ сәсәндәре уларҙы тергеҙеп, баштағыса яңынан йырланы."

(М.Кәрим)

Эйе, бөйөк яҙыусыбыҙ Мостай Кәрим әйткәнсә, дошмандар милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты эҙәрлекләп, ни тиклем язалап, үҙен һәм ижадын көлгә осороп, юҡҡа сығарырға тырышмаһындар, халҡы уны юғалтманы, ижади мираҫын онотманы.

Йор һүҙле, отҡор сәсәндәр,яҙыусылар,ғалимдар, фольклорсылар батыр хаҡында мәғлүмәттәр туплап, төрлө баҫмалар әҙерләне.Әле лә Салауатҡа бәйле яңынан-яңы асыштар,эҙләнеүҙәр ,уйланыуҙар, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Салауат Юлаев образы тулыланып, уның ижади ҡомартҡыларын өйрәнеү эше йәнләнә бара.

Тимәк, Салауат рухы халыҡ күңелендә яҡты,йылы нур булып һаҡланасаҡ, ижады сағыу йондоҙҙай балҡыясаҡ. Салауат рухы- йырҙарыбыҙҙа, Салауат һыны-рәсем,скульптураларҙа,Салауат үҙе, уның тауышы -сәхнәләрҙә…

Салауат -батыр

-яугир

-ҡурайсы

-шағир

- сәсән

- шағир-импровизатор

-йырсы

"…Ярға сығам тиеп аҡсарланған

Һинең йәнең мәллә, Салауат?

Өндәш кенә! Йәнем-тәнем менән

Тулҡындарҙан алам аралап.

Сәселдеңме әллә тамсы булып,

Ҡаршылағы финдар яғына?

Күк Уралда аҙым һайын ҡурай

Ирендәрҙе һинең һағына.

(Тамара Ғәниева)

Салауатҡа -салауат!

Кеше бәхетле- мораҙына ирешһә.

Халыҡ бәхетле- илен яҡлар батыры булһа.

Башҡорт өсөн Салауат-рух пәйғәмбәре. Ғүмере лә, яҙмышы ла халыҡтар күңелендә өмөт нуры балҡытҡан йондоҙға тиң.

Хакими көс ул нурҙы ҡаплар өсөн Уралынан айырған, йәнтөйәген туҙҙырған, ғаиләһенән йолоп, зинданға япҡан, аяҡ-ҡулына бығау һалған, йөҙөнә мөһөр баҫҡан;Йәшәйеш тамырҙарын сабып өҙгән, йәншишмәләр гүзәллеген биҙҙереп,аяныслы үлемгә дусар иткән.Әммә күңел нурҙарын ҡаплай алмаған, ул бөгөн дә тере йәндәргә дәрт биреп, йөрәктәрен елкендереп емелдәй, сөнки

Салауат-батыр!

Йырҙағыса, егерме ике йәшендә ҡаһарман исеме менән халыҡтарҙы азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәгән.

Салауат-шағир!

Ул сығарған йырҙар ,көйләгән ҡобайырҙар йәҙрәләрҙән көслөрәк ҡорал булған.

Салауат -ил улы!

Кешеләргә , пәйғәмбәрҙәрсә, миһырбанлы булған, милләтенә, диненә түгел, фиғеленә, эшенә ҡараған.

Салауат- аҡыл эйәһе!

Үҙе китаптар яҙмаһа ла, уның хаҡында яҙалар.

Салауат- беҙҙең замандаш!

Быуат артынан быуат килә, ул һәр быуынға ҡәҙерле.

Салауат -милләт ҡото!

Бар булмышы туған халҡына ,ырыҫ-бәхете хаҡына арналған.

Салауат-ҡөҙрәтле шәхес!

Уны бөтә халыҡтар ҙа үҙ күреп ихтирам итә.

Салауат -даһи!

Исеме быуаттар буйы изге вә бөйөк итеп телгә алына, йылдан- йыл уға ҡыҙыҡһыныу арта.

Салауат- рух һәм көс-ғәйрәт, дәрт һәм өмөт бирер илаһи исем ул!

(Тайфур Сәғитов)

X Өйгә эш. Бәйләнешле телмәр үҫтереү дәресенә әҙерләнеп килергә. Инша " Милләт ҡото, ил улы, батыр, сәсән Салауат"









Һорауҙар

  1. Салауат Юлаев ҡайҙа тыуған һәм ҡасан? (1754 йылда Өфө провинцияһы Шайтан -Көҙөй олоҫо Тәкәй ауылында)

  2. Атаһы кем булған? (Юлай Аҙналин -старшина)

3.Салауат ҡайҙа белем алған? (мәҙрәсәлә уҡыған)

4.Емельян Пугачев етәкселегендәге ихтилал ҡасан башланып китә? (1773 йылдың сентябрендә Яйыҡ йылғаһы буйында)

5.Салауатҡа Пугачев тарафынан бирелгән хәрби чин (бригадир- генерал дәрәжәһенә тура килгән)

6.Салауатҡа ул саҡта нисә йәш булған? (20 йәш булған)

7.Салауат Юлаевты ҡасан ҡулға алғандар? (1774 йылдың 24 ноябрендә)

8.Салауат Юлаев һәм уның көрәштәштәрен ҡайҙа ебәрәләр ? (Балтик диңгеҙе буйында Рогервик -хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһына)

9.Ниндәй яза уйлап табалар ? (175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар, танауын ,ҡолаҡтарын ҡырҡалар, маңлайҙарына З.Б.И.хәрефтәрен баҫалар)

10.С.Юлаев ҡасан китә был донъянан? (1800 йылдың 26 сентябрендә, 46 йәштәр самаһында)

11.Шиғырҙарын атағыҙ





Яуабын тап

(уйын)

Һорауҙарҙағы шиғри юлдарҙың ҡайҙан алынғанын,авторын атағыҙ.

1.Төнгө тынлыҡ.Ағаслыҡта

Һандуғас моңо. ( "һандуғас " С.Юлаев)

2.Салауаттың менгән кир аты

Батыр ғәсҡәрҙәргә юл башлай.

Кир ат өҫтөндәге Салауат,

Яуға дәртләндереп ,йыр башлай (халыҡ йыры)

3.Сабып сығып сал быуаттар аша,

Сапсындырып суйын саптарын,

Оран һалып илгә,һай,Салауат

Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын. (Рәми Ғарипов)

4."Ай-һай ,Салауат-башҡортомдоң ҡото", -тигән йыр юлдарын орандай халыҡҡа еткергән милли эстрада төркөмөнөң исемен атағыҙ (Каруанһарай)

5. "…Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым…" ("Уралым")

6 "…керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем

Ошо төндө мин." ("Тирмәмдә")

7."…Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,

Бер дошмандың йәнен өҙһәсе. ("Уҡ")

8."Заманалар булған элгәре,

Булған илдең батыр улдары.

Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,

Бөтә ғаләм белгән уларҙы." ("Яу")

Салауат Юлаевтың биографияһы буйынса

тест һорауҙары

I.Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?

1.1754 йыл , Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан -Көҙәй волосы Тәкәй ауылы

2.1752 йыл , Өфө провинцияһы Шайтан -Көҙәй волосы Тәкәй ауылы

II.Уҡырға, йырларға, сәсәнлеккә кемдән өйрәнә?

1.мулланан

2.әсәһенән

3.сәсәндән

III.Нисә йәшендә бригадир була?

1.20 йәшендә

2.22 йәшендә

3.25 йәшендә

IV.Көрәштәше кем?

1.Алдар

2.Ҡараһаҡал

3.Бүгәсәү

V.Салауат нисәнсе йылда Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе була?

1.1771- 1772 йылдар

2.1774-1775 йылдар

3.1773-1775 йылдар

VI.Кем ул-Салауат?

1.шағир-импровизатор,сәсән, ҡурайсы, милли батыр, йырсы

2.шағир, сәсән, ҡурайсы, бейеүсе, йырсы, баянда оҫта уйнаусы, батыр

VII.Салауат Юлаевтың шиғырҙары:

1."Уҡ","Егеткә", "Һандуғас", ЗӨләйха","Тирмәмдә", "Тыуған илем", "ЙҮрүҙән"

2."Һандуғас","Уҡ","Егеткә","Тыуған еркәйем","Зөләйха","Тирмәмдә","Уралым"

VIII.Салауат исеменә бәйле:

1.ҡала, район, мәмерйә, һәйкәл, теплоход, мәсет

2.ҡала, район, мәмерйә, музей, һәйкәл, теплоход

IX.Салауат тураһында яҙған яҙыусылар:

1.С.Злобин,И.Гвоздикова,М.Кәрим,Б.Бикбай,М.Иҙелбаев, В.Сидоров…

2.С.Злобин,С.Нефедова,М.Кәрим,Б.Бикбай,М.Иҙелбаев,С.Есенин…

X.Милли батырыбыҙ нисәнсе йылда һәм ҡайҙа яҡты доньянан китә?

1.Эстляндия губернаһы(хәҙерге Эстония),Рогервик ҡәлғәһе

2.Испания,Палдиски ҡалаһы, Рогервик төрмәһе













Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы

Дәүләкән районы муниципаль районы

Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбе



Милләт ҡото,

ил улы,

батыр,

сәсән

Салауат

(дәрес-йомғаҡлау)

Башҡарыусыһы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте,

Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы

Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова

Викторина

1. С.Юлаев исеменә бәйле урындарҙы һанап сығығыҙ

2. С.Юлаев тураһында әҫәрҙәр,документаль китаптар авторҙарын һанап сыҡ. (А.С.Пушкин "Пугачев тарихы",Ф.Нефедов "Башҡорт батыры Салауат"(очерк,1880),Р.Игнатьев "Пугачев бригадиры,йырсыһы һә импровизаторы",С.Злобин "Салауат Юлаев"

3. "Салауаттан һорау алыу "картинаһының авторы кем? (А.Кузнецов )

4. Өфөлә С.Юлаев һәйкәленең скульпторы кем? (С .Тавасиев,1967 йыл)

5. 1968 йылда "Салауат Юлаев " исеме менән , хатта эсендә Салауат исемендәге музейы булған , Венгрияла ,Архангельск ҡалаһында нимә төҙөлә? (Төньяҡ диңгеҙ пароходствоһының йөк теплоходы)

6. "Салауат Юлаев" операһы авторы (З Исмәғилев)

7. Салауат образын һүрәтләгән башҡорт рәссамдарынан кемдәрҙең картиналарын беләһегеҙ?(Ә.Лотфуллин, Р.Ишбулатов,Р.Мостафин)

8. Салауат бюсын эшләгән скульпторҙар бармы? (Т.Нечаева)

9.Салауат Юлаев тураһында пьесалар бармы? (Б.Бикбай "Салауат",Я.Хамматов "Салауат",М.Иҙелбаев"Юлай улы Салауат",С.Сурина "Салауат доғаһы"

10. "Салауат Юлаев" танкыһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

© 2010-2022