Минең хыял илем темаһына 4-се класта әңгәмә

Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы, милли паспорты. Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грам...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Минең хыял илем

Класс сәғәте.

Маҡсаттар:

1. Нимә ул - Ватан? Мин йәшәргә теләгән ил ниндәй булырға тейеш? - һорауҙарына күмәкләп яуап табыу.

2. Уҡыусыларҙа Тыуған илгә, тыуған ергә, тыуған йортҡа ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

3. Балаларҙың уйлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ ҡарашыңды әйтә һәм яҡлай белергә, коллектив хеҙмәткә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: аудиотаҫма, проектор, төҫлө биҙәктәр-орнаменттар, кәрәкле инструменнтар (клей, төҫлө ҡағыҙҙар, ҡайсы, карточкалар һ.б.)

Класс сәғәте барышы:

Ойоштороу моменты:

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөнгө осрашыуҙы мин хисләнеп, көйләп башлап ебәргем килә. Һеҙҙең менән буласаҡ һөйләшеү миңә шулай тәҫьир итте. (слайд Урал тауҙары)

Ай, Уралым, Уралым,

Бөтә донъя урайы,

Халҡымдың ул төйәге,

Үҫә башҡорт ҡурайы.

Ай, Уралым, Уралым,

Тәбиғәттең бишеге,

Ошо ерҙән асыла

Ожмахҡа юл ишеге.

-Уҡыусылар, мин ҡобайырҙа нимәне данлап йырланым?

-Тыуған ил, Ватан...

-Эйе, дөрөҫ, балалар! Һандуғас та үҙ баҡсаһында моңлораҡ, көслөрәк һайрай, тиҙәр бит. Ә нимә ул һеҙҙең өсөн тыуған ил? Бына минең өсөн ул кескәй саҡта үҙем бәүелгән сәңгелдәк ине, үҫә төшкәс, тыуған тупһам, һуңынан тыуған мәктәбем булды. Хәҙер ситкә сығып китһәм, Башҡортостаным һағындыра. Ә һеҙҙең өсөн тыуған ил нимәһе менән ҡәҙерле?

Уҡыусыларҙың яуаптары.

-Рәхмәт, балалар. Ә ниндәй булырға тейеш ул тыуған ил һеҙҙеңсә? Унда ниндәй кешеләр йәшәргә тейеш?

Яуаптар тыңланыла.

Мин үҙем бына бәләкәй саҡта, хыялымдағы илем - әкиәт иле ине. Һәр ерҙә ожмах баҡсалары, шәкәрле-баллы шишмәләр аға, тәмле-тәмле емештәр үҫә... Ә һеҙҙең хыял илегеҙ ниндәй, уҡыусылар?

Яуаптар.

-Рәхмәт, үҫкәндәрем минең. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән тап ошо хаҡта һөйләшеү алып барырбыҙ. Беҙҙең хыял илебеҙ тураһында. Беҙҙең илдә матурлыҡҡа ынтылған, бар нәмәнән йәм-тәм таба белгән кешеләр йәшәй, шулай бит. Күңелебеҙ матур булғанда эшебеҙ ҙә матур килеп сығыр. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Беҙҙең илебеҙ ниндәй биҙәктәргә бай булырға тейеш?

Яуаптар тыңланыла.

-Рәхмәт, аҡыллыларым! Беҙҙең илебеҙ матур, сағыу, төрлө-төрлө биҙәктәргә бай нағышлы булырға тейеш. Һеҙҙең алда матур-матур биҙәктәр ята. Ҡарағыҙ әле. Нимәләр улар?

Яуаптар тыңланыла.

-Дөрөҫ, уҡыусылар, рәхмәт!. Башҡорт халҡының орнаменттары. Нимәләр беләһегеҙ орнаменттар тураһында?

Әңгәмә. Әйҙәгеҙ әле, таҡтаға ҡарайыҡ. (слайд) слайдтар буйынса эштәр.

Төркөмләп балаҫ эшләү.

-Уҡыусылар, һеҙ хәҙер үҙегеҙҙең хыял илегеҙҙе төҙөйһөгөҙ. Ул ниндәй төҫтәр менән байытылыр, ниндәй биҙәктәр менән һуғылыр - барыһы ла һеҙҙән тора.

Музыка уйнай. Эш башлана.

Уҡыусылар эшләп бөткәс, уртаҡ бер балаҫ эшләнә. Таҡтаға элеп ҡуйыла.

- Кескәй дуҫтарым, оҡшаймы беҙ төҙөгән ил?

- Ошо илдә йәшәр инегеҙме?

-Беҙҙең илдә эшһөйәр, уңған, матур кешеләр йәшәй. Бына ҡарағыҙ әле, нидәй матур келәм яһап ҡуйҙыҡ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр, шулаймы.

Беҙ бөгөн һеҙҙең менән хыял илебеҙгә сәйәхәт иттек. Үҙ ҡулыбыҙ менән бергәләп келәм эшләнек - ул беҙ йәшәргә тейешле матур илебеҙгә илтеүсе һуҡмаҡ. Беҙҙең илдә батырҙар һәм дә матурҙар йәшәй.

Тыуған ерҙә, һәр бер өйҙә,

Именлек кенә булһын.

Атай-әсәй, алтын ҡанат,

Татыу ғаилә булһын.

Тыуған илем, илгенәм,

Тыныс булһын ергенәм.

Иҫән булһын дуҫ-туғандар,

Атай, әсәй - бер генәм!







© 2010-2022